Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
3 Июль , 21:00

Йондоҙнамә (4 – 10 июль)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Көндәр ҡәҙимгесә килер. Тик ҡайсаҡ үҙегеҙ артыҡ борсолаһығыҙ һымаҡ. Ныҡлап уйлағанда, бының өсөн етди сәбәптәр юҡ та шикелле. Тормошҡа ҡарашығыҙҙы саҡ ҡына үҙгәртһәгеҙ, барыһы ла ыңғай китер. Шаршамбы һәм кесе йомала кәйефегеҙ мотлаҡ күтәрелер. 

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Һуңғы ваҡытта күп тир түккән ниндәйҙер ҙур эште тамамлау өсөн бөтөн шарт та булыр, моғайын. Үҙегеҙ ҙә  бик ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Ғөмүмән, күптәр был арала үҙен дәртле тойор. Уҡып йөрөгәндәр ҙә һиҙелерлек уңыштарға өлгәшер.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Маҡсаттарығыҙға өлгәшеү өсөн ҡайсаҡ артыҡ көс түгергә кәрәкмәҫ. Шишәмбеләге ваҡиғаларҙан һуң офоҡтарығыҙ тағы ла киңәйеп китер, бәлки. Йондоҙҙар был арала бик етеҙ булырға ҡуша, эштәрегеҙҙе оҙаҡҡа һуҙмағыҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Тормошоғоҙға мөмкин тиклем яңылыҡ индерергә тырышығыҙ. Был мотлаҡ файҙаға булыр. Аҙна барышында мәшәҡәттәр ҡәҙимгенән күбәйһә лә, барыһына ла өлгөрөрһөгөҙ. Шуныһы мөһим: хаталар, яңылыш аҙымдарға юл ҡуймаҫһығыҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)
Аҙнаны файҙалы үткәрерһегеҙ. Үҙ эштәрегеҙҙе лә алға ебәрә алырһығыҙ, башҡаларға ла ярҙамығыҙ тейер. Ғөмүмән, абруйығыҙ артыр, аралар ҙа ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Кесе йомала бик ҡатмарлы мәсьәләне еңел генә сисерһегеҙ һымаҡ. Быға хатта үҙегеҙ ҙә ышанмаҫһығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Уңышлы осор. Шишәмбелә ҡатмарлы шарттарҙа ла дөрөҫ юлды таба алырһығыҙ. Һуңғы ваҡытта аралашыу даирәгеҙҙе арыу ғына киңәйтә алдығыҙ кеүек. Яңы таныштарығыҙ ышаныслы кешеләргә оҡшаған. Йомала ыңғай ваҡиғалар көтөгөҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Көндәр өмөтлө килер. Башығыҙҙа аҡыллы фекерҙәр йыш тыуыр, уларҙы башҡалар ҙа хуплар. Ғөмүмән, эштәрегеҙ арыу ғына бармаҡсы. Тап был арала ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләнең айышына тулыһынса төшөнә алырһығыҙ, моға­йын. Йондоҙҙар ваҡиғаларҙы ашыҡтырмаҫҡа ҡуша.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Шишәмбе һәм шәмбелә мотлаҡ һиҙелерлек уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Шаршамбынан һуң ҡайһы бер нәмәгә күҙегеҙ асылыр, һеҙҙең тирә­ләге хәлдәрҙе тәрәнерәк аңлай башларһығыҙ, бәлки. Төп эшегеҙгә ҡағылған яҡшы хәбәрҙәр ишетеүегеҙ ихтимал.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Ҡәҙимге аҙна. Дүшәмбе һәм йомала “ҡыҙ”ҙарға бер аҙ борсолорға тура килер. Кесе йомала, киреһенсә, ыңғай һәм ҡыуаныслы ваҡиғалар булыуы мөмкин. Элек бөтөнләй ҡулығыҙҙан килмәгән мәсьәләне лә сисә алырһығыҙ, моғайын. Эшегеҙгә ҡыҫылырға теләүселәр ҙә күбәйер.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Үткән көндәргә ҡарағанда, осор бер аҙ тынысыраҡ уҙыр. Йондоҙҙар ярты юлда туҡта­маҫҡа, башлаған эштәрегеҙҙе тулыһынса тамамларға ҡуша. Шаршамбы йылы осрашыуҙар менән ҡыуандырыр. Йомала кемдәндер рәхмәт һүҙҙәрен дә ишетеүегеҙ бар. 

Саян ( 24.10 – 22.11)
Иғтибарлы булыуығыҙ һәр саҡ ярҙам итер. Ҡайһы бер мәлдә башҡалар күрмәгәнде лә күрерһегеҙ. Алдан уйлап эш итеүегеҙ мотлаҡ уңыштарға килтерер. Шаршамбылағы хәлдәр башта бер аҙ борсор, аҙаҡ уларҙың ыңғай икәнен асыҡ күрерһегеҙ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Аҙнаның тәүге яртыһында яңы танышлыҡ булдырырһығыҙ. Уның эстәлеген аңлар өсөн һеҙгә бер-ике минут та етәсәк. Уңайлы мәлдәр шаршамбы һәм йомала булыр. Был арала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ. Унан үҙегеҙгә ниндәйҙер файҙа сығарырһығыҙ кеүек. 




















Автор:AdminQ Admin
Читайте нас в