Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
22 Май 2022, 07:00

"Йондоҙло табын" - Ғәзиз МӨХӘММӘТОВ

Бөгөн йәш йырсы Ғәзиз МӨХӘММӘТОВ “Йәшлек” уҡыусыларына тәмле ризыҡтар бешерергә өйрәтә.

Ҡабаҡ ашы

Ҙур кәстрүлгә 2 ҡалаҡ үҫемлек майы ҡойоп, ваҡлап туралған 1 һуған, 2 бүлкәт һарымһаҡ, 1 борос һалып ҡыҙҙырырға. Уға 750 г туралған ҡабаҡ һалып, 10 – 15 минут тирәһе томалап быҡтырырға. 800 мл һурпа ҡойоп, тағы ла 30 минут бешерергә.
Ашҡа ваҡланған кинза, имбирь һалып,   блендер менән иҙмә яһарға. Самалап тоҙ, борос, шәкәр, 1 лимон йәки лайм һуты, 400 мл консерваланған кокос һөтө (ул ашҡа үҙенсәлекле тәм бирә) ҡушып бутарға ла, ҡайнатып сығарырға.
Табынға биргәндә ҡабаҡ орлоғо, йәшел тәмләткестәр менән биҙәргә мөмкин.

Ҡамырҙа бешкән мойва
балығы

1 кг мойва балығын яҡшылап йыуып, эсен таҙартып, башын, ҡойроғон, ҡа­наттарын ҡырҡырға. Тоҙ, боросҡа 1 ҡалаҡ лимон һуты һалып, яҡшылап бутарға ла,  балыҡты ошо ҡатнашма менән һылап, ярты сәғәт ултыртып торорға.
1 йомортҡаға 150 мл һыра, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, самалап тоҙ, тәмләт­кес­тәр һәм 100 г он һалып, шыйыҡ ҡамыр туҡырға. Балыҡты ошо ҡамырға манып, ике яҡлап үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. 
Бәшмәкле бәлеш

2,5 стакан ондо иләгәс, сама менән тоҙ һалып бутағыҙ. 200 г маргаринды ҡырғыста ҡырып, он һалып ыуырға. Ярты стакан кефирға 2 йомортҡа һарыһы һалып туҡырға ла, он валсығы өҫтөнә ҡойоп, тиҙ генә ҡамыр баҫырға. Уны полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, 4 – 5 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға.
Эслек өсөн 300 г шампиньон бәш­мәген йоҡа ғына телемдәргә турарға. 2 һуғанды турап, бәшмәк менән бергә үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. Тәменә ҡарап тоҙ, борос өҫтәргә, ваҡлап туралған 4 картуф, 2 ҡалаҡ майонез һалып бутарға.
Ҡамырҙы тигеҙ булмаған ике өлөшкә бүлергә. Ҙурырағын йәйеп, майлы табаға һалырға. Өҫтөнә эслекте һалып, тигеҙләргә. Ҡамырҙың икенсе өлөшөн йәйеп, бәлештең өҫтөн ҡапларға һәм ситтәрен бөрөргә. 170 градус ҡыҙыу­лыҡтағы мейестә 1 сәғәт бешерергә лә, ҡайнар ваҡытында өҫтөн майларға.
Бәлештең формаһын һәр кем үҙе теләгәнсә эшләй ала. Ҡамырҙан төрлө фигура яһап, өҫтөн биҙәргә лә мөмкин.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА әҙерләне.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: