Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
24 Май 2022, 07:00

Таныш булығыҙ: «Юлдаш»тар - Салауат  Заманов 


Тыуған көнөм:  1999 йылдың  20 июле.
Тыуған ерем:  Бай­маҡ районының Билал ауылы, тәү тапҡыр "әсәй" тигә­нем, аң ингән сағым, бала саҡ хәтирәләрем Йылайыр районы­ның Матрай ауы­лы менән бәйле. Үҙемде Йылайырҙан тип таныштырам.
Белемем буйынса мин: әлегә М. Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия уни­верситеты­ның 5-се курс студентымын.
Радиола нисек эш башланым:  быға тиклем “Та­мыр” телеканалында күп тап­шырыуҙың алып барыу­сыһы булып эшләй инем. 4-се курс­та уҡып йөрөгәндә “ЮлдашПлюс” йәштәр-интернет ра­дио­һында ла үҙемде һынап ҡарарға булдым. Тәүге эфирымдан һуң мине радионың директоры Тәнзилә Абдулла ҡыҙы саҡырып алып, эш тәҡдим итте. Ризалаштым.
Эшемдә иң оҡшағаны: ижад, сәнғәт өлкәһе менән бала саҡтан ҡыҙыҡһынғас, әле шундай оло артистар менән эшләү, төрлө кеше менән аралашыу һәм иң оҡшағаны – коллегаларым менән бергәләп 105.5 тулҡынында йөҙөү.
Рәхмәтлемен: дәртләндер­гән, ҙурлаған туғандарыма, дуҫтарыма, фекерҙәштәремә һәм сәмләндергән тәнҡитләү­селәргә – үҫеш өсөн мөмкинлек булдырыусыларҙың барыһына ла. 
Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш:  “Н” ҡалаһында йәшәүсе “Ә” инәйҙең һыуытҡыс башында ултырған радиоалғысы туҡтап ҡалды.
Яратҡан йырым: Гөлдәр Ишҡыуатова, "Уятыр моңом булып кил".
Китабым: үҙгәреп тора. Әлеге мәлдә, һорауҙарға яуап яҙған ваҡытта Рәми Ғари­повтың шиғырҙары башымда.
Фильм:  кәйефкә ҡарап.
Эштән арып киткән саҡ­тарҙа: картингта, мотоциклда йә атта сабам, сноуборд, вейкбордта йөрөйөм. Дуҫтар менән былау бешерәм.
Ғорурланған һуңғы ҡаҙа­нышым: 
“Иң бөйөк һүҙ әле
 әйтелмәгән,
Иң бөйөк көн әле ул алда”.      
(Р. Ғарипов).  

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: