Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
22 Июнь , 07:00

«Юлдаш» радиоһы фондында һаҡлана

Үтеп киткән дәүер бөгөн йәшәгәндәр менән һөйләшә, үҙ серен аса аламы? Әлбиттә. Баш­ҡортостан радиоһынан «Юлдаш» радиоһына мираҫ булып күскән бай фонд үткән быуаттың тауышын да, һулышын да, рухын да үҙендә һаҡлай. Беҙ бөгөн Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тормош юлына бәйле ҡайһы бер яҙмаларға туҡталмаҡсыбыҙ, сөнки улар бик ҡыҙыҡ, фәһемле һәм күптәр өсөн билдәһеҙ ҙә. 

Өфөлә “Шәреҡ” типографияһы корректоры Ибраһим Мәжитов Мәжит Ғафуриҙың байтаҡ китабын сығарыша.  Уның 1918 йылда Өфөлә чехословактар корпусы баш күтәргән мәлде хәтергә алған яҙмаһы һаҡлана: “М. Ғафуриҙы эҙләйҙәр тигән хәбәр килгәс, шағирҙы Һибәт Ҡоҙаяров тигән кешенең фатирына ебәрәләр. Ә баҫылып ятҡан “Ҡыҙыл байраҡ” китабын “Шәреҡ” подвалына төшөрөп, сүп-сар араһына йәшерәләр. “Чехтар ваҡытында  Өфөгә татар буржуазия­һы яҙыусыларынан Ғаяз Исхаҡи килде, ул хәҙерге универмаг – элекке Кәримовтарҙың магазины өҫтөндә: “Был власҡа ярҙам итегеҙ”,– тип лекция уҡырға тейеш ине. Эшселәр менән бер рәттә ултырған Мәжит Ғафури һикереп торҙо ла: “Ғаяз, етер, күп лығырҙаның, барыбер һинең лығырҙауыңдан бер эш сыҡмаҫ. Ағым һыуҙы һин генә быуып туҡтата алмаҫһың, Чистай провокаторы”,– тине. Шунан: 
Айҡай-сайҡай керҙәр йыуа
Баҫма өҫтөндә Сабира.
Сабираһы Сабира,
Әйҙә, Ғаяз, лығырҙа, – тип ҡыс­ҡы­рып йырлап ебәрҙе. Эшселәр Ғафуриҙы ҡамап-һаҡлап алып сығып киттеләр..”
Яҙыусы Ғариф Ғүмәр шағир эшмәкәрлеге тураһында шулай тип телгә ала: “Ул саҡтарҙа (20-се йылдар) субботниктар йыш була торғайны, беҙ, гәзит-журналда эшләүселәр, утын-бүрәнә бушатырға йөрөй торғайныҡ. Ғафури беҙҙең менән бер ҡатар тороп эшләй ине. Станцияла бер мәлдә ямғыр йонсотто, кейем лыс һыу булды, өшөнөк. “Утын бушатабыҙ бит, ҡайғырма, йылынырбыҙ”,  – тип йыуатты Мәжит ағай, мыйығын һыпыра-һыпыра. Оло йәштә икәнен, аяғы ғәриплеген иҫкә алып, өмә булғанын ике тапҡыр уға әйтмәнем. Өсөнсө тапҡыр сыҙаманы, үпкә белдерҙе,  һәр бер эшкә әҙер торғанын ныҡ итеп әйтте. Шуға уны бүтән бер тапҡыр ҙа ҡалдырманыҡ. Ә иң яратҡан баҫмаһы “Беднота” гәзите булды. Күп мәҡәләләрҙе шунан тәржемә итте. М. Ғафури аҡыл,  ҡул, ҡәләм көсөн аямай туған халҡына бирҙе”.
Халыҡ шағирын һағынып һөйләгән замандаштары күптән донъяла юҡ, ә тауыштары һаҡлана һәм  шаһитлыҡ итә, улар һөйләгән ваҡиғалар бөгөнгөләй асыҡ күҙ алдынан үтә. «Юлдаш» радиоһы фондында тарих йылъяҙмаһы бихисап. Әле беҙ уның бер битен генә асып күрһәттек. Шанлы осорҙар, ваҡиғалар, шул ваҡиғалар эсендә ҡайнап йәшәгән шәхестәр, улар ҡалдырған рухи ҡаҙаныштар тураһында артабан да бәйән итербеҙ. 
                                                                                 

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас в