Махсус биттәр
27 Май 2022, 11:11

Йөрәктәргә нур һибеүсе

Әбйәлил районының Буранғол ауылы китапханасыһы Миңзәлә Хәйруллина 40 йылға яҡын ауылдаштарын рухиәткә ылыҡтыра

Районыбыҙҙа күптәргә өлгө булырлыҡ, бар ғүмерен мәҙәниәтте һәм рухиәтте үҫтереүгә арнаған хеҙмәт кешеләре байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе – Буранғол ауыл китапханаһы мөдире Миңзәлә Әдип ҡыҙы Хәйруллина. 1984 йылдан алып 37 йыл ғүмерен ошо эшкә бағышлаған хеҙмәткәргә байтаҡ тормош һынауын да үтергә тура килә. 1984 йылдың 1 сентябрендә Өфө китапхана техникумын тамамлап, тыуған ауылына эшкә ҡайтҡан Миңзәлә Әдип ҡыҙы, 28 йәшендә генә тол ҡалып, бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Ире Таһир Хәйруллин йәшләй генә юл фажиғәһендә һәләк булып яңғыҙ ҡалғас, Миңзәлә Әдип ҡыҙы бар тырышлығын яратҡан эшенә бағышлай ҙа инде. 

Буранғол мәҙәниәт йорто һәм мәктәп менән берлектә ниндәй генә саралар үткәрмәй улар! Вокал, фольклор ансамблдәрендә ихлас шөғөлләнгән китапханасыға республика күләмендә һәм Буранғол ауыл советы буйынса “Аҡ кейеҙгә баҫһам”, “Тамға”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Исем туйы”, “Бала хаҡы – тәңре хаҡы” кеүек боронғо йолаларҙы тергеҙгән байрам­дарҙы ла, юбилей кисәләрен дә үткәрергә тура килә. 
Быларҙан тыш, ауыл китапхана­һында китап уҡыусылар конференциялары, яңы сыҡҡан йыйынтыҡтар буйынса фекер алышыуҙар, хеҙмәт кешеләре менән осрашыуҙар, китап күргәҙмәләре ойоштороу ҙа матур йолаға әүерелгән. Йыл һайын район китапханасылары менән берлектә шиғыр конкурстары, “Китап уҡыусы ғаилә”, “Китапхана төнө” кеүек ки­сәләр ҙә үткәрелеп тора. “Афғанстан­да хеҙмәт итеүселәр һәм Әбйәлил районының ҡатын-ҡыҙҙар советтары ағзалары тураһында “Йөрәк йылыһын һәм күңел нурын ҡушып”  исемле китаптар донъя күргәс, уларҙың исем туйҙары ла уҙғарылды. Бындай сараларҙа Вәсилә Садиҡова, Рәсилә Вәлиева кеүек сәсәниәләрҙең дә ҡатнашыуы  ауыл кешеләре өсөн оло бер мәртәбә булһа, улар ижад иткән ҡобайырҙарҙың тәрбиәүи әһәмиәте бөгөн дә бик ҙур”, – ти был турала Миңзәлә Хәйруллина үҙе. 
Китапханала төрлө түңәрәктәр эшләй. Унда ойошторолған “Йән­төйәк”, “Һандуғас” вокаль ансамбл­дәре иһә төрлө бәйге-сарала ҡатна­шып, еңеүҙәр яулап тора. “Буранғол­доң илһам шишмәләре”, быуындар бәйләнешен күрһәткән күргәҙмәләр ҙә Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ бул­ған. Уларҙа ауылдың һөнәрмәндәре, ижад кешеләре тураһында бик күп мәғлүмәт тупланған. “Иҫтәлекле даталарға арнап күргәҙмәләр ойоштороу – китап уҡыусыларға мәғлүмәт биреүҙең иң мөһим сараһы”, – ти китапханасы, үҙҙәре ойошторған күр­гәҙмәләрҙең фоторәсемдәрен күр­һәтеп. Быларҙан тыш, “Берҙәм Рә­сәй” партияһы ағзаһы булараҡ, Миң­зәлә Хәйруллинаға һайлау кампанияларында рәйес, сәркәтип вазифаларын да башҡарырға тура килә. 2002 йылда иһә “Йыл китапханаһы” район конкурсында ҡатнашып, Буранғол китапханаһы лауреат исеменә лайыҡ була. 
Миңзәлә Әдип ҡыҙы “Йәйғор” әҙәби ойошмаһы ағзалары менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырған. Мә­ҡәлә­ләре райондың “Осҡон” гәзи­тендә, республика баҫмаларында донъя күреп тора. 
Ғөмүмән, китапхананың эше район кимәлендә юғары баһалана. Өс тиҫтәнән ашыу ғүмерен яратҡан эшенә бағышлаған Миңзәлә Әдип ҡыҙы шәхси тормошонда бөгөн дә өлгөлө әсәй булып ҡала. Район китапханасылары, ауылдаштары уны тырыш хеҙмәте өсөн хөрмәт итә лә инде. Был турала уға бирелгән күп һанлы Почет грамотаһы, Маҡтау ҡағыҙы, дипломы һөйләй. 
Ғөмүмән, йыр-моңға, мәҙәниәткә ғашиҡ китапханасы китап һөйөүсе­ләрҙә эстетик зауыҡ тәрбиәләүгә бар булмышын, ваҡытын сарыф итә. Шуның менән бәхетле лә ул. Миңзәлә Хәйруллинаға артабан да емешле хеҙмәт, ижади асыштар, ғүмер балҡыштары теләйбеҙ. 

Зөһрә КАШАПОВА. 
Әбйәлил районы. 

 

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас