Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
13 Июнь , 13:10

Йондоҙнамә (13 – 19 июнь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Өйҙә лә, эштә лә ҙур булмаған ҡаршылыҡтар килеп сығыуы мөмкин. Уларҙы хәл итеү ауыр булмаҫҡа тейеш. Шулай ҙа күңелегеҙҙә эҙ ҡалдырырҙар. Был арала ниндәйҙер күптән барып сыҡмаған эште тамамлай алырһығыҙ, буғай.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Аҙна тыныс һәм файҙалы үтер. Башҡаларға һәр саҡ ярҙам күрһәтерһегеҙ, һеҙгә лә булышлыҡ итеүселәр табылыр. Шаршамбы бер аҙ борсоулыраҡ көтөлә. Икенсе яҡтан, иҫтә ҡалырлыҡ ыңғай ваҡиға булыуы ла ихтимал.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Мәшәҡәтле һәм бер юлы уңышлы көндәр. Осраған мәсьәләләрҙе артыҡ һуҙмайынса, мөмкин тиклем тиҙ хәл итегеҙ. Иң ҡатмарлы саҡтарҙа эске тауышығыҙ дөрөҫ юл күрһәтер. Аҡса уйлағандан күберәк килер. Бер аҙын тотонорға һәм йыйып ҡуйырға етер.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Шишәмбеләге ваҡиғалар ҡайһы бер ниәтегеҙҙе үҙгәртергә мәжбүр итер. Икенсе яҡтан, артабан барасаҡ юлдарығыҙ ҙа асыҡланыр. Аҙна барышында ниндәйҙер мөһим осрашыу булыуы ла ихтимал. Төрлө хәбәр килеп торор, уларҙан дөрөҫ һығымта яһай алырһығыҙ кеүек.

Буға ( 21.04 – 21.05)
Осор бер аҙ ҡатмарлыраҡ көтөлә. Күптәнге таныштарығыҙ менән дә аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы мөмкин. Хәйер, хәлдәр бик тәрәнгә китмәҫ, моғайын. Йондоҙҙар был арала нығыраҡ эшләргә ҡуша. Был осраҡта күберәк булдыра алырһығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Еңел көндәргә артыҡ өмөт итмәгеҙ. Уңыштар булыуын булыр, ләкин һеҙҙән күп көс һәм ваҡыт талап итер. Ҡыйынлыҡтарҙың бөтөнләй көтмәгән яҡтан килеүе ихтимал. Ауыр саҡта тәжрибәгеҙ мотлаҡ ярҙам итер. Кесе йомала бик уңайлы мәл булырға тейеш.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Аҙна мәшәҡәттәрҙән башланып китер. Әллә ни борсолмағыҙ, улар оҙаҡҡа бармаҫ. Бәғзеләре үҙҙәренән үҙҙәре хәл ителер, ҡайһы бер мәсьәләләргә үҙегеҙҙең көсөгөҙ етер. Шуныһы яҡшы, тап был арала ниндәйҙер өмөтлө бәйләнештәр булдыра алырһығыҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Ғөмүмән, осорҙоң ыңғай яҡтары күберәк булыр. Тормошоғоҙ арыу ғына барыр, кәйефегеҙ ҙә күтәренке буласаҡ. Күптәр элек күҙгә салынмаған мөмкинлектәрҙе күрер, бәлки. Ошо көндәрҙә башлап ебәргән яңы эштәрегеҙ мотлаҡ уңышлы тамамланасаҡ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Йондоҙҙар һәр хәлдә ашыҡмаҫҡа һәм иғтибарлыраҡ булырға ҡуша. Һеҙҙең тирәлә әлегә аңлайышһыҙ һәм сәйер күренгән ваҡиғалар күбәйер. Уларҙың асылына төшөнмәйенсә әүҙем эш итеүҙе кисектереп тороғоҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Ҡайһы бер хәлдәр күңелегеҙҙе күтәрер. Ғөмүмән, был аҙна өмөтлөрәк күренә. Борсоған  айырым һорауҙарға яуап алырға ла форсат сығыр. Шаршамбыла иҫтә ҡалырлыҡ һөйләшеү булыр, бәлки. Йомала төрлө кешенән ҡапма-ҡаршы кәңәштәр ишетеүегеҙ бар.

Саян ( 24.10 – 22.11)
Дүшәмбе һәм шаршамбыла һаҡланыбыраҡ йөрөгөҙ. Кемдер һеҙҙе алдарға уйлай һымаҡ. Һәр бер ишеткән хәбәргә шикләнеп ҡарарға тырышығыҙ. Теләһә кемгә ышанмағыҙ. Әгәр ошо көндәрҙә бурысҡа бирһәгеҙ, аҡсағыҙҙы кире ҡайтарыуығыҙ бик икеле.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Уңышлы аҙна. Эшегеҙ күп булһа ла, барыһына ла өлгөрөрһөгөҙ кеүек. Шишәмбелә һирәк осрай торған мәл булыуы бик ихтимал. Был арала ярҙамға мохтаж яҡындарығыҙға ла булышлыҡ итә алырһығыҙ. Йомала һис тә уйламаған аҡса килеүе мөмкин.








Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в