Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
23 Июнь 2022, 07:00

Бәхетле булыр өсөн сәбәптәр етерлек!

– Һаумыһығыҙ! 


Уйға батып, скверҙа эскәмйәлә ултыра инем, алдыма килеп баҫҡан ҡатындың шым ғына өндәшеүенән ҡапыл тертләнем. Оҙон итәк, оҙон еңле кофта кейгән, тыйнаҡ ҡына йылмайған ханым таныш кеүек тойолдо. Ҡайҙа күрҙем, ҡайҙан беләм һуң был ҡатынды, тип йәһәт кенә бөтә таныштарҙы ла барлай һалып, саҡ-соҡ исемен иҫләнем: 
– Розалия*, һинме ни был?!
Розалия киң йылмайҙы:
– Эйе, мин! Таныйһығыҙ икән!
Танымай әллә, был Розалия бик ҡыҙыҡ яҙмышлы ҡатын ул. Уның һөйләгәндәрен китап итеп яҙырлыҡ. Шул турала әле иҫенә төшөргәс, ул, яҙығыҙ, әйҙә, тип фатихаһын бирҙе: 
– Бер ҡыҙыҡ булһын: үҙем турала гәзиттә уҡырмын, исмаһам! 
– “Иртә уңмаған төш уңмай” тип әйтергә яратҡанығыҙҙы иҫләйем, Розалия.
– Шуны ла иҫләйһегеҙме?! – Розалия көлдө. 
– Эйе, ауыҙыңда көмөш ҡалаҡ менән тыумағас, тормоштан ни яҡшылыҡ көтөргә, тип әйтергә хоҡуғым бар, тигәйнегеҙ.
– Ысын шулай, яҙмыш миңә гел дә арты менән торҙо. Беренсенән, мин атайһыҙ үҫтем, – ул бармағын бөкләне. – Икенсенән, юғары белем ала алманым, өсөнсөнән, бала табыуҙан мәхрүммен... Уй, һанай китһәң, гел кирегә китеп тик торҙо тормош... Үҙ атайымды белмәйем дә, үгәй атай – иҫәпкә бар, һанға юҡ. Ул мине былай ҡаҡманы ла, һуҡманы ла, әммә яҡшы һүҙ әйткәне лә булманы. Мыжыҡ холоҡло, ваҡсыл. Әсәй, үгәй атайға ярарға тырышып (уның өйөндә йәшәнек бит), уртаҡ балаларын яҡшы ҡараны, мине иһә, бушлай хеҙмәтсене, нимә булһа ла, ҡайыш менән яра ине. 
Хәтерем яҡшы булғас, мәктәптә һәйбәт уҡыным. Туғыҙынсы синыфта бер йәшкә өлкән Русланға ғашиҡ булып, үҙем өсөн ҡурҡыныс хәлгә тарыным. Сентябрь аҙағы ине, синыфташтарым Ира менән Рәмзиә, Русланға иҫем китеп йөрөгәнде белеп, уның исеменән записка килтереп тотторҙо. Хәйләкәр йылмайған Ира менән Рәмзиәнең йөҙ-ҡыланыштарынан боҙоҡлоҡ ҡылырға ниәтләгәндәрен тойҙом, тик: “Һин миңә оҡшайһың, Розалия, йома көндө һине кисәлә көтәм, бергә бейербеҙ, килерһең бит?” – тигән юл­дарҙы уҡығас, ғашиҡ йөрәгем дарҫлап тибергә булды ла китте. Икенсе көндө Иралар миңә тағы, йәнәһе лә, Русландан  записка бирҙе. “Нишләп яуап яҙмайһың?! Мин һиңә оҡшамайыммы әллә? Ә мин һиңә ғашиҡ... Яуап көтәм!” – үҙемә ҡалһа, почерк малайҙарҙыҡы, әллә, ысынлап, Русланданмы икән, тип уйҙарға ҡалып, ҡыҫҡа ғына яуап яҙҙым: “Ярай!” Запискамды Ираға биргәс, ул, оҙон тәнәфестә Русланға тапшырырмын, тине. Оҙон тәнәфестә Русланға ҡарайым, ул минең яҡҡа күҙ ҙә һалмай, Лилиә исемле синыфташы менән сөкөрләшә. Ҡыҙҙар мине алдаған, тип бошонам. Бер аҙҙан Ира менән Рәмзиә тағы бер записка килтерҙе: “Нимә “ярай”? Һин мине яратаһыңмы, шуны яҙ!” Аҡылым менән аңлайым, был запискаларҙың нимәһелер дөрөҫ булмағанын, әммә яуап яҙҙым: “Йома кисәгә киләм! Һине яратам, Руслан!” Һуң, артыҡ бер ни ҙә яҙмағанмын бит инде, ә Ира менән Рәмзиә шул запискамды бөтә синыфҡа ҡысҡырып уҡып, минән көлдө: “Розалия Русланға ғашиҡ! Руслан ике ятып, һине бер төшөнә индермәй, хәстрүш! Лилиәһе бар уның, ә һинең уға кәрәгең – бер тин!” Русландың исеменән записканы Рәмзиә һул ҡулы менән яҙған, шуға яҙыуын танымағанмын, мин – иҫәр... Запискамды Иралар Лилиәгә күрһәткән. Һәм шул уҡ көндө дәрестәрҙән һуң Лилиә үҙенең ике әхирәте менән миңә “разборка” ойошторҙо: туҡмап тубыҡландырып, аяҡ кейемен үбергә мәжбүр итеп, хатым өсөн ғәфү үтендерҙеләр, Русланға элмәндәмәҫкә һүҙ бирҙерттеләр. Ира менән Рәмзиә шуны ҡыҙыҡ күреп, ситтән көлөп ҡарап торҙо... Ғәрлектән, намыҫым килеүҙән, ҡайтып аҫылынырға иттем. Бар донъя минән артын асып көлгән кеүек ине. Хурлыҡҡа ҡалғандан һуң артабан нисек йәшәремде күҙ алдына ла килтерә алманым. Барыбер бер кемгә лә кәрәгем юҡ, тип арҡан алып, һарайға индем. Үҙемдең бәхетһеҙ булыуыма әрнеп,  күҙ йәшем йылға булып аға – тауыш-тынһыҙ илайым. Томан эсендә һымаҡмын инде. Баш тубалдай. Ҡапыл мине сикһеҙ яңғыҙлыҡ тойғоһо ялмап алды. Бөтә тәнем дерелдәргә тотондо. Күкрәк тирәһе ныҡ итеп ауыртты. Арҡандан элмәк эшләйем тигәйнем, аяҡ-ҡулым тыңламаны ла ҡуйҙы! Тыным быуылды, күҙ алды ҡараңғыланды. Тын ала алмай, аҫылынмаҫ борон үлеп барған кеүек инем. Хәтәр ныҡ ҡурҡтым да, бар көсөмә аҡырҙым. Күрше әбей ҡысҡырғанымды ишетеп, минекеләргә инеп әйткән, әсәй йүгереп килеп, һарай ишеген асып ебәрҙе. Шул мәлдәге ҡарашын һис ҡасан онотмайым... Минең өсөн әсәйемдең ҡото осҡайны... Күрше әбейҙе контораға йүгертеп, “Тиҙ ярҙам” саҡыртты ул. “Нимә етмәй һиңә, ашарыңа бар, эсереңә бар, йәшәргә урының бар, нимә етмәй һиңә, ахмаҡ бала?!” – тип илай-илай бысраған өҫтөмдө алмаш­тырҙы, битемде, ҡулдарымды һыулы таҫтамал менән һөрттө. Мине ҡыҙҙарҙың мәсхәрәләүен һөйләмәнем. Һөйләһәм, мәсхәрәгә ҡалыу тойғоһо ҙурайыр кеүек ине. Хәйер, әсәйем мине яҡлашып йөрөмәҫ тә ине, ул талашып, даулашып йөрөй торған кеше түгел. Атай-әсәйемдең яҡлауын тойоп үҫкән бала булһам, мәктәптә ундай хәлгә ҡалмаҫ та инем. Яҡлаусым булмағанлыҡтан да мине кәмһеттеләр. Дауаханала ятҡанда, табип минең ҙур стресс арҡаһында паника атакаһы кисереүемде аңлатты. Бының тағы ла ҡабатланыуы мөмкин, уға юл ҡуймаҫ өсөн, көсөргәнеш тойоу менән эргә-тирәләге әйберҙәрҙе яйлап һанарға кәрәк, тип өйрәтте: “Бына әлеге мәлдә мин диванда ултырам, ҡаршымда – өҫтәл, өҫтәлдә – китаптар, ручкалар...”  
Мәктәпте тамамлағансы үҙемде каторгала кеүек тойҙом. Барыһы ла минән асыҡтан-асыҡ йәки аҫтыртын көлгән һымаҡ. Ғәләмәт ауыр булды. Мине ерле-юҡтан кәмһеткән ҡыҙҙарҙың бишеһенә лә рәнйеп, иланым ғына. Ҡай береһенә күҙ йәшем төштө, буғай: Лилиә йәшләй үлде, Ираның ике балаһы ла ауырыу. Үсәп әйтмәйем, былай ғына әйтәм... 
Мәктәптән һуң институтҡа имтихандар тапшырҙым. Минең хәтерем яҡшы, тип әйткәйнем бит, фотографик хәтер, шуға имтихандарҙың ауырлығын тойманым. Һуңғы имтиханды тапшырғас та, һөҙөмтәләрҙе белмәйенсә, ауылға ҡайтырға тура килде: әсәй дауаханаға эләкте, мин донъя көтөп ҡалдым. Уҡырға ингәнмендер, тип ышандым. Тик саҡырыу, ана килер, бына килер, тип күпме көтһәм дә, килмәне. Көҙгөһөн күрше участка дауаханаһына санитарка булып эшкә сығырға тура килде. Әйткәндәй,  документтарым һаманғаса шул институтта ята. Барып алырға тәүҙә юлға аҡса булманы, һуңынан ҡул һелтәнем, барыбер кәрәге юҡ, тип. 
Алты-ете йыл үткәс, дауаханала почтальон апай ятҡайны, шул мине шаҡ ҡатырҙы: баҡтиһәң, саҡырыу килгән булған, бер түрәнең ҡатыны, минең синыфташтың әсәһе Рәйсә апай, үҙем алып барып бирермен, тип хатты алып сыҡҡан. Шул турала әсәйемә әйтеп, әллә һин миңә саҡырыуҙы бирмәй, йәшер­ҙеңме, тип һорағас, һиңмайланып бара­һыңмы, Рәйсәнең духын да күргән юҡ, тине: “Үҙ баламдың юлына үҙем арҡыры төшмәҫ инем”. Почтальон апай кеше­ләрҙән төбәшеп-белешеп, аҙаҡ миңә шуны еткерҙе: Рәйсә апай, үҙенең улы институтҡа инә алмағас, ябай колхозсының балаһы юғары белем алып, әллә кем булып йөрөмәһен әле, тип саҡырыуҙы йыртып ырғытҡан... Тап саҡырыу килгән көндө Рәйсә апайҙың почтала тороуы, миңә тәғәйенләнгән хатты ҡулына эләктереүе, асып уҡыуы – әлеге лә баяғы уңышһыҙ булыуым ғәләмәте... 
Дауаханала эшләгәндә һөйкөмлө хирург егеткә ғашиҡ булып, алйып йөрөгәйнем, ул миңә, санитаркаға, ҡарай торғаны бармы?! Яуапһыҙ һөйөү уттарында яныу бигерәк ауыр ул. Бергә эшләгән ҡатын: “Һәр кем үҙ ишен, уҡыған  уҡығанды эҙләй. Беҙҙең кимәл – сантехниктар, электриктар, гаражда эшләгән ир-ат”, – тип әйткәйне, ысын шулай булып сыҡты – водителгә кейәүгә барҙым. Йәш сағым үтеп бара, кем булһа ла ярай, тип яратмай ғына йәшәй башлағайным, һуғышҡас, айырылыштым. Ҡулын уйнатмаһа, күнеп йәшәп тик ятыр инем. Минең әсәй ҙә тәүге иренән, атайымдан, шул сәбәпле айырылышҡан, һуғышыуына бер көн дә түҙеп тормаған, ә ваҡсыл, мыжыҡ иргә ғүмер буйы түҙеп йәшәй. Мыжыҡ ир менән йәшәүе еңел түгел, гел дә уның ыңғайына һыпырып торорға кәрәк. Шунда ла ярап булмай әле ул. Әсәйем шулай бер көн үгәйҙең мыжыуына сабырлығы һынып, майлы-һуғанлы макаронды табағы менән уның башына ҡаплаған. “Минән ҡурҡты шикелле, бер аҙ   ҡолағым тынып ҡалды”, – тип көлә әсәйем.
Ә мин яңыраҡ тол ир менән яҙмышымды бәйләнем. Торлаҡ мәсьәләһе ҡырҡыу торғас, аптырағандың көнөнән барғайным, һәләк арыу ғына күренә, балалары ла ипле, апай ҙа апай тип торалар. Аҙаҡ нисек булыр, күҙ күрер.
– Үҙеңде яҡшыға көйлә, Розалия. Яҡшылыҡты күрергә теләһәң, шул алдыңа сыға торор. 
– Әллә инде... Бәхетле булып тыумағас ни...
– Һин тағы ла шул бер үк йырыңды йырлайһың, көйөңдө үҙгәрт, Розалия. Бәхетлеһең һин! Аяҡ-ҡулың, башың эшләй, һаулығың да ныҡ ҡына, әсәйең иҫән-һау, йәшәргә, ана, урының да бар, яңғыҙ ҙа түгелһең – үҙеңә иш тапҡанһың, хатта һиңә әҙер, өлкән балалар бүләк ителгән!
– Ысын шулай, уныһын уйламайым да әле ул мин! – Розалия көлөп ебәрҙе. – Беҙгә һәр саҡ нимәлер етмәй, шөкөр итә, булғандың ҡәҙерен белмәй китәбеҙ шул.
– Ҡуй инде, – тип йылмайҙым. – Ә бәхетле булыр өсөн сәбәптәр туп-тулы, етерлек!


Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
*  Бөтә исем дә үҙгәртеп алынды. 

Авторҙар:AdminQ AdminБаныу Ҡаһарманова
Читайте нас: