Тыуған көнөм: миҙгел алышынған мәлдә, ноябрь аҙағында донъяға килгәнмен.
Тыуған ерем: Баймаҡ районының Ҡаратал ауылы.
Белемем буйынса мин: уҡытыусы, башҡорт филологияһы факультетын тамамланым.
Радиола нисек эш башланым: әлеге ваҡытта “Юлдаш” радиоһының реклама, интернет селтәренә бәйле бүлегендә эшләйем. Радиоға эшкә килеүем тәү ҡарамаҡҡа осраҡлы булһа ла, ижади мөхиткә килтергән яҙмышыма рәхмәтлемен. Ғәҙәти тормош ағышында радио тыңлаусыларға ихлас хис-тойғолар өләшкән хеҙмәттәштәрем менән бер юлдан барыу оҡшай.
Яратҡан йырым: эфир тулҡындарында ағылған йыр-моң араһынан Риф Арыҫлан башҡарған “Бирешмә” йырын яратам.
Китабым: китаптарға килгәндә, фәнтәзи жанрына өҫтөнлөк бирәм.
Фильм: телевизор менән артыҡ дуҫ түгелмен, киң тамашасыға сығарылған фильмдарға ҡарағанда, мөмкинлек булғанда, фестивалдә күрһәтелгәндәрен ҡарайым.
Эштән арып киткән саҡтарҙа: тәбиғәт ҡосағында булырға, бейек тауҙарға артылырға тырышам.