Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
20 Май 2022, 07:00

“Бала ҡайғыларын бала менән баҫтым”

Апайымдың ҡыҙын балалар баҡсаһынан алырға барғанда сәғәт телдәре киске 8-сене күрһәтә ине. Тәрбиәсенән ғәфү үтенеү өсөн матур һүҙ запасын әҙерләй-әҙерләй, төркөм балалары уйнаған бүлмәгә барып индем. Сөнки был беҙҙең тәүге һуңлау түгел. Бында, һәр ваҡыттағыса, Әминә апайым ғәйепле: эшендә һуңғы сиккә тиклем тотҡарлана ла, балалар баҡсаһы бикләнеүгә ярты сәғәт ҡалғас, миңә шылтырата. Ике туҡталышты үтеп килеп еткәнсе, байтаҡ ваҡыт үтә. Ҡағиҙә булараҡ, һуңлап килгән миңә тәрбиәсенең ризаһыҙ ҡарашы менән осрашырға, ғәйепте үҙ өҫтөмә алып, ғәфү үтенергә тура килә. Бөгөн дә аҡланырлыҡ телмәр әҙерләп ҡуйғайным. Тик тәрбиәсе минән алда башланы:
– Һәр ваҡыттағыса инде... Ата-әсәһе шул тиклем эш менән мәшғүл икән, киске сәғәт 10-ға тиклем эшләгән шәхси балалар баҡсаһына йөрөтөргә тәҡдим итеп ҡарарһығыҙ бәлки? Әлбиттә, унда ҡиммәт хаҡ түләргә кәрәк. Тик беҙ ҙә бит бушҡа эшләргә тейеш түгел. Юрамал ҡыланған кеүек, тап минең дежур көндө һуңға ҡалаһығыҙ. Ә башҡа төркөмдөкөләр бер сәғәт элек үк ҡайтып китте.
– Зинһар, ғәфү итегеҙ...
– Етмәһә, быға тиклем Юламанова бер үҙе ҡала торғайны, хәҙер икәү булдылар. Бәхетем бар ул яҡтан.
– Тағы ла берәйһе һуңға ҡалдымы әллә?
– Эйе. Тәүге аҙна ғына йөрөй, икенсегә һуңға ҡалып өлгөрҙөләр...
Тәрбиәсенең китергә ашыҡмауын күреп, һеңлемде яйлабыраҡ кейендерә башланым. Шул саҡ бүлмәгә 50 йәштәрҙәге ҡатын килеп инде. Өҫтәл артында буяу ҡәләмдәре менән мәж килгән малай һикереп тороп уға табан йүгерҙе.
– Өйгә ҡайтабыҙ! Ур-ра!
– Эйе, балаҡайым, ҡайтабыҙ. – Ҡатын тәрбиәсегә табан боролдо. – Ғәфү итегеҙ инде. Башҡаса ҡабатланмаҫ, тип ышандырам. Һеҙҙең балалар баҡсаһына эшкә урынлаштым...
– Бик һәйбәт. Исмаһам, бер вайымһыҙ әсәйгә кәм булыр, – тәрбиәсе беҙҙең менән хушлашып, ишеккә ыңғайланы. Балалар кейенгәнсе мин, яңы бала менән танышырға була, ҡатынға өндәштем:
– Ейәнегеҙме? Исеме кем?
– Илшат. Тик ейәнем түгел, улым.
– Ғәфү итегеҙ...
– Зарар юҡ, өйрәнеп бөттөм инде. 45 йәшемдә таптым. Ҡарт әсәй мин. 
– Бик һәйбәт. Үҙегеҙгә иптәш булыр. Икенсенән, һеҙҙе бер кем дә ҡарт тип әйтмәйәсәк, – ғәйебемде комплимент менән юйырға булдым.
– Быныһы инде алдашыу, – ҡатын һис асыуһыҙ йылмайып, күҙемә ҡараны. – Танышайыҡ, исемем Таңһылыу була. Бына ауылдан Өфөгә күсеп йөрөйбөҙ.
– Оһо, бына бит, үҙегеҙҙе ҡартҡа һанайһығыҙ. Ә үҙегеҙ баш ҡалаға күсеп килергә батырсылыҡ иткәнһегеҙ, – аралашыу тышҡа сыҡҡас та дауам итте. – Беҙгә Үҙәк баҙар яғына, ә һеҙгә?
– Шул яҡҡа. Батырсылыҡ етмәҫ ине, әгәр ҙә башҡа ҡайғы төшмәһә, тигәндәй. Бәлки, бынау кафеға инеп, сәй эсеп алырбыҙ? Аралашырға бер танышым юҡ. Бәлки, серҙәребеҙ берегер. Балалар ҙа дуҫлашып китер ине.
– Әлбиттә, инәйек. Тик Асия – апайымдың ҡыҙы. Ул һуңға ҡалғанда мин барып алам.
– Апайың ул яҡтан бәхетле икән. Ә мин ундай саҡта нимә эшләрмен, билдәһеҙ. Оло улым институтта уҡый, ирем заводҡа эшкә урынлашты. Әлегә таныштар ҙа, дуҫтар ҙа юҡ. Барыһы ла ауылда, районда ҡалды.
Батмусҡа теҙгән ризыҡтарҙы өҫтәлгә ҡуйғас, иркенләп сәй эсергә тотондоҡ. Балаларҙың үҙ донъяһы, икәү-ара шырҡ-шырҡ көлөп, уйынға әүрәнеләр. Батырлығымды йыйып, яңы танышыма һорау бирергә булдым:
– Эйе, Өфөгә яраҡлашып китеүе ауырыраҡ шул. Ә ниндәй ҡайғы килтерҙе һеҙҙе бында?
– Бала ҡайғыһы...
– Уй, ғәфү итегеҙ, ауыр ярағыҙҙы ҡуҙғалтһам...
– Һеҙҙең ғәйеп юҡ бит унда. Ә ул яра уңалмай инде. Бына һин, ҡарт түгелһең, тинең. Ә йәш бит бара. Ауылда ғүмер буйы эш менән йәшәп, үҙ-үҙеңә тәрбиә күрһәтмәгәс, ҡартаймай ҡайҙа бараһың. Етмәһә, һуңғы һигеҙ йылда ҡайғы-хәсрәт менән көн итәбеҙ. Һаулыҡ та ҡаҡшаны. Аллаһы Тәғәләнән Илшатты һорап алдым да, ә хәҙер уны аяҡҡа баҫтырырлыҡ һаулыҡ, ғүмер һорайым.
– Барыһы ла һәйбәт булыр, борсолмағыҙ.
– Амин, шулай булһын! Рәхмәт йылы һүҙегеҙгә! Ауылда имен генә йәшәп ята инек, һигеҙ йыл элек Илгиз улыбыҙ фажиғәле һәләк булды. Электр сымы өҙөлөп, бер осо ерҙә ятҡан булған. 12 йәшлек бала нимә белә инде, эргәһенән үтеп барғанда шул сымға эләгеп, өҫтөнә ҡолаған. Ул ваҡытты күҙ алдыма килтерһәм, һаман йөрәгем дарҫлап тибергә тотона. Күрше ир инде лә: “Кесе улығыҙ урам осонда үлеп ята”, – тип, йүгереп сығып китте. Артынан мин йүгерҙем. “Ҡайһы оста?!” – тип ҡысҡырам, ә ул ҡулы менән әйҙәй. Ауыл бәләкәй генә, беҙҙең ҡапҡанан ике ос та күренә. Күрше йүгергән яҡҡа ҡарайым, кешеләр өйөлөшөп тора. Машина ла килеп туҡтаны. Шәп итеп йүгерә алмайым, аяҡтар тыңлашмай. “Тере генә булһа ярар ине!” – тип теләк теләйем. Тик анауындай ҡеүәтле ут тере ҡалдырамы һуң! Суд-медицина эксперты “кинәт үлгән” тигән справка бирҙе. Тере ҡалыу мөмкинлеге бөтөнләй булмаған.
Илгизде ерләгәс, тормош туҡтап ҡалғандай булды. Етмәһә, оло улыбыҙ Айгиз шул йылды Өфөләге математика лицейына имтихандар биреп ҡайтҡайны. Август аҙағында уға саҡырыу килде. Ике баланың береһе үлде, икенсеһе ҡырға китте. Ирем менән икебеҙ ике мөйөштә ултырабыҙ, һөйләшер һүҙ ҙә юҡ кеүек. Кәртә артына сыҡһам – зыярат, урамға сыҡһам, Илгиз үлгән урын күренә. Иламаған сәғәтем, ҡайғырмаған минутым булманы. Шәүлә кеүек йөрөнөм инде. 
Ул саҡтағы өҙгөләнеүҙәремде күреп, бер туған апайымдар: “Былай йөрөһәң, аҡылдан яҙыуың бар. Күңел йыуанысы булырлыҡ бала тап”, – тип кәңәш бирҙе. Шул һүҙ миңә бер аҙ йән өргәндәй булды. Ҡайғынан ҡотҡарыусым булырына инанып, Аллаһы Тәғәләнән: “Илгиземә оҡшаған ир бала бир”, – һораным. Теләктәрем ҡабул булды, шөкөр. 45 йәш ине, ҡайғынан һуң һаулыҡ ҡаҡшаған. Ете ай башым дауахананан сыҡманы. Шулай ҙа табиптар кире күндермәне, һәр яҡлап ярҙам итергә тырышты. Район эсендәге хәлде ишетеп беләләр бит, моғайын, минең хәсрәтте улар ҙа еңеләйтергә тырышҡандыр. Ҙур ауырлыҡ менән тыуҙы Илшатым. Дауахананан ҡайтыу менән ҡорбан салдырҙыҡ, мин дә, ирем дә намаҙға баҫтыҡ.
Әммә ауылда хәлдәр йылдың-йылы бөлә бара. Мал тотам тиһәң, бесән эшләтеү ҡиммәт. Уҡытыусы дипломым бар ҙа бит, мәктәп ябылғаны бирле эшһеҙ ултырам. Ирем тәүҙә Себер яҡтарына барып эшләй ине, аҙаҡ, Илгиздең үлеменән һуң, ҡан баҫымы менән яфалана башланы. Ауыр эшкә ярамай, тип ҡуйҙылар. Уйланыҡ-уйланыҡ та, быйыл бына Өфөгә күсергә булдыҡ. “Әсәлек капиталы”на мал-тыуар һатҡан аҡсаны ҡуштыҡ. Илгиздең үлеменән һуң район хакимиәте менән электр селтәрҙәре ойошмаһы, матди ярҙам тип, аҡса күсергәйне. Судҡа бирмәһендәр, тип тә уйлағандарҙыр. Ә ул саҡта беҙҙә кем хаҡлы, кем ғәйепле икәнен тикшереп йөрөр хәл юҡ ине. Үлгән кешене кире ҡайтарып та булмай бит. Яманлашып йөрөмәнек. Биргән аҡсалары ла ятты. Тотонғо килмәне. Фатир алырға булғас, тәүге иғәнәгә ҡушып ебәрҙек. Бына шулай, һеңлем, ҡартайған көндә ҡабаттан атай-әсәй булыу бәхетен татыныҡ.
– Иҫән-һау үҫтерергә булһын, Алла бирһә.
– Шулай булһын инде. Оло улыбыҙ Айгиз быйыл институтҡа уҡырға инде. Үҫеп килгән малай беҙҙең менән сүселдәп, яраттырып ултырмай бит. Күңелебеҙҙе Илшат менән баҫабыҙ. Уның менән йортобоҙға йәм, ҡот ҡайтты. Ирем менән дә аралар яйланды. Әтеү нисектер һөйләшер һүҙ ҙә юҡ кеүек ине, ете яттарға әйләнгәйнек. Ә хәҙер сабыйыбыҙҙың һәр ҡылығына шатланып, уның мәшәҡәттәрен үтәп, көн үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Әлбиттә, Илгизде бер кем дә алмаштыра алмай, һәр бала – үҙ урынында. Намаҙҙарым һайын, урыны ожмах түрҙәрендә булһын, тип доға ҡылам. Аллаһы Тәғәлә беҙҙең дә белеп-белмәй ҡылған гонаһтарҙы ярлыҡап, изгелектәрҙе арттырып, уның менән теге донъяла йәннәт баҡсаларында күрешергә насип итһен ине...
Оло ҡайғылар кисергән, тормошона яңы һулыш өрөргә үҙендә көс тапҡан яңы танышыма һоҡланыуым сикһеҙ ине. Киләсәктә уның барыһы ла һәйбәт булырға тейеш. Илшатын аяҡҡа баҫтырыу өсөн, Айгизде уҡытып, оло тормошҡа сығарыу өсөн. Илгиздең йәне күктәрҙән ҡарап, уларға һоҡланһын, шатланһын өсөн...

                              Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: