Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
25 Май 2022, 07:00

Таныш булығыҙ: «Юлдаш»тар - Гөлдәр Илмөхәмәтова 

Тыуған көнөм:  1998 йылдың  21 авгусы. 
Тыуған ерем: Өфө ҡалаһы.
Белемем буйынса мин: элемтә инженеры һәм культурология белгесе.
Радиола нисек эш башланым: 2021 йылдың ноябрендә әле генә эштән киткән Гөлдәр тигән ҡыҙҙың урынына килдем дә  реклама бүлегендә рәхәтләнеп эшләп йөрөйөм.
Эшемдә иң оҡшағаны: кеше менән аралашыу, яңы белем алыу. 
Рәхмәтлемен: ижадҡа, үҫешкә бирелгән мөмкинлектәр өсөн.
Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы: шылтыратып рәхмәт һүҙҙәрен, матур теләктәрен әйткән һәр тыңлаусы иҫтә ҡала. 
Яратҡан йырым: башҡорт халыҡ көйҙәрен дә, заманса йырҙарҙы ла яратып тыңлайым. Беҙҙең радиола уларҙы көн һайын ишетергә була.
Китабым: үҙеңде камиллаштырыу буйынса китаптар ҡыҙыҡһындыра.
Фильм:  төрлө жанрҙағы фильмдарҙы ҡарайым. 
Эштән арып киткән саҡтарҙа: бейеү менән шөғөлләнәм. 
Ғорурланған һуңғы ҡаҙанышым:  быйыл Башҡорт дәүләт университетында культурология  фәне буйынса магистратурала уҡыуымды тамамлайым. 

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: