Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
20 Июнь 2022, 10:16

Ҡәйнәмә оҡшағанмын!

“Бәйләнештә” сайтында танышҡан һөйкөмлө, илгәҙәк ҡатындың вахта менән Себерҙә эшләгәнен белгәс, ауыр түгелме, тип һораным. 
– Уның ниндәй ауырлығы булһын?!  – Рәсилә* ҡаш һикертте. – Киреһенсә, ауылда эштән ялҡып, арып-талып, бында килгәс, кинәнеп ял итәм ул мин. Сөнки бында ике ҡулыма  бер эш: эшемде эшләп бөтәм дә, вагонсыҡҡа ҡайтып, бот күтәреп ятам. Ысын! Бәхетемдән интернет бар, рәхәтләнеп аудиокитаптар тыңлайым, “Бәйләнештә” төрлө яңылыҡ, дөрөҫөрәге, әлеге лә баяғы аноним ғәйбәтте уҡыйым, йырҙар өйрәнәм (йырларға яратам). Керҙе  кер йыуыусылар йыуа, ашарға  ашханаға йөрөйөм. Йән рәхәте! Эштең ауырлығы ла беленмәй. Ә ауылда ҡәйнәнең ҡырҡмаһа ҡырҡ эше ҡырылып ята. Йоҡо туйғансы йоҡлап ятып та булмай, ҡәйнә менән бергә йәшәгәс, таң менән тороп малды тәрбиәләйһең, тауыҡтарҙы ашатаһың, йә иҙән йыуаһың, йә кер, тигәндәй... 
– Әллә ҡәйнәгеҙ уҫалмы?
– Атыу! Үҙемә оҡшаған! – Рәсилә хахылдап көлдө. – Мин дә йылмайып-көлөп кенә торһам да, «тешле» генәмен ул, әсәйем мәрхүмә әйтмешләй, тел – беләк буйындай. Ҡәйнәм менән һүҙгә килешеп китһәк, ул ахырҙа, киленем тас үҙем, тип көлөп ҡуя. Икебеҙ ҙә ҡыҙыу, әммә кенә тотоп, үпкә һаҡлап йөрөмәйбеҙ. Әйтһәк әйтәбеҙ ҙә, шунда уҡ әрҙе онотоп, ярашып та ҡуябыҙ. Әммә ҡәйнәм уҫал булғанға йүгерекләп йөрөп эшләмәйем. Вахтанан ҡайтҡанда ул әҙерәк ял итһен, тип тырышыла. Ул мине, вахтала арый, йонсой, тип уйлап, килен, ят, ял ит, тиһә лә, ятыуҙы уйламайым.
– Эшләйем тигән кешегә эше табылып ҡына тора шул, – тим. – Ә ирегеҙ ҡайҙа эшләй? Ул да вахталамы?
– Минең ирем юҡ, айырылыштыҡ.
– Ирегеҙ менән айырылышһағыҙ ҙа, ҡәйнәгеҙ менән бергә йәшәйһегеҙме ни? – аптырай төштөм. – Ирегеҙ ҡайҙа һуң? Йәғни, элекке ирегеҙ ҡайҙа?
– Эйе, уның нимәһенә аптырарға?! – Рәсилә көлөмһөрәне. – Даян, минең “бывший”, өйләнеп, ситтә йәшәй, ә ҡәйнәм, ҡайным вафат булғас, бер үҙе ҙур йортта ҡалғайны, беҙҙе (мине һәм балаларҙы) йәлләп, үҙенә саҡырып алды...   
Мин уға бер ни өндәшмәй ҡарап ултыра биргәс, Рәсилә һүҙен дауам итте:
– “Бәйләнештә”ге аноним ғәйбәттәрҙе уҡыйым тигәйнем дә, бер көндө ҡыҙып, серләшеү төркөмөнә үҙем тураһында яҙырға булып киткәйнем. Әммә бынау тыңлауһыҙ бармаҡтар менән телефон хәрефтәренә баҫа башлағас, арытты ғәләмәт. Һыу буйындай итеп яҙырға ялҡауым да килде. Һеҙгә генә һөйләйем дә ҡуяйым. 
Ҡәйнәм менән араларыбыҙ алдан бик алама ине. Минең тәмәке тартҡанды яратманы (ул саҡта тарта инем). Әҙәптең ни икәнен дә белмәй, миңә ундай килен кәрәкмәй, тип Даян менән өйләнешеүебеҙгә ҡырҡа ҡаршы торҙо. Хәйер, уның урынында булһам, тап шулай ҡаршылашыр инем. Әммә Даян – ҡарышҡыр: әсәһен енләндерер, уның һүҙен һүҙ итмәҫ өсөн мине алды. Яратмайынса... 
Училищела уҡығанда бүлмәләш ҡыҙ мине үҙҙәренә ауылға ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Клубта Даян менән таныштыҡ. Шунда ауыл йәштәре менән бергә һыра эсеп, тәмәке тартып, алйып йөрөлдө. Аҙаҡ Даян күңелле компанияны үҙҙәренең өйөнә саҡырҙы (ата-әсәһе ҡайҙалыр ҡунаҡҡа киткәйне). Торған ерҙәрен күрҙем дә хайран ҡалдым. Шундай матур итеп, етеш йәшәйҙәр ине! Ундай матурлыҡты, таҙалыҡты күргәнем булмағас, хатта илағы килде. Өйҙәренән айырым бер нур сәселеп торғандай тойолдо. Һаманғаса иҫемдә: өйҙәренән яңы бешкән икмәк еҫе бөркөлә ине! Әсәй бер мейес итеп ҡомалаҡтан икмәк һалды, тине Даян. Башымдан, мин ошонда килен булып төшөргә тейеш, тигән уй йәшен тиҙлегендәй үтеп китте. Табынға ҡуйылған араҡы, һыра  өйҙөң йәмен ебәргәндәй, беҙҙең кәйефләнгән компания йорттоң ҡотон осорғандай булды. Шәхсән минең өйөмдө бысратҡан кеүектәр ине, асыуым ҡабарҙы. Ысын. Даянды тәүгә күреп, уларҙың өйөнә беренсе тапҡыр аяҡ баҫһам да, ошонда хужабикә һымаҡ инем. Нурлы йорт минеке булырға тейеш ине!
Минең бит атай-әсәй эсергә яратты, күмәк бала үҫтек, ятаҡ кеүек бер торлаҡтың мөйөшөндә тығылышып... Гел асыға торғайныҡ. Даян менән өйләнешкәс әле ул, нимәгәлер ирешеп киттек тә, һин банан ашап үҫкәнһең, ә мин кеше ашаған банандың тышын ашай торғайным, тип ҡысҡырҙым. Ысын шулай. Кемдер банан тышын урамда ташлап китһә, шуны, ҡарға, боҙға ҡуша туңған әрсемде, соҡоп алып ашаным. Өйҙә бит эскегә гел дә аҡса табылды, ә аҙыҡ-түлеккә – ҡытлыҡ. Кеше тормошона ҡыҙығып, кеше әйберен кейеп үҫелде инде. 
Шуға ла Даянды ҡаратып алыу өсөн бар көстө һалдым. Шул уҡ төндә уның менән ятып йоҡлап, икенсе аҙнала бүлмәләш ҡыҙға тағы эйәреп килеп, Даян менән бергә булынды. Ә өс айҙан мин уларҙың өйөнә барҙым. Ауырлымын, тип. Даяндың тәүҙә өйләнергә уйында ла юҡ ине, ләкин әсәһе уны минең алда ҡысҡырып әрләй башлағайны, тотто ла, теләһә нимә эшләгеҙ, өйләнәм, тине. Әйтәм дә, булмышы менән шыр тиҫкәре, бигерәк тә әсәһенә шулай ныҡ ҡаты, әллә ниндәй үсе бар, тиерһең.
Ҡойто ғына туй үткәреп, нурлы йортҡа килен булып төштөм бит тәки! Тик ҡыуанысым оҙаҡҡа барманы. Даян миңә ҡарата һалҡын ине, ҡәйнәм асыҡтан-асыҡ мине яратманы. Шуға ла нурлы йортта йәшәүе ауыр булды. Даян – дүрт баланың иң кесеһе, иң иркәһе. Эсергә, кәйеф-сафа ҡорорға яратты, эш һөймәне. Ҡайным, бик эшсән, баҫалҡы кеше, беҙҙең тормошҡа артыҡ ҡыҫылманы, мине ҡаҡманы ла, һуҡманы ла, хәленән килгәнсә яҡлашты, ярҙамлашты. Бер-бер артлы ике баланы тупылдатҡас, Даян бөтөнләй ситләшеп, минең менән яҡынлыҡҡа инмәй, айырым ятты, йәнәһе лә, бәләкәй балалар илап, мыжып, уның йоҡоһон бүлә. Бер аҙҙан асыҡтан-асыҡ тиерлек өҫтөмдән йөрөй башланы. Мин инде быға түҙмәй, бәләкәй балабыҙға бер йәш тигәндә уның менән айырылыштым да, ике баланы эйәртеп, үҙем үҫкән ятаҡ йоратындағы мөйөшкә ҡайттым. Мин училищела уҡығанда уҡ атай үлгәйне, әсәй ҙә 68 генә йәшендә донъя ҡуйҙы. Бәләкәй генә каморкала ҡустымдың ғаиләһе менән бергә тығылыштыҡ – улар дүртәү ҙә  беҙ өсәү. Ҡәйнәмдең, бер нимәгә эшкинмәйһең, тигән һүҙҙәре гел ҡолаҡ төбөндә яңғырап торҙо. Сәмләндем дә, көс-хәл менән тартыуҙы ташланым, ашарға бешерергә, ҡул эшенә өйрәндем. Мине бит бала саҡта бер кем дә аш-һыу серҙәренә, бәйләм бәйләргә өйрәтмәне. Мәктәптә лә хеҙмәт дәресендә йүнле уҡытыусы булманы. Өйөбөҙҙә, үҙемде иҫләгәндән алып, һәр саҡ бысраҡ ине. Өйҙө йыйыштырған кеше лә булманы. Апайҙар һаман да шулай шапшаҡ. Кемеһелер йүнле генә кешегә кейәүгә сығып, донъя көтә, кемеһелер атай-әсәй юлын ҡыуа, дөрөҫөн әйткәндә. Ағайҙар ҙа шул. Ҡустының кәләше лә үҙебеҙҙең иш. Бер түтәл еләктәребеҙ, тимәксемен. Ә былай һәйбәт кенә ул, кешегә ярарға ғына тора. Бигерәк баһымсаҡ. Баһымсаҡ булмаһа, шунсама йыл бергә йәшәй алыр инекме ни? Киленгә балаларҙы ҡалдырып, үҙем вахта менән эшкә сығып киткәйнем дә инде. Тәүҙә ҡустым вахта менән эшкә инде. Аҙаҡ миңә лә эш белеште. Бер ваҡыт “Бәйләнештә” теге бүлмәләш ҡыҙҙы эҙләп таптым да яҙышып алдыҡ. Уның аша ҡайнымдың вафат булыуын, Даяндың өйләнеп, икенсе өлкәлә йәшәүен, бик һирәк ҡайтыуын белдем. “Бывшийың”дың әсәһе ауырый, буғай, тигәс, ҡәйнәмде йәлләп, вахтанан ҡайтыу менән балаларҙы алдым да уларға барҙым. Ике балам да Даянға оҡшаған – һуйған да ҡаплаған. Ҡәйнәм балаларҙы күрҙе лә ҡыуаныстан илап ебәрҙе. Ябығып, ҡартайып киткәйне. Ҡан баҫымы, диабет менән ыҙалай икән. Даян мәрйәгә өйләнеп, уныһы “бывший”ҙы ауылдан тамам биҙҙергән. Дүрт балам бар, дүртеһе – дүрт тарафта, һәр кеме үҙенә саҡыра ла, ләкин бынау ҡәҙәрем донъямды нисек ташлап сығып китәйем, тип уфтанған ҡәйнәмә, әгәр риза булһаң, үҙебеҙ киләйек тә ҡуяйыҡ иптәшкә, тинем: “Беҙ бәләкәй генә бүлмәлә ете кеше тығылышып йәшәйбеҙ, балаларға ҡыйын”. Шунда уҡ ризалашманы, шикләнде. Аҙаҡ, балалары менән кәңәшләшеп, үҙе саҡырып алды: “Ейәндәрем яландай иркен өйҙә йәшәһен!” Яҡындары ла, күрше-күлән дә беҙҙең ҡапыл килеп, уның өйөндә йәшәүебеҙгә аптырашты. Ҡәйнәм, ситтеке түгел, үҙемдекеләр, тип ауыҙҙарын япты.
Һуңғы арала ҡәйнәм ныҡ биреште. Йәше лә бара бит. Берәйһе менән таныш, йәшләй яңғыҙ ҡалдың, тиһә лә, белеп торам, минең берәй ир табып, уны ҡалдырып сығып китеүемдән ҡурҡа. Тәгәрәп ауырып киткәнендә, ҡәҙерләп кенә үҫтерҙем, ә бер балама кәрәгем юҡ, тип бушты һөйләп, илап ала. Балаларына кәрәкмәй әллә... бик тә кәрәк ул. Бушамай китәләрҙер, эш кешеләре бит барыһы ла, алыҫта йәшәйҙәр, гелән ҡайта алмайҙар. Шул Даян ғына ярты йылға бер шылтырата, башҡалары көн һайын әсәләренең хәлен белешеп тора ул былай. Ҡәйнәм менән ирешеп китһәк, бөтөнләй эшлектән сыҡһам, мине ҡарттар йортона алып бар ҙа тапшыр, тип ебәрә ҡай саҡ. Эйе шул, мин иҫәрме әллә, ике балама шундай алама өлгө күрһәтәйемме ни, тип яуаплайым. Ҡәйнәм арҡаһында, шөкөр, балаларым менән нурлы йортта йәшәйбеҙ. Йорттоң нуры  ҡәйнәмдән икәнен беләм. Ул бит, ауырыйым, тип тормай, ҡырмыҫҡа кеүек ҡыбырлап, тәмле итеп аштарын бешереп ебәрә, бәйләмен ҡулына алһа – бармаҡтарына күҙ эйәрмәй! Мин вахтала саҡта ул балалар менән бергә донъя көтә. Яратыуҙың ни икәнен дә белмәй инем, Даяндан тапҡан балаларымды өҙөлөп яратам, улар бәхетле булһын, етешлектә йәшәһен өсөн тырышам, ҡәйнәмде тәрән ихтирам итәм, хатта яратам да, буғай. Һәр хәлдә, унһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтермәйем. Оҙон ғүмерле бул, тип теләйем уға. Яңынан кейәүгә сыҡһам да, ҡәйнәмде ташламаясаҡмын.
– Һоратыусылар бармы әллә? – Рәсиләгә һоҡланып ҡараным.
– Булмай әллә, минең кеүек аҫыл ҡоштар юлда тәгәрәп ятмай! Ҡәйнәм шулай тине, мин түгел! – Рәсилә ихласлап көлдө.
– Маладис һин! – нисек маҡтамай түҙәһең был көләкәсте?!   
– Атыу! – Рәсилә түш кирҙе. – Ҡәйнәмә оҡшағанмын! 

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.       

*  Бөтә исем дә үҙгәртеп алынды. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: