Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
16 Июнь , 07:00

Таныш булығыҙ: "Юлдаш"тар - Айгүзәл Сәрсәмбаева

Тыуған көнөм:  1995 йылдың 1 авгусы.
Тыуған ерем: Учалы районының Науруз ауылы.
Белемем буйынса мин: инженер-технолог, СММ-менеджер.
Радиола нисек эш башланым: әсәйем һөйләй торғайны: бәләкәй саҡта, 3–4 йәш булғанда, “магнитофонға инәм” тип илап ҡаңғыртҡанмын. Ул, аптырағас,  мине магнитофонға яҙҙырып, һөйләтер булған. Ҙурайғас, ул теләгемде онотҡайным.
Бер мәл “Юлдаш” радиоһына социаль селтәрҙә эшләүсе хеҙмәткәр эҙләүҙәре тураһындағы иғланды күреп ҡалдым! Баҙнатһыҙ ғына: “Мин һеҙҙең менән эшләгем килә”, – тип яҙҙым. Хәбәремде ебәрҙем дә, телефонымды алыҫҡа һалып ҡуйҙым. Башымда, әллә яуап бирәләр, әллә юҡ,  тигән уйҙар ине... 
Икенсе көнөнә яуап ҡайтарҙылар бит! Минең, минән дә нығыраҡ әсәйемдең нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ ине! 
“Телеүҙәккә килегеҙ, танышырбыҙ. Эш урыны тураһында тулыраҡ һөйләшербеҙ”, – тине Нәркәс Ғәҙелшина. 
Ҡыуанып, дәртләнеп “Юлдаш” радиоһы мөхитенә килеп индем. 
 Аллаға шөкөр, тип эшкә йөрөйөм.
 Алып барыусы булып эшләмәһәм дә, шулай ҙа “магнитофон”ға инеп киттем. Тимәк, бала саҡ хыялым тормошҡа ашты. Кем белә, бәлки, киләсәктә тапшырыуҙар ҙа эшләй башлармын. 
Эшемдә иң оҡшағаны:  эшемдең ижади, төрлө яҡлы һәм ҡыҙыҡлы булыуы. 
“Юлдаш” минең тормош юлымда – үҙе бер ғүмер! Был эштә кешенән ныҡ етеҙ булыу талап ителә.  Бер көн, төп эшемдән тыш, «Гөлнәзирә», «Буги-буги» бейергә өйрәнһәм, икенсе көндә Ғафури районы буйлап Уҡлыҡаяға йә Ирәмәлгә  сәйәхәт ҡылам. 
Рәхмәтлемен: етәкселәргә, коллегаларыма. Өфөгә эшкә килгәс, улар миңә ныҡлы рухи терәк булды.  
Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш: ныҡ хисле булғанғалыр, төштәремә “Юлдаш” егеттәренең мәрәкәһе, дәртле йырҙары, эш буйынса төрлө төбәккә сәйәхәттәр йыш ҡына инә. Улар ҡурҡыныс түгел, киреһенсә, күңелде күтәреп ебәрә. 
Яратҡан йырым: «Арғымаҡ” төркөмөнөң “Бирешмә” йыры.
Китабым:  Стивен Кови,  “7 навыков высокоэффективного человека”.
Фильм:  “Мавританец”.
Эштән арып киткән саҡтарҙа: нисек кенә эшеңде яратһаң да, ял да итә белергә кәрәк. Волейбол секцияһына йөрөйөм, һирәк-һаяҡ булһа ла һабаҡташтарым менән осрашырға тырышам. 
Ғорурланған һуңғы ҡаҙанышым: Өйрәнгән мөхитемде алыштырырлыҡ көс һәм мөмкинлектәр табып, Силәбенән Өфөгә күсеп килеүем.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас в