Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
4 Июль 2022, 11:38

Ерҙәге тамуҡ

- Бала саҡтарымды иҫләп, гел дә илайым, - тип һөйләй башланы минән бер аҙ өлкәнерәк апай. – Ауыр, ҡурҡыныс көндәр, төндәр кисерҙек беҙ... Беҙ биш бала үҫтек. Ағай, мин, ике ҡустым һәм һеңлем. Ата-әсәй эсте. Иге-сиге булмаған тамуҡ ине беҙҙең йортта: атай әсәйҙе эскәне өсөн туҡманы, әсәй атайҙың туҡмағынан онотолор өсөн эсте...  Атай эшкә сығып китһә, әсәй, бахырҡайым, һыҙланыу-ауыртыныуҙарға түҙмәй, ауыл буйлап сығып китә, эсергә һорай: “Ирем туҡманы, бер тере ерем ҡалманы, ғәләмәт һыҙланам, зинһар, саҡ ҡына ҡойоп бирегеҙ инде, бәлки һыҙланыуым кәмер!” Ҡатындарҙың берәйһе йәлләп, уға ҡойоп бирә, әсәй иҫерек ҡайтып тәгәрәй. Ҡустыларым, һеңлем тыуғас та, эсте ул. Имсәктәре таш кеүек ҡата торғайны. Мин, туғыҙ йәшлек бала, әсәйемде йәлләп, иҫерек йоҡлағанында имсәген һауам да, һөтөн, бисмилла әйтеп, кәртә буйына түгәм. Ас сабый имергә һорап зарлап илай, иҫерек әсәнең һөтөн имеҙергә бәпесте йәлләйем (ағыуланыр, тип). Шуға ла бәпесте оло юрғанға төрөп, ойоҡтар менән бәйләйем дә, санаға тейәп, күрше апайға имеҙергә алып барам. Көнөнә ике тапҡыр йөрөтәм шулайтып. Атай ҙа эштән һалмыш ҡайта. Уның ҡайтыуына ашарға бешергән булам. Ә ул иҫерек әсәйҙе күрә лә, мине туҡмай башлай: “Кем менән эсте ул, эт балаһы, әйт, тим!”  Мин: "Атай, белмәйем, өйҙә балаларҙы ҡараным, күрмәнем, атай! Туҡмама, зинһар!" - тип нәҙек кенә ҡулдарым менән башымды атайҙың йоҙроҡтарынан ҡапларға маташып, үкһеп илайым. Атай: “Кем менән эстең?!” – тип, әсәйҙе һөйрәтеп төшөрөп, типкеләп тороп туҡмарға тотона, өҫтөнә ҡалын табанлы кирза итектәре менән һикереп менә, һикереп-һикереп күкрәктәрен төйгөсләй, эсен иҙә... Шунан мин бешергән аҙыҡты ашай ҙа, ҡалғанын эткә сығарып түгә. Беҙ, балалар, ас ҡалабыҙ (аҙаҡ аштың бер өлөшөн үҙебеҙгә айырым һауытҡа һалып, йәшерергә өйрәндем – атай йоҡлап киткәс, туғандарым менән бергә мейес артында йәшеренеп кенә ҡабалан-ҡарһалан һыуыҡ ашты ашап ҡуябыҙ). Тамағын туйҙырған атай ҡабаттан әсәйҙе тоҡ кеүек күтәреп бәреп, өҫтөнә менеп, тапап туҡмай: “Кем эсерҙе?! Әйт, үлтерәм!” Әсәй кем уға эсергәнен бер ваҡытта ла һатманы, үлер хәлгә еткәнсе туҡмалһа ла... Ул ҡот осҡос туҡмалыуҙарҙан иҫен юғалта. Атай мине төн уртаһында урамға туҡмап, баҫтырып сығарып ебәрә: “Бар, боҙло һыу килтер!” Урамда һыуыҡ, ҡараңғы, ҡурҡыныс, бер әҙәм күренмәй, ен-пәрейҙәрҙе, айыу-бүрене уйлаһаң, бөтөнләй ҡот осҡос, әммә атай тағы ла ҡурҡынысыраҡ. Балта, биҙрә тотоп, йылғаға китәм. Мәке уйып, һыу алып ҡайтам. Атай шул боҙло һыуҙы әсәй өҫтөнә һирпә, әсәй иҫенә килә. Атай тағы уны туҡмарға, язаларға тотона. Арығас, миңә, самауыр ҡуй, тип бойора. Мин йүгереп йөрөп самауыр ҡуйып ҡайнатам, атайға сәй әҙерләйем. Ә әсәкәйем һыуыҡ иҙәндә, боҙло һыу эсендә, ҡанға батып ята. Атай уға ярҙам итергә рөхсәт итмәй...

         Ҡай ваҡыт иҫерек әсәйҙе шыр яланғас итеп сисендерә лә, урамдан кешеләрҙе саҡырып индереп күрһәтә:

- Бына, ҡарағыҙ, кем менән миңә йәшәргә тура килә! Тағы эсеп иҫереп, мин эштән ҡайтыуға өйҙөң ҡотон осороп ята!

         Кешеләр уңайһыҙланып, ҡарамаҫҡа тырышып, сығып китә. Атай һәйбәт кеше булып ҡыланып тороп ҡала ла, әсәйҙе ярырға тотона. Ике йөҙлө ине ул. Заманына күрә уҡымышлы булғас, түрә булып эшләне. Кешеләргә ныҡ һәйбәт ине. Барыһы ла уны ихтирамлы, яҡты йөҙлө, тип белде. Берәйһе килеп инһә, шунда уҡ өҫтәлгә төрлө ризыҡтарын теҙер, йылмайып-көлөп хәбәрен һөйләр, балаларҙы арҡаһынан дөпөлдәтеп яратып-һөйөр ине. Сит балаларҙы, беҙҙе түгел. Беҙгә тик туҡмаҡ, аҡырыу, йәмерәйгән ҡаштар, һөҙөп ҡараған ҡараштар ғына эләкте. Кеше сығып китеү менән өҫтәлдәге ризыҡты һыпырып йыйып, бикләп ҡуйыр, беҙгә аҡырып-баҡыра башлар ине. Ҡәбәхәттең ҡәбәхәте булды. Махсус рәүештә беҙҙе кәмһетергә, иҙергә, ыҙалатырға ынтылды. Үҙе килеп тороп йоҡоһоҙ ине. Дүрт-биш сәғәт йоҡлаһа ла йоҡоһо туя, беҙҙе йоҡлатмай ыҙалата. Ҡышын мине, баланы, таңғы биштәрҙә уятып: “Бар, атты эсер!” – тип сығарып ебәреүҙәрен оноторлоҡмо һуң?! Атты етәкләйем дә, әлеге лә баяғы балтаны алып, йылғаға төшәбеҙ. Бар ауыл йоҡлай, хатта эттәрҙең дә тауыш-тыны сыҡмай. Шыҡһыҙ, һыуыҡ, ҡараңғы донъяла ат менән тик беҙ икәү генә... Мәке уйып атҡа һыу эсерәм. Ҡайтҡас дағаһын боҙҙан таҙартам (таҙартмаһам атай туҡмай). Алдына бесән һалам. Өйгә туңып, һыуланып өшөгән бармаҡтарым өҙөлә яҙып, дер-дер ҡалтырап килеп инәм. Мин сисенеп тә өлгөрмәйем, йылы урындан саҡ тора башлаған атай екерә: “Атты ек санаға!”  Ҡурҡып йүгереп сығып китәм, ҡалтыранған ҡулдарым менән атты егә алмай этләнәм, ҡамытты кейҙерергә саҡ көсөм, саҡ буйым етә. Санаға барлы-юҡлы бесәнде ташып һалам – атай шуны талап итә. Шунан атай бесәнгә сығып китә. Алып ҡайтҡан бесәнде сананан беҙ ағайым менән бушатып, һарай башына ырғытабыҙ...

         Төндәр буйы йоҡо эләкмәгәс, мәктәптә йылыла, тыныслыҡта йоҡлайым да китәм. Уҡыу ҡайғыһы булманы миндә, гел дә нисек тә тере ҡалыу ҙа, туғандарымды ҡарау уйы ғына ине башымда. Атай күпселектә бесәнде, утынды ваҡытында йүнләмәй, әсәйгә, беҙгә ҡуша. Әсәй эскәс, уға ышаныс юҡ, ә атайҙың эштән ҡайтыуына ашарға бешермәһәң, мал ас баҡырып торһа, туҡмаҡ барыбыҙға ла эләгә. Шуға ла мәктәптән, хәҙер ҡайтам да, берәй ерҙән утын, ағас табып, ут яғам, тип пландар ҡороп ҡайтам. Ҡайтҡас, кәртә тумырам, мейескә көс-хәлгә ут тоҡандырып, сөгөнгә йоморолай картуф бешерергә ултыртам. Һыуыҡ өйҙә балалар юрған аҫтында өшөп, әсәй иҫерек йоҡлап ята. Бесән булмаһа, күршеләргә барам. Берәй генә һәнәк булһа ла, бесән биреп тороғоҙ, аҙаҡ кире ҡайтарырбыҙ, мал ас тора, тип инәләм. Һөйләнә-һөйләнә бирәләр. Ашап алғас, иҫерек әсәйҙе кейендереп, әүрәтеп санаға сығарып һалам. Атты егеп, әсәй менән урманға утынға барабыҙ. Көрт түштән... Вағыраҡ ағастарҙы ҡырҡып тейәп алып ҡайтабыҙ.

Мин туғыҙ-ун йәштән ҡышҡыһын бесәнлеккә бер үҙем барып, бесән тейәп алып ҡайта торғайным. Ағай сирләшкә булғас, йөрөй алманы. Атты егеп, этте эйәртәм дә, бесәнлеккә сығып китәм. Бүреләргә юлыҡһаҡ, этте уларға бәреп ырғытырмын да, беҙ ат менән ҡасып өлгөрөрбөҙ, тип үҙемсә уйлаған булам. Бала кеше ул туңған бесәнде күпме генә тейәй алһын инде?! Өшөп-туңып, асығып ҡайтыуыма, өйҙә һыуыҡ, ашарға бер ни юҡ... Үҙемсә бик тәмле итеп берәй нәмә бешерәм. Әсәйемдең айыҡ сағын иҫкә төшөрөп йыуанам. Ул айыҡ саҡта өйөбөҙҙән тәмле аш-һыу еҫтәре бөркөлөп торҙо, әсәйемдең үҙенән нур һирпелә торғайны. Ул бик ныҡ матур, ҡыйып баҡҡыһыҙ һылыу, аш-һыуға оҫта булды! Атайым да, икенсе ҡыҙҙы кәләш итеп алырға йөрөгән еренән, уға тәү күреүҙән ғашиҡ булып, сат йәбешкән, танышҡан көндө үк эйәртеп алып ҡайтҡан булған. Миңә дүрт йәш тулғанға тиклем әсәй эсмәне. Шунан атай икенсе ир урынына төрмәгә ултырҙы. Бәлки, шунда уның психикаһы боҙолоп, ул януарға әйләнеп ҡайтҡандыр, белмәйем. Әсәйемде үлә яҙып ҡыҙғанғаны хәтерҙә. Ике-өс йыл ултырып, амнистияға эләгеп ҡайтты. Атай төрмәлә саҡта әсәй эскегә һалышты ла инде. Ағайым менән миңә кеҫәл, икмәк ҡалдыра ла, ишекте тыштан бикләп, сыға ла китә. Ағай ҙа тәҙрәнең өлгөһөн алып, урамға тая. Мин өйҙә бер үҙем ҡурҡып: “Әсәй!” – тип ҡысҡырам да, үҙемә-үҙем: “Әү!” – тип яуаплап, үҙемде йыуатам. Ағай кеүек тәҙрә аша сығырға буйым етмәй. Соландың ишегендә ярыҡ бар ҙа бит, тик минең унда башым һыймай. Олатайҙың ҡымыҙлыҡ килтереп, шул ярыҡтан һыҙырып биреп ашатҡаны хәтерҙә ҡалған.

         Атай төрмәнән ҡайтҡас, әсәйҙе, эсмәһен өсөн, сылбырға ултырта башланы. Әсәйҙең ҡул суҡтары нәҙек булғас, ул сылбырҙы һыпырып ҡына сисә лә, биҙәнеп-төҙәнеп сығып юғала, шунан атайҙың ҡайтырынан алдараҡ ҡайтып, ҡабаттан сылбырҙы кейеп ултыра.

         Ағайымды атай, минеке түгел, тип ҡот осҡос итеп туҡмай торғайны. Шул тиклем ныҡ туҡмай, тәгәрәтеп, иҫен юғалтҡансы. Ағайымдың, бахырҡайымдың, аҫылынам да ҡуям, тип илауҙары... Шуға ла ағайым сирләшкә булмай кем булһын?! Бер ҡустымды, биш йәшендә, ни бары шаярғаны өсөн атай ҡайыш менән аҫып ҡуйып туҡманы. Ҡустымдың ҡобараһы осоп, нервылы булып ҡалды. Әсәйем икенсе ҡустыма ауырлы саҡта, атай уның ауырын төшөрөргә тырышып, эсенә типте, әсәй эсен ҡосаҡлап, тәгәрәп йөрөнө...

Мин бер көндө дәрестә йоҡлап киткәнмен. Уҡытыусы мине уятып, нишләп йоҡлайһың, йоҡоң туймаймы әллә, тип һорағайны, ҡапыл күңелем тулып, иланым да ебәрҙем, өйҙәге хәлдәрҙе һөйләп бирҙем. Уҡытыусы мине йәлләп, ярай, атайың менән һөйләшермен, тине. Үҙ һүҙен тотто. Тик тотмаһа яҡшыраҡ булыр ине! Атайҙы мәктәпкә саҡырҙылар. Ул шунан ҡара болоттан да ҡарараҡ булып ҡайтып инде лә, утын ағасын алып, мине туҡмарға тотондо: “Тағы ла ошаҡлашып йөрөһәң, телеңде өҙөп ырғытам, барығыҙҙы ла үлтерәм!”

Мине шул атай, үҫмер сағымда, ғәрип итте лә инде. Бер көндө ул аяҡ кейемен таҙартырға ҡушты ла өйгә инеп китте. Ә мин соланды йыуып йөрөй инем. Солан шул тиклем бысраҡ, батҡаҡ ҡаҡашып ҡатҡан. Көрәк менән ҡырып, батҡаҡты бер ергәрәк өйҙөм дә, хәҙер иҙәнде йыуғас, бер юлы йылғаға төшөп, йыуғысты сайҡағанда атайҙың да ботинкаларын һөртөрмөн, тип уйланым. Эйелеп иҙән йыуып йөрөгәндә атай аңғармаҫтан арттан килеп, бар көсөнә билемә йоҙроҡ менән һуҡмаһынмы! Көслө ауыртыуҙан йән әсеһенә: “Ай!” - тип ҡысҡырып, билем шаҡарылып, битем менән шул батҡаҡ өйөмөнә барып түңкәрелдем. Атай башыма итеге менән баҫып, йоҙроғо менән тәнемде төйҙө: “Суҡынғыр, ниңә әйткәнде тыңламайһың?!” Аңымды юйҙым. Ауыртыуҙан иҫемә килдем: әсәйем мине өҫтөрәп карауатҡа һала ине. Битем, сәсем батҡаҡ, билемдең ауыртыуы... Бик оҙаҡ тора алмай, билемә сыҙай алмай, һыҙланып ауырып яттым. Әсәй карауат янына биҙрә ҡуйғайны, шунда ла ярҙамһыҙ тороп ярау итә алмай ыҙаланым, билем тотманы. Табип саҡыртманылар. Йәй көнө булғас, мине эҙләгән кеше лә юҡ ине. Бәләкәй саҡта әхирәттәрем, иптәштәрем булманы, сөнки атай уйнарға сығарманы, бала ҡарауҙан, донъя көтөүҙән бушаманым да...  Шунда ла атай мине, юрый ята, тип әрләне. Ҡулымды һындырғас та, ҡулыңа бер нимә лә булмаған, уйлап сығарма, эштән ҡасып йөрөмә, тип бесән сабырға мәжбүр итте ул. Иң ауыр, дөм ҡараңғы саҡтарҙа, мин атыбыҙға барып һыйындым, уға ҡайғы-хәсрәтемде һөйләп, күңелемде бушаттым. Ул мине тын ғына тыңлай ҙа, йомшаҡ ирендәре менән ҡулымды һәрмәй, әйтерһең дә, усымды һыйпап йыуата. Мин уҡырға киткәс, уны йүнләп ҡарамағандар. Һыуыҡ үткәреп, атыбыҙ ауырығанға, һуйҙылар. Итен ашаманым. Берҙән-бер дуҫым ине ул.

Ҡалаға уҡырға барғас, әсәйемә, әйҙә, балаларҙы ал да, бында күсенегеҙ, тинем. Ул, юҡ, донъямды йәлләйем, тип тороп ҡалды. Һәм аяныслы хәлдә үлде. Әсәй ауырыған сағында, атай уны дауаханаға алып бармай: “Үл, - тип көлгәйне. – Һине ерләгәндең икенсе көнөнә үк 16 йәшлек ҡыҙҙы кәләш итеп алам мин”. Атай һуңынан, әсәй үлгәс, ике тапҡыр өйләнеп ҡараны, ҡатындарҙан уңманы. Йәшләй эскегә һалышҡан ҡустым менән һеңлем ҙурайғас, уға күрмәгәнде күрһәтеп, ҡартайған көнөндә ыҙалатып үлтерҙе. Бына атай нисек итеп әсәйҙең башын һыуға тыҡты, уның үҙен дә шулай тонсоҡторғандар, әсәйҙе шулайта торғайның, тип. Үҙем күрмәнем, күргән кешеләр ғибрәт итеп һөйләне. Уныһы үҙе бер айырым тарих...

Уй-й, беҙ күргәнде һөйләһәң, сәсең үрә торор. Ә кемдер рәхәт тормоштан шашып, яҡшы ата-әсәһе менән булыша, уларҙы ҡәҙерләмәй, тыныс мөхиттә үткән бала сағы өсөн рәхмәтле була белмәй. Беҙҙең кеүек ысын ыҙа сикһәләр, ерҙәге тамуҡта йәшәһәләр, ни әйтерҙәр ине икән?!

Үкһеп илап, тормошон бәйән иткән ҡатындың һөйләгәндәренән, әйтмәксе лә, сәс үрә торҙо...

Баныу Ҡаһарманова.

 

       

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: