Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
22 Июнь , 07:00

Бәхетһеҙлек эсеүҙән башлана

Кеше яҙмыштары бик күп төрлө... Борма-борма юлдарҙа боролоштар яһап, һикәлтәле-һикәлтәле урындарҙа һикергеләп китеп кенә яҙылып тора.
Ҡалай итмәк кәрәк? Һәр кем  үҙенә тәғәйенләп яҙып ҡуйылған, инселәнгән тәҡдирен башынан кисереп йәшәйҙер инде.
Бына мин дә алтын йәшемде аша атлап, инде алтынсы  тиҫтәне ваҡлай башлаған ҡатынмын. Үткәндәремә әйләнеп ҡарап бағам да, бер генә ҡайтыш ерен дә тапмайымсы.
Ә бит яҙмыш мине лә бик иркәләп шаштырманы, гелән шыйыҡ ҡамсыһын баш осомда һелкеп кенә торҙо.
Атайлы-әсәйле генә булып үҫеп, 22 йәшемә етеп, кейәүгә сыҡтым. Бер ҡыҙ балаға әсәй булдым. Була­саҡ ирем менән бер ҡалаға ҡунаҡ­ҡа барғанда таныштыҡ. Күрҙе лә сат йәбеште. Ике ай аралашҡан­дан һуң, ауылыма ҡайтҡанымда миңә эйәрҙе лә килде.
Егет эйәртеп ҡайтҡан ҡыҙҙарын атай менән әсәй әҙәп һаҡлап, ҡайтып төшкәндең иртәгәһенә үк, мулла  алып килеп, никах уҡытып ҡушып та ҡуйҙы.  Беҙҙән һорап та торманылар, тиһәм дә була. Исем сығарып ҡуймаһын, тип борсолғандар инде. Март айында геүләтеп туй яһаныҡ, йәшәп алып киттек. Тик әсәй генәм ҡыҫҡа ғүмерле булды.
Өс йәшлек ҡыҙымды ҡосаҡлап, үҙемә 25 йәш, уға 45 булғанда етемлек ғазаптары арыҡ ҡына, сынығыу ҙа алмаған иңдәремә ауыр йөк, оло ҡайғы булып баҫып ятты ла, аяҡтарыма ҡара томандай ураланып, быуынһыҙ итте лә ҡуйҙы.
Шунан башланды ла инде ҡара көндәр. Әсәй менән түңәрәк донъяның ҡото ла китте, тип уйланым гелән.
Юҡ, ирем насар кеше булманы. Эшһеҙ ҡалғас, тегендә-бында көнлөксө булып йөрөп, боҙолоп китте, тамам юлдан яҙып, эскегә әүәҫләнде. Тапҡан-таянғанын араҡыға тыҡты, өйҙә булған арыу әйберҙәрҙе һатып эсеүгә күсте. Хатта кейемен хәмергә алмаштыра башланы.
Мәктәптә эшләгәс,  хеҙмәттәш­тәрем алдында эй ғәрләнә инем. Үҙең арыу кешеләр рәтендә йөрөһәң дә, иреңдең ундай насар ғәҙәтле  булыуы зерә лә абруйҙы төшөрә бит ул. Алһыҙ-ялһыҙ эсте, 9 көндөң 8-е иҫерек  тип уйлай инем гел уның хаҡында.
Ҡулынан бөтә эш килә ине үҙенең. Бәләкәсерәк кенә булһа ла, үҙ көсөбөҙ менән өй ҙә һалып индек. Атайлыҡ хисенә һоҡланыр­лыҡ ине уның. Бер  бөртөк бала­ҡайыбыҙға ҡарата шул тиклем илгәҙәк ине, ҡыҙыбыҙ атаһына һарылып ҡына үҫте.
Ә мин, бөтә донъя мәшәҡәте елкәмдә булғас ни, был аҡланыу булмаһын, балаға әсә наҙын бик биреп тә еткермәнем шикелле. Ир миңә ҡул күтәрмәне. Ул иҫерек саҡта шыма инем. Ә айыҡҡас "игәй" башлаһам, өйҙән сығып ҡа­са ине. Тик бушҡа ғына, әйткән­дәремде ҡолағына ла элмәне.
Эсеүҙе өҫтөн күргән ир менән миктәлеп йәшәленде инде. Күп йөрөһә, шул берәй ай айныҡ торор ҙа аҙаҡ тағы "ысҡыныр" ине.
Кәшәлүгемде өйҙә тотманым, тотонған аҡсаларымды гелән мәк­тәптә һаҡланым. Эштән ҡайтҡан­да эш бүлмәмдә ҡалдырып ҡайта инем. Һорамай алып, урлап  йонсотор ине. Айырылам, тип тә әҙ уҡтал­маным. Тик ҡыҙым хаҡына түҙ­ҙем, баланы атай наҙынан мәхрүм итергә ҡыйманым. Ҡыҙым да  атаһы өсөн "үлеп торҙо" шул!
Йәшәүебеҙгә 20 йыл тулғас, барыбер, йөрьәт итеп, иремдән китергә ҡарар иттем. Ҡыҙым үҙе янына саҡырҙы. Алыҫта уҡый ине инде ул саҡта.
Үҙең өсөн йәшә инде, әсәй, хәҙер, тине балаҡайым. Аңлы бала ине шул ул. Донъямды ташлап сығып киткәндә ирем дә йәл ине, әлбиттә.
Тик, яңы урынға барайым,  ҡа­райым, нисек булыр, тигән ҡы­ҙыҡһыныу көслө ине барыбер. Килеп сыҡмаһа, кире ҡайтырмын, тип уйланым.
Бына ҡырҙа йәшәүемә 12-се йыл китте. Шөкөр, тип кенә торам. Яңғыҙ булһам да, тормошомдан ҡәнәғәтмен.
Сығып китеүемә өс йыл тула тигәндә генә ауылыма ҡайтып ураным. Ир, ҡастың инде минән, тип кенә, теше араһынан ҡыҫып сы­ғарҙы һүҙен. Китәм һинең менән, алып кит мине лә, тип тә йөрөнө ул. Тик мин ныҡ ҡаты торҙом, ә үҙе мине эҙләп килә алманы. Сөнки ныҡ йыраҡ киткәйнем. Минән башҡа ете  йыл йәшәне.
Ҡатындарға инеп йәшәп тә ҡараны, тик өйөбөҙгә береһен дә алып ҡайтманы. Иллеһен дә тултырмай үлеп китте. Эсмәһә, йәшәрлеге бар ине әле. Араҡы әҙәмде әҙәм итмәҫ, әрәм итер, тиҙәр бит әле. Шулай булды ла.
Кемгәлер һабаҡ булыр, тип яҙҙым үҙемдең тормошомдо.
Эскелек  ғаилә тормошон артҡа һөйрәй, иренә туҡтауһыҙ көйөп йөрөп нервы көсөргәнеше кисер­гән ҡатындың һаулығын, йәшәү йәмен бөтөрә, балаларҙы ҡайғыға һала.
Үҙегеҙҙе ҡорбан итеп, ундай тормошта йәшәмәгеҙ, ҡыҙҙар!

Альбина.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас в