Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
15 Июнь , 14:22

Ҡыярҙы нисек үҫтерергә?

Беҙҙең яҡта ҡыярҙы бау буйлатып үҫтермәйҙәр, һабаҡтары ерҙә ята. Бауға буйлатып парниктарҙа, теплицаларҙа ғына  үҫтерәләр икән, тип уйлай инем. Былтыр ҡунаҡҡа барғанымда апайымдың ябай түтәлдә ҡыярҙы ошо юл менән үҫтереүен күрҙем. Ҡайһылай итеп үҫтергәндә ҡыяр уңышы күберәк була икән?
Сәлимә НИЯЗОВА. 
Хәйбулла районы.

Ҡыяр төрлө шартҡа ла бик еңел яраҡлаша. Шуға күрә ул бау (шпалер – үҫемлектәр үрмәләп йәки ағас ботаҡтары бер йүнәлештә генә үҫһен өсөн ҡолғаға бау йәиһә сыбыҡ тарттырып эшләнгән ҡойма) буйлап өҫкә табан да, түтәлдә лә рәхәтләнеп үҫә. Әммә ҡайһы бер нескәлектәрҙе белеү мөһим.
Түтәлдә үҫкәндә ҡыяр тиҙ арала бөтә майҙанды ҡаплап ала, хатта һыу һибеү, уңыш йыйыу өсөн ҡалдырылған һуҡмаҡҡа ла сыға. Ә был эштәрҙе башҡарған саҡта һабаҡтар ҙур зыян күрә: яңылыш өҫтөнә баҫып китәһең, уңыш йыйғанда уларҙы күтәрәһең, төшөрәһең, урынынан шылдыраһың, тартылған саҡта һынып та ҡуя. Һөҙөмтәлә күп ауырыу барлыҡҡа килеүе ихтимал. Зыян күргән һабаҡтарҙы “дауалау” өсөн үҫенте үҙенең уңыш бирә торған байтаҡ көсөн сарыф итә. Әгәр ҡыярҙы бау буйлап үрмәләтһәң, уңыш йыйыу шаҡтай еңеләйә һәм һабағы ла аҙыраҡ зыян күрә. Шулай уҡ йәшелсәнең үҙенә яҡтылыҡ, һауа күберәк үтеп инә – уңыш өсөн был да бик әһәмиәтле. Белгестәр иҫәпләүенсә, үрмәләп үҫкән ҡыярҙы дөрөҫ тәрбиәләгәндә, түтәлдә үҫкәнгә ҡарағанда, 3 – 4 тапҡырға уңышы күберәк була. Шуныһы ла мөһим: ептәр ни ҡәҙәр бейегерәк һуҙыла, уңыш шул ҡәҙәр күберәк була. Тик ҡул һуҙымынан да юғарыраҡ итһәгеҙ, йыйып алыу ҡыйынлаша.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас в