Бөтә яңылыҡтар

Йондоҙнамә (9 – 15 май)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Иң мөһим эштәрегеҙҙе ваҡтарынан айырырға тырышығыҙ. Юҡ-бар менән маташып, иң кәрә­генә иғтибарығыҙ етмәүе мөмкин. Бының өсөн тәжрибәгеҙ етерлек, кәңәш бирерлек кешеләр ҙә юҡ түгел. Йомала һис көтмәгән яҡшы хәбәр килер.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Хәлегеҙ, кәйефегеҙ һәйбәт булыр. Уртаҡ тел таба, башҡаларға фекерҙәрегеҙҙе еткерә бе­леүегеҙ бөтөн эшегеҙгә булышлыҡ итер. Элек бөтөнләй ҡатнашмаған кешеләрҙе лә ышандыра алырһығыҙ хатта. Төп эш урынығыҙҙа ниндәйҙер үҙгәрештәр көтөлә, буғай.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Аҙна араһында һис тә уйламаған хәлдәргә осрауығыҙ ихтимал. Иң тәү сиратта, һеҙҙән тү­ҙемлек талап ителә. Был бигерәк тә шаршамбыға ҡағыла, сөнки ул көндә кем менәндер һүҙгә килешеүегеҙ бар. Ваҡыт үткәс, һеҙҙең хаҡ булыуығыҙ раҫланыр.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Көндәр һәйбәт килер. Борсолорғка сәбәп юҡ һымаҡ. Иң ҡатмарлы эштәр ҙә көтөлмәгәнсә яҡшы барыр. Шишәмбелә уңайлы мәлдәр килтерер, башығыҙҙа өмөтлө фекерҙәр тыуыр. Был арала бәғзеләр элек боҙолған мөнәсәбәттәрҙе яңынан тергеҙә алыр.

Буға ( 21.04 – 21.05)
Был көндәрҙә бик һаҡ эш итергә ҡушыла. Шишәмбелә ваҡиғалар тиҙ үҙгәреүсән буласаҡ, шулай ҙа ашыҡмаҫҡа тырышығыҙ. Бәғзеләр бөтөнләй таныш булмаған мәсьәләләргә осрар, бәлки. Ҡайсаҡ иңегеҙгә яуаплылыҡ алырға ла тура килер.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Аҙна башындараҡ аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы бар. Юҡ-барға иғтибар итмәһәгеҙ, барыһы ла һәйбәт булыр. Шаршамбынан һуң көндәр бик уңышлы көтөлә. Ниндәйҙер бик мөһим һәм кәрәкле эште тулыһынса тамамларһығыҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Үткән ваҡиғаларҙан һуң бер аҙ көс-хәл йыйырға мөмкинлек булыр. Иң ашығыс эштәр менән генә булышырға кәңәш ителә. Шишәмбелә яҡшы хә­бәрҙәр ишетерһегеҙ, бәлки. Улар яҡын кеше­ләрегеҙгә ҡағыласаҡ. Аралашыуҙар файҙалы буласаҡ. Бәғзеләр менән элек булған дәғүәләр яйлап онотолор.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Осорҙоң бигүк файҙалы башланмауы ла ихтимал. Буш һөйләшеүҙәр күбәйер. Ниндәйҙер мөһим эшкә яуаплы кешене таба алмаҫһығыҙ. Был ығы-зығы ваҡытында ситтәрәк тороуығыҙ хәйерле. Кесе йома уйламағанса уңышлы үтер.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Аҙна ауыр ғына булмаҡсы. Бар кеше менән дә уртаҡ тел таба белеүегеҙ һәр саҡ ярҙам итер. Кесе йомала бик яуаплы эш менән булышырһығыҙ, шикелле. Уны уңышлы ғына башҡара алырһығыҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Был арала үҙаллы эш итергә тырышығыҙ. Кеше кәңәштәре йыш ҡына ҡапма-ҡаршы булыуы бар. Үҙегеҙҙең дә аҡыл-тәжрибәгеҙ етерлек бит. Ҡайһы бер элекке уй-фекерҙәрегеҙгә әйләнеп ҡайтыу ҙа ҡамасауламаҫ. Әле уларҙы бойомға ашырыу өсөн уңайлы мәл.

Саян ( 24.10 – 22.11)
Шишәмбе-шаршамбыла әүҙем булығыҙ. Был көндәрҙә һиҙелерлек уңыштарға өлгәшеүегеҙ бик ихтимал. Ҡайһы бер яҡшы таныш нәмәләрҙе икенсе төрлөрәк күрәһегеҙҙәер, бәлки. Эштәрегеҙгә ҡыҫылырға теләүселәр ҙә табыр. Уларға рәхмәт әйтеп, үҙегеҙсә эшләгеҙ. 

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Аҙнаның тәүге яртыһы бер аҙ мәшәҡәтлерәк булыуы көтөлә. Һеҙҙең тирәләге бәғзе кешеләрҙең ҡылыҡтары аптыратыуы ла мөмкин. Артын күрһәткән кешеләр ҙә табылыр һымаҡ. Кесе йомала яҡшы хәбәрҙәр ишетерһегеҙ. Яңы мөмкинлектәр ҙә асылыр. 


Автор:AdminQ Admin
Читайте нас в