Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
17 Май 2022, 07:00

Таныш булығыҙ: «Юлдаш»тар - Нурзилә УСМАНОВА

Тыуған көнөм:  1996 йылдың 25 июне. 
Тыуған ерем: Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы. 
Белемем буйынса мин: инглиз теле белгесемен.
Радиола нисек эш башланым:  2017 йылда “Юлдаш plus” радиоһында эфир­ҙар алып бара башланым. «Белдекле, ипле, аҡыллы бала” тип, “Юлдаш”ҡа алдылар. 2020 йылдан республикабыҙҙың төп милли каналының  «Яңылыҡтар» хеҙмәтендә эшләйем, ҡотлауҙар уҡыйым, үҙемдең социаль проектым бар.
Эшемдә иң оҡшағаны: берҙәм коллектив, ижади үҫеш мөмкинлеге.
Рәхмәтлемен: коллегаларыма, остаздарыма. 
Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш:  “Яңы­лыҡтар” бүлегендә эшләй башлағанда берәй сараны яҡтыртырға барып, бер яҙмаһыҙ, мәғлүмәтһеҙ ҡайтҡанмын, тип күрә инем. Йыш ҡына эфирға һуңлайым йәки ҡотлауҙар уҡып ултырам, ә хаттар ҡаралмаған, тип ҡурҡып уянам. 
Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы: “Юл­даш”лы ял” программаһына тура эфирға шылтыратҡан бер ханым үҙҙәренең ауылында имам-хатиптың мәрхүм булыуы,  уның урынына йәш имам килеүен шатланып һөйләгәйне. Туйҙар хаҡында эфир алып барған мәлдә бер егет шылтыратып, кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. 
Яратҡан йырым: Венер Камалов, “Беҙҙең ғүмер”, классик йырҙар. 
Китабым:  Мәрйәм Бураҡаева, “Арғымаҡ”.
Фильм:  “1+1”, “Девчата”.  
Эштән арып киткән саҡтарҙа: китап уҡыйым,  эштән һуң “Guzal-dance” бейеү ансамбленә күнекмәгә йүгерәм.
Ғорурланған һуңғы ҡаҙанышым:  SMM-маркетолог һөнәрен үҙләштерҙем.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: