Ҡаймаҡлы бәлеш
200 г аҡ май, 100 г шәкәр, 2 йомортҡа, 300 г он һәм 1,5 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡысты бергә бутап, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға. Уны ярты сәғәт һыуытҡыста тотоп алырға кәрәк. Ул арала эслек әҙерләйбеҙ.
400 г ҡаймаҡҡа (20 процентлы) 4 йомортҡа, 120 г шәкәр, бер ҡап ванилин һәм 2 – 3 ҡалаҡ крахмал ҡушып, миксер менән яҡшылап туҡырға. Әгәр артыҡ шыйыҡ булһа, тағы ла крахмал өҫтәргә мөмкин.
Ҡамырҙы йәйеп, табаға һалырға. Ситтәре бейегерәк булһын. Эслекте ҡойоп, тигеҙләргә лә, 180 градус эҫелектәге мейестә 45 минут бешерергә.
Һарымһаҡлы картуф
Был ризыҡты яңы өлгөргән (ваҡ булһа ла ярай) картуф менән әҙерләһәң, тәмле була. Уны йыуып, ҡабығы менән бешерергә. Һыуын түгеп, һыуытырға ла, таҙартып, йоҡа телемдәргә турарға.
2 ҡалаҡ зәйтүн йәки үҫемлек майы менән 50 г аҡ майҙы (1 кг картуф иҫәбенә) бергә бутап, утҡа ҡуйырға. Уға ваҡлап туралған 8 бүлкәт һарымһаҡты һалып, бер аҙ ҡыҙҙырырға. Әсене яратыусылар ваҡлап туралған әсе борос ҡуша ала. Уртаса утта картуфтың ике яғын да ҡыҙҙырырға. Өҫтөнә ваҡ итеп туралған йәшел тәмләткестәр, самалап тоҙ, төйөлгән ҡара борос менән мускат сәтләүеге, 1 балғалаҡ шәкәр ҡушылған 50 мл лимон һуты һибеп, табынға бирергә.
Көртмәле (черника)
менән компот
Көртмәлене йыуып, һыуын һарҡытҡас, 3 литрлы банкаға һалырға. Ҡайнар һыу ҡойоп, өҫтөн ҡаплап, бер аҙ һыуынғансы (30 минут тирәһе) ултыртырға.
Һыуын кәстрүлгә һарҡытып алғас (емеш банкала ҡалһын), 300 г шәкәр өҫтәп, тағы ла ҡайнатырға. Сиропты ҡабат банкаларға ҡойорға һәм һыуытырға. Әгәр компотты ҡышҡылыҡҡа әҙерләйһегеҙ икән, банкаларҙы мотлаҡ стерилләргә һәм тимер ҡапҡас менән ябырға кәрәк.
Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне.