Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
16 Июнь , 07:00

Ҡыяр ниңә әсе була?

Ҡыяр сәсергәме, юҡмы тип, гел аптырауға ҡалам: һуңғы йылдарҙа уларҙың ҡабығы ауыҙға алырлыҡ түгел – әсе була. Сорттандыр, тип төрләп сәсеп тә ҡараным, тик ярҙамы теймәй. Һеҙҙән кәңәштәр көтөп ҡалам.
Миңзәлә МӨХТӘРОВА. 
Салауат ҡалаһы.

Ҡыяр үҫентеләренең күпселегендә кукурбитацин матдәһе бар. Тап ул әсе тәм бирә. Әлеге матдә аҙ булған осраҡта, әсеһе һиҙелмәй, ә инде күп булғанда ашарлыҡ булмай. Шулай ҙа йәшелсәне ташларға ашыҡмағыҙ: ҡабығын әрсеп, һабағы яғынан 3 – 5 см ҡырҡып ташлаһағыҙ, ҡалған өлөшөн ашарға була.
Ҡыярҙа кукурбитацин матдәһенең күләме ни сәбәпле арта һуң? Беренсе сиратта үҫенте кисергән төрлө шарт – артыҡ ҡыҙыулыҡ, дым етмәү, көн торошоноң ҡапыл үҙгәреүе, туҡлыҡлы матдәләр етмәү һәм башҡалар. Тимәк, йәшелсәнең әселеге уның сортынан ғына түгел, ә нисек тәрбиәләүгә лә бәйле. Һыуҙы көн һайын, артыҡ күп итмәй генә һибергә, йәй ҡыҙыу килгәндә йәшелсәне япраҡтары менән ҡаплап ҡуйырға тырышығыҙ.
Ә инде сорттарға килгәндә, ҡайһы берҙәрендә кукурбитацин матдәһенең барлыҡҡа килеүенә ҡаршы торорлоҡ ген була. Улар – башлыса Европа һәм Голландияның салат өсөн үҫтерелгән оҙон, нескә, аҙ орлоҡло сорттар. Баш ватып тормаҫ өсөн орлоҡ һатып алғанда мотлаҡ уның ҡабындағы аңлатмаһына иғтибар итегеҙ. Әгәр файҙалы ген булһа, етештереүсе был хаҡта мәғлүмәт бирмәй ҡалмаҫ. Ә инде белгестәр кәңәшенә килгәндә, улар “Амелия”, “Герасим”, “Бинго”, “Конни”, “Кураж” сорттарын сәсергә тәҡдим итә. Тағы ла “Сладкий хруст” тигән сорт бар, тик уны сәсергә быйыл һуңға ҡалдығыҙ – һуң өлгөрә. Баҡсасылар был сортты апрель башында уҡ сәсеп, үҫентеһен парникка күсерә.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас в