Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
19 Июнь , 21:00

Йондоҙнамә (20 – 26 июнь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна өмөтлө булырға оҡшай. Күтәренке кәйеф менән яңы эштәргә тотонорһоғоҙ, моғайын. Айырым уңышһыҙлыҡтар ҙа күңелегеҙҙе төшөрә алмаҫ. Элек тотонорға баҙнат итмәгән эштәр ҙә уйламағанса һәйбәт барыр. Иң мөһиме – үҙ аҡылығыҙ менән эш итеүҙә.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Шишәмбеләге ваҡиғалар һеҙҙең өсөн бөтөнләй көтөлмәгәндәй булыр. Бындай хәл менән элек һис тә осрашҡанығыҙ юҡ та ине һымаҡ. Йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа, ныҡлап уйлап эш итергә ҡуша. Тәжрибәле кешеләрҙең кәңәштәре лә әллә ни ярҙам итмәҫ. Бер аҙҙан эштәр асыҡлана башлар.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Күберәк үҙегеҙ тураһында уйлағыҙ. Һуңғы ваҡыт кеше йомоштары менән күп йөрөй башланығыҙ, шикелле. Үҙ эштәрегеҙ артта ҡала. Шәхси тормошоғоҙға иғтибар бирергә онотмағыҙ. Һеҙгә оҡшаған кешегә тәүге аҙым яһарға тартынмағыҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Осорҙоң тәүге яртыһы файҙалы үтер. Тейешле кешеләр менән үҙ эшегеҙ тураһында етди һөйләшеп алырға форсат сығыр. Бер юлы өмөтлө кәңәштәр, кәрәкле мәғлүмәт ишетерһегеҙ, бәлки. Шаршамбылағы ваҡиғаларға иғтибар итегеҙ, улар һеҙҙең өсөн мөһим буласаҡ.

Буға ( 21.04 – 21.05)
Тыныс ҡына йәшәй алмаҫһығыҙ, моғайын. Төрлө мәшәҡәт менән шишәмбе һәм йомала осрашырһығыҙ. Һәр хәлдә үҙ көсөгөҙгә генә таяныуығыҙ дөрөҫ булыр. Шулай тиҙерәк булдыра алырһығыҙ һәм бер кемгә лә бурыслы ҡалмаҫһығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Шаршамбыла ниндәйҙер уңайлы мәл килеп сығыуы бар. Бының арҡаһында маҡсаттарығыҙ­ҙың береһенә бер аҙ яҡынайыуығыҙ ихтимал. Был арала күптәнге танышығыҙ менән араларҙы яңырта алырһығыҙ. Йомала көтөлмәгән бүләк алыуығыҙ ихтимал.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Аҙна уңышлы килер. Күптән борсоған һорау­ҙарҙың бәғзеләренә яуап алырһығыҙ. Ниндәйҙер эштән баш тартырһығыҙ, бәлки – ул хәҙер һеҙгә кәрәкмәҫ тә һымаҡ. Ҡайһы бер мәсьәләләргә икенсе төрлөрәк ҡарай башларһығыҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Юғары әҙерлегегеҙ файҙа килтерер. Яҡын­дағылар һеҙгә һәр саҡ тартылып торор. Был арала ышаныслы фекерҙәштәр табыуы ла ауыр булмаҫ. Ҙур эштәрҙе башлау тураһында уйлай баш­ларһығыҙ. Кесе йомалағы һөйләшеү кәйефегеҙҙе мотлаҡ күтәрер.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Һуңғы ваҡыт донъяға нисектер еңелерәк ҡарайһығыҙ, буғай. Ҡайһы бер әйткән һүҙгә, ҡылған эшегеҙгә аҙаҡ үкенергә тура килмәһен. Хәйер, үҙегеҙ ҙә беләһегеҙҙер, бала-саға түгелһегеҙ бит. Әйткәндәй, әллә ни ҙур хаталар булмаҫ та кеүек.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Башҡаларға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға кәңәш ителә. Шишәмбелә бик аҡыллы һәм урынлы кәңәш ишетерһегеҙ. Кесе йомалағы хәлдәр тәү ҡарашҡа аңлайышһыҙ һымаҡ тойолор. Уларҙың асылына төшөнөр өсөн бер аҙ ваҡыт кәрәк буласаҡ.

Саян ( 24.10 – 22.11)
Бөтөн нәмәгә етди ҡарарға тырышығыҙ. Үҙегеҙҙе шулай ғына ҡайһы бер хаталарҙан ҡурсаларһығыҙ. Кеше хәбәренә лә артыҡ ышанып бармағыҙ. Шишәмбелә, мәҫәлән, кемдер һеҙҙе мотлаҡ алдатырға тырышыр. Аҙна араһында таныш эштәрегеҙ яҡшы барыр.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Яңы эштәрҙе башлап ебәрергә мөмкин булыр. Тик тиҙ һөҙөмтәгә артыҡ өмөтләнмәгеҙ, бер аҙ түҙергә тура килер. Ғөмүмән, был арала ҙур ҡыйынлыҡтар һәм хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәләләр осрамаҫҡа тейеш. Барыһы ла үҙ яйы менән барыр. Йомала өмөтлө һөйләшеү бик ихтимал.


















Автор:AdminQ Admin
Читайте нас в