Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
19 Июнь , 07:00

Тәмле алма сорттары

Беҙҙең ауыл янында элек алма баҡсаһы булды. Хәҙер инде ағастар ҡартайып, ҡороп бөтөп бара. Ауылдаштар менән һөйләшеп, быйыл  баҡсаны яңыртырға булдыҡ. Һөйләшеү башланғас та яҡын-тирәләге питом­никтарҙы йөрөп сыҡтым, тик һайлап алырлыҡ сорттар юҡ. “Папировка” һәм “Московская грушовка”ны артыҡ маҡтамайҙар. Һатыусылар “Бельфлер-Китайка” сортын тәҡдим итә, тик улар һатыуҙа юҡ ине. Емеше тәмле, шул уҡ ваҡытта артыҡ ҙур тәрбиә талап итмәгән (дөйөм баҡсаны бер кем дә ҡарарға ризалашмаҫ, тип уйлайым) сорттар тураһында яҙып китһәгеҙ ине.
                                        
 Әмир ӘХМӘТОВ. 
Ауырғазы районы.

Ысынлап та, “Папировка” һәм “Московская грушовка” сорттарында кислота күп. Өҫтәүенә, улар бәшмәк ауырыуына тиҙ бирешә. Емештәре иһә оҙаҡ һаҡланмай, ташыуға ла яраҡлы түгел. 
Һеҙгә “Раннее алое”, “Яблочный спас”, “Августа”, “Орловим” алмағастарын ултыртырға кәңәш итәбеҙ. Уларҙың емеше тәмле, иртә уңыш бирә башлай (3 – 5 йылдан). Бәшмәк ауырыуына ла бирешеп бармайҙар. Иң мөһиме: уңышы мул була һәм йыл һайын емеш бирә. Тәмле булыуы менән “Мелба” сорты айырылып тора, уны ултыртырға була. Тик ул да бәшмәк ауырыуына тиҙ бирешә, етмәһә, ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа йыш ҡына һәләк була.
“Бельфлер-Китайка” – йәй аҙағында өлгөрә торған бик яҡшы сорт. Уны Иван Мичурин үҙе сығарған. Алмалары матур, эре (400 грамға тиклем), тәмле һәм хуш еҫле. Тик был сорттың ике кәмселеге бар: бәшмәк ауырыуына бирешеүсән һәм, ҡартая башлаһа, йыл аша ғына уңыш бирә.
Тәрбиәләүгә килгәндә, алмағастың сортына ҡарамайынса, барыһына ла тәрбиә, ҡарау кәрәк. Йыл һайын яҙлы-көҙлө булһа ла ауылдаштарығыҙ менән сығып, ҡороған ботаҡтарын ҡырҡырға, олонон ағартырға, ҡойолған япраҡтарҙы, емештәрҙе таҙартырға тура килер. Сөнки тәрбиә күрмәгән ағастар 3 – 4 йылда ҡороясаҡ.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас в