Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
1 Июнь 2022, 07:00

Финанс пирамидаһы ҡорбандары

йәки Алданмаҫ өсөн нимә эшләргә?

Бөгөн Рәсәйҙә 20 мең самаһы финанс пирамидаһы эшләй. Әлегә уларҙа ҡатнашыусыларҙың һәм зыян күреүселәрҙән килгән иғәнәнең теүәл күләмен иҫәпләп сығара алмайҙар. Тик иҡтисад белгестәре хәбәр итеүенсә, йыл һайын 10 мең самаһы кеше яңы асылған финанс пирамидаһының ҡорбанына әйләнә.


Заманса “эшмәкәрлек” төрҙәре

Хәҙер кешеләрҙә  йә аҡсаға, йә үҙ-үҙенә, йә башҡа кешегә бәйлелек күҙәтелә. Матди байлыҡ, айырым алғанда, аҡса кешене төрлө уйланмаған аҡылһыҙ ғәмәл ҡылырға – лотерея билеты алырға, селтәрле бизнесҡа тотонорға, финанс пирамидаһында ҡатнашырға этәрә. Иң ҡыҙығы (ҡыҙғанысы ла) – бындай пирамидалар эшмәкәрлегенән йыл һайын меңдәрсә кеше зыян күрһә лә, алданыу­сылар һаны кәмемәй. Хатта, киреһенсә, йылдан-йыл арта бара. Халыҡтың бер нәмәгә ҡарамайынса шундай пирами­даларға аҡса һалыуы нисек аңлатыла һуң?
Рәсәйҙә финанс пирамида­ларының башлыса ике төрө йәшәп килә. Беренсеһе – алдау. Ул килем күләмен кертемсе­ләрҙән, йәғни пирамидаға инеүселәрҙән йәше­реүгә ҡоролған. Бындай “ойошмалар” ижтимағи селтәр, донъяуи клуб, бер-береңә ярҙам итеү кассалары, мәрхә­мәтлек фонды тип һәм башҡаса аталырға мөмкин. Ә икенсе төр беренсеһе кеүек йәшертен түгел. Быныһында ағзалар алдында иғәнәләр буйынса отчет бирелә.
2016 йылда беҙҙең илдә финанс пирамидаларын тыйыу тураһында махсус закон ҡабул ителде. Уға ярашлы, ойоштороусылар ҡаты язаға тарттырылырға тейеш. Әммә шикле ойошмалар документ эштәрен төрлө хәйлә менән алып бара, үҙҙәрен тиҙ арала банкрот тип иғлан итә, “өс көнлөк” фирма булараҡ теркәлә һәм башҡалар – ҡыҫҡаһы, уларҙың эҙенә төшөү бик ауыр. Хатта мөмкин дә түгел. Эҙенә төшкән хәлдә лә, ул “аҡыллы баштар” йыйылған аҡсаны күптән оффшор­ҙар аша сит иҫәптәргә күсергән була һәм кире ҡайтарып бирмәйҙәр.
Һуңғы ун йылда тарҡалған финанс пирамидаларында Рәсәй халҡы 80 миллиард һум аҡсаһын юғалтҡан. Был – рәсми статистика, йәғни хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеүселәр әйтеүенсә. Ә үҙҙәренең “алданыуын” йәшереп ҡалыу­сылар тағы ла күберәк, тиҙәр. Шуға ла хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре “саң ҡаға”: һуңғы 2 – 3 йылда ғына ла 200 меңдән ашыу кешене алдаған тиҫтәнән ашыу пирамида үҙ эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Уларҙың береһенең Рәсәйҙең төрлө төбәгендә һәм элек СССР биләмәһенә ингән башҡа илдәрҙә 192 бүлексәһе булған!
Белгестәр фекеренсә, финанс пирамидалары һуңғы йылдарҙа айырыуса киң үҫешә. Ҡыҙғаныс, алданған өлөшсөләрҙең әсе тәжрибәһенең дә, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең киҫәтеүенең дә фай­ҙаһы юҡ. Хатта бер тапҡыр алданғандар араһында ла ҡабат-ҡабат икенсе пира­мидаларға аҡса һалыу осраҡтары күҙә­телә. Аҡса өлкәһендәге тикшеренеү­селәрҙең милли вәкиллеге рәсәйҙәрҙең финанс менән ни дәрәжәлә уйлап эш итеүен асыҡлау өсөн махсус һораулама (анкета) үткәргән. Һөҙөмтәлә унда ҡатнашыусыларҙың дүрттән бер өлөшө генә пирамидаларҙы аҡса индереү менән бәйле башҡа тәҡдимдәрҙән айырырға һәләтле икәнлеге асыҡланған. Көлһәң көл, илаһаң ила, әммә беҙҙә халыҡ финанс яҡтан наҙан булып ҡала. Аҡсаның арзанайыуынан ҡурҡып, күп ватандашыбыҙ булған байлығын банктағы һаҡлыҡ иҫәбенә һала йәки башҡа өлкәлә файҙа­лана. Ә бит пирамида төҙөүселәрҙең ҡорбаны булыуы мөмкин кешеләргә шу­ны иҫтән сығармаҫҡа кәрәк: закон буйынса Үҙәк банк рөхсәте нигеҙендә эш­ләү­се һәм килемдәрҙе страховкалаған банк­тар ғына халыҡтан аҡса ҡабул итә ала.
Ләкин закондағы етешһеҙлектәр арҡаһында халыҡ аҡсаһы менән аҡса баҙарында рөхсәте булғандар ғына түгел, ә бурысҡа аҡса биреүсе һәм рөхсәтһеҙ эшләүсе банктар ҙа ҡатнаша. Белгестәр фекеренсә, Һалым инспекцияһы, полиция һәм Үҙәк банктың етерлек кимәлдә эшләмәүе, яңы асылған финанс ойошмаларын күҙәтмәүе арҡаһында уларға пирамидалар булдырыу өсөн уңайлы шарттар тыуа ла инде. Рөхсәт биреү эше лә камил түгел – “башлы” кеше еңел генә алдай ала. Шулай уҡ, әйтеп үтеүебеҙсә, күҙәтеү эше лә алып барылмай тиерлек. Шуға ла финанс пирамидаларының теүәл һанын бер кем дә әйтә алмай. Ил күләмендә улар меңдәрсә, хатта унар мең булыуы бар.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, беҙҙең илдә 70 миллион кеше банк хеҙмәттәрен йыш файҙалана. Шуларҙың сама менән 200 меңе акциялар фондынан килем ала, тип иҫәпләнә. Ә бына аҡса ойошмалары хеҙмәтен ҡулланыусылар һанын бер кем дә белмәй. Үҙәк банк ябай халыҡ менән банк хужалары араһындағы мөнәсәбәттәрҙең еңел аңлайышлы булыуын теләй. Банктар иһә үҙҙәренә мөрәжәғәт итеүселәргә ҡарата талаптарҙы ҡатмарлаштырып тора. Был осраҡ артыҡ талапсан булмаған, тулыһынса закон буйынса эшләмәгән аҡса ойошмаларына гөрләтеп эшләү мөмкинлеге бирә лә инде.
Был мәсьәләне хәл итеү өсөн килем алыу менән мәшғүл барлыҡ ойошмаға ла рөхсәт биреү мөһим. Бөгөн финанс пи­рамидаһын яңы ғына төҙөлөп килгән осорҙа тарҡатыуҙың берҙән-бер ысулы – халыҡ өсөн тәҡдим ителгән аҡсалата хеҙмәттәр тураһындағы иғландарҙы тикшереү. 50 процентлы йыллыҡ килем тәҡдим итеп, аҡса һалырға өндәйҙәр икән, тимәк, был – шикле ойошма. Әйт­кәндәй, күптәр йыллыҡ килем 200 процент вәғәҙә ителһә лә, алдаҡ булыуына ышанмай. Бының менән махсус ойошма йәки хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөллә­нергә тейеш. Тик шуныһы: хоҡуҡ һаҡсы­лары бындай ойошмала үҙ белдеге менән тикшереү башлай алмай. Бының өсөн уларға алданған өлөшсөнөң ғаризаһы кәрәк. Тик алданыусылар, күп осраҡта вәғәҙәләргә ышанып, хоҡуҡ хеҙмәт­кәр­ҙәренә мөрәжәғәт итергә ашыҡмай. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәр уның пирамида икәнен белә, әммә яңы ғына төҙөлгәненә, үҙенән һуң киләсәк алда­ныу­сылар иҫәбенә байып ҡалырға өмөт­ләнеп, аҡсаһын илтеп бирә. Әммә алданыусылар араһында бер нәмә лә һиҙ­мәйенсә, күпмелер ваҡыттан һуң ҙур табыш аласағына ышанып йөрөүселәр күберәк.
Финанс пирамидалары тап хәҙер тарҡалыуға муттар аҡсаға әйләндергән акция баҙарының һиҙелерлек түбән тәгәрәүе лә сәбәпсе. Күсемһеҙ милек баҙарының “яңынан һатылып бөтөүе” лә уларҙың тарҡалыуына үҙ өлөшөн индерә. Пирамида башында тороусылар бындай осраҡта аҡсаны “уйындан сығара” һәм сит илгә оҙата. Аңлауығыҙса, был аҡсаның күпселек өлөшө – алданған кешеләрҙеке, йәғни пирамиданың аҫҡы өлөшөндә ҡалыусыларҙыҡы. Дөйөм һөҙөмтә шундай: хәҙер Рәсәйҙә генә түгел, бөтөн донъя­ла күп итеп һәм еңел генә юл менән аҡса эшләп булмай. Зинһар, шуны аңлағыҙ!


Өмөт бар, әммә...

Йыйған аҡсаны алдаҡсыларҙан һаҡлау өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк һуң? Беренсенән, үҙегеҙҙе ҡайҙа саҡырыуҙарын теүәл аңларға кәрәк. Әгәр кешегә алтын тауҙар вәғәҙә итәләр, тик бының өсөн аныҡ ҡына итеп нимә эшләргә кәрәклеген, “бизнес”тың нимәгә нигеҙләнгәнен теүәл генә әйтмәйҙәр икән, был шунда уҡ һағайтырға тейеш. Тәҡдим ителгән “эшлекле” бизнес тураһында яҡшылап уйлағыҙ. 
Йылғыр әҙәмдәр ҡорбанына әйлән­һәгеҙ, нимә эшләргә? Аҡсаны кире ҡайтарыу мөмкинлеге бармы? Тәү сиратта хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеү. Үҙаллы талап итеп кенә аҡсағыҙҙы кире ҡайтара алмаясаҡһығыҙ. Ә полицияға мөрәжәғәт иткән осраҡта, һеҙ аҡса һалған ойошманың – финанс пирамидаһы, һеҙҙе “эшкә алыусылар”ҙың мутлашыусы икәнлеге иҫбат ителһә, аҡсағыҙҙы ҡайтарыуға өмөт бар. Тик бының ауыр һәм оҙайлы процесс икәнен иҫтә тотоғоҙ. Беренсенән, ғәйеплә­неүселәр һеҙҙе эшләргә теләмәгән, ә хәҙер аҡсаны кире ҡайтарырға уйлаған ялҡау кеше итеп күрһәтәсәк. Етмәһә, һеҙ һалған аҡса пирамиданың төрлө баҫҡысына бүленеп бөткән була, һәм был уларҙы кире ҡайтарыуҙы ауырлаштыра ла инде. Шулай ҙа ныҡыш булһағыҙ, белемле адвокат тапһағыҙ, эште аҙағына тиклем алып барып еткерергә мөмкин. Аҡсаны кире ҡайтара алыу осраҡтары ла йыш. Шуны ла оноторға ярамай: уңыш хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәренә ни ҡәҙәр иртәрәк мөрәжәғәт итеүегеҙҙән тора. 
Финанс пирамидаһы – ул уйын эшмәкәр­леге, ҡатнашыусыларҙың бары­һы ла бәхет йылмайыуға ғына өмөтләнә. Бында ҡатнашыуға нимә сәбәпсе икәнен яҡшылабыраҡ уйлаһаң, байлыҡ туплау түгел, ә яуаплылыҡтан арынырға теләү икәнлеген аңларға була. Икенсе төрлө әйткәндә, бәхет йылмайыуға өмөт итеүселәр яуаплылыҡты үҙ өҫтәренән төшөрә, уңыштары һәм уңышһыҙлыҡ­тарының сәбәптәрен башҡаларҙан эҙләй.
Тик пирамида хужаларының бик хәйләкәр, алдаҡсы кешеләр булыуын онотмаһаҡ ине. Бында ҡулланыусыларҙы алдау – ҡатмарлы һәм күп ваҡыт талап итеүсе ғәмәл. Психологик йоғонто яһау дәрәжәһендә алдаусыларҙың күҙгә ташланып торған үҙенсәлеге лә юҡ. Енәйәтселәрҙең төп эш ысулы – ышандырыу һәм өгөтләү. Иғтибарлы булғанда, уны аралаша башлау менән аңларға була: теле телгә йоҡмай байлыҡ вәғәҙә итәләр икән, ҡасығыҙ!

           Гөлдәриә ВӘЛИТОВА әҙерләне. 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: