Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
2 Июль , 07:00

Искәндәр

(Хикәйә)

Зың-зың... Ҡапыл шылтыраған телефон тауышына эшкә йыйынып йөрөгән Зәйтүнә Рәшит ҡыҙы туҡтап ҡалды. Кем булыр икән? Шәп-шәп атлап барып, трубканы алды. 
– Алло, тыңлайым. Эйе, мин. Һаумыһығыҙ. Кемде саҡырырға? Ә-ә-ә, Искәндәрҙеме?  Хәҙер, ул тышта ине. Ә һеҙ кем булаһығыҙ һуң? 
– Ауылдаштары. Бөгөн уның тыуған көнө лә инде, ҡотларға тигән инек. Юбилейы бит.  
– Рәхмәт, ә кемдәр тип әйтәйем?
– Бөтә ауыл, тип әйтһәгеҙ ҙә була. 
– Тороп тороғоҙ, хәҙер үҙен саҡырам. 
... Зәйтүнәнең бөтөнләй иҫенән сыҡҡан даһа. Ысынлап та, уның тыуған көнө лә инде. Яңыраҡ ҡына, етмеше тула, тип уйлап та йөрөгәйне. Бөгөн килеп онотҡансы. 
Көнө лә әллә нисек башланды шул. Иртән иртүк анау Мәхмүт ҡарт килеп, башын ҡатырҙы. Имеш, уның тапҡырындағы бағанаға  прожектор ҡуйылмаған. Ҡараңғыла йығылып, аяғын ауырттырған. Шуға пыр туҙа. Бер нәмәһе табылып ҡына тора ул ҡарттың. Будта  бер үҙе.  Өс ауыл менән эшләгәнен белеп тора ла инде. Төрлө  һорауҙары менән күҙ төбәп көнөнә нисәмә кеше килә.  Ә ул шуларҙы хәл итергә тейеш. Етмәһә, отчеты  килә лә етә.  Хәҙер ни ҡағыҙҙарҙан айырылып буламы?
Ярай, тынысланырға кәрәк.  Зәйтүнә үҙен тиҙ ҡулға алды. Ни тиһәң дә, алда башланмаған эш көнө тора. Юлға йыйынып сыҡҡас, уйҙары менән йәнә Искәндәргә әйләнеп ҡайтты.  «70 йәш тиген, ә!  Мин үҙебеҙгә алып ҡайтҡанда ҡырҡты яңы уҙған ир азаматы ине. Бахырҡайым, әлдә ул булды әле,  юғиһә былай иркенләп йөрөп эшләр инең...   Бер ҡайғы белмәне, мал-тыуары ҡараулы, утынын-һыуын ташый.  Аҙаҡ өйҙө йылытып ҡына уның   эштән ҡайтыуын  көтә. Ап-аҡ тештәрен йылтыратып йылмайыуы Зәйтүнә өсөн үҙе бер дауа. Тимәк, өйҙә барыһы ла тәртиптә, балалар менән бөтәһе лә яҡшы.  Эйе, балаларына оло иптәш булды ул».  Зәйтүнәнең уйҙарын  кеҫә телефоны бүлде. Рәүфәһе икән.
– Әсәй, бөгөн Искәндәр ағайҙың тыуған көнө икәнлеген онотмағанһыңдыр ул. Беҙ ялға ҡайтабыҙ. Матур ғына итеп ултырып алырбыҙ. Үҙебеҙ барыһын да алып килербеҙ, артыҡ мәшәҡәтләнмә, йәме. 
– Ярай, ярай, балам. 
«Искәндәр, Искәндәр...  Ана нисек үҙеңде яраталар.  Бер туғандары һымаҡ күрәләр». Нәҡ шулай килеп сыҡҡанға үҙе лә ныҡ риза Зәйтүнә. Ауылдаштарының уны иҫтәренә төшөрөүенә лә сикһеҙ ҡыуанды. «Юғиһә, унан китеүенә  лә әллә күпме ваҡыт үткән бит инде,  үҙен һаман онотмайҙар. Ҡайтып-китеп йөрөгәс, иҫтәренән сығырға бик бирмәйһеңдер инде. Һәйбәт кешеһең шул һин, күңелең бигерәк матур. Тик бына яҙмыш елдәре генә бер ҙә иркәләмәгән үҙеңде. Әсәйеңдең ҡарынында саҡта  уҡ ни күререң билдәле була. Бәхетле кеше төрмәлә тыуамы ни?» 
Уның менән башлап танышыуы ла Зәйтүнәнең күңелендә нисектер ныҡ уйылып ҡалған.  Уйлап ҡараһаң, үҙ ғүмерендә күпме кеше менән осрашырға тура килде. Барыһын да иҫтә ҡалдырыу мөмкин дә түгел, ә бына оҙон плащ кейгән, урманда бәшмәк йыйып йөрөгән Искәндәр бөгөнгөләй күҙ алдында.  
Водителе Азат менән эш буйынса күрше Арыҫлан ауылына юлланғайны. Ара алыҫ түгел. Биш–алты саҡрым тирәһе генә. Ауылға етәрәк, урман ситендә,  бәшмәк йыйып йөрөгән бер ирҙе осраттылар. 
– Искәндәр ҙәһә, – тип Азат машинаһын туҡтатты. Ҡул болғап саҡырғас, тегеһе ихлас йүгереп килде. Ҙур пакеты туп-тулы бәшмәк. Күрешкәс, Азат үҙен ҡосаҡлап яратып  алды.  Бәшмәксе Зәйтүнә яғына  ла ҡарап  башын ҡағып иҫәнләште. Йылмайып ҡына торған был кеше уға нисектер сәйерерәк тойолғайны. Тотлоғобораҡ һөйләшә, телмәре лә ныҡлап аңлашылмаған һымаҡ.  Ә ҡарап тороуға һыу һөлөгө кеүек егет.  
– Бәшмәк күпме,  Искәндәр? – тип ҡыҙыҡһынды Азат.
– К-күп.
– Әйҙә, беҙҙең менән ҡайтаһыңмы?
– Юҡ, әҙ-әҙерәк йөрөйөм әле.
– Ярай әтеү, йыраҡ китмә, йәме.
– Юҡ, хәҙер ҡайтам инде.
– Был теге Заһит ағайҙарҙың  төрмәлә тыуған балаһы, – тип һүҙ башланы Азат. –  Һәйбәт егет ул,  шул тиклем ярҙамсыл. Эскерһеҙ, сабый бала һымаҡ. Ауылда үҙен шуға ла бик яраталар. Һәр бер өйҙә ҡунаҡ инде ул.   Үҙе лә ҡарап тормай, емертеп эштәрен эшләп китә. Утын ярһынмы, ҡар көрәһенме шунда... Бына шундай кеше ул беҙҙең Искәндәр. 
Үҙе лә ошо ауылдан булғанғамы, әллә яҡын күрепме, “беҙҙең” тип һыҙыҡ өҫтөнә алып әйтте Азат. 
Уның тураһында ишеткәне бар Зәйтүнәнең,  ләкин бер ҙә күргәне булмағайны. Осратҡандыр ҙа инде, бәлки, иғтибар итмәгәндер. 
...Әсәһе үлгәс, тормошо ныҡ ауырлаша Искәндәрҙең. Атаһынан былай ҙа бер йүнле һүҙ ишетмәгән малайға, ул икенсегә өйләнгәс, бөтөнләй көн бөтә. Ярай әле ағаһы була, шунда уҡ үҙҙәренә алып ҡайта.  Уларҙың балалары менән  бергә үҫә. Туғандарына һәйбәт ағай булырға тырыша Искәндәр.  Әсәһе иҫенә төшкәндә генә ҡыйын булып китә.  Һағыныуҙан төндәр буйы илап сыҡҡан ваҡыттары әҙ булмай. Туғандарына рәхәт, бер ни белмәй йоҡлайҙар.
Ул ваҡытта колхоз, совхоздар гөрләп торған саҡ. Еңешеп, бер көндө Искәндәр  ағаһына эйәреп эшкә бара. Күптән был турала әйткәйне лә, бәләкәйһең, тип алмаған булды. Хәҙер, ана, бер көн ҡалмайынса уның менән бергә башмаҡ көтә. Эшкә ихлас йөрөй үҫмер. Малдарын бөтә күңелен биреп ҡарай. Улары  ла үҙен күреп ҡалыу менән күңелле генә мөңрәшә башлай бит әле. Ошонан ғына ла күңеленә иҫ китмәле рәхәтлек таба егет.  Яндарына килеп,  һәр береһенә йылы һүҙен таба, шуларҙы иркәләп-иркәләй. 
– Кеше түгелдәр ҙә улар, барыбер аңламайҙар, ниңә шул тиклем сутылдайһың? – тип ағаһы ҡайһы саҡта үҙенә асыуланып та ҡуя.
– Эй ағай, һин ү-ү-үҙең бер нәмә лә аңламайһың, у-уларҙың да йәне бар бит, бөтәһен дә аңлайҙар. Ҡа-ҡаты бәрелеп ҡара һин уларға...  Мал, имеш, – тип  үпкәләр сиккә етә. 
Егеттең тырышлығына, сослоғона иғтибар итмәй ҡалмайҙар,  тора-бара үҙенә айырым төркөм биреп ҡуялар. Шул саҡтағы ҡыуаныуҙары!  Үҙе аҡса табасаҡ бит. Ә ауырлыҡҡа ул аптырай торғандарҙан түгел. Мал ҡарауҙың ниндәй ҡыйынлығы булһын инде?!  
 Йәйгеһен бигерәк күңелле. Көнө буйы тәбиғәт ҡосағындаһың. Аллы-гөллө сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамашырлыҡ, һулап туймаҫлыҡ һауаһы һуң...  Матурлыҡты күрә белә ул. Мал ашап туйып,  ял итергә ятҡас, Искәндәр һүрәт төшөрөргә тотона.  Ағасҡа күмер менән йәки берәй ҡағыҙ киҫәгенә  йәйге тәбиғәттең хозурлығын сынъяһау итеп һынландырып ҡуя. Ҡайҙан киләлер инде уға был һәләт? 
Әллә кем булып китер ине лә, уҡыу ғына эләкмәй шул үҙенә. Йәше еткәс, тиңдәштәре менән бергә мәктәпкә бара. Ләкин бөтә нәмә  ауыр бирелә. Уҡытыусыларҙың йыш ҡына, улығыҙ өлгәшә алмай, өйҙә нығыраҡ шөғөлләнергә кәрәк, тигән иҫкәртеүҙәрен атаһы түҙеп, оҙаҡ тыңлай алмай. Уҡырға теләмәйһең икән, ана, мал ҡарарһың, тип башҡаса мәктәпкә ебәрмәй ҙә ҡуя. Ун йәштәр тирәһендә  малайҙың яҙмышы шулай  хәл ителә. Их, әлеге заман булһа, махсус белем усағында уҡый алған булыр ине лә бит...
Колхоз-совхоздар бөтөрөлә икән, тигән имеш-мимештәр күптән йөрөһә лә, эй, әллә ҡасандан һөйләйҙәр инде, тип  халыҡ  быға башта артыҡ иғтибар бирмәй. Утһыҙ ялҡын булмай, тигән шикелле,  туҡ­һанынсы йылдарҙың башында, ысынлап та,  донъяның аҫты-өҫкә килә.  Колхоз-совхоздар бөтөрөлә, улар урынына ауыл кооперативтары булдырыла. Мал һаны кәметелә.  Искәндәр эшһеҙ ҡала. Был уға  башына тимер таяҡ менән һуҡҡандай тәьҫир итә. Инде нимә эшләргә? Ағаһының ғаиләһе ҙур, уның бер үҙенең тапҡанына ҡарап ятырғамы? Ю-юҡ, булмай, Искәндәр улай өйрәнмәгән. Өйҙәгеләр бер нәмә тип әйтмәһә лә, ул үҙенең артыҡ тамаҡ икәнлеген яҡшы аңлай. Ләкин ҡайҙа барһын? 

* * *
Ҡапҡа алдарына бер машина утын килтереп ауҙарғас, Зәйтүнә Рәшит ҡыҙы уны нисек ярҙыртып, өйөү тураһында уйланды. Кемгә генә әйтеп ҡарарға икән? Әлбиттә, ауыл хакимиәте башлығының һүҙен бер  кем дә йыҡмаҫ ине, тик Зәйтүнә улай булдыра алмай. Биләгән вазифаһы менән бер ваҡытта ла файҙаланманы. Кәрәкмәй ҙә.  Һәр кемдең ғаиләһе бар, ваҡыттары үҙҙәренә ҡәҙерле. 
– Искәндәргә әйтәйек һуң, – тип кәңәш итте Азат. – Ен һымаҡ эшләһә лә, хаҡын күп алмай ул. 
– Искәндәр...  Әллә инде. Бында килергә риза булырмы икән?
– Үҙем һөйләшермен. 
Зәйтүнә арлы-бирле иткәнсе, Азат машинаһына ултырып сығып та китте. Тегеһе ауыҙ асып  һүҙ әйтергә лә өлгөрмәй ҡалды. 
– Уй, был Азатты, әйткәнде ипләп көтөп тә тормай. Бер аяғы – бында, икенсеһе – тегендә. Ут һымаҡ. Ипләп кенә һөйләшһә ярар ине лә.  
Баҡсала эш менән булып ҡалған Зәйтүнә ары һуғылып, бире бәрелгәнсе, дыңғырлап машина кире әйләнеп тә килде.  
–Ҡайһылай тиҙ булды,  моғайын, Азат берәй нәмәһен онотҡандыр,  – тип ҡаршыһына атлағайны, Искәндәр эргәһендә ултыра. 
– Әллә һинең килереңде ауыл осона сығып көтөп торғанмы? 
– Һы, мине үҙегеҙ беләһегеҙ ҙә инде, – тип Азат маҡтаныбыраҡ башын ҡайҡайтып ҡуйҙы. 
– Беләм инде, беләм. Туғандарына әйтеп тә торманыңмы әллә?
– Юҡ, бөгөн ярып бөтә лә инде ул. Кискә алып барып ҡуйырмын әле. 
– Ай-һай, бөгөн генә бөтөргә оҡшамаған. Бигерәк күп бит.
– Зәйтүнә Рәшитовна, борсолмағыҙ, үҙем ярҙамлашырмын.
Шуныһы ҡыҙыҡ, сит кешене урамдарына яҡын да ебәрмәгән  Аҡтырнаҡ, исмаһам, өнөн сығарһасы. Киреһенсә, тегеләрҙе аптыратып, ҡойроғон болғай-болғай иркәләнеп, Искәндәрҙең аяғы араһында уралды. Быны күреп, хужабикә  бер этенә, бер Искәндәргә ҡараны. Тимәк, яҡшы кеше,  тигән уй үтте уның башынан. 
– Хайуандар  кемдең кем икәнен белә бит ул.  Әйҙә, Искәндәр, тамаҡ ялғап алайыҡ башта, – тип Зәйтүнә Рәшит ҡыҙы уны йортҡа саҡырҙы. 
Оҙаҡламай эш тулы ҡеүәтенә ҡайнай ине инде. Егеттәрҙең ҡулында балта уйнап ҡына тора. Әҙерәк булышҡас, Азат ҡайтып китте.  Хужабикә өйөшөргә сыҡҡайны ла, Искәндәр уны кире борҙо. Үҙе, йәнәһе. 
Шунда Зәйтүнә утын ярыусының  ҡулдарына иғтибар итте.  Улар нисектер ныҡ  күҙгә ташлана. Кәүҙәгә артыҡ ҙур булмаһа ла ҡулдары уҫлаптай. Гелән физик эш менән булышҡанғалыр инде, тип  бер аҙғаса  уның йылдам  тотоноуына һоҡланып ҡарап торҙо. 
Ул көндө эш бөтмәне. Ысынлап та күп килтергәндәр икән шул. Иртәгәһенә хужабикә төшкө ашҡа ҡайтҡанда Искәндәр утынды ярып бөтөп, өйөп йөрөй ине. 

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
 (Дауамы бар).

 
Зәйтүнә Рәшит ҡыҙының башынан йөҙ төрлө уй үтте. Уға ошондай ғына бер ярҙамсы кәрәк ине. Ипле генә күренә, үҙе менән һөйләшеп ҡараһа, нисек булыр икән? Ике бала менән бер үҙен ҡалдырып, Ильясы ҡапыл ғына яҡты донъянан китеп барғас, күпме ваҡыт инде нимә эшләргә белмәй, ҡырҡҡа ярылырҙай булып йөрөй. Әллә нимә булһа ла башҡаса иргә сыҡмаясаҡ. Ильясын мәңге бер кемгә  алыштырасағы юҡ. Уға бары тик ярҙамсы кәрәк. Юғиһә, яңғыҙ был ауыр йөктө тартырға көсө етмәйәсәк.  Искәндәр хужалыҡта булышыр, балаларына күҙ-ҡолаҡ була алыр ине, моғайын.  
Ашарға ултырғас, хужабикә ипләп кенә һүҙ башларға булды.
–    Искәндәр, һинең ауылға ныҡ ҡайтҡың киләме?
–    Н-ниңә?
–    Беҙҙә генә йәшәһәң, тигәйнем.
–    Н-нисек?
–    Миңә ярҙамсы кәрәк. Аҡсаһын  түләрмен. 
Искәндәр сәйнәгәнен йота алмай аҙапланды. Туҡтап ҡалды. Шунан ҡапыл күҙҙәренән эре йәштәр атылып сыҡты. 
– Эй Хоҙайым, үпкәләттемме әллә? Зинһар, асыуланма инде.  Теләмәһәң, мин бит ҡыҫтамайым, ҡайтып китерһең.  
– Юҡ,юҡ, мин б-б-былай ғына. – Искәндәр күҙ йәштәре аша Зәйтүнәгә ҡарап йылмайҙы. – Мин риз-за. Тик  ауылға ҡ-ҡайтып, Ирхан ағайым, еңгәм м-менән һөй-һөйләшеп килергә кәрәк.
– Әлбиттә, Искәндәр. Үҙенән байтаҡҡа өлкән булһа ла башҡалар – олоһо ла, кесеһе лә уға исеме менән генә өндәшкәс, Зәйтүнә лә шулай өйрәнде лә ҡуйҙы. – Мин дә һинең менән бергә барам. Ағайыңа үҙем хәлде аңлатып бирермен.  Улар һине юғалтҡандарҙыр ҙа әле, әйҙә хәҙер үк барып киләйек.  Азатҡа ғына шылтыратайым да.
Улар килгәндә ағаһы мал-тыуар араһында йөрөй ине. Искәндәрҙең силсәүит менән бергә килгәнен күреп, саҡ ҡына ҡаушабыраҡ ҡалды, шикелле. Берәй ярамаған эш ҡылып ташланымы икән әллә ҡустыһы? Шул ике арала башынан әллә нимәләр үтте.  Тегеләрҙең һәүәтемсә генә һөйләшеп килгәнен күргәс, бер аҙ тынысланғандай итте. Зәйтүнә Рәшит ҡыҙы орҙо-бәрҙе кеше түгел, аҡыллы ҡатын, моғайын, яман уй менән йөрөмәйҙер әле. Шулай ҙа  бергә килеүҙәре тиккә түгел... 
Өйгә ингәс тә балалар Искәндәрҙе һырып алды.  
–    Кисә ниңә ҡайтманың?..
–    Ҡайҙа булдың? 
–    Минең менән бер кем дә ат булып уйнаманы. 
– Миңә динозавр һүрәтен төшөрөп бирәм тигәйнең , – тип  бер-бер артлы дәғүәләрен  белдерҙеләр.  
Зәйтүнә Рәшит ҡыҙы уларҙы ситтән генә күҙәтеп, ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйҙы.  
– Башта беҙҙең балаларҙы үҫтереште, хәҙер бына ейән-ейәнсәрҙәр кереп баралар үҙенә, – тип аҡланған һымаҡ әйтеп ҡуйҙы Ирхан.
–Яҡшы, бик яҡшы, – тине лә нимәгә килгәне иҫенә төшөп, Зәйтүнә  ҡырт ҡына хужаға табан боролдо. 
–Ирхан ағай, беҙгә һөйләшергә кәрәк ине. Тик мин шул тиклем ашығам, балалар үҙҙәре генә ҡалды. Шуға уратып-суратып тормай ни өсөн килгәнемде әйтәйем, ә һеҙ үҙегеҙҙең яуабығыҙҙы шулай уҡ тиҙ генә бирергә тырышырһығыҙ инде, йәме. 
–Йә.
–Һеҙгә һөйләп торһы түгел инде, эш буйынса мин  әле тегендә, әле бында сығып йөрөйөм. Ҡайһы саҡта  һуңлап ҡайтырға тура килә. Балаларҙың  үҙҙәрен генә ҡалдырыуы ҡурҡынысыраҡ. Шуға, Искәндәр беҙҙә генә йәшәһә, тигәйнем. Һеҙ ҡаршы булмаһағыҙ инде. Миңә ярҙамсы кәрәк. 
Ҡапыл әйтелгән был һүҙҙәрҙән Ирхан шаңҡып ҡалды. Шаңҡымаҫлыҡ та түгел шул. Анау тиклем дәрәжәле кеше шундай йомош менән килһен әле!
–Уңайһыҙ бит әле, Зәйтүнә Рәшитовна. Кеше нимә тип әйтер? Бер туған ҡустыһын да ҡарай алмаған, тиерҙәр.
–Бер кем бер нәмә тип әйтмәҫ.  Әйтһәләр ҙә кемдең ни эше бар? Хәҙер ана, эш табыуы ниндәй ауыр. Һеҙ үҙегеҙ күмәк.  Бер улығыҙҙың ғаиләһе менән бергә йәшәгәнегеҙҙе лә белеп торам. Студент балаларығыҙға  ярҙам кәрәк. Унан инде, Искәндәргә  лә үҙен кемгәлер кәрәк тип тойоу ҡыуаныс ҡына килтерер, тип уйлайым. Теләһә ял көндәре  ҡайтыр, күрешеп торорһоғоҙ.
–    Беҙ һеҙҙе бик ныҡ  хөрмәт итәбеҙ, Зәйтүнә Рәшитовна, хәлегеҙҙе  лә яҡшы аңлайым. Шуға һатыулашып тороу  әллә нисек һымаҡ, әгәр Искәндәр үҙе риза булһа инде...
Сәй әҙерләп йөрөгән хужабикә уларҙың һөйләшкәнен ишетеп, мыш-мыш килеп, алъяпҡыс итәге менән күҙҙәрен һөрттө. Өйрәнгәйне шул ҡәйнешенә. Ләкин ире кеше менән һөйләшкәндә ҡыҫылырға өйрәнмәгән ҡатын был юлы ла  өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе. Икенсе яҡтан, йәшәү шарттары ысынлап та ауырлашты уларҙың. Бәлки, унда һәйбәтерәк  булыр. 
Бына шулай Искәндәрҙең артабанғы яҙмышы хәл ителде. Яңы ғаиләһенә тиҙ өйрәнде ул.  Нисектер шулай килеп сыҡты. Хужалар менән бер өҫтәл артына ултырып ашаны.  Йоҡлап йөрөргә ишек төбөндәге бүлмәне үҙе һайланы. Зәйтүнәнең балалары шул тиклем тәрбиәле бит әле,  “ағай” тип кенә өндәшәләр үҙенә. Башта өйрәнә алмай бер булды әле. Уға ни башлап шулай мөрәжәғәт итәләр ҙә инде. Ағай...  Матур яңғырай. Ҡолаҡҡа ятышлы ғына.
Балалар менән шулай тиҙ уртаҡ тел таба алыуына үҙе лә ҡыуанды Искәндәр. Рәүфәгә ул төшөргән һүрәттәр бигерәк оҡшай. Үҙе күпме генә тырышмаһын, уның һымаҡ булдыра алмай.  Ә Искәндәр ваҡыты булғанда, ситтән генә уларҙың дәрес әҙерләгәнен  күҙәтә. Эй күп уҡыйҙар ҙа инде. Баш күтәрмәй яҙышалар. Эх, ул да шулай уҡыған булһа...
Быны һиҙеп ҡалып, тегеләрҙең башына шәп бер уй килә. Ағаларын уҡырға өйрәтергә кәрәк.  Был турала үҙенә әйткәс, ҡурҡып ҡына ризалаша. Булдыра алырмы? Ләкин Булат менән Рәүфә ныҡ тора. Көн дә тиерлек уның менән алмашлап шөғөлләнә башлайҙар. Оло ағайҙы уҡырға өйрәтеү ҡыҙыҡ икән ул. Арыу ғына тир түгергә тура килә. Искәндәр үҙе лә ныҡ тырыша. Ҡыҙыҡһыныуы артҡандан-арта бара.  Иң мөһиме – һөҙөмтәһе бар.  Оҙаҡламай бәләкәйерәк хикәйәләрҙе уҡый башлай. Мәктәп китапханаһынан үҙенә матур-матур китаптар алып ҡайттылар. Ағайҙары уларҙан айырыла ла алмай. Хайуандар, ҡоштар тураһында хәҙер күпме ҡыҙыҡлы мәғлүмәт белә.  Кискеһен, барыһы ла йоҡларға ятҡас та  уның бүлмәһендә тоноҡ  ут яҡтыһы оҙаҡ ҡына тора әле. Башҡаларға ҡамасауламаҫ өсөн фонарь яҡтыртып юрған аҫтында уҡый. Уның алдында, әйтерһең дә, мөғжизәле бер донъя асыла. Хәҙер, ана, гәзит-журналдарҙан бар яңылыҡтарҙы күҙәтеп бара. Харап бит. Ҡасан да бер шулай уҡырға өйрәнермен, тип башына бер инеп сыҡтымы икән? Рәхмәт уҡытыусыларына.
Зәйтүнә өсөн Искәндәр ғүмерлеккә өлкән ағай булып ҡалды. Улар тураһында төрлө имеш-мимеш һөйләп маташҡайнылар ҙа, ләкин  һәр нәмәгә үҙ фекере булған, кеше һүҙенә бер ваҡытта ла иғтибар итмәгән хакимиәт башлығына былар бер нисек тә тәьҫир итә алманы. Искәндәр менән улар күптән  бер-береһенә оло хөрмәт менән ҡарарға өйрәнгәйне инде. Ә башҡалар... Һөйләһендәр әйҙә. Әле яңыраҡ ҡына  береһе “яҡшы” кәңәш бирергә килгән. Имеш,  уға хаҡлы ялға сығырға күп ҡалмаған, балалары үҫкән, нимәгә  хәҙер бер инвалидты ҡарап ятырға.
Ух, шунда асыуы ныҡ килгәйне. Күҙҙәренән зәһәр осҡондар сәсрәтеп:”Нимә, хәҙер һинең кәрәгең бөттө, инде үҙ көнөңдө үҙең күр, тип сығарып ебәрергә ҡушаһығыҙмы? Аҙаҡ ни йәнем менән  йәшәргә тейеш мин?  Үҙегеҙ әсәй кеше, шулай һөйләнеп ултырырға оялмайһығыҙмы?”– тип пыр туҙҙырғайны, тегеһе  сығып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. 
Төрлө кеше була. Һәр кем үҙенән сығып фекер йөрөтәлер инде.  Искәндәр  ҙә был турала йыш уйлана.  Уның әсәһе лә бит нәҡ ошондай алама уйлы әҙәмдәрҙең ошағы арҡаһында иркенән мәхрүм ителә. Төрмәлә һаулығы ныҡ ҡаҡшап, был яҡты донъянан китеп бара. Ҡәҙерле кешеһе иҫән булһа, уның  тормошо  бөтөнләй икенсе төрлө ҡоролор ине. Ҡыҙыҡ, бөгөнгө көндә ҡайҙа, нимә эшләп йөрөр ине икән?..  Их, әсәкәйем.   Шул тиклем һағындым үҙеңде. 
...Гөлсөм апай совхозда һауынсы булып эшләй. Өйҙән эшкә тиклем  юлы иген баҫыуы аша уҙа. Нисә тапҡыр үтте икән ул ошо араны?  Саҡрымлап һанаһаң,  әллә күпмегә етер ине. 
Бер көндө ул, киске һауындан ҡайтып килешләй, бойҙайы яңы ғына урылған  ялан ситендә туҡталып ҡала. Комбайн артынан әллә күпме башаҡ ятып ҡалған. Оҙаҡ уйлап тормай, шуларҙы йыйып халаты кеҫәһенә тултыра бит.  Тик, ҡайтып етә алмай, артынан атлы кешеләр ҡыуып етеп, кеҫәһен бушаттыралар һәм үҙҙәренең артынан барырға ҡушалар. 
Ҡатын Искәндәргә ауырлы була. Был турала әйтеп  ҡараһа ла, иҫәпкә алған кеше булмай. 
–Ул башаҡтар барыбер шунда ятып серер ине. Мин бит урлашманым. Тыуасаҡ балам хаҡына ҡайтарығыҙ инде, олоға ебәрмәгеҙ, – тип ялбара. 
Ләкин меҫкен әсәнең хәленә инергә теләмәйҙәр. Киреһенсә, теләһә ниндәй һүҙҙәр менән битәрләп, эткеләп-төрткөләп бер бүлмәгә алып барып бикләп ҡуялар һәм оноталар. Ҡаҡ карауатта йонсоп саҡ таң аттыра ул. 
Иртәгәһен  һорау алырға саҡыралар. Әллә нимәләр һөйләп башын ҡатыралар. Имеш, ул үҫеп ултырған башаҡтарҙы ҡайсы менән ҡырҡып алған.   “Парикмахерҙар” тиҙәр икән үҙҙәрен. Уны ана шундайҙарҙың исемлегенә индерергә тырышалар. Күргәндәр, йәнәһе. Шаһиттар ҙа бар икән... Гөлсөм апайҙың алдына ҡағыҙ килтереп һалалар. 
–    Ошонда барыһын да түкмәй-сәсмәй яҙ.
–    Нимә тип?
–    Яҙма рәүештә үҙеңдең ғәйебеңде танырға тейешһең, аңғыра.
–    Ниндәй ғәйеп ти ул?
–    Урлашҡан ваҡытта  нимә тураһында уйланың?
–    Һуң, был бит дөрөҫ түгел. Мин урлашманым.
–    Ах, шулаймы ни, һиңә дөрөҫлөк кәрәкме, мә улайһа, – тип һорау алған кеше Гөлсөмдөң яңағына килтереп һуға. Күҙҙәренә уттар күренгән ҡатын ултырғыстан йығылып барып төшкәс, теге кеше өҫтәп типкеләй башлай. Шунда ишек асылып китмәһә,  нимә булып бөтөр ине икән...
Ул ир ниңә шул тиклем ҡаныҡҡандыр инде. Хужалар алдында үҙен күрһәткеһе килгәндер инде. Ысынлап та  тырышлығы бушҡа китмәй. Ауырлы әсәне иркенән мәхрүм итәләр. Ундағы кәмһетеүҙәрҙән, өйҙә ҡалған балаларын йәлләүҙән Гөлсөмдөң  йөрәге әрней. Етмәһә, үлтереп эсе ауырта.  Ирханы ҙур инде хәҙер, Тәнзиләһе лә ҡул араһына ингән дә бит. Тик нисек кенә булмаһын, әсәйһеҙ ҡыйын инде балаҡайҙарына. Атайҙары йомшағыраҡ булһа, ул тиклем ҡайғырмаҫ та ине. Бигерәк ҡаты күңелле шул. 
 Искәндәр ваҡытынан алда, ете айлыҡ булып, донъяға килә. Ярай әле әсәһенә  имеҙергә рөхсәт бирәләр. Бәләкәй генә ошо бәхетенән айырмаһындар инде, исмаһам.  Ҡайтыу тураһында хәҙер уйларға ла түгел. Колхоз мөлкәтен урлағандарға  статья ҡаты . Ун йыл бирәләр.  Йылын түгел, көнөн үткәреүҙәре ҡот осмалы бит бында.  Юҡ өсөн бит әле. Ҡалайтып сыҙамаҡ кәрәк? Сабыйы хаҡына берәй яйы килеп сыҡһын ине лә бит...
Хоҙайҙан ялбарып һорауҙары бушҡа китмәй әсәнең.  Ике йылдан ашыу ултырғас, 1953 йылғы амнистияға эләгә. Бәләкәсе менән бергә Гөлсөм апай  иреккә сыға. 
Бер бәхетең булмаһа, булмай икән ул. Өйөнә ашҡынып ҡайтһа ла,  ире бик һалҡын ҡаршылай уларҙы. Төрмәлә ултырған ҡатындың ире...  Уға был исемде ғүмере буйы күтәреп йөрөргә.  Етмәһә, балаһы ни аллаға, ни муллаға тигәндәй. Кеше күҙенә күренеүе оят. Бәләкәс улын ана шулай тәү күреүҙән  ҡабул итә алмай атаһы. Үҫә килә уның теле оҙаҡ асылмайынса, физик яҡтан да насар үҫешкәнен күреп, янъял ҡуптарыуҙан бушамай. Сабый ғына көйөнсә шундай ауырлыҡтарға дусар булған балаһын берәү булһа йәлләр ине, ә ул юҡҡа ғына ҡысҡырып, баланың ҡотон алып бөтә, ҡул көсө ҡулланырға ла күп һорап тормай. Әсәһе хәленән килгәнсә яҡлаша ла бит, ир кешегә ҡаршы тороп буламы ни? Етмәһә ауыл араһына сығырлыҡ түгел.  Бөтәһе лә уға бармаҡ менән төртөп күрһәткән кеүек.  Шулай этелә-төртөлә көн күрә улар. 
Төрмәлә һаулығы ныҡ ҡаҡшаған Гөлсөм апайҙың хәле лә бик шәптән булмай.  Төндәр буйы йоҡламай ултырған саҡтары була. Йүтәле ҡаты. Дауаханаға барып ҡарағайны ла, рәтле генә бер нәмә әйтә алмай ҡайтарып ебәрҙеләр. Өфөлә дауалайҙарҙыр ҙа инде, тик унда кем йөрөтһөн? Искәндәрен дә  ҡалдырып китә алмаясаҡ. Бер-бер хәл булғансы,  нығынып ҡына өлгөрһөн  инде балаҡайы.  Бигерәк үҙенә генә өйрәнгән.  
Сир үҙенекен итә. Уға ҡаршы торорлоҡ сара юҡ.  Гөлсөм апайҙың хәле көндән-көн насарлана.  Хәҙер бер ҡайҙа сығып та йөрөмәй, ятып ҡына тора. Уңайы сыҡҡан һайын Искәндәрен саҡырып башынан һыйпап, күкрәгенә ҡыҫып ярата. Инде ун өсө менән барһа ла тегеһе  рәхәтләнеп иркәләнә. 
«Эй балаҡайым...  Ҡыйын булыр инде һиңә. Былай иркәләү түгел, яҡшы һүҙ әйтеүсе лә табылмаҫ инде. Бөтә өмөтө улы менән киленендә. Ташламаҫтар, үҙҙәре менән һөйләшеп  ҡуйған. Килене лә һәйбәт кеше».   
...Ул көндө ни өсөндөр Искәндәрҙе өйгә индермәнеләр. Йоҡларға ла ағаларында ҡалды.  Ә иртәгәһенё ишек алдарына күп итеп кеше йыйылғайны. Күңеле нимәлер һиҙеп, малай йүгереп ҡайтып, тиҙерәк өйгә инде. Был юлы уны туҡтатыусы булманы.  Өй эсе туп-тулы ҡатын-ҡыҙ. Искәндәр бер нәмә аңламайынса тиҙерәк әсәһе  янына ашыҡты. Ә ул йоҡлай. Һаман уянмаған? Хатта Искәндәрҙең ингәнен дә ишетмәне. Был ваҡытҡа тиклем йоҡлап ятмай торғайны ла баһа. Малай аптырап ҡарап торҙо ла, ҡурҡытып ҡуймайым, тигән һымаҡ, ипләп кенә  уның күкрәгенә барып һарылды.  Ғәҙәттәгесә иркәләнгеһе килде. Хәҙер ҡәҙерлеһе үҙенең йылы, йомшаҡ ҡулдары менән уның башынан һыйпар.  Иркәләп әллә күпме матур һүҙ әйтер, үҙен маҡтап алыр. 
Юҡ, һыйпаманы әсәһе, күкрәгенә ҡыҫып яратманы ла. Ә үҙенең тәне  ни өсөндөр һалҡын, бер ниндәй йылылыҡ килмәй.  Бәй, әсәһе  өшөгән дә инде. Шуны ла аңламай торасы. Бынау апайҙар нимә ҡарап тора икән, мейескә ут яҡмайынса? Хәҙер, хәҙер әсәй.  Искәндәр һикереп торҙо ла шәп-шәп итеп усын-усына ышҡый башланы.  Шунан әсәһенең ҡулдарын  үҙенең йылынған усына алырға тырышты. Тик улар шул тиклем ауырҙар, көс еткеһеҙ.  Малай бер нәмә лә аңлай алманы. Күҙҙәрен мөлдөрәтеп апайҙарға ҡараны. 
–Уй Аллам, балаҡайым, нишләрһең инде, – тип берәүһе түҙмәне, ҡысҡырып илап ебәрҙе. Мыш-мыш килеп уға башҡалар ҡушылды. 
Нисек итеп аңлатырға инде сабыйға? Быға береһенең дә батырлығы етмәне.  
–Хушлаш әсәйең менән, улым, – тине шул саҡ берәүһе. 
–Ә ул ҡ-ҡ-ҡайҙа китә һуң?
–    Алыҫҡа, улым, – тине атаһы бер ваҡытта булмағанса йомшаҡлыҡ менән. 
–    Мин дә уның менән б-б-барһам буламы?
–    Юҡ, – тине атаһы, был юлы ҡоро ғына (сабырлығы оҙаҡҡа етмәне, ахырыһы). – Бар, урамға сығып тор, йәме. 
Искәндәр  бите ҡара янған ағаһы янына барып баҫты.  Ирхан уның яурынынан ҡосаҡлап алды. Йыуатып нимәлер әйткеһе килде, тик бер  йүнле генә һүҙ  күңеленә килмәне.  Ағаһының бындай сағын бер ҙә күргәне юҡ ине уның. Еңгәһе менән Тәнзилә апаһы ла илап, шешенеп бөткән.  Искәндәр  күңеле менән ниндәйҙер ҡот осҡос бер нәмә булғанын һиҙә, тик аҙаҡҡа тиклем аңлап ҡына бөтә алмай.  Йөрәккенәһе сығырҙай булып дарҫлап тибә. Бына-бына нимәлер булыр һымаҡ. 
Табут күтәргән кешеләр өйҙән сыҡҡас ҡына малай ағаһына көйҙөрөп ҡарап алды.  Әсәһе үлгән бит. Ниңә уға бер кем дә был турала әйтмәне? Алға ынтылды, тик Ирхан  уның ҡулдарынан эләктереп алды.  Малай быуынһыҙ булып ергә сүгәләне. Тороп баҫып, алға ынтылды, тик аяҡ быуындары тотманы. Туғанын йәлләүҙән ҡайнар күҙ йәштәре атылып сыҡҡан Ирхан уны күтәреп алды. Ҡустыһы бер аҙ тынысланғандай итте, ләкин күп тә үтмәне йәнә сәбәләнә башланы. 
–    Ебәр, тип бәләкәй ҡулдары менән ағаһының көслө беләген төйҙө. Шунан бөтә көсөнә тартылып ысҡынып китте лә урамға сығып йүгерҙе.  Әсәһен ҡыуып етеп йән асыуы менән: “Мине ташлап ҡайҙа китәһең? Һинән башҡа  нимә эшләрмен? Мине лә ал үҙең менән. Зинһар, өсөн, ҡалдырма!” – тип ҡысҡырып илап ебәрҙе.  
Уны берәү ҙә тотоп тыя алманы. Шул көйөнсә, ялан аяҡ  әсәһе артынан йүгерҙе лә йүгерҙе.  Зыяратҡа етәрәк кенә ағаһы туҡтатты.
–Искәндәр, туғанҡайым һиңә артабан барырға ярамай. Хәҙер бергәләп беҙгә ҡайтырбыҙ, йәме. 
–М-м-мин был юлды беләм. Әс-әсәйем  бер ваҡытта ла ҡайтмаясаҡ.  М-минең дә үлгем килә.Унан башҡа минең йәш-йәшәгем килмәй. Ул, ул ... – тағы ла нимәлер әйтергә теләгәйне лә,  Искәндәр быуынһыҙ булып, ергә ҡоланы. Малай аңын юғалтҡайны.  Халыҡ ҡысҡырыша башланы. Шунда  кемдер берәү уны  машинаһына һалып, медпунктҡа  алып китте.  Фельдшер укол эшләп, нашатыр еҫкәткәс, иҫенә килде. Күҙҙәрен асҡас та ян-яғына ҡарап, кемделер эҙләгәндәй итте. Йыш-йыш тын алып, йөрәге атылырҙай булып типте. Ике сикәһе буйлап  ҡайнар йәштәре тәгәрәне. Был Искәндәр өсөн мәңгегә иң ҡайғылы көн булып хәтерендә ҡаласаҡ. 
Ә бөгөн уға 70 йәш. Ошо ғүмере эсендә  күпте күрергә тура килде уға, юлында төрлө кеше осраны. Яҡшыраҡтары күберәктер, моғайын. Ана, Зәйтүнә Рәшит ҡыҙын ғына ал, мәңге рәхмәтле уға Искәндәр. Ағаһы менән еңгәһе, туғандары. Улай ғына түгел, бөтә ауыл халҡы.  Булат менән Рәүфә... Хоҙай Тәғәлә үҙҙәрен бәлә-ҡазанан һаҡлаһын.  
Ял көнө иртәнсәктән алып Зәйтүнә Рәшит ҡыҙы плитә янынан китмәне.  Балалары  ҡайта бит бөгөн. Әсәйҙәре ана нисек әҙерләнә. Уларҙы Искәндәр ҙә көтөп ала.  
Кискә матур табын өҫтәле янына йыйылдылар. Зәйтүнә Рәшит ҡыҙы бөгөнгө тантананың сәбәбен әйткәс, Искәндәр бер аҙ уңайһыҙланғандай итте. Көн буйына хужабикә уның  тыуған көнө хөрмәтенә шулай әҙерләнгән икән дәһә! 
Бик күп йылы һүҙ әйтте хужабикә, бүләген биреп, матур теләктәрен еткерҙе. Рәүфә ире менән бергә сығып, иңенә өр яңы костюмды һалғас, юбилярҙың башы  әйләнеп киткәндәй булды. Эй, Хоҙайым,  йырҙа әйтмешләй, ауырлыҡҡа түҙәһең,  бына шатлыҡҡа сыҙап ҡара икән ул. 
Булаттар мальберт һәм һүрәт төшөрөү өсөн башҡа кәрәк-яраҡтар тотторғас, юбиляр башта аптырабыраҡ ҡалды. Нимә икәнен аңламайыраҡ торҙо, ахырыһы.  
–Бына, Искәндәр ағай, ҡағыҙҙы тубығыңа һалып һүрәт төшөрә лә ултыра торғайның, хәҙер – рәхим ит. Бөтә шарт булдырылды, рәхәтләнеп төшөр һүрәттәреңде.  Күңеле матур кеше генә матурлыҡҡа ынтыла ул.  Искәндәр ағайҙың ниндәй кеше икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы белә, шулай бит? Шәп кеше ул. Ниндәй генә ауырлыҡҡа дусар булһа ла һынмаған, бирешмәгән, иң мөһиме – күңеле ҡатмаған, кешеләргә ҡарата ышанысы юғалмаған. Рәхмәт, Искәндәр ағай.Ҡотлайбыҙ, ысын күңелдән. 
 Был тиклемен көтмәгәйне Искәндәр. Күңеле тулған ир яйлап ҡына аяҡ өҫтө тороп баҫты.
–Мин м-м-матур һөйләй белмәйем. Зәй-Зәйтүнә Рәшит ҡыҙы, балалар, ошолайтып ҙурлағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Мин б-б-әхетле кеше, тормошомдоң һеҙ-һеҙ-ҙең кеүек яҡшы кешеләр менән йәнәшә барыуына шатмын. Р-р-р-әхмәт барыһы өсөн дә! 
–Үҙеңә рәхмәт, Искәндәр.
Шул саҡ ишектә ҡыңғырау шылтыраны. Зәйтүнә йылмайып ҡуйҙы. Килделәр, тине лә ишеккә табан йүнәлде. Уның менән бергә күтәренеп, Ирхан ағаһы менән еңгәһе килеп инде. Зәйтүнә Рәшит ҡыҙы Искәндәргә әйтмәйенсә генә уларҙы ла саҡырған икән. Байрам тағы ла йәмләнеп китте.  Тегеләр өҫтәлгә ауылдан килтергән күстәнәстәрен теҙҙе. Ирхан ағаһы ҡалай матур итеп ҡотланы. Еңгәһе һәр ваҡыттағыса илауҙан артыҡ  китә алманы. Шулай ҙа ҡәйнеше менән ғорурланыуы тураһында әйтте. Шәп әйтте. 
–Искәндәр ағай, әйҙә, костюмыңды кейеп ҡара әле, – тине шул саҡ Рәүфә.
–Х-хәҙер. 
Оҙаҡламай ап-аҡ күлдәк, ҡуйы күк төҫтәге костюм кейеп килеп сыҡҡас,  барыһы ла “аһ” итте.
–У-уй, үлсәп теккән кеүек. Үҙенә килешеүен әйт әле. Әҙәм күрке – сепрәк, ағас күрке – япраҡ, ¬– тип тиккә генә әйтәләрме ни? 
Тыуған көн иҫ китмәле матур үтте.   Байрам тантанаһынан барыһы ла  шат, ҡәнәғәт ҡалғайны. Искәндәр тағы ла бер көҙгө алдында әйләнеп алды. Унан өҫтөн алыштырып, костюмын  ҡәҙерләп кенә элеп ҡуйҙы. Бигерәк килешә икән дәһә үҙенә. 
Ҡатын-ҡыҙ һауыт-һаба йыуырға тотонғас, бер аҙ хәл алайым әле, тип  Зәйтүнә Рәшит ҡыҙы үҙенең бүлмәһенә инде.  Көн буйы аяҡ өҫтө йөрөп, арып та кителгән икән. Диванға һөйәлеп ултырғас, рәхәт булып ҡалды.  Йәш кеше түгел шул хәҙер. 
Һуңғы ваҡытта бер йүнле генә хәбәр ишетелмәһә лә телевизор ҡабыҙҙы. Рим клубы тураһында һөйләйҙәр. Бөтә кешелек донъяһы хаҡында һүҙ бара. Был клуб ағзалары фекеренсә, әҙәм балаһы бәхетле йәшәһен өсөн уларҙың һанын кәметергә кәрәк. Ер шарында “алтын  миллиард” ҡалырға тейеш, ә башҡалар... Эй юҡты һөйләп баш ҡатыралар ҙа инде. Кеше яҙмышын хәл итергә уларҙың ни хаҡы бар? 
       Зәйтүнә Рәшит ҡыҙы йәне көйөп, телевизорын һүндерҙе лә тәҙрә янына килеп баҫты.  Ҡараңғы төшә башлаған икән. Искәндәр малдарҙың ашарына һалып йөрөй.  Ул да олоғайҙы, әле генә типһә тимер өҙөрлөк ир ине. Ваҡыт тигәнең бер кемде лә аямай шул.  Күпме ауырлыҡтарҙы, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы уның менән бергә кисерергә тура килде. Ваҡытында уға ҡарата әҙәмсә мөғәләмә итеүенә бөгөн үҙе лә ҡыуанып бөтә алмай. Ҡысҡырып өндәшкәне лә булманы. Аллаға шөкөр, был йәһәттән намыҫы таҙа. 
       Йәшәһен генә инде ағаһы, ҡартлығы бәхетле булһын. Ә ниндәйҙер, алтын миллиард, хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Барыһы ла Хоҙай Тәғәлә ҡулында.


Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
 
  

 

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас в