

Теплицала үҫтергәндә, буйға үҫә, уңышы кәмерәк була. Асыҡ тупраҡта яҡшы үҫә, әммә колорадо ҡуңыҙы ашай. Шуға түтәлгә ултыртҡас та дуғалар ҡуйып, пленка менән ябып ҡуйығыҙ.
Үҫтергәндә иртә һәм уртаса ваҡытта өлгөрә торған сорттарын һайлағыҙ.
Баклажан фосфорлы ашламаны ярата. Ултыртҡанда тупраҡҡа янған тиреҫ, торф, көл һалығыҙ. Үрсетмәне тышҡа күсергәндә түтәлдәрҙе бейек итеп эшләгеҙ. Ултыртҡас, өс аҙнанан һуң ғына туҡландырығыҙ. Ултыртыр алдынан 2 литр һыуға 0,5 г бор кислотаһы, марганцовка һәм баҡыр купоросы һалып эшләнгән иретмә менән эшкәртегеҙ.
Баклажан дым ярата. Һыу етмәһә, сәскәләре ҡойола башлаясаҡ. Помидорҙыҡы кеүек, уның да артыҡ һабаҡтарын өҙөп ташлайҙар.
Бер төптә 2 – 3 кенә ботаҡ ҡалырға тейеш.