Тыуған көнөм: 1988 йылдың 28 ноябре.
Тыуған ерем: Баймаҡ районының Йылым ауылы.
Белемем буйынса мин: филолог.
Радиола нисек эш башланым: бала саҡтан журналист булырға теләнем. Шуға ла район, республика матбуғаты менән мәктәптә уҡыған йылдарымда уҡ хеҙмәттәшлек иттем. Хеҙмәт юлымды Әбйәлилдәге “Осҡон” район гәзитендә башланым. Баш ҡалаға күскәс, тәүге эш эҙләп килгән урын радио булды. Быйыл “Юлдаш”та эшләүемә 10 йыл.
Эшемдә иң оҡшағаны: бөгөн интернет киңлектәрендә радионы күрһәтеү, танытыу маҡсатында СММ өлкәһен өйрәнәм. Һәр ваҡыт мәғлүмәтле һәм оператив булыу – беҙҙең һөнәрҙең төп үҙенсәлеге. Ошо йәһәттән эшем оҡшай һәм ялҡытмай. Тормоштоң уртаһында ҡайнап, уның барлыҡ тармағына үтеп инергә тырышабыҙ.
Рәхмәтлемен: тормош юлымда осраған һәр кешегә. Өлгө булырлыҡ остаздарым күп. Һәр ваҡыт уңышлы, аҡыллы, белемле, ихлас кешеләргә һоҡланыу менән бағам һәм өлгө алам. Белем биргән уҡытыусыларыма, айырыуса Йылым ауылы мәктәбе коллективына һәм Баймаҡ лицей-интернаты уҡытыусыларына рәхмәтлемен.
Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш: ҡурҡыныс төштәр күрмәйем, йоҡларға: “Бисмилла”, – тип ятам һәм: “Аллаға шөкөр”,– тип уянам.
Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы: “Ашҡаҙар” радиоһына мәҙәни кимәле юғары һәм белемле тыңлаусылар шылтырата. Уларҙың һәр береһе хәтерҙә. Тура эфир тапшырыуҙарын ошо радиола алып барам.
Яратҡан йырым: күңелгә ятҡан йырҙар күп.
Китабым: Ноғман Мусин, “Төпкөлдән төшкән килен”, шулай уҡ Һәҙиә Дәүләтшинаның, Гөлсирә Ғиззәтуллинаның әҫәрҙәрен ҡабат-ҡабат уҡыйым.
Фильм: “Бабич”, тарихи фильмдарға өҫтөнлөк бирәм.
Эштән арып киткән саҡтарҙа: театрға барам, рәхәтләнеп китап уҡыйым, тәмле аш-һыу әҙерләйем.
Ғорурланған һуңғы ҡаҙанышым: тормошта иң ҙур уңышым – ғаиләм. Мин – бәхетле әсәй, ҡатын, Аллаға шөкөр. Ирем – ярты һүҙҙән аңлай торған, һәр башланғысымды хуплар кеше. Балаларым – ҡыуанысым.