Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
17 Июнь , 07:00

Ашламаларҙың барыһы ла кәрәкме икән?

“Баҡса” магазинына инһәң, иҫең китерлек: ниндәй генә ашлама юҡ. Хаҡтары ла кеҫәгә һуғырлыҡ ҡиммәт кенә. Элек, беҙ бала саҡта, уларҙы бөтөнләй һатып алмай инек – ҡыш буйы йыйылған тиреҫте һалдыҡ. Унда үҫемлектәр өсөн кәрәкле барлыҡ матдә лә бар, тинеләр. Шулай ҙа, һатыуға сыҡҡан ашламаларҙы күргәс, аптырап ҡалдым: уларҙың барыһы ла кәрәкме икән?
                        
Илдар ЗИННУРОВ. 
Ҡырмыҫҡалы районы.

Ысынлап та, тиреҫ, ҡош тиҙәге, ағас көлө кеүек хужалыҡтан сыҡҡан ашламаларҙа үҫемлектәргә кәрәкле барлыҡ матдә лә бар тиерлек. Әммә ҡайһы берҙәре сикләнгән күләмдә була һәм үҫемлектәргә етмәй ҡала. Мәҫәлән, фосфор – 0,25, калий 0,6 процент ҡына. Минераль ашламаларҙа улар күберәк. Шуға күрә ваҡыты-ваҡыты менән булһа ла баҡсағыҙҙы минераль ашламалар менән туҡлан­дырып тороғоҙ. Иғтибар менән ҡараһағыҙ, йәшелсә-емештәрегеҙ үҙҙәре үк ниндәй матдә етмәүе тураһында хәбәр итә. Япраҡтары һарғайып, ваҡытынан алда ҡойола башлаймы? Тимәк, уларға азот етмәй. Ә улар ҡыҙғылт төҫкә инһә, фосфор дефицит икәнен һөйләй. Яҡшылап үҫеп китә алмаһа, көкөрт, магний, тимер етмәй. Шулай уҡ кальцийлы ашлама ла мөһим – ул үҫемлектәрҙең барлыҡ туҡымаһына ла кәрәк.
Мул уңыш алыу өсөн баҡсағыҙға иғтибарлы булығыҙ, минераль ашламаларға аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ һәм эштәрҙе ваҡытында башҡарығыҙ. Сөнки япраҡтар тулыһынса һарғайғас азот менән ашлау йәшелсә үҫентеһен ҡотҡармай. Тәүге билдәләр күренеү менән эшкә тотоноғоҙ.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас в