Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
21 Июнь , 07:00

Үрмәксе ауы

(Хикәйә)

Үҙ тамағының ғыжылдап сыйылдауына уянып китте ул. Кибеп аңҡауына йә­бешкән телен көскә әйләндереп, күптән тәрбиә күрмәгән, ярылған ирендәрен ҡыбырлатты. Йөрәгенең ярһып тибеүе уны тертләтте, көн дә ҡабатланған хәлен иҫләгәс тә сарсаған тәне буйлап ҡурҡыу тулҡыны йүгерҙе. Яңы градус даулаған йөрәк мейегә бәрҙе, туҡ-туҡ дөпөлдәгән һайын башының бер яҡ сите генә сүкеп ауыртырға кереште. Ир ауыр ыңғы­рашып ҡуйҙы. Хәле мөшкөллөгөн тойоп, күҙ­ҙәрен асырға маташты, әммә эрен­ләгән күҙ ҡабаҡтары бер-береһенә йә­беш­кән, көскә айырылды. Дөм-ҡараңғы. Ҡайҙа ята? Уң ҡулын ситкә шылдырҙы, бармаҡтары шыраулы стенаны һәрмәне. Ул тормаҡсы булып ҡапыл ҡалҡынды, ләкин башы ҡаҡ таҡтаға бәрелеп, кире ҡаҡлыҡты. Ҡото осто Сәлимдең. Әллә..? Ике ҡулын да күтәреп бармаҡтарын түбә буйлап йөрөттө. “Йышлап ҡаҙаҡла­ғандар,”– тигән уйҙан йөрәге һикереп сығырҙай булып туланы. “Ә нишләп урыҫ­тыҡылай табутҡа һалғандар?” – Йәнә уй кәйелде геүләгән башында. Байтаҡтан ҡырҡыл­маған тырнаҡ шәбеһе бөгөлгән ҡаҙау һалҡынлығын тойоп үтте. Уф-ф... Бына ни хәлгә еткерҙе эскелек! Бик йыш телгә алынған көләмәс геройы­ның көлкөлө мажараһы үҙе менән булырын уйлап та ҡарамағайны. Үлгән тип күмгәндәр бит үҙен! Ләхет эсендә һауа етмәй, күрәһең, кинәт тын алыуы ауырлашты, әсе тупраҡ еҫе танауын ярып барғандай. Сәлим, ышанғыһы килмәй, үҙен ҡамаған стена-түбәне тағы ҡапшаны. Ысын күмгәндәр! Ир, баш осондағы таҡтаны һыҙыра тырнаны ла, бысраҡ бармаҡтарын сәс араһына батырып, инәһеҙ ҡалған көсөктәй шыңшып иларға тотондо. Шулай сәстәрен йолҡа-йолҡа илаулай биргәс, йән асыуынан: “А-а-а!” – тип ҡысҡырып, тубыҡтары ме­нән түбәгә типте. Түбә бирешмәне. Тағы типте. “Тереләй күмдегеҙ би-и-ит, сы­ғарығыҙ мине-е-е!” – тип сүл бүреһе­ләй оло­но Сәлим, таҡталарҙы бармаҡ­тарын ҡанатҡансы тырнап. Ул инде йөрәк һуғыуын да, күңел болғаныуын да, баш сатнауын да онотто. Ирҙең күҙ алдында яңы ғына хасил булған ҡәбер, дүрткел өйөлгән дымлы тупраҡтан метр ярым аҫта, һалҡын ер ҡуйынында тере, әммә яҙмыш хатаһы буйынса һап-һау килеш сереүгә дусар булған кәүҙә. Гүр тынлығы ҡосағында уның кәүҙәһе! Үҙен йәлләне. “Бәлки, зыяраттан ҡайтмаған­дарҙыр, хәйер таратып тораларҙыр, һуң булмаҫ борон тауыш бирәйем... А-а-а! Эһе-һе-е-ей!” Ишеттеләр бит! Өҫкө таҡтаға көрәк менән һуҡтылар, ғырылдаҡ тауыш янда ғына:
– Сыҡ урындыҡ аҫтынан...Һыу бир... Башым ярыла... Ыһ...– тине. Сәлим  ҡа­пылғара төшөнмәне. “Бисә бит... Ыз­нашит күмеп өлгөрмәгәндәр”, – тип уйланы ҡыуанып.
– Һур таҡтаны! Үлермен мин һеҙгә үлмәй ҙә, инәгеҙҙе... – Ул әшәке һүгенеп, тағы түбәгә типте.
– Алйыма, Сәлим... Тороп свитте яҡ та һыу әпкил, бахмил башланды... – Бисәһе ҡолаҡ төбөндә генә мығыр­ланы.
Бер аҙыраҡ зиһенен туплап өндәшмәй ятты ир, шунан үҙенең яратҡан урыны – урындыҡ аҫты иҫенә төшкәс, өйрәнгәнсә һулға тәгәрләп, бүлмә уртаһына шы­уышты. Таңдан ҡасып мәғрипкә табан йөҙгән ай бүлмә эсен яҡтырта. Өй йыһазы һүрән яҡтылыҡта аҙашмаҫлыҡ төҫмөрләнә әлдә. Сәлим тороп баҫты, ләкин башы әйләнеп, кәүҙәһе штормға эләккән караптай бәүелде. Кәрәкле йүнәлешкә табан көскә һәлпәңләп ишек яңағын һыпырҙы, ҡул тоҡандырғыс тәңгәленә еткәс, бүлмә эсе ҡапыл яҡтырҙы. Йорт хужаһының күҙ алдында таныш күренеш асылды: урындыҡта сәстәре уҡмашҡан бисәһе бөгәрләнгән, унан ары күптән ағартылмаған мейес, мейес буйында урынлашҡан япмаһыҙ түңәрәк өҫтәл, өҫтөндә бысраҡ һауыт-һаба, аҙыҡ сәпе-сөпөһө, ҡатҡан икмәк киҫәктәре, тешләнгән һуған баштары, сәйнәлгән тәмәке төпсөктәре, аҙналап йыуылмаған иҙәндә арҡыс-торҡос буш шешәләр. “Ух, туйҙырҙы мындай тормош... Һарыуҙы ҡайната...”
– Уф-ф-ф... – Сәлим башын тотоп, ишек төбөнә сүгәләне, ҡоҫҡолоҡ һылаш­ҡан салбар балағына тәү күргәндәй тексәйеп ултырҙы, ҡарашы еүешләнгән аяҡ араһына төшкәс йәнә һүгенде:
– Әпсәңде... Ҡоҫҡолоҡ та һыҡра кәк всегдә, уф-ф-ф... – Үҙенән борлаған  һа­ҫыҡ еҫтән танауын йыйырҙы. “Урындыҡ аҫтында әсе тупраҡ еҫе тигәнем... Ыш­танға һейгәнмен, һыу мейе”. Ул бер килке ҡанһыраған шәбе төптәрен тик­шергәс, ишек яңағына йәбешеп торҙо ла сайҡала-сайҡала өҫтәлгә табан тазраң­ланы. Кисен бушатылған шешәне кә­лепләнгән ҡулы йәһәт эләктерҙе, саң­ҡайып ауыҙына килтерҙе, әммә алтынға бәрәбәр араҡынан тамсы ла ҡалма­ғайны. Шешәне кире ҡуйып өҫтәл аҫ­тына эйелде, йығылышып ятҡандарын шалтыратып байҡап сыҡты.
– Нимә, кисә мин йығылғас, төпләп ҡуйҙыңмы яртыны, мауыҙ? Ирҙе уйлау юҡ, үҙ горлаң туйһа булды... Йөҙ грамм да ҡалмаған...
–Һыу бир... Ыһ... – Әҡлимә мендәргә туҙраған сәстәре араһынан тоноҡ мөңөрләне.
– Иркәләнә лә ятаһың. – Сәлим һабын күбеген онотҡан, һаҡал үҫентеһе баҫҡан йөҙөн боҙҙо, усын йөрәге тәңгәленә ҡу­йып, йәнә уфылданы. Һикһән йәшлек бабайҙай аяҡтарын саҡ шылдырып, стена ҡырында ултырған күнәккә йүнәлде. Һыу һыуһынды ҡандырырлыҡ һалҡын ине, ир сүместе һоҫто ла көнө буйы һуғарыл­маған һарыҡ ише ғолҡол­датып эсте. Ҡатыны үҙенә һонолған сүместе алып уртлап-уртлап йотто, һәленгән яланғас аяҡтарына тамған тамсыларға иғтибар итмәй, башын саҡ күтәреп, мәғәнәһеҙ күҙҙәрен иренә төбәне. Таушалған йөҙөндә шешенгән күҙ ҡабаҡтары лампочка яҡтыһына ялтырап яһалмалай тойола.
– Сәлим, йөрәгем туҡтай... Һатырлыҡ нимә ҡалды? Осор... Уф...
Ире һауытты тартып тиерлек алды ла  әйләнеп ҡойто ғына бүлмә эсен һөҙөп ҡарап сыҡты. Һатырлыҡ йәки араҡыға алмаштырырлыҡ кәрәк-яраҡ күптән ос­ҡайны был өйҙән. Иң кәрәклеләре генә үҙ урынында, бында әлегә кеше йәшәгәнен белдерә. Кейем-һалымдан башҡа өҫтәл түренән төшмәгән, биҙәк­тәре уңған электр сәйгүне, мейес плитәһе төҫөндәге май-ҡоромға  батҡан ҡорос таба, бер-береһенә ҡапланған быяла һауыт-һаба, ялтырауын юғалтҡан иҫке мебель, гәрдиндәргә саҡ эленеп торған тәҙрә ҡорғандары. Кәрәк-яраҡтан башҡа өй тулы ҡый-ҡым, тишек-тошоҡтарҙа мәх­лүк­тәр мыжғый, баяғы гәрдиндәр буйлап, туҙан һылашҡан мөйөш-һайыштарҙа күпләп үрсегән үрмәксе ауҙары һуҙылған. Ауҙарға эләгеп ҡорбан булған себен-бөжәктәрҙең буш кәүҙәләре быяла ектәренән өргән елгә һелкенеп ҡуя. Һаҡһыҙлыҡтан йәтмәгә ҡапҡан ҡорбандар һаны көндән-көн күбәйә генә, эреле-ваҡлы үрмәкселәр сираттағы тамаҡты көтә, ана, араларында иң һимеҙе ҡорған йыртығында йыбырлаған бөжәкте аңдый. Егәрле үрмәксе шулай йән аҫрар өсөн тырыша, тоҡом ишәйтер өсөн йомортҡа  һаласаҡ әле ул, артабан наҙлап бала бағасаҡ.
 Сәлимдең ҡарашы ишектән уң яҡлап элгестә эленгән балалар кейемендә туҡтаны.
– Әҡлимә, балалар ҡайҙа? 
– Суртым белһен уларҙы... Йоҡ­лайҙарҙыр... Сәлим, үләм... Илгизә­нең әллә телефонын...? – Әмәлен тапты Әҡлимә, терһәгендә күтәрелде. – Бер литр һора.
– Кемдән? – Ирҙең хәле хөртәйгәндән-хөртәйә, шуға ҡолағы ҡарпайҙы. – Күршегә төндә ишек шаҡыма инде, магазин һатыусыһы өйөндә һатһа ла, әйбергә алмаштырмай...
– Байға бар... Йәһәтлә... – Ҡатыны тороп ултырҙы, өшөгәндәй муйынын  эскә тартты, бөтә тәне ҡалтырай, уның менән бергә урындыҡ та һерелдәгән төҫлө. Сәлим, әйтерһең, бисәһенең рөхсәтен генә көткән, шул минутта бөрсәләй шәбәйҙе, уҡтай түрге өйгә атылды. Бызмырлап оҙаҡланы. Әҡлимәгә һәр секунд ғүмер оҙонлоғондай, түҙемһеҙ­ләнеп екерҙе:
– Мыштырлама! Матрас аҫтына һалғандыр... Ыһ... Һатып ҡуймаһындар, тип йәшерә. Шәп, йәнәһе, берәү...
Алғы яҡҡа былҡылдаған Сәлим, усына ҡыҫҡан телефонға ҡарап, бер мәлгә туҡтап ҡалды.
– Байға минең должок бар, был нәмәне тартып алып, сикүшкә түгел, бер йотом да бирмәҫ... 
Шуға ла башың эшләмәй, тигәндәй, тегенеһе хәлһеҙ ҡулын һелтәне.
– Һылауға өндәшерһең, тип алда. Картуфлыҡ аша туранан тарт... Әй, ҡойҙороп алырға бутелкене онотма... Тәҡәтем ҡалманы... – Ҡатын урындыҡты шығырлатып, артына ауҙы.
  Ярты сәғәттән баш төҙәткән ирле-бисәле күңелле әңгәмә ҡорҙо. Ваҡ һырҙар баҫҡан битенә ҡан йүгергән Әҡлимә башын артҡа ташлап көлдө:
–Иха-ха-хай! Төп башына ултырт­тыңмы һантый байҙы! Йөҙ тәңкәлек самопалына фермалай һарайын һылатмаҡсы. Дүрәкә нашел!
Сәлим, стакандағы шыйыҡсаны оҫта ҡыланып тамағына тура ҡойҙо ла оҙаҡ ятып һарғайған һуғанды ҡыртылдатты.
– Һо-һо-һо! Әсе заразы, фу-у-у... Сәйнәнмә, башың шаңҡыһа дарыуын эҙләп шунда бараһың. Үҙ һарайың иләктәй торһа торһон, байҙыҡын һыла! Точкы!
– Ошоно күрәһеңме? – Әҡлимә һулый барған нәҙек бармаҡтарын тырпайтып бөктө. – Ҡуҡыш! Кем байыта уны? Беҙ! Ҡалала ваннала болғатылған ҡаҙаҡ араҡыһын һатып, малайына өй төҙөнө, ишеү иномаркы алды. Бөтә мир ҡаҙаҡ араҡыһына туйына, ә алыпһатарҙар байып, типтереп йәшәй... 
Ире ашығып, бисәһен йөпләне:
– Әйтмә лә, кругом самопал! РАЙПО магазинында өс йөҙ тәңкәлеһе лә  уның – паленка. Зәйнәб ҡаланан етмеш һумлығын һатып ала ла, мында рәхәтләнеп прилавканан завод хаҡына осора, тиҙәр...
Хужабикә стаканды шешәгә төкәтеп сәкәштерҙе лә:
– Әй, беҙгә пайдет, тамаҡ сылатырға градусы булһа, ҡырғыҙҙыҡын да һемерербеҙ! – тип ауыҙына түңкәрҙе.

(Дауамы бар).

Ултыра биргәс, шешәләштәр ҡәҙимге иҫерҙе, донъялары теүәлләнде ирле–бисәнең. Әҡлимә теле көрмәлеп ирен маҡтаны, үҙен дә, уңған хужабикә, хәстәрле әсәй, тип күктәргә күтәрҙе. Сәлим дә бурыслы булып ҡалманы, ҡатынын фәрештәгә тиңләне. Йәнә берәрҙе күтәргәс, өйләнешеп йәшәй башлағандарын иҫкә төшөрҙөләр.
– Әҡлимәкәй, Әҡлимәү. – Ире өҫтәл аша үрелеп, бисәһенең ҡулын тотто ла, эйелеп ирендәрен тигеҙҙе. –  Әп! Һинең менән танышҡанда ауылығыҙҙа иң матуры һин инең, бисәкәй... Һине күргәс тә, мына алдамайым, иҫем китте. Хәҙер ҙә яратам.
Араҡыны йыш эсеүҙән кибеп барһа ла, Әҡлимә әле матурлығын юғалтмаған. Ҡыйғас ҡара ҡаштар, ҙур матур күҙҙәр, төймә танау ҙа үҙенә килешеп тора. Тик ҡасандыр шып–шыма бит тиреһе һарғайып, әбейҙәрҙеке һымаҡ һырҙар өҫтәлгәндән–өҫтәлә, күҙ төптәре ҡапсыҡланған, яһалма париктай туҙғаҡ сәс, ымһындырғыс кәүҙәһе һиҙелеп асанлана бара, кисәге ирәбәле сырайын гел ҡара болот ҡаплағандай. Йәш саҡтағы һандуғастай йомшаҡ тауышы ла хәҙер ҡарғаныҡылай ҡалынайған.
– Эй, рәхмәт, бабаҡайым, мин дә һине яратам. Мин хәҙер ҙә нисауа, хи– хи–хи... Мин берәүҙән дә кәм түгел, шулай бит! Донъяһын да теттереп көтәм, ғаиләмде лә ҡарайым. Мин... Иҡ... Иҡ... Иҡ... – Әҡлимә сиҡытыҡланы, әйтеп бөтөрә алмай иҡылдығы сыҡты.
Сәлим өҫтәл өҫтөнән дуғаланып Әҡлимәнең елкәһенә һуҡҡылап маташты, тик быуындары йомшарғайны, бәлтерәп, ҡуҡайып ултырған шешәне еңе менән һыпырып йыҡты. Әҡлимә, иҫереүенә ҡарамай, бүлтелдәп түгелгән шешәне һеләүһен етеҙлеге менән эләктереп күтәрҙе. Киләһе секундта ҡатындың ҡайнар усы иренең битендә шапылданы.
–Ҡайҙа! Һыйыр! Араҡыны әрәм иттең! Иҙәнгә аға...
Ул йәһәтләп йөҙө менән өҫтәлгә ҡаплана һалды, һарҡыуға табан юл алған шыйыҡсаны ҡалын ирендәрен ослайтып шөрпөлдәтеп өлгөрҙө, кире турайып, ҡатҡан икмәккә ҡалғанын һеңдерҙе. Артабан, сыланған киҫәкте ауыҙына оҙатты ла, ир танауына маңлай терәп үкерҙе:
–Нимә упайып ҡаттың, күҙле бүкән! Зәм–зәм һыуын түктең!
Сәлим битенә сабыуҙан шаңҡып ҡалғайны. Араҡынан ҡыҙарған бит
алмалары янды, тотош ҡәүҙәһен еңелсә бәүелдереп, бисәһен тәү күргәндәй төмһәйеп, баҫып тора бирҙе. Ғәрлеге килде, асыуы ташып яуапларға ла уйлағайны, алайҙа төпкө яҡтан ҡапыл пәйҙә булған ҡыҙҙары һүҙ ҡушты:
– Әсәй, беҙгә мәктәпкә. – Илгизә ата–әсәһенә алмаш–тилмәш шөбһәле ҡараш атты. – Сәй ҡуяйым тигәйнем...
Әсәһе ҡулындағы яртыны өҫтәлгә тупылдатты ла, йәпһеҙ итеп ҡыҙын ҡосаҡланы:
–И–и–и, ҡыҙымды.
Ҡыҙы ситкә тартылды, әсәһенең ауыҙынан аңҡыған һуған ҡатыш араҡы
еҫенән йөҙөн ситкә борҙо. Әҡлимәнең быға иҫе китмәне, ҡыҙының ҡылығын һиҙмәне лә, буғай, хәстәрле әсәләй әмерен еткерҙе:
–Һылыу–ҡустыңды кейендер. Миңә генә һалына ла тораһығыҙ. Сәй эсеп алығыҙ ҙа, мәктәбегеҙгә һыпыртығыҙ. Шунда ашарһығыҙ... Вабшы–ты ысталыуҙа иртәнге сәйҙе эсерһәләр ҙә бер ни түгел. Минең арҡала мәктәптәре ябылмай, уҡытыусылары зарплаты ала. Мына тотом да һеҙҙе ебәрмәнем дә ҡуйҙым! Ишеү директорлары әрләргә килгән бер көн. Мәйтәм, эсһәм, һинең араҡыңды эсәмме? Ыҡ–мыҡ итте директорығыҙ, балаларыңды йөрөт инде, тигән булып биш йөҙ тәңкә ҡалдырып китте. Силсәүите килеп теңкәмә тейҙе, янғын сыҡмаһын тип мейесте тикшергән була, эсеүегеҙҙе туҡтатмаһағыҙ, балла­рығыҙҙы приютҡа бирҙертәм, тисе. Йөрөй әҙәм ышандырып. Шәп булғас, өсөнсө балаға ер әпиреш, тигәйнем, сығып тайғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Бала табығыҙ, тиҙәр, үҙҙәренән бер ниндәй ярҙам юҡ...
– Әсәй, сәйгүн кәрәкмәһә... – Илгизә ҡыйыр–ҡыймаҫ бүлдереп, өҫтәлдәге “һыйға” күҙ һалды. Өйрәнгән ул өйҙәге “тәртипкә”, йыш ҡабатланған кәйеф–сафа ҡороуҙарына. Ҡыҙ алтынсыла уҡый. Башланғыс кластарҙа гел «бишле»гә өлгәшкән бала урта кластарҙа отличниктар иҫәбенән төшөп ҡалды. Ата–әсәһе эскелеккә тартылған һайын Илгизәнең көндәлегендә «өс»тәр күбәйҙе, көндәр үтә тора алсаҡ, шаталаҡ ҡыҙ үҙенә йомола барҙы. Һылыуы Рәзилә дүрттә белем ала, ҡустыһы быйыл беренсегә мәктәпкә төштө.Уларҙы тәрбиәләү: иртән уятып сәй эсереү, мәктәпкә оҙатыу, кисен ашарға әҙерләү, кейемдәрен йыуыу – барыһы ла ошо ун өс йәшлек, шыйтыҡ тал сыбығылай ҡыҙ елкәһендә.
–Ҡыҙым, ҡайнат сәйеңде, ҡайнат... Аллаға шөкөр, свит бар, – тип һөйләнде Сәлим иҫәнәп, ҡатынына асыуы һүрелгәйне инде.
Август айында электриктар килеп түләмәгән өсөн сымдарын ҡырҡып киткәйне. Сентябрҙә, уҡыуҙар башланғас, аптыраған мәктәп директоры артынан үҙе йөрөп, аҡсаһын түләп тоташтыртты, сөнки кисен балаларға дәрес әҙерләргә кәрәк, етмәһә, көҙгө төндәр оҙон, иртән һуң яҡтыра, мәктәп тупһаһына барып еткәнсе балаларҙы ҡараңғылыҡ оҙата.
Төҫөн юғалтҡан сәйгүн шыжлағансы шым йөрөп кейенде балалар. Уларға иғтибар ҙа итмәгән ата–    әсә шешә төбөнә төшөп, ярышып һуған сәйнәй ине. Сәлим туҡ кикерҙе лә, эйелеп өҫтәл аяғына йәнәш ултырған кәнсир банканан төпсөк ҡарманы, шырпы сыя алмай байтаҡ этләнгәс тоҡандыра алды, һаҫыҡ төтөндө тәрән һурып, күҙҙәре ҡыҫыла барған бисәһенә өрҙө.
–Әсәй, телефон ҡайҙа? – Янына килеп баҫҡан ҡыҙынан өрккәндәй, инде бөтәшкән күҙ ҡабаҡтарын айырып, күҙҙәрен аҡайтты Әҡлимә. Атай кеше лә, бармаҡтарын бешерә башлаған төпсөгөн быраҡтырып, ул ниндәй урынһыҙ һорау, тигәндәй, быялаланған күҙҙәрен төбәне.Ҡыҙҙың ирендәре дерелдәне, бына илап ебәрерҙәй булып бер атаһына, бер әсәһенә ҡараны, кемдәндер яҡлау эҙләгәндәй урынында тапанып, артына бағынды.
Әҡлимә, өҫкә сөйөп бер аяғын икенсеһенә ҡушарланы ла, ирендәрен йәмһеҙ салышайтып хахылданы:
–Ха–ха–ха, телефон да булғанмы әйбер? И вабшы, уны һиңә кем алды?
Кем аҡсаһына телефонлы булдың, тим? – Шунан йомшарғандай, өҫтәне – Телефонһыҙ ҙа йөрөп торорһоң, ҡыҙым.
Шул мәлдә хужабикәнең уң яғында елпелдәгән фәрештә ҡыҙ баланы йәлләһә, һул яғында ҡунаҡлаған шайтан үҙ һыуынан ҡотороп иҫеректең яуырынына ҡаты бәрелде, шул шауҡымдан яһилланған әсә шымтайған балаға аҡырҙы:
–Нимә тораһың? Марш мәктәбеңә!
Илгизәнең күҙҙәре йәшләнде, кәүҙәһен бөршәйтеп мөшкәйҙе, өнһөҙ генә битен ике усы менән ҡапланы ла, төпкө бүлмәгә йүгерҙе. Бер аҙыраҡтан өсәүләп сыҡтылар. Яңаҡтары буйлап йәштәр аҡҡан ҡыҙ бала мышҡылдай–мышҡылдай туғандарын тышҡа әйҙәне, бәләкәстәре ҡурҡып–ятһынып,  өҫтәл артындағыларҙы күҙәтеп үтте. Һалынған ишек шағырлап ябылыуға ҡыҙ көткән сәйгүн дә боғорлап ҡайнап сыҡты. Хужа эйелеп мейес ҡырынан икенсе яртыны һөйрәп сығарҙы, туп–тулы шешәне абайлаған Әҡлимә шул минутта балалары тураһында онотто.
–Эх, йәшәбеҙ былай булғас.
Эрүмкә мөлдөрәмә тулғас, – тип һамаҡланы шатланып, өйрәнгәнсә, оҫта ғына, ҡыры кителгән стаканды көрәгәсе яғына тәгәрләтте.
 Әҡлимә, төш етеүгә генә, сүллек аша үтеп ҡолаған юлсылай, сарсап уянды. Әүәлгесә урындыҡта ята. Таушалған йөҙөндә сырыш һырҙары өҫтәлгән, яҫтыҡҡа ҡапланып ятып ауыҙ тирәһе имән ҡайыры кеүек сөрөшкән. Ул соҡор күҙҙәрен асты ла балта менән юнып һалынған өрлөккә текләп ятты. Ҡарашын бүлмә мөйөшөндә ҡыбырлаған ҡара нөктә йәлеп итте. Дәү үрмәксе яңы ғына ауына эләккән себенде ебенә урап маташа. Йәй үткәреп әлегә тере ҡалған бисара себен ҡаршылаша, бөтә көсөнә тулай, безелдәй. Ләкин ау тимерҙәй, буласаҡ ҡорбан тырышып–тырмашып иреккә ынтылған һайын ептәр ҡосағына нығыраҡ ҡыҫыла. 
–Уф–ф–ф...– Ауыҙынан тышҡа урғылған һаҫыҡ еҫтән ҡапыл күңеле  болғанды ҡатындың, тиҙ генә урындыҡ ҡырына шылып башын һәлендерҙе, ашҡаҙанын ҡоҫорҙай булып уҡшыны, әсе шыйыҡса ептәй һуҙылып, иҙәнгә аҡты. Әҡлимә бер усын маңлайына терәп оҙаҡ көсәнде, күҙҙәре йәшләнеп мейеһе һулҡылданы, сәс төптәрендә ҡыҙарып ҡан тамырҙары бүртте.
–У–у–уй...– Хужабикә ауыр  ыңғырашып кире урынына ялпашты, ярһып тулаған йөрәге мейеһен типкеләүен дауам итте.
–Ай, аллам, үләм бит... – Әҡлимә керләнгән еңе менән күҙ төптәрен һөрткөләне. – Сәлим, Сәлим, тием, сығәле... Үләм хәҙер... Ыһ...
Ул хәлһеҙ бармаҡтарын таҡтала тыпырлатты. Яратҡан урынында төнәгән ире ишетмәне, яуапҡа тештәрен генә шығырлатты. Эйе, йәтеш урын, өйгә ингән кешенең күҙенә салынмай, себен–серекәй ҙә маҙаламай, ниндәй генә ҡиәфәттә ятма – үҙ иркеңдә. Эскелеккә һалышҡандан бирле ул йәйен–ҡышын ошонда аунай, йыл әйләнәһенә иҙәнгә саң ҡундыртмай, араҡы көсө бәүелтеп, әүен баҙарына тарта башлаһа, кемдәндер өрккән һыуыр ише ояһына инеп боҫа.
Әҡлимә ниәтенең файҙаһыҙ икәнен аңланы, ирендәрен ҡымтып көскә торҙо, дауаханала операциянан һуң мандып килгән ауырыуҙай бөгөлөп, өҫтәл яғына былҡылданы. Яй ғына буш шешәләр өҫтөнән күҙ йүгертте, ҡапҡасы ябылғанында ҡарашы туҡтаны, эйелгәнсе тәненең ҡалтырауы көсәйҙе генә. Шешәне ҡармау менән ҡыуанды, төбөндәге баш төҙәтерлек шыйыҡса, ҡуйы сайпылып, гәрәбәләй йылтыраны. Ҡулдары тыңламай, ҡапҡасты аса алмай интекте. Ниһайәт, теләгенә ирешкәс, башын салҡан ташлап шешәне күтәрҙе. Бүлкелдәтеп бушатҡас та эсенә рәхәт йылылыҡ йүгерҙе, йылы ағым ашҡаҙандан йөрәккә күсеп, уны тигеҙ тибергә мәжбүр итте. Кәрһеҙләнгән ҡаҡса тәненә хәл инде. Әҡлимә бының ваҡытлыса икәнен бик яҡшы белә, шуға ҡабаланды, өҫ–башын арлы–бирле тәртипкә килтерҙе, шешенгән күҙ ҡабаҡтарын ыуғылаштырҙы, тараҡ үтмәҫ сәсен артҡа бәйләне. Үтеп барышлай ғына көҙгөгә баҡты ла, аяғына шипатай эләктереп, ишекте асты. 
Магазинда һатыусы Зәйнәбтән башҡа пенсионер уҡытыусы Маһира апай буяу һайлай ине. Ҡарт уҡытыусы күҙлеген төрлөсә шылдырып, хаҡтарҙы тикшерә.
– Һорама ла, инәлмә лә, бирмәйем! – Таушалған йөҙҙө күргәс тә асыулы Һыпатланып, ҡапыл ярһыны Зәйнәб. – Алкаштарға араҡы таратып әрләнеүҙән баш сыҡмай!
Әҡлимә әртискә әйләнеп бөткән, шунда уҡ күҙҙәренән йәштәр сығарып   үҙен йәлләтергә кереште.
–Зәйнәб апай, хәлемә ин инде... – Ул юрамал аҡ ҡулдарын алға һоноп, нығыраҡ дерелдәтте. – Баллар аҡсаһын алғас та түләйем, ысын...
–Ух, һеҙҙе! – Һатыусы алан–йолан ҡаранды, байтаҡ ятып иҫкергән  ашамлыҡ яғына эйәк төрттө. – Йә, ярай, үҙебеҙҙең килен бит әле... Тик, тик, колбаса ҡушып яҙам, бергә түләрһең.
Әлегәсә шып–шым Маһира әбей ҡапыл турайып баҫты, ҡулындағы буяу һауытын ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндәй өйрөлттө, маңлайын ҡаплап бәйләгән кешмир яулығын ялпылдатып башын сайҡаны.
– Оялмайһыңмы, Зәйнәб, аҡсаға ҡомағайланып? Халыҡ ғәйбәт таратамы тиһәм, раҫҡа сыға һүҙҙәре. Араҡыны бирәсәккә һатҡас, ошондай еңел–елпеләр тыйыла алмай араҡы мискәһенә әүерелә лә инде! План үтәйем, тип, еҫләнгән колбасаңдан балалары ағыуланып ҡуйһа... Йә?
–Миндә ни эшең бар, Маһира апай? Бер эт ҡойҡаһы алдында битемде йыртаһың! – тип ажғырҙы Зәйнәб, танау тишектәрен киңәйтеп, бите буҙарып, көтмәгәндә аҙаҡҡы һүҙҙәре тимерҙәй зыңланы. – Әйбереңде урынына ҡуй ҙа, һыпырт мынан! Во–о–он!
Уҡытыусы–пенсионер ирекһеҙҙән ауыҙын һәлберәтеп, ҡатып ҡалды. “Атаҡ, үҙем уҡыттым да баһа Зәйнәбте. Бишенсе кластан класс етәксеһе булып, унды тамамлағанда аҡ юл теләп ҡалғайным” – тигән һүҙҙәр сағылғайны хөрмәтле ветерандың изгелек бөркөп, нур сәскән күҙҙәрендә. Бындай хәлде көтмәгән Әҡлимә лә бөршәйҙе, ҡурҡышынан һерелдәүе көсәйҙе генә. Ҡатын нимәгә килгәнен дә онотоп, арты менән ишеккә табан сигенде. Тимер ишек шапылдауына әбейҙең “Әстәғәфирулла” тигән әрнеүле һүҙе генә ҡыҫылып ҡалды.
Баяғы йотомдоң көсө бөттө. Әленән-әле яңы доза ҡабул итеп өйрәнгән йөрәк мәғишәптәй ризаһыҙланып дауларға тотондо, хужаһына белдерергә тырышып, үрһәләнеп тыпырсынды. Әҡлимә, магазин тупһаһынан төшкәс, ҡороша башлаған ҡулдарын ыуғылап, оҙон урамдың бер осонан икенсе осона ҡараш атып тапанды, ләкин ымһынырлыҡ ҡул болғаусы күренмәгәс, өмөтөн юғалтып ҡайтыу яғына тертәңләне. Юл сатында үҙ урамына боролдо, ҡаршыһына килеүсенең һүҙ ҡушыуына аңшайып ҡалды. Ауыл фельдшеры бит. Асыулы, Әҡлимәне һуғып осорорҙай.
–Һаман эсәһеңме? Балаларыңды уйла, исмаһам! Иргә нимә – ике донъя  бер мөрйә, һин – әсәй кеше бит! Сигнал картаһы яҙғанмын, эсеүеңде ташла­маһаң,  приютҡа алып китәләр бәләкәс­тәреңде. Тфү, аңламаған да кеше булыр икән. Өсөнсө балаң тыуғандан айыҡҡа­нығыҙ юҡ, спирт хатта кейемеңә һеңгән бит. Иң бәләкәсең әсә наҙын татымай үҫә – ыстырам! Бала – бәғер ите, ни йөрәгең менән шуны ҡырҡып ташлайһың, ай, Алла–а–а! Ир эсһә – бер бәлә, ҡатын эсһә – йөҙ бәлә, шуны беләһеңме? Күҙҙәреңдән күреп торам – бауырың да бөткән теләһә кемдең сәмәйен эсеп – цирроз һиндә! Һуң булмаҫ борон  туҡта, зинһар!  
Әҡлимә әрләүсегә таһырайып тора бирҙе. Ул уны ишетте лә, ишетмәне лә кеүек. Уйында – баш төҙәтеү. “Ҡайҙан табырға?” – тип баш ватты, мейеһе көсөргәнгән һайын нығыраҡ һыҙланы. Фельдшер Ғәлимә төшөнгәйне  вәғәзенең файҙаһыҙ икәнен, ҡул һелтәне лә ары атланы. Үҙһенмәй уны Әҡлимә, әйләнгән һайын маҙаһына тейә, аҡыл өйрәтә, йәнәһе, ул – йүнһеҙ  әсәй. Ысынында, иртәрәк башланды уларҙың күңелле йәшәүе. Рәзиләләре тыуғас, «Әсәлек капиталы»н юллағайнылар. Ауылда ҡәҙимге матур ғына йортто һатып алдылар шул капиталға, киләһе йылына ситтән ҡайтҡан ғаиләгә тауыш–тынһыҙ кире һатып, ҡул аҡсаһына әйлән­дерҙеләр, үҙҙәре иҫке булһа ла атай йортонда төпләнделәр. Бешеренергә маһир булһа ла, тәләфләп бөттө ул меңлектәрҙе Әҡлимә, өйҙә аш–һыу әҙерләмәне, аҙыҡты магазиндан ташыны. И–и–их! Тормош юлдары ҡатмарлы, тигәндәре шулдыр инде. Тап–таҡыр асфальттан  елдергәндә яҙмыш ҡапыл боролош яһап сутырмаҡлы, соҡор–саҡырлы арба юлына төшөрҙө. Әсә иркәләүендә йөҙөп, атай тубығынан төшмәй буй еткергән  Әҡлимә үҙ ғәзизкәйҙәрен хәсрәтһеҙ бала саҡтан мәхрүм итермен, тип уйлап та ҡарамағайны бит. Ата–әсәһе, тигәндәй, улар ҙа тас фельдшер шикелле әллә күпме теңкәһенә тейеп, әрләп бер булдылар, дауаланырға ла өгөтләп ҡаранылар, торған ерҙәре алыҫ районда булһа ла, ҡолаҡ сите менән генә ишетеп, елдереп килә лә етә торғайнылар. Аҙаҡ улар ҙа төңөлдө, әстә–ә–ә, ҡанда булмаған нәмәне, тип ҡайғырышып бот саптылар ҙа, ҡыҙҙарын оятһыҙ мәсләктән кире күндерә алмаясаҡтарын төшөнөп, юл яптылар. Ғүмерендә араҡыны ауыҙына алмаған ҡыҙ әле кейәүгә сыҡҡас та шайтан һыуына иҫе китеп бармағайны. Ауыл тормошонда ҡайнап, ҡунаҡҡа ла йөрөнөләр, өмәләрҙе лә ҡалдырманылар, Сәлим ҡаҡбай булып ҡатынына йәбешеп ҡайтыр ине, Әҡлимә ҡойолған шыйыҡсаға ҡағылманы. Хөкүмәт ярҙамы бөлдөрҙө йәш әсәне, ҡулына эләккән мул аҡсанан башы әйләнде, магазиндан аҙыҡ–түлек йәнәшәһенә ярты йәшереп өйгә ташыу ғәҙәтенә әүерелде. Оҫта ҡуллы ире ауылдаштарына ялланырға барған һайын “ҡыйыш тейәп” ҡайтты, йә булмаһа бураған бураһы янында, йә урамда аунап ятып ҡалыр ине. Йыш ҡына бахмурҙан ауырыған Сәлим тыйманы ҡатынын, иреңде ҡайғыртаһың, маладис, тигән булып сәкәштерергә шешәләш итеп, аҙымлап мүкле, һаҫыҡ һаҙлыҡҡа һөйрәне. Хужабикә шулай яйлап эскелеккә тартылды, үҙен тыйырға ихтыяр көсө етмәне, капитал бөткәндә ул “йәшел йылан”һыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәй ине. Шулай, ирле–ҡатынлы парлашып бер арбаға ултырып сәфаһәтле сәфәргә сыҡты, тәгәрмәстәр ҡыйыш–мыйыш тәгәрләгән һайын өй кәрәк–ярағын уңлы–һуллы һелтәп барҙылар. Берҙән–бер көндө аҙаҡҡы һыйырҙарын да һуйып оҙаттылар...
Ҡатын өй тупһаһын көскә ашатланы.Уратып алған бөтә мөхит ытырғаныс уның өсөн, төклө аяғы менән мендәргә баҫып килен булып төшкән ошо йорт та шыҡһыҙ хәҙер. Ике яҡлы ғына булһа ла урамға йәм бәреп торҙо был өй ваҡытында, һарай тулы мал–тыуар баҡырышып, күршеләрҙе сәмләндерҙе, йәй аҙағында баҡса түтәлдәрендә ҡауын–ҡарбузы тәгәрләште, һуған–һарымһаҡ­тары бау–бау бәйләнеп, көҙөн генә өлгөрәсәк кәбеҫтәләр йәнәшәһендә аунаны.  Ҡайны–ҡәйнәһе вафат булғандан бирле майланмаған күгәндең йәмһеҙ сыйылдауы Әҡлимәнең күңелен болғатты ғына. Ул ишекте шығырлатып ҡыҫты ла, йөгөнөкләп уҡшырға тотондо. Әммә буш ашаҡаҙандан тышҡа сығырлыҡ һут ҡалмағайны, эс–ҡарыны өҙөлөрҙәй тартылды. Ҡатын ҡаҡлас тәненең ҡалтыра­уынан туҡтай алмай: “У–у–уй!”– тип үкерҙе, сүкәйгән килеш ярылырҙай булып ауыртҡан башын ҡыҫты.
– Сәлим, Сәлим, тим, һин ҡайҙа? – Ул урындыҡ аҫтын байҡаны. – Тап инде... 
Өңдән ауыр ыңғырашыу ишетелде. Артынан иренең боҙҙай һалҡын хәлһеҙ тауышы иҙән өҫтөнән һығылып сыҡҡандай булды.
– Әмәл ҡалманы, Әҡлимә... Күршегә ин... Нимә булһа ла әбишәйт ит...
Күршеләре уң Сәлимдәрҙең, малғы­уарҙар. Һәр тинде һанап көн итә ирле–бисәле, мөмкинлек тыуған һайын бол йыйнайҙар. Хужаның бармағы үҙенә табан кәкре, ҡушматы ла уның Плюшкин, урамда аунаған тутыҡ ҡаҙауҙы ла өйөнә ташый, тиҙәр. Көнөнә ике һалһын, тип тауыҡтарын да ҡара таңдан кетәк борҡотоп ҡыуып сығара, имеш. Арҡыры ятҡан әйберҙе күтәрмәйсә үтмәй инде, ҡый–һай йыйнап, күңел тыныслығы таба бөхил ир. Сәлимдең ике феләге, бер күнәге күптән инде ялтырап  келәт түрендә урын алған, эшҡыуарҙың самогон аппараты туҡтауһыҙ тамсылап улъя килтерә, мөгәрәбе төбөндә һалдаттарҙай теҙеләгән көмөшкәләр алмашҡа киләһе ниғмәте көтә.
Арт ҡапҡанан тәртәңләгән шәүләне хужа саҡрымдан таныр ине. Йәһәтләп ҡаршы төштө.
–Нимә кәрәк? – Кәримдең дорфа өндәшеүенә Әҡлимә яһалма илауланы:
– Кәрим ағай, ҡотҡар, көтәсәккә бер ярты ғына...
    Кәрим–Плюшкин күрше ихатаһында һыйыр мөгөҙөнә лә элерлек нәмә ҡалмағанын бик яҡшы белә, шуға төйтәйеп:
– Йоҡ миндә ярты! Зәйнәбкә бар – магазин тулы араҡы! – тип яуапланы.
– Кәрим ағай, үлтермә инде, һорағаныңды бирәм...  Ҡатын түҙемһеҙ ләнеп бүҫелгән еңен ыуаланы, мөлдөрәп хужа йөҙөнә баҡты. Кәрим ҡапыл һөмһөҙ ҡарашын йәш ҡатындың йоҡарған, әммә килешле һын–һыпатына төшөрҙө лә, көлөмһөрәне:
– Һорағанымды, тиһең инде? – Плюшкиндың ҡыҫыҡ күҙҙәре майланды,  ҡаймаҡ урлаған бесәй шикелле алан–йолан ҡаранып, тауышын кәметте:
– Кисен алкашыңды йоҡлат, инеп сығырмын.
Әҡлимәгә әлеге мәлдә барыбер ине, теләгенә ирешһә булды, тәү маҡсаты–  баш төҙәтеү, аҙаҡ – күҙ күрер, тумбыҡ башында уй ҙа йүгереп үтте: ”Төнгөлөкккә бикләнәм дә ятам, ишектең биге ныҡ”, шуға форсаттан файҙаланып ҡалырға тырышты:
– Бер литр, ағай, шунһыҙ ул йоҡламай...
Ут күршеһе инеүсене тағы бер ҡат ҡыҫыҡ күҙҙәренән үткәрҙе лә, ҡәнәғәт ҡалды, шыбырланы:
– Ҡайт. Рәшәтке аша ашнағың тәңгәленән ығышҡан бағана төбөнә һалырмын. Ҡара, алдар булһаң – икеләтә түләтәм.
Төштән һуң башланған баш төҙәтеү шаулап–гөрләп дауам итте. Мәй эҙләп урам ҡыҙырған Сәлим ҡорлашы Ғәлимйәндең дә тапҡан бер ҡыуыҡ “тәҙрә йыуғысы” өҫтәл түрен “йәмләгәс”, шағараҡ ҡороу ҡыҙҙы ғына. Мәктәптән ҡайтҡан балалар түрьяҡҡа үткәндә сәрхүш өсәү бәхәс ҡаҙанында ҡайнай ине. Мәктәп директорынан башланылар, ауыл биләмәһе башлығының тетмәһен теттеләр генә, спиртлы эсемлеккә хаҡ күтәргән ил етәкселегенә лә шаҡтай эләкте, протокол төҙөп йөҙәткән участковыйҙы ла сәйнәнеләр, артабан сафсата китте. Етмәне, тағы барып әйләнде мәхмүр ҡунаҡ. Балалар йоҡоға талып, урам уттары һирәгәйгәндә, табындағылар ләх ине. Ауа–түнә Ғәлимйән ҡайтыу яғына ыңғайланы, өйҙәгеләр һәр кем үҙ урынына – хужабикә урындыҡ яҫтығына морон төрттө, ир төнәгесенә сумды ла иҙәнгә һылашты.
Уҫлаптай ҡулдарҙың тотҡолауынан уянды Әҡлимә. Ҡараңғылыҡ ҡосағында тәүҙә аңды–тоңдо аңламай һуйҙайып тик ятты. Хәл–торошто төшөнгәндә көслө әҙәм уны яулағайны инде. Өҫтә ятыусы ҡаты ҡыланды, иҫерек ҡатындың кейемен йолҡҡоланы, ҡулдарын шаҡарҙы, ғүйә, алйыған. Әҡлимә сатырлатып көсләүсенең сәстәренә йәбеште, башын төйгөсләп маташты, әммә бәлйерәгән тәндең кәре бөткән шул, бер–ике ҡалҡынырға ынтылды ла, ирекһеҙҙән биреште. Төнгө ҡунаҡ, маҡсатына ирешкәс, бесәй аҙымдары менән шыпырт ҡына сығып һыҙҙы.
Әбейҙәр сыуағы. Алтын көҙҙөң иң матур сағы. Ауыл тирәләй, йылға, шишмә буйҙарында төрлө төҫтәрәгә мансылған ағас–ҡыуаҡтар йәлләп кенә, берәмләп япраҡтарын кәйелдерә. Йәй буйына бала–саға сыр–сыуынан арығандай тын ҡалған йылға буйҙарында һуғымға һимергән туҡ ҡаҙҙар ҡаңҡылдай. Хоҙай, ҡалған эштәрегеҙҙе тамамлап ҡуйығыҙ, тигәндәй, йомартланып егәрлеләргә аяҙ, йылы көндәрен өләшә. Бөгөн дә иртәнән йылмайып тау артынан ҡалҡҡан ҡояш төшкә табан әүҙемләнде, көлтә–көлтә көләс нурҙарын бар тарафҡа һипте. Ауыл халҡы бындай мөмкинселекте файҙаланып ҡалырға тырышты, әлбиттә, кемдер урманға юлланды, бәғзеләр ҡышҡа әҙерлекте ҡараштырҙы, дәртәләнеп китеп һылауға тотонған тернәкселдәр кәртә–ҡура тирәһендә мәж килде. Клуб ҡаршыһында яңғыҙ йәшәгән Шәмсениса әбей ҙә бөгөн күрше ауыл егеттәренән утын алдыра. Туҡһанға етеп барған әбей һелкетә баҫып, елкенеп йөрөй, ыҡсым ихатаһына инеп боролған тракторҙың әле бер әле икенсе яғына сығып, бойороҡтар яуҙыра. Әммә оҙон остары ергә тейә яҙып тейәлгән төрлө ағастан кәйефе боҙолдо.
– Сытырын әрәм иткәнһегеҙ, өҫтөнә өйөргә була бит инде шуны, – тип
өҙгөләнде ҡарсыҡ. Тракторсы кабина ишеген шапылдата ябып төшкәс:
– Уныһын нишләтәһең йөктө боҙоп! Ошондай уҡ телешкы утын тағы бер
килтерәм кәрәк булһа. Бер мең өҫтәһәң, инәй, түмәргә лә бысып бирәм,   тине лә, бушатылған бүрәнәләрҙе барлап, әбейгә тексәйҙе. – Теләһәң , өйөп биреү ҙә бер ни түгел.
– Атаҡ, яҙын утъяҡҡысҡа нимә яғам? Шытырлап янған сытырға етәме ни ул?– Ҡыш үткәреп,  күк үләнгә баҫырға өмөтләнгән Шәмсениса әбей ҡара тапһыҙ ағартылған йәйге мейесенә ишараланы.
– Валютаң булһа – хәҙер елдереп барып киләбеҙ уны. Күҙ бәйләнгәнсе
сатыр–соторың ишек алдында ятыр, – тип йәнләнеп китте тракторсының ҡаҡланған балыҡтай йоҡа иптәше.
– Нимә тинең, улым, аңламай ҡалдым һүҙеңде? – Әбей әле теремек,
үткер ҡарашын утын һатыусыларҙың аптыраулы сырайҙарында йүгертте.
 Ҡаҡашып ҡатҡан егет бармағын эйәк аҫтына төрттө:
– Мәгәрис инде, инәй, мәгәрис.
– Ҡу–у–й, балаҡайҙар,  ул хәрәм ашығыҙҙы ғүмерҙә ауыҙыма алғаным юҡ, Аллаға шөкөр, булышмайым да, берәйһенә әйтеп туғай ботаҡ–һатағын хәстәрләрмен әле. – Шәмсениса әбей егеттәргә тәғәйенләнгән аҡсаны тотторҙо ла, юлығыҙҙа булығыҙ, тигәндәй, йәштәрсә ҡыймылдап, өйөнә атланы. Тракторсы ир асыуланып иптәшенә ыҫылданы:
- Мин һине араҡыға ялланыммы? Бөтә уйың – эсеү. Нимә ҡыҫылаһың
минең клиенттарҙы өркөтөп. Һиңә нимә, типтереү йәшәү – маҡсатың. Буйҙаҡлығың менән ҡупайып ғүмер үткәрәһең, миңә студент ҡыҙымды уҡытырға кәрәк, малайҙы кейендереп, компьютер алып бирәһе бар. Минекеләр кешенән кәм булып йөрөмәһендәр, тип тырышҡан баш. Мәгәрис, имеш.
Трактор гөрөлдәп урамға сыҡты, Шәмсениса әбей тупһаның ике  баҫҡысын бер баҫып төштө лә йыйыштырылған йәмле ихатаһын байҡап торҙо. Утындан ҡәнәғәт ҡалды ул, яҡынлап, шыңғырлап ҡатҡан ағастарҙы һыйпап, әпәй мөнйөгәндәй бөрөшкән ауыҙын ҡыбырлатып, эсенән генә нимәлер һөйләнде. Йәштән юҡсылыҡта көн итеп, бармаҡ башындай икмәккә тилмереп йәшәнеләр, бабайы менән иңгә иң терәшеп һәр табышҡа шөкөр итеп ғүмер һуҙҙы улар, әммә оя туҙҙырманылар. Ҡарты иртә китте, мәрхүм, таянысы көнө–төнө колхоз эшенән ҡайтып инмәне шул, миктәгәндер балаларын ас итмәйем, тип. Шәмсениса үҙе лә ферманы ташламаны, һыйыр һыйпап, осто осҡа ялғаны. Алтмышынсы йылдарҙа ғына тормош ҡотайҙы бит ул, халыҡ әпәйгә туйҙы. Хәҙер ҡыҙҙары барыһы ла ҡырҙа, әсәй, кил үҙебеҙгә – уңайлы гәрәдскуй квәртиргә торошло өйөбөҙҙә йәшәрһең, тиҙәр, ю–ю–юҡ, ҡарты күтәргән нигеҙҙе һыуындыра буламы, әле лә өҫтәл тултырып ризыҡ өйә лә, уйынан ғына бабайы менән сөкөрҙәшеп сәй эсә. Бына әштер–өштөр мәшәҡәттәрен бөтөрөр ҙә, күңелле шыжлаған самауыр артында алған утынын һөйләп шатландырыр, сынаяҡ түңкәргәнсе  ҡаршыһына ҡуйған ултырғысҡа текләп ирененән йылмайыу китмәҫ. Шул ултырғысҡа табан икмәк–майын этеп ҡыҫтай, кәсәләге сәйҙе минут һайын яңырта. Хискә бирелеп ҡыҙҙарын да һағынып иҫкә ала Шәмсениса әбей, ғәзизкәйҙәренән ҡәнәғәт ул. Тәүфиҡлы ҡыҙҙары – әсә ҡанынан киләлер – ярышып донъя көтәләр, кейәүҙәре лә атанан күреп яу сапҡанмы әллә ҡайны тупһаһынан – иллә йорттары ла береһенән–береһе матур, күркәм. Иншалла, ғүмеркәйҙәр заяға үтмәне, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек тоҡом дауам итә уларҙың юлын.
...Сәлим, урындыҡ ҡырына һырғысланған маңлайын бәреп, туңҡаңлап баш ҡалҡытҡанда, ҡояштың яҡты уҡтары ҡорған йыртығы аша мейес ҡорһағын иркәләй ине. Ир күҙҙәрен көскә асып буш урындыҡҡа баҡты, ҡатыны ҡайҙалыр олаҡҡан, буғай, һиҙемләүенсә, был ваҡытта балалары ла мәктәптә. Ҡиәфәте менән асарбаҡ хәленә еткән хужа, бер талай иҙән уртаһында башын тотоп, һерәйеп торҙо. Ниндәй сәйер тынлыҡ. Булмышында сәбәләнгән хистәрҙе аңларға тырышып бағаналай ҡатты. Үткән төн лаяҡыл булғансы хәмер һемерһәләр ҙә, элеккесә ҡәбер менән һаташып сыҡһа ла, тәнендә ниндәйҙер еңеллек тойҙо, зиһене лә асылғандай, күңелендә ҡайҙалыр ашҡыныу урғылды.  Кемдер уны эҙәрлекләй ҙә һымаҡ, алан–йолан ҡаранды, ул–был  һиҙелмәгәс, урындыҡ ситенә сүгәләп серле тойғолар йомғағын тағатмаҡ булып  ҡарашын иҙәнгә сәнсте. “Тағы күпме эсергә була? Буйтым бүктерҙе. Көн дә бер үк хәл. Аңды юғалтҡансы эсәбеҙ ҙә йығылабыҙ, уянып торабыҙ ҙа йәнә араҡы эҙләйбеҙ. Һаҙҙа аунаған сусҡа сүрәтенә индек. Ҡандай донъяны пыран–заран килтерҙек. Юҡ, бөгөн үк берәй ҡарарға килергә кәрәк!” – Үкенесле үткәндәрен миҙанға һалып, арманы бөткән ир һалҡын, толҡаһыҙ өй эсен һөҙҙө. Ҡарашын мөйөштә йыбырлаған бөтмөр үрмәксе алды. Оҙаҡ аулаған ҡуңыҙҙы эләктергән бит теге яуыз, ҡотолорға әмәл ҡалдырмай үрмәсләгән бөжәкте. Аяҡ–ҡулдары сырмалған ҡорбанға тештәрен уптырып йәшәү һуттарын кинәнеп һура. Бахыр ҡуңғыҙҙың яҙмышы хәл ителгән, ярҙам итерлек нәҫел–нәсебе лә юҡ.
Сәлимдең кипкән тамағынан һыҙланыу ауазы һығылып сыҡты. Нишләптер үҙен меҫкен ҡуңғыҙ менән сағыштырҙы, ыңғайына йәне көйҙө, ҡапыл уянған намыҫы ғазапланды, ҡылған сәфәләттәре өсөн оялыу тойғоһо кисерҙе. “Ҡайтарып булырмы элекке ҡотло, бәрәкәтле тормошто, ҡайтанан гөрләтеп йәшәргә дәрт–дарман табырмы? Юҡтыр. Мынау һаҙлыҡтан үрмәләргә көс тә, теләк тә юҡ, донъя көтөргә мөсһөҙләндем. Нәҡ үрмәксе ауындағы ҡуңыҙ мин. Ҡотолоу юлы шулай ҙа бар. Ҡасандыр ишеткәйне: һап–һау биш бала атаһы “төшөрөп” йөрөгәндә берҙән–бер көндө серле шарттарҙа үлеп ҡала. Мендәренә тонсоҡҡан, тиҙәр. Әллә тонсоҡҡан, әллә тонсоҡторғандар, хоҙай белһен. Ни булһа ла, аҙаҡ тол ҡатын, балаларына атайһыҙлыҡтан байтаҡ аҡса юллап, йылмайып –көлөп йәшәп китте. Ундай хәлдәр йыш хәҙер. Әллә мин дә..? Мин булмаһам, бәлки, бисә эсеүен ташлар, балалар өсөн пенсиә алһа – һәүетемсә йәшәп китәр...”
   Сәлим һикереп тигәндәй торҙо, кире уйлауҙан ҡурҡып, тиҙерәк ихатаға атылды. Ниндәйҙер ҡайнар ағым уны мәңгелеккә әйҙәне, әйтерһең, артынан этәләр, йылдам атлап буш лапаҫҡа табан ашыҡты, ыңғайына бил ҡайышын һыпырҙы. Ҡулдары йылғыр эш итте, кемдер ярҙам иткәндәй, кәрәкле төйөн үҙенән–үҙе төйнәлде. Бына элмәк әҙер ҙә. Өлгөрҙө. Аяҡтары тулғанып һәлберәүгә ҡапҡа тышына тормоздарын сыйылдатып, еңел машина туҡтаны. Ишектәр бер юлы асылып эстән биләмә башлығы, мәктәп директоры, полиция инспекторы, район вәкиле төштө. Килеүселәр ҡапҡаны үтеүгә, ҡайҙандыр ҡапыл иҫкән ел мунса ишеген шаҡарҙы. Асыҡ соланда урҙаға аҫылынған ҡатын кәүҙәһе барыһын да шаҡ ҡатырҙы. Көслө ел өйрөлтмәгә әйләнеп мунса иҙәненән күтәрелгән ҡағыҙ киҫәген саҡырылмаған ҡунаҡтар алдына осорҙо. Күтәрҙеләр. Ҡағыҙға ҡабалан ғына, һуҙып, шундай һүҙҙәр яҙылғайны: “Сәлим. ауырыйым мин йәшәгем дә килмәй эсеүеңде ташла балларҙы кеше ит.” Әле генә тымған ел, ҡабат ҡотороп, килеүселәрҙең иғтибарын йүнәлтергә теләгәндәй, өй хужаһының йәнһеҙ кәүҙәһе бәүелгән лапаҫтың япмаһын ҡутарып бәрҙе. Япма киҫәге һауала өйрөлөп–сөйрөлөп күрше кәртәһенә барып төштө. Ел, үҙ бурысымды үтәнем, тигәндәй, ҡушарлап үҫкән тирәктең һары япраҡтарын услап–услап өҙгөләне лә, ҡайҙалыр китеп юғалды.

Сабир ФАЗЛЫЕВ.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас в