Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
28 Май 2022, 07:00

"Йондоҙло табын" - Әл­финә ҠАҺАРМАНОВА

Бөгөн үҙенең аш-һыу сер­ҙәре менән йырсы, Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусыһы Әл­финә ҠАҺАРМАНОВА уртаҡ­лаша.

Бишбармаҡ

Ҡаҙ, йылҡы һәм һыйыр итен (ниндәй ит булһа ла ярай, әммә тәжрибәнән сығып әйтәм: өс төрлө иттән әҙерләнгән һурпа тәмлерәк була) йыуып, 2 сәғәт талғын утта бешерергә. Утын һүндереү менән итте һурпанан һөҙөп алырға.
Һурпаны өс өлөшкә бүлергә. Береһендә таҙартылған кишер менән картуфты бешереп алыр­ға. Икенсеһендә биш­бармаҡ бешерергә. Бының өсөн 1 стакан йылымыс һыу менән 1 – 2 йо­мортҡа һытып туҡырға ла, он һалып, ҡамыр баҫырға. Уны йо­ҡа ғына итеп ҙур йәймәгә йә­йергә. Ярты сәғәт тирәһе киптереп алғас, ҡулъяулыҡ ҙурлы­ғын­дағы шаҡмаҡтарға ҡырҡырға.
Ҙур тәрилкәгә йәки батмусҡа матур итеп сиратлап итте, картуф менән кишерҙе, бишбар­маҡты һурпаһыҙ ғына һалырға. Өҫтөн ярым түңәрәкләп турал­ған һуған менән биҙәргә. Ә табынға өсөнсө өлөш һурпаны айырым кәсә менән ҡорот, борос, йәшел тәмләткестәр һалып бирәләр.

Матурлыҡ өсөн
салат

Уртаса ҙурлыҡтағы 6 кишерҙе йыуып, ҡырғыста ҡырырға. 1 баш һуғанды ваҡлап турарға. 100 г әрселгән ҡабаҡ орлоғон майһыҙ табала ҡыҙҙырырға. Барыһын бергә ҡушырға ла самалап тоҙ, борос, үҫемлек майы һәм соя соусы һалып бутарға. Был салат файҙалы, шул уҡ ваҡытта еңел үҙләштерелә.

Семганан кәтлит

500 г семга балығын (тире­һенән һәм ҡылсыҡтарынан таҙартылған) 1 баш таҙартылған һуған менән ит турағыс аша үткәрергә. Был массаға ҡыр­ғыстан ыуылған 100 г ҡаты сыр (пармезан булһа яҡшыраҡ), 1 йомортҡа, ваҡланған 1 лимон ҡабығы, самалап укроп, тоҙ, ҡара борос һалып, яҡшылап бутарға. Фарштан ҙур булмаған кәтлиттәр эшләп, сохари онтағында әүәләргә. Уларҙы тәрилкәгә теҙеп һалырға ла  ярты сәғәт тирәһе һыуытҡыста тоторға. 
Кәтлиттәрҙе 1 – 1,5 минут тирәһе ике яҡлап үҫемлек майында ҡыҙҙырғандан һуң, та­баға теҙеп, 200 градус эҫелектәге мейестә 20 минут бешереп алырға.
Табынға картуф иҙмәһе, бешкән йәшелсә менән бирәләр.

 Гөлнур ЮЛДАШЕВА әҙерләне.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: