Бөтә яңылыҡтар
10
Махсус биттәр
2 Июль 2022, 07:00

"Йондоҙло табын" - Зөлмәрә ҠАРАБУЛАТОВА

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Зөлмәрә ҠАРАБУЛАТОВА бүлешә.

Сәк-сәк

Бер аҙ һыуытҡыста торған 5 йомортҡаға семтем тоҙ, 3 ҡалаҡ һөт,  һеркәлә һүн­дерелгән ярты бал­ғалаҡ сода һалып, яҡшылап бутарға. Уға 400 – 500 г он һалып, ҡамыр баҫырға ла, 20 минут һыуытҡыста тоторға. Уны ваҡ йәймәләргә йәйеп, эре туҡмас кеүек ҡырҡырға һәм үҫемлек майында бешерергә.
Табынға сәк-сәкте баллы сироп менән бутап бирергә. Сироп өсөн 250 г балға 5 ҡалаҡ (өймәләм тултырып) шәкәр һалып, ирегәнсе талғын утта ҡайнатырға.

Ҡуҙғалаҡ ашы

2 л тауыҡ һурпаһына 5 картуфты турап, 10 минут бешерергә. Уға оҙонсалап туралған 600 г ҡуҙғалаҡ һалып, тағы ла 10 минут ҡайнатырға.
1 йомортҡаға тоҙ һалып туҡырға ла, ҡайнар ашҡа ҡойоп, бутарға һәм утты һүндерергә. Табынға бешкән йомортҡаның яртыһын, туралған йәшел тәмләткестәр (петрушка, һуған, укроп) һәм ҡаймаҡ һалып бирәләр.

Лимон һутындағы алабуға

2 лимондың һутына самалап тоҙ, ҡара борос, 2 ҡалаҡ ваҡлап туралған укроп, 2 балғалаҡ мускат сәтләүеге оно һалып бутарға. 800 г алабуға (окунь) балығын 3 – 4 өлөшкә бүлеп, ошо маринадҡа һалып, һалҡын урында 3 сәғәт тоторға. Артабан  үҫемлек майында ике яҡлап 7-шәр минут ҡыҙҙырырға. 
Табынға балыҡты махсус соус менән бирәләр. Уны әҙерләү өсөн 125 мл ҡуйы һөткә (сливки) 2 ҡалаҡ аҡ май һалып ҡайнатырға. 2 ҡалаҡ лимон һуты менән ваҡлап туралған йәшел һуған һалырға. Тәменә ҡарап тоҙ һәм башҡа тәмләткестәр өҫтәргә була.
                               

Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: