Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
19 Май 2022, 13:54

“Үҙең яратмаған һине һөйә, һин яратҡан – һине яратмай...”

Буранлы кистә юғалған бер бабай тураһында хәбәр килде. Шунда уҡ эҙләүгә ҡушылыуымды эҙәрмәндәр чатында яҙып, минең арттан килгән машинаны көтәүелләп, шәп-шәп кейенә һалдым. Беҙ, эҙәрмәндәр, юғалған кешеләрҙе төркөмдәргә бүленеп эҙләйбеҙ. Ғәҙәттә, икешәрләп, һирәк осраҡта өсөшәр кеше йөрөйбөҙ. Ул көндө минең арттан килгән эҙәрмән Руслан* менән бөтә ташландыҡ биналарҙы, гараждарҙы, баҡсаларҙы ҡыҙырып сыҡтыҡ. Хатта зыяратҡа ла һуғылдыҡ: бабайҙың бергә ғүмер кисергән әбейе яңыраҡ мәрхүмә булып, әллә ҡәберенә килдеме икән, тигән уйҙан инде. 
– Бында ниндәйҙер эҙҙәр бар, бәлки, шунда ингәндер, – тим.
– Әллә тағын, – тип аптырашта ҡалды юлдашым. – Төндә зыяратҡа инеүе нисектер шомло.
– Мин ҡурҡмайым, бер үҙем дә инеп, ошо эҙҙәр буйлап барып, ҡарап сыға алам.
– Бөтөнләй ҡурҡмайһыңмы ни?
– Ә уның нимәһенән ҡурҡырға? Үлгәндәрҙән түгел, тереләрҙән ҡурҡырға кәрәк.
– Барыбер зыяратта шомлораҡ...
– Борон замандарҙа юлдағы кешеләрҙең ҡуныр урыны булмаһа, зыярат эсенә инеп йоҡлап сыҡҡандар – унда төндө тыныс үткәрергә форсат булған. Улар шөрләмәгәнде беҙгәме ҡурҡып торорға?! Хәҙерге заманда?! Бабай әбейенең ҡәбере янына барып, шунда өшөп туңып ултырыуы ла мөмкин, шуға йәһәт кенә ҡарап сығам. 
– Ҡарале, – Руслан фонарҙы көслөрәк итеп яҡтыртып, утын аяҡ аҫтына йүнәлтте,– был эҙҙәр зыярат эсенә ингән дә, кире сыҡҡан, күрәһеңме?
Мин дә эҙҙәрҙе асыҡ күреп, зыяраттың ишеген кире ябып ҡуйҙым:
– Ысын шулай икән. Ярай улайһа, киттек. Эҙләмәгән ер ҡалманы, башҡаларҙан да бер ыңғай хәбәр юҡ, бөгөнгә ҡайтышабыҙ инде, сәғәт ике булып киткән. Эҙләүҙе иртәгә дауам итербеҙ. Бабайҙың ғүмере булһа, табылыр. 
– Үҙебеҙ ҙә аҙ шул. Кешеләр бер ҙә, ярҙам итәбеҙ, тип тормай, – яҡты йөҙлө, изге күңелле Руслан, кәйефһеҙләнеп, машинаһын ҡабыҙа. – Телевизор ҡарап, диван һаҡлап ятҡансы йә компьютерҙан айырыла алмай, уйнап ултырғансы, ватсапта ғәйбәт сәйнәп, ләстит һатҡансы эҙләшергә сыҡһалар, яҡшы эш эшләрҙәр ине, юҡ шул, ыжлап та бирмәйҙәр. Күпме тапҡыр әйткәнем бар, әйҙәгеҙ, сығығыҙ, эҙләшегеҙ, күмәкләп эҙләһәк, бер юлы ҙурыраҡ территорияны тикшереп сыға алабыҙ, эҙләү тиҙерәк, һөҙөмтәлерәк була, тип. Ләкин ҡайҙа һуң, тыңлаған кеше бармы?!
– Ҡуй, ул турала уйлап, башыңды ҡатырма ла. Беҙ аҙ булһаҡ та, барбыҙ бит, бөтөнләй үк мөсһөҙ ҙә түгелбеҙ. Һин үҙең ун кешеләйһең.
– Шулай икән, ти... 
Килә биргәс, Руслан:
– Минең менән бер күңелһеҙ хәл булды, шуны һөйләйем әле. Күңелемде өйкәп тик тора... – тине.
– Һөйлә һуң. Ә һөйләгәндәреңде гәзиткә яҙырға буламы?
– Яҙ, әйҙә... Ҡыҫҡаһы, юлда бер йәш ҡатынға тәгәрмәс алмаштырырға ярҙам иткәйнем. Шул ҡатын мине маҡтап әхирәтенә һөйләгән һәм уныһы, “Бәйләнештә” сайтында эҙләп табып, дуҫтарға өҫтәлде. “Һеҙҙең кеүек изге кешеләр һирәк, булғанығыҙ өсөн рәхмәт, әйҙәгеҙ, танышайыҡ”, – тип яҙған һөйкөмлө ҡыҙ менән танышып, аралашып киттек. Уның миңә ныҡ тартылғанын күреп, алдан уҡ, беҙҙең арала етди мөнәсәбәттәр булыуы мөмкин түгел, тип иҫкәрттем, яҡынламауын һораным. Гөлсара, аңланым, миңә артыҡ бер ни ҙә кәрәкмәй, тине.
– Ә ниңә уны яҡын юлатмаҫҡа тырыштың? Бөтөнләй оҡшаманымы ни? Нимәһе оҡшаманы? Холҡо алама инеме әллә кеше ҡарағыһыҙ йәмһеҙ булдымы?
– Юҡ, төҫкә-башҡа арыу ғына ине, холҡо ла яҡшыға оҡшағайны. Ни бары... Ярай, минең типаж түгел, тип әйтәйем дә ҡуяйым. Мин, кем булһа ла – иң мөһиме, булһын, тип кем менәндер йөрөп, ҡыҙҙарҙы ымһындырып, бушҡа өмөтләндермәйем. Гөлсара, арабыҙҙа дистанция һаҡларға тырышыуымды белһә лә, барыбер мине үҙенә ҡаратырға ынтылды. Гел дә үҙенә саҡырҙы, һирәк-һаяҡ йомоштарын ҡушҡан булды. Ул һәйбәт ҡыҙ булғас, ҡаты бәрелә лә алманым, шулай ҙа бер-ике тапҡыр осрашҡас, эш күплегенә һылтанып, араларҙы яйлап һыуыттым. Бер көндө ул, зинһар, күрешәйек, һине ғәләмәт күргем килә, тип смс  ебәрҙе: “Мин ауырып, дауаханаға эләктем, шуға ныҡ эсем боша”. Нимә булып китте, берәй ярҙам кәрәкме, тип һорағас, етди бер ни ҙә юҡ, тип яуапланы: “Ҡапыл ғына температурам күтәрелде лә, төшмәй ҡаңғыртҡас, табипҡа мөрәжәғәт иткәйнем, дауаханаға һалып ҡуйҙылар, бында күңелһеҙ, һине күргем, һинең менән тәмләп тороп һөйләшкем килә, килһәң, шул булыр һинән ярҙам”. Бушаһам, инеп сығырмын әләйһә, тинем дә бит, ләкин тап шул мәлдә ысынлап эшем хәтәр күбәйҙе лә китте. Эшем менән ҡаңғырып йөрөп, Гөлсараны бөтөнләй онотоп, “инеп сығырмын” тигән һүҙемде иҫтән юйғанмын. Ике ай самаһы ваҡыт үтте. Бер көндө Эльвира шылтырата: “Онкодиспансерҙа беҙҙең бер яҡташ ҡыҙ ята, ул, шул тиклем шешлек ашағым килә, ә бында бер танышым да юҡ, һеҙ берәй нисек ярҙам итә алмаҫһығыҙмы, тип яҙҙы, ярҙам ойоштор әле, һинең хәлдән килә бит”. Минең өсөн, әйткәндәй, бының бер ауырлығы ла юҡ. Егеттәр менән һөйләшеп, һарыҡ ите табып, шуны әҙерләп, шешлектең иң тәмле өлөштәрен һайлап алып, Эльвира аша онкодиспансерға ебәрҙем. Икенсе көнөнә үк Эльвира миңә онкодиспансерҙа ятҡан ҡыҙҙың рәхмәтен тапшырҙы: “Шешлек шундай тәмле ине, хатта кинәнеп ашап, күңелем булды, уны әҙерләгән, килтергән һәр кемгә мең рәхмәт, тип әйтте ул ҡыҙ. Һиңә, Руслан, игелекле, ярҙамсыл булғаның өсөн минән айырым рәхмәт!” Тағы ла берәй төрлө ярҙам кәрәк булһа, өндәшерһең, Эльвира, тинем дә, ҡайтанан эшкә сумдым. Ә бер аҙнанан Эльвира илап шылтыратты: “Руслан, онкодиспансерҙа ятҡан яҡташ ҡыҙ вафат булған...” “Әрәм булған... Нисә йәш ине уға?” - тип һораным. Эльвира йәшен әйтте лә, исемен атаны: “Гөлсара исемле ҡыҙ”. Башыма күҫәк менән тондорғандай тәьҫир итте ошо һүҙе, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте: “Кем тинең?! Гөлсара?!” Эльвира ҡыҙҙың фамилияһын да атағас, ултыра төштөм: “Юҡ, булмаҫ, мин белгән Гөлсара түгелдер... Ул бит, етди бер ни ҙә юҡ, тигәйне яңыраҡ...” Йәһәт кенә Гөлсараның номерын эҙләп табып, йыйҙым, трубкала “абонент временно недоступен” тигән тауыш ишетелде. Тағы, тағы йыйҙым да йыйҙым уның номерын, ләкин телефонын алыусы кеше булманы. Гөлсара йәшәгән йортҡа барғайным, ишектәре бикле ине, күршеләренә индем. Эйе, ҡапыл ғына вафат булды шул, үҙебеҙ ҙә аңламай ҡалдыҡ, тине улар: “Рактың агрессив формаһы булған, тиҙәр, һуң ғына белеп ҡалып, бик һуң дауалана башлаған, табиптар бер нисек тә ярҙам итә алмаған...” Ике-өс аҙна тирәһе аңҡы-тиңке йөрөнөм, үҙемде битәрләп бөттөм. Ниңә генә шул ҡыҙға әҙерәк иғтибар, һөйөү, йылылыҡ, мәрхәмәтлек күрһәтмәнең инде, тип эстән үҙ-үҙемде ҡайыҙланым ғына.
– Яратмаған кешене йәлләп кенә бәхетле итеп булмай, Руслан...
– Уныһы ла дөрөҫ... Иң ҡыҙығы, тип әйтәйемме икән, иң аяныслыһымы, үкенеслеһеме шунда: егеттәр менән бергә һарыҡ ите һайлап йөрөгәндә, шешлек ҡурғанда, аҙаҡ уны онкодиспансерға ебәргәндә,  тап Гөлсара өсөн тырышып йөрөгәнемде белмәнем, Гөлсара ла шешлекте мин уға әҙерләп ебәргәнде белмәй китеп барҙы яҡты донъянан... Белһә, нишләр ине икән?
– Ҡыуаныр ине, Руслан. О-о, миңә оҡшаған егет миңә шешлек ҡурып ебәргән, тип һөйөнөр ине.
– Мине эшкә һанаманы, килеп хәлде лә белмәне, тип асыуланып, шешлекте атып бәрмәҫ инеме икән?..
– Юҡтыр. Һинең һөйләүең буйынса Гөлсара ҡыйыу ҙа, бик һәйбәт тә булған. Тәү башлап үҙе һиңә яҙып ебәреп, танышыуҙы яҡын аралашыуға күсерергә тырышыуын әҙәпһеҙлек тип түгел, ә ҡыйыулыҡ тип һанайым, Руслан. Һине ныҡ оҡшатып, бәхетле булғыһы, лайыҡлы ир-егетте, йәғни һине яратып һәм һинән яратылып йәшәгеһе килгәндер. Һинең кеүек шәп егеттәр аяҡ аҫтында тәгәрәшеп ятмай, иҫәпле генәһегеҙ. 
– Мин яратыр ҙа инем уны, яратмаҫлыҡ ҡыҙ түгел ине Гөлсара, әммә йөрәгем буш түгел шул, – Руслан, көрһөнөп, машинаның фарҙарын тоҡандырҙы, газ педаленә баҫты, – хас та йырҙа йырланғанса: үҙең яратмаған һине һөйә, һин яратҡан – һине яратмай...  Ҡайттыҡ буран көсәймәҫ борон йә иптәштәргә үҙебеҙҙе эҙләргә тура килер ҡар аҫтынан.
– Тәүбә, тиң, уйнап һөйләһәң дә уйлап һөйлә! Йәшәгем килә минең!
– Йәшәге килә шул...
Буран көсәйеп, юлға һалмаҫ борон ҡайтырға юлландыҡ.
Ә бабай һуңынан имен-һау табылды, шөкөр. Был беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс булды. Теге донъяға киткәндәр генә кире әйләнеп ҡайтмай, башҡаларҙың барыһы ла табылып, өйҙәренә, яҡындарына кире ҡайтһын ул.

Баныу Ҡаһарманова.
* Исемдәр үҙгәртеп алынды.  

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: