Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
18 Май 2022, 07:00

Таныш булығыҙ: «Юлдаш»тар - Илнур Рамаҙанов 

Тыуған көнөм:  1996 йылдың 10 ноябре.  
Тыуған ерем: Ырыуым – Тамьян, ораным – тутыя, ҡошом – ҡарсыға, ағасым – ҡарағай, тыуған ерем – Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылы.
Белемем буйынса мин: геология магистры.
Радиола нисек эш башланым:  бәләкәй саҡтан телеүҙәк бинаһына “Тамыр”, БЮТ, “Юлдаш”ҡа төрлө конкурсҡа йөрөнөм. Шунда уҡ был бина эсендә эш ҡайнағаны ныҡ оҡшап ҡалғайны. Буласаҡ хеҙмәт­тәштәрем менән таныш булдым. Йырҙарым «Юлдаш PLUS» интернет-радиоһында, «Юлдаш» радиоһында яңғырай ине. Өфөгә уҡырға күскәс, бында ҡунаҡҡа йөрөнөм. 2019 йылда «Юлдаш PLUS» йәштәр радиоһы менән ҡыҙыҡһынып киттем. Ул ва­ҡыттағы етәксеһе  Гөлдәр Мырҙа­ғәлина менән һәйбәт аралаша тор­ғайныҡ. Йырсы булараҡ, төрлө биҙәлеш уйлап, йырҙар рәтен үҙ­гәртәйек, тип тәҡдимдәр индерҙем. Миңә эшләп ҡарарға мөмкинлек бирҙеләр. Был шөғөл күңелемә ятты ла ең һыҙғанып эшкә тотондом. 2019 йылдың ноябрендә мине “перспективалы егет” тип эшкә алдылар.
Эшемдә иң оҡшағаны: һәр бер эшләгән эшемдең файҙаһын күрәм. Иң мөһиме –хеҙмәттәштәрем менән башҡорт телендә аралашам.
Рәхмәтлемен: Риф Арыҫланға, Гөлдәр Мырҙағәлинаға һәм, әлбиттә, етәкселәремә.
Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш: бер төндә ҡурҡыныс төш күреп уянып, ноутбукты асырға тура килде. Ул төштә плейлист төҙөргә онотҡанмын һәм эфир туҡтап ултыра, имеш, тип күрҙем. 
Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы: Дыуандан Зөлфиә апай. Ул беҙҙең менән һәр бер эфирҙа. Яҙышабыҙ ҙа, йырлы сәләмдәр ҙә ебәрәбеҙ.
Яратҡан йырым: Justin Bieber- Lonely.
Китабым:  Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы.
Фильм:  “Мистер нокаут”.
Эштән арып киткән саҡта: рәхәт­ләнеп кино ҡарап ятып алам.
Ғорурланған һуңғы ҡаҙанышым:  уңышлы итеп «Юлдаш плюс» пре­мияһы тапшырыу тантанаһын үт­кәреп ебәрҙек.  Ҙурыраҡ еңеүҙәрем әле алда.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: