Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ҡайһы бер ваҡиғаларҙың һеҙ уйлағанса бармауы ла мөмкин. Өҫтәмә мәшәҡәттәр ҙә килеп сығыр шикелле. Ҡайсаҡ юҡ-бар өсөн артыҡ бошонаһығыҙ һымаҡ. Тирә-яҡты байҡап сығығыҙ – ыңғай нәмәләр ҙә бар бит. Йондоҙҙар һәр хәлдә ашыҡмаҫҡа ҡуша.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Ҡыйынлыҡ менән булһа ла, яңы эштәрегеҙ яҡшы барыр. Тәүге аҙымдарығыҙ яй булмаҡсы, аҙағыраҡ барыһы ла рәтләнер. Аҡса килеп торор, уны әлегә тотонмаҫҡа тырышығыҙ. Йомала башығыҙҙа өмөтлө фекерҙәр тыуыр.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Һеҙҙе файҙалы аҙна көтә. Шишәмбеләге ваҡиғалар күңелегеҙҙе мотлаҡ күтәрер. Элек әллә ни оҡшамаған эштәрҙе лә ихлас башҡарырһығыҙ. Ҡайһы бер таныш нәмәләрҙе икенсерәк күрә башларһығыҙ. Кесе йомала күптән көткән һөйләшеү булыр.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Был көндәрҙе бик әүҙем үткәрерһегеҙ. Уй-фекерҙәрегеҙ башҡаларҙа яҡлау табыр, ярҙам итеүселәр ҙә булыр. Тәүге уңыштарға тиҙ өлгәшерһегеҙ. Артабан алға барыу тағы ла еңеләйер. Шаршамбылағы мәшәҡәттәр әллә ни ҙур ауырлыҡ килтермәҫ, моғайын.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Аҙна ҡыйыныраҡ башланмаҡсы, уңға-һулға һуғылырға мәжбүр булырһығыҙ. Тыныс ҡына уңайлы ваҡытты көтөгөҙ. Ул шаршамбыла килер. Был көндө иң ауыр эш тә һәйбәт барыр. Йомала файҙалы кәңәш ишетерһегеҙ.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Шишәмбелә уяуыраҡ булығыҙ. Төрлө сәбәптән күңелегеҙ тынысһыҙланыр. Ниндәйҙер хата яһауығыҙ ҙа ихтимал. Хәйер, уны ваҡытында төҙәтә алырһығыҙ. Йома – иң уңышлы көнөгөҙ. Эштәрҙе икеләтә күберәк башҡарырһығыҙ, моғайын.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Күберәк күҙәтегеҙ һәм фекер төйнәгеҙ. Мәл киләсәккә ҡорған маҡсаттарҙы тағы ла барлап сығыу өсөн уңайлы. Яңы пландар ҙа тыуыр, ләкин уларҙы бойомға ашырыу иртәрәктер әле. Ҡайһы бер мәсьәлә буйынса белгән кешеләр менән кәңәшләшергә тура килер.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Шишәмбелә ниндәйҙер сәйерерәк хәбәр ишетеүегеҙ ихтимал. Бер аҙ ваҡыт үткәс, унан үҙегеҙгә файҙа сығара алырһығыҙ. Аҙна барышында өмөтлө аралашыуҙар көтөлә. Кәрәкле тәҡдимдәр ишетеүегеҙ ҙә бар. Йомала бер мөһим мәсьәләне асыҡларһығыҙ.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Дүшәмбелә кире ваҡиғалар булыуы мөмкин. Шулай ҙа борсолорға әллә ни етди сәбәптәр юҡ кеүек. Хәл бик тиҙ үҙгәрергә тейеш һәм ҡәҙимге эштәргә тотонорға мөмкинлек тыуыр. Был арала кеше кәңәштәренә артыҡ ышанмаҫҡа ҡушыла.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Файҙалы эш итеү өсөн мөмкинлектәр осрап торор. Ҡайсаҡ артта ҡалмаҫ өсөн көсөгөҙҙө ҡәҙимгенән күберәк түгерһегеҙ. Был бигерәк тә шишәмбе һәм шаршамбыға ҡағыла. Иң ҡыйын шарттарҙа ла башлаған эштәрегеҙҙе дауам итегеҙ.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Осор уңышлы башланыр. Иң яуаплы сараларҙы ошо ваҡытҡа тәғәйенләгеҙ. Иң ауыр мәсьәләләрҙе хәл итеү ҙә ҡулығыҙҙан килер. Элек башлаған эштәрегеҙҙе еңел генә тамамларһығыҙ. Шаршамбынан һуң ҡыйынлыҡтар осрар. Күпселектә улар икенсе кешеләр менән бәйле булыр.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Был арала иғтибар үҙәгендә йыш булып, ниндәйҙер йәмәғәт сараларында ҡатнашырһығыҙ, бәлки. Тыштан һәр саҡ тыныс булығыҙ, артығын һөйләмәгеҙ, ярҙам һорамағыҙ. Янығыҙҙа ышанысһыҙ кешеләр юҡ түгел. Көткән аҡса ла әле генә килмәйәсәк.