Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
5 Июнь , 21:00

Йондоҙнамә (6 – 12 июнь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна тыныс ҡына башланып китер. Ләкин шишәмбеләге хәлдәр алдан төҙөгән планығыҙҙы боҙор, моғайын. Артабан бөтөнләй уйламаған нәмәләр менән шөғөлләнергә тура килер һымаҡ. Шулай ҙа барыһы ла һәйбәт тамамланырға тейеш.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Ғөмүмән, көндәр ҡәҙимгесә килергә оҡшамай. Күптән ялҡытҡан, ҡайсаҡ эсегеҙҙе лә бошорған эштәр менән булышырһығыҙ. Был арала эше­геҙгә ҡыҫылырға теләүселәр ҡапыл күбәйер. Тик улар менән асыҡ көрәшергә ваҡыт етмәгәндер әле.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Мәл әүҙем, тиктормаҫ кешеләр өсөн уңайлы. Кемдер тап ошо арала ышаныслы фекерҙәш таба алыр. Бәғзеләр яңы ҙур эште башлау тураһында уйланыр. Шаршамбылағы ваҡиғалар яҡын ки­ләсәк өсөн үтә мөһим буласаҡ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Әгәр бер кемдән дә ярҙам өмөт итмәһәгеҙ, осор һәйбәт буласаҡ. Хәйер, үҙаллы эш итеү өсөн тәжрибәгеҙ һәм аҡсағыҙ етерлек һымаҡ. Аҙна араһында ҡайһы бер шәхси мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу мөмкинлеге тыуыр. Ниндәйҙер күптәнге ҡылығығыҙ өсөн ғәфү үтенә алһағыҙ, бик һәйбәт булыр ине.

Буға ( 21.04 – 21.05)
Аҙна башында хата аҙымдар яһау ихтималлығы арта. Йондоҙҙар һаҡ булырға ҡуша, бигерәк тә аҡса менән бәйле эштәрҙә. Шаршамбынан һуң ваҡиғалар барышы ыңғайланыр. Шәмбелә һеҙҙе һирәк осраған уңыш көтә.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Был арала бәғзеләр матди ҡыйынлыҡтарға осрар. Шулай ҙа улар оҙаҡҡа бармаҫ, борсолор өсөн етди сәбәптәр юҡ һымаҡ. Кесе йома мәшәҡәтлерәк көтөлә. Хәлдәр бик тиҙ эш итергә мәжбүр итер. Ҡайсаҡ уйлар өсөн ваҡытығыҙ ҙа булмаҫ, моғайын.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Уңышлы осор. Уҡып йөрөгәндәр һәм белем алғандар бигерәк тә уңырға тейеш. Был арала бер ниндәй ҙә хаталарға юл ҡуймаҫһығыҙ. Башҡа­ларға ла ярҙам итә алырһығыҙ. Һуңғы ваҡытта һеҙҙән кәңәш һораусылар күбәйеп китте һымаҡ. Бәғзеләрҙән рәхмәт һүҙе лә ишетерһегеҙ, бәлки.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Башҡалар менән арағыҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Кем менәндер дөйөм эш башҡарыу тураһында ла һөйләшеп килешерһегеҙ. Элек булған ҡар­шылыҡтар яйлап онотола барыр, моғайын. Ниндәйҙер мөһим мәсьәләгә тулы асыҡлыҡ индерерһегеҙ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Барыһы ла ҡәҙимгесә барған кеүек. Күпселек ваҡыт таныш булған эш менән шөғөлләнерһегеҙ. Шаршамбыла ғына алдығыҙҙа ниндәйҙер ҡат­марлы мәсьәлә ҡалҡып сығыуы бар. Уны үҙ аҡылығыҙ менән хәл итергә мәжбүр булырһығыҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Аҙна һәйбәт килер. Хатта элек килеп сыҡмаған ниндәйҙер эште урынынан ҡуҙғатып ебәрер­һегеҙ. Ҡайһы бер мөһим хәлдәргә лә тулы асыҡ­лыҡ индерә алырһығыҙ, моғайын. Шәхси мө­нәсәбәттәр ҙә ыңғай яҡҡа үҙгәрер, оҡшаған кешегеҙ һеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын асыҡ белдерер.

Саян ( 24.10 – 22.11)
Шишәмбелә эштәрегеҙ туҡтағандай тойолор. Бер аҙ түҙергә лә тура килер, бәлки. Күпселек ниәтегеҙҙе әлегә тормошҡа ашыра алмаҫһығыҙ. Шулай ҙа кесе йомала ишеткән яңылыҡтар бер аҙ өмөт уятыр. Һеҙҙең тирәләге дөйөм хәл бына-бына үҙгәрергә тейеш.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Был арала ниндәйҙер етди һөйләшеү булыуы ихтимал. Уның кем менән икәнен әйтеүе ҡыйын, ләкин абруйлы булыуы һис шикһеҙ. Айырым мәсьәләләргә күҙегеҙ асылыр кеүек. Бәғзеләр ниндәй йүнәлештә әүҙемлек күрһәтеү кәрәклеген асыҡ аңлар.










Автор:AdminQ Admin
Читайте нас в