Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
22 Май , 21:00

Йондоҙнамә (23 – 29 май)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Мәл фекерҙәштәр эҙләү өсөн уңайлы. Ши­шәмбелә күптәнге танышығыҙ бәйләнешкә сығыр, бәлки. Унан ниндәйҙер тәҡдим ише­теүегеҙ ихтимал. Уға ризалашырға ла мөмкиндер. Йомала аҡса менән бәйле мәсьәләне хәл итә алырһығыҙ.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Һәр саҡтағыса, төрлө мәшәҡәт тыуып торор һәм хәл ителер. Ғөмүмән, барыһына ла өлгө­рөр­һөгөҙ. Шаршамбыла иң ҡатмарлы эш тә һис тә ҡурҡытмаҫ кеүек. Үҙаллы эш итә белеүегеҙ һәр саҡ ярҙам итер. Йыш ҡына башҡаларҙан да уҙҙырырһығыҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Башта аҙна ҡәҙимге кеүек күренер. Тиҙҙән яңылышҡанығыҙҙы аңларһығыҙ. Көткән ваҡиғалар һеҙ уйлағанса бармаҫ, бөтөнләй икенсе йүнәлеш алыр. Үҙ хаталарығыҙҙы ғына түгел, башҡаларҙыҡын да төҙәтерһегеҙ. Һәр хәлдә бер аҙ түҙергә мәжбүр булырһығыҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Осор яңы мөмкинлектәр килтерер. Уларҙы шишәмбе һәм йомала күрергә тырышығыҙ. Һис икеләнмәй, әүҙемлек күрһәтһәгеҙ, эшегеҙҙең йомғаҡтарын бик тиҙ күрерһегеҙ. Ярҙам ошо көндәрҙә мотлаҡ килер һәм көткәндән ҙурыраҡ булыр.

Буға ( 21.04 – 21.05)
Дөйөм алғанда, көндәр уңышлы ғына көтөлә. Күберәк тә булдыра алыр инегеҙ, тик ҡайсаҡ ялҡаулығығыҙ еңер. Хәйер, бер ҙә борсолмағыҙ, аҙаҡ артта ҡалғанды ҡыуып етерһегеҙ. Шәхси тормошоғоҙҙағы ваҡиға ла ҡыуандырыр. Йомала аралашыу бик файҙалы булыр.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Юлығыҙҙа һис уйламаған ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Ҡайһы бер эштәрегеҙ бөтөнләй туҡтап торор һымаҡ. Шаршамбыла яҡын кешеләрегеҙҙең береһе менән һүҙгә килешеүегеҙ бар. Уның менән тиҙ аңлашырһығыҙ, ләкин кәйефегеҙ оҙаҡҡа боҙолор.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Аҙна бер аҙ ауырыраҡ килер, моғайын. Күп борсолорға, икеләнергә тура килер. Был бигерәк тә шаршамбы һәм шәмбелә беленер. Башланған эштәрегеҙҙе дауам итеү өсөн көсәнергә тура килер. Ҡайсаҡ ярҙам эҙләргә лә мәжбүр булырһығыҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Тыныс ҡына эш итерһегеҙ. Көтөлмәгән хәл­дәргә тап булмаҫһығыҙ һымаҡ. Был арала күптән уйлап йөрөгән мәсьәләне сисеү юлын табыр­һығыҙ. Шаршамбынан һуң һис тә өмөт итмәгән аҡсаның килеүе бар. Уны элекке эшегеҙ өсөн әжер тип аңлағыҙ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Осор башында мәшәҡәттәрҙең күбәйеп китеүе лә ихтимал. Ҡайһы бер дуҫтарығыҙ ҙа «тештәрен» күрһәтер, бәлки. Хәйер, был ваҡиғаларҙан фәһем һәм һабаҡ алырһығыҙ. Иң ауыр саҡта элек алған тәжрибәгеҙ ярҙам итер.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Мәл аралашыу өсөн өмөтлө. Яҡындарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ менән файҙалы осрашыуҙар булыр, ниндәйҙер дөйөм эш тураһында ла һөйләшә алырһығыҙ, бәлки. Ғөмүмән, был көндәрҙә күңелегеҙ тулыһынса ял итер. Яҡын киләсәгегеҙ ҙә аяҙ, болотһоҙ күренә.

Саян ( 24.10 – 22.11)
Айырым эштәрегеҙҙең һеҙ бөтөнләй уйламаған йүнәлеш алыуы мөмкин. Шулай ҙа борсолоу өсөн артыҡ етди сәбәптәр юҡ. Бигүк тиҙ булмаһа ла, барыбер алға табан барырһығыҙ. Янығыҙҙа ышаныслы кешеләр ҙә бар.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Был арала алған тәжрибәгеҙҙең киләсәктә мотлаҡ кәрәге тейәсәк. Һуңғы ваҡытта күпкә етеҙерәк эш итә башланығыҙ һымаҡ. Ҡайсаҡ башҡаларҙан да уҙҙырып ебәрәһегеҙ, буғай. Әлбиттә, быны дуҫтарығыҙ һәм дошман­дарығыҙ ҙа күреп торалыр.








Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас в