Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
18 Июнь , 07:00

Аҡтамырға ҡаршы көрәш

 Баҡсабыҙҙы сүп үләне – аҡтамыр баҫты. Унан нисек ҡотолорға икән?
 Лилиә АНСАРОВА.
Баймаҡ районы.

Аҡтамырға ҡаршы көрәшеү өсөн күп көс сарыф итергә тура киләсәк. Әммә тырышлыҡ бушҡа китмәҫ, айырыуса бының өсөн һеҙгә ябай йәшелсә – ҡабаҡ ярҙам итеүен белһәгеҙ.
Бер-береһенән 1-әр метр ара ҡалдырып, аҡтамыр үҫкән ерҙе 30 см киңлектә юл-юл итеп кәҫләп ҡаҙырға. Кәҫтәрҙе ҡаҙылмаған ер өҫтөнә тамырҙарҙы өҫкә ҡаратып һалырға. Ә ҡаҙылған ергә тиреҫ һәм минераль ашламалар индереп, соҡорҙар яһап, ҡабаҡ сәсергә.
Кәҫ менән ҡапланған урында артабан да аҡтамыр үҫеп сыға икән, уны сабып, шунда уҡ ҡалдырырға. Ҡабаҡ үҫеп киткәндән һуң, уның күп һанлы мыйыҡтары, киң япраҡтары сүп үләненә үҫергә ирек бирмәйәсәк. Ныҡлы тамыры ла ер аҫтынан аҡтамырҙы ҡыҫырыҡлай. Тик уңышты йыйып алғас, ҡабаҡтың һабаҡтарын йыйып алырға ла, мотлаҡ рәүештә ерҙе тулыһынса тәрән итеп ҡаҙып сығырға кәрәк.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас в