Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
19 Май 2022, 17:08

“Это моя земля!” тип оран һалмаһынмы елле иномарканан төшкән ят кеше...

...Самауырыбыҙға кәнистр менән алып барған һыуҙы ҡоя һалып, эсенә тубырсыҡтар тултырып, тиҙ арала ҡайнатып та алдыҡ. Кәкүк саҡыра, тирә-яҡта яңы баш ҡалҡытҡан йәш үлән еҫе аңҡый, еләҫ кенә. Бәрхәттәй сиҙәмдә ейәнем менән ейәнсәрем йүгерешеп уйнай. Ҡыҫҡаһы, ирәйеп тәмле сәй эсеп ултырабыҙ. Эргәләге асфальт юлдан Шүлгән яғына, кирегә машиналар геүләп кенә тора. Бына бер елле иномарка беҙҙең тапҡырҙа тиҙлеген әкренәйтә бирҙе лә, туҡтап уҡ ҡуйҙы. Күрәһең, берәй яҡҡа юл белешәләрҙер, тип уйлап ҡуйҙым. Ят кеше автомобиленән сыҡты ла: “Это моя земля!” тип оран һалмаһынмы, беҙгә ҡарап. Башта ишеткәнде аңлап етә алмай шаңҡыбыраҡ ҡалдым, унан күңелдә әллә ниндәй хистәр ҡайнап китте... Текә уҙаман, машинаһын беҙҙең яҡҡа бороп, яҡыныраҡ килеп туҡтаны...

“Это моя земля!” тип оран һалмаһынмы елле иномарканан төшкән ят кеше...

Әле теләгән ерҙән емеш-еләк йыйып, теләгән ерҙә аунап йөрөһәгеҙ ҙә, заманалар үҙгәреп тора, киләсәктә, бәлки, арыуыраҡ ерҙәрҙе состар һатып алып бөтөр, тиһәләр ҙә, әкиәт, кем төпкөл Бөрйәнгә килеп беҙҙең ерҙе һатып алып йөрөһөн, тип уйлап ҡуя инек.

Йыйылыштарҙа әүәлдән район башлыҡтары халыҡҡа сабынлыҡ ерҙәрен, йәшәгән урындарын законлаштырырға кәрәклекте әйтә килде. “Атамдан ҡалған ер, уға олатамдан күскән. Ул ергә кем тейһен? Барыһы ла белә ул урындың әүәлдән атамдыҡы икәнен. Сабындығыма төшөп кенә ҡараһындар”, тигәнерәк яуап ишетелгеләне. Хатта көлөп ҡуйыусылар ҙа булманы түгел, йәнәһе, белә-гүрә кем ҡул һуҙһын ул ергә, хужалар хөкүмәткә күберәк аҡса йыйыу өсөн әйтәләр.

7 май көнө, аяҙ көндә өйҙә ултырмайыҡ әле, бауыр аҫтынан ел үткәреп, Шүлгән мәмерйәһе яғындағы яңы төҙөлөштө күреп, берәй матур ғына ерҙә самауыр сәйе эсеп ҡайтайыҡ, тип туғандар, балалар менән ике машинала асфальт юл буйлап шул тарафтарға елдерҙек.

Барҙыҡ. Күрҙек.

Кире ҡайтыу яғында ултырып сәй эсерлек уңайлы урынды - юл ситтәрен ҡараштырып барһаҡ та, оя тибә алмай байтаҡ йонсоноҡ. Ниһайәт, машина менән боролоп туҡтарҙай уңайлы урынды табып, шундағы ҡайындар күләгәһенә сәй табыны ҡорҙоҡ.

...Янғын хәүефен уйлап, усаҡ яҡманыҡ, самауырыбыҙға кәнистр менән алып барған һыуҙы ҡоя һалып, эсенә тубырсыҡтар тултырып, тиҙ арала ҡайнатып алдыҡ. Кәкүк саҡыра, тирә-яҡта яңы баш ҡалҡытҡан йәш үлән еҫе аңҡый, еләҫ кенә. Бәрхәттәй сиҙәмдә ейәнем менән ейәнсәрем йүгерешеп уйнай. Ҡыҫҡаһы, ирәйеп тәмле сәй эсеп ултырабыҙ.

Эргәләге асфальт юлдан машиналар геүләп кенә тора. Бына бер елле иномарка беҙҙең тапҡырҙа тиҙлеген әкренәйтә бирҙе лә, туҡтап уҡ ҡуйҙы. Күрәһең, берәй яҡҡа юл белешәләрҙер, тип уйлап ҡуйҙым. Ят кеше автомобиленән сыҡты ла: “Это моя земля!” тип оран һалмаһынмы, беҙгә ҡарап.

Башта ишеткәнде аңлап етә алмай шаңҡыбыраҡ ҡалдым, унан күңелдә әллә ниндәй хистәр ҡайнап китте...

Текә уҙаман, машинаһын беҙҙең яҡҡа бороп, яҡыныраҡ килеп туҡтаны...

Беҙҙең табынға күҙ һалғас, эске-фәлән юҡлығын самалап, гел ҡатын-ҡыҙҙар ғына икәнен күргәс, тонын әҙерәк үҙгәрттеме, әллә гел ҡатын-ҡыҙҙар ғына булыуы ғына әҙерәк йыуашайттымы, ҡыйламағыҙ, юғиһә, үткәндә минең ағастарҙы (минең ағастарҙы!) яғып бөткәндәр усаҡҡа, тип ҡуҙғалып китте... Ҡуҙғалып китте. Ә минең күңелдә уйҙар ҡойоно уйнап ҡалды. Бәй, хәҙер үҙебеҙ теләгән ерҙә ултырып ял да итә алмайбыҙмы икән ни?.. Баҡтиһәң, теге ҡасандыр буласаҡ тигән теләгән ерҙә “емеш-еләк тә йыя алмай торған” заманда йәшәп тә ятабыҙ икән дә баһа.

Йылҡысыҡҡан күле янынан үткәндә, күл буйына барғанда һәр ваҡыт, нишләп берәй райондашым ошо тирәлә юл буйы кафеһы асмай икән, тирмә ҡороп тороп, үҙебеҙҙең милли аштарҙы тәҡдим итеп, әллә күпме аҡса эшләргә булыр ине, тип уйлай торғайным.

Туристарҙың иң геүләп тора торған ерендә үҙебеҙҙең берәй ағай-эне кафе аса алмаҫ инеме икән?.. Юҡтыр. Район сиген үткәндән алып юл буйында тамаҡ ялғарлыҡ, һыуһын ҡандырырлыҡ бер нөктә лә юҡ бит. Булғаны ла йүнләп эшләп китә алмай. Сәбәп нимәлә?

Беҙҙең халыҡты ағас боҙҙо, тине бер райондаш, ошо һорауҙы биргәс. Бәлки, шулайҙыр. Бөгөн дә районда етешерәк йәшәгән кешеләр, нигеҙҙә, ағас менән эш итеүселәр. Нимәнелер етештереп һатыу менән булышырға теләүселәр самалы. Ағас та сикһеҙ түгел шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.

Район етәкселегенең, Ағиҙел буйҙарындағы матур-матур болондарҙы алып ҡалығыҙ, хужа табылып ҡуйыр, тигән һүҙҙәрен дә рыя ғына тыңлап, ҡолаҡ ситенән генә үткәреп йөрөй бирәбеҙ. Ә беҙҙең иң матур ерҙәр ситтәр ҡулына күсеп бөтөп бара.

“Это моя земля” тип зитҡа тейгәнсе, “Это мой участок”, “Это место я арендую” тиһә, барыбер күңелгә ятышлыраҡ булыр ине, тип ҡуйҙы берәүебеҙ. Шулайын шулай ҙа ул. Тик ғәйеп үҙебеҙҙә шул,  ҡыҙғанысҡа ҡаршы... Яй ҡуҙғалабыҙ, аҡса аға торған каналдарҙы файҙалана белмәйбеҙме, теләмәйбеҙме. Әй, миңә ошоноһо етә ул, тип йәшәп тик ятабыҙ. Балаларыбыҙ, уларҙың балалары хаҡында уйларға теләмәйбеҙ. Ә заман шул тиклем тиҙ үҙгәрә икән.

Теге беҙ ултырған ерҙә, аңлауымса, тап юл буйы кафеһы буласаҡ. Бик мәслихәт. Тик Аҡбуҙатыбыҙ ҡаршыһында башҡорттоң милли йолалары, аш-һыуҙары ла күҙ уңында тотолһа, ҡалай шәп булыр ине.


"Таң" гәзите сайтынан алдыҡ:
https://tanburz.ru/articles/y-nsellek/2022-05-16/eto-moya-zemlya-tip-oran-alma-ynmy-elle-inomarkanan-t-shk-n-yat-keshe-2805120

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: