Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
5 Май 2022, 15:00

Йорт ҡуяндарын нисек ишәйтергә?

Һуңғы йылдарҙа ҡош ите менән бер рәттән ҡуян ите лә ҙур һорау менән ҡулланыла: файҙалы һәм диета өсөн яҡшы ризыҡ, еңел үҙләштерелә. Аҫрау өсөн дә ҡулайлы, артыҡ сығымдар талап итмәй. Уны ауыл ерендә генә түгел, ҡала янындағы дачаларҙа ла тоторға мөмкин. Тик йорт ҡуянын белеп тәрбиәләргә кәрәк. Бер аҙ мәшәҡәттәре лә бар.

Улар өсөн бер яруслы ситлек һәйбәт. Бындай шарттарҙа йәнлектәрҙе ҡарау күпкә яйлыраҡ, ауырыуҙарҙан һаҡланыу сараларын үтәү ҙә уңайлы булыр. Ҡуян торлағында йылылыҡ 16 – 17 градус, һауаның дымлылығы 60 – 80 проценттан артмаҫҡа тейеш. Яҡтылыҡ иһә тәүлегенә 15 сәғәттән дә кәм төшмәһен. Ситлектәр бер яруслы, селтәр йәки таҡта иҙәнле була. Улар һәр саҡ таҙа торорға тейеш: елле, дымлы урынды ҡуяндар яратмай. Инә һәм ата ҡуяндар айырым, бер йыллыҡ балалар 2 Х 1,5 метр ҙурлыҡтағы ситлектәрҙә төркөмләп тотола. Ләкин уларҙың бер ситлектәге дөйөм һаны егерменән артмаһын. 


Инә ҡуян йылына 4 – 5 мәртәбә үрсем биреп, һәр ҡайһыһында берҙән алып 14-кә тиклем бала килтерә. Уларға алдан уҡ ҡоро бесән менән мамыҡтан оя хәстәрләп ҡуя. Шәрә һәм һуҡыр булып тыуған кескәй ҡуян балалары 10 – 12 көндә күрә башлай, йомшаҡ йөн менән ҡаплана. 16 – 18 көнгә тиклем әсәһен имә, унан дөйөм туҡланыу ризыҡтарына өйрәнә. 45 тәүлектән һуң иһә уларҙы айырырға  кәрәк.


Ҡуяндарҙы ситлеккә япҡансы, бөтөн әйбер бик яҡшылап йоғошһоҙ­ландырыла (дезинфекциялана). Нәҫелгә ҡалдырыл­ған­дарҙы ике йыл һайын алыштыралар. Айырыуса тиҙ өлгөрә торған тоҡом йәнлектәрен үрсетергә тәҡдим итәләр. Аҡ великан, Һоро великан, Калифорния, Яңы Зеландия тоҡомдарын ҡарау отошло, ти белгестәр. Улар тиҙ ҙә үҫә, күп тә үрсей.


Ҡуяндарҙың төп аҙығына бесән, үлән һәм тамырлы йәшелсә инә. Йәшел аҙыҡтарҙан бигерәк тә әрем, билсән, һөт үләне, клевер, бәпембә, кесерткән йыйып ашатырға кәрәк. Кәбеҫтә күсәне, көнбағыш япрағы, кишер һабағы, уҫаҡ, йүкә, миләш, тал ағасының япраҡтары ла улар өсөн һәйбәт ризыҡ булып тора. Ашатыр алдынан үләндәрҙе ҡояшта бер аҙ кипшетеп алыу һәйбәт. Клевер, борсаҡ һәм кәрешкә үләнен аҙ-аҙлап (150 г самаһы ғына) биреү яҡшыраҡ. Эстәре китмәһен өсөн сөгөлдөр, картуф, торма япраҡтарын да самалап ашатырға кәрәк. Ҡуян аҙыҡтары дүрт төргә бүленә. Ҡаты аҙыҡ – ашлыҡ һаламы, болон бесәне, йәшел үлән; һутлы аҙыҡ – кишер, сөгөлдөр, ҡабаҡ, картуф, кәбеҫтә,  торма; байытылған – һоло, арпа, борсаҡ, кәрешкә, көрпә, ҡатнаш аҙыҡ; минераль – аш тоҙо, аҡбур, һөйәк оно, айыртылған, әсегән һөт. Шулай уҡ алма, миләш, имән сәтләүеге, картуф ҡабығы, ағас ҡайырыһын да бирергә ярай.
Йәй көнө үләндәргә бер аҙ байытылған аҙыҡ өҫтәйҙәр. Иртә яҙҙа кесерткән менән ҡуҙғалаҡ иң яҡшы ризыҡ буласаҡ. Тик бөртөклө үләндәрҙе генә ашатырға ярамай. Ҡышҡы осорҙа йорт ҡуяндары йәшелсәне бик яратып ашаясаҡ. Тик уларҙы мотлаҡ рәүештә йыуып бирергә онотмағыҙ. Әйткәндәй, сөгөлдөр, кишер, картуф һәм башҡалар баҙығыҙҙа туңһа, ташларға ашыҡмағыҙ – ҡуяндар уларҙы әрәм итмәйәсәк. Һалҡын миҙгелдә шулай уҡ бесән менән япраҡ бәйләме иң һәйбәт һый булып һанала. Байытылған аҙыҡтар араһынан һоло улар өсөн айырыуса файҙалы. Уны ҡоро килеш ашатырға кәрәк. Ә бына арпаны – тарттырып, кәрешкә менән борсаҡты 2 – 3 сәғәт алдан һыуҙа тотоп бирәләр. Ә минераль аҙыҡтарҙы төп аҙыҡтарға ҡушырға. Һыуға килгәндә, ҡыш көнө ҡуяндарҙы бер тапҡыр һуғарыу ҙа етә. Тик һыу йылымыс булырға тейеш. Ә бына яҙлы-көҙлө, йәй миҙгелендә иртәле-кисле кәрәк булыр. Көн эҫелеге 28 градустан артһа, йәнлектәрҙе һыуҙан өҙмәгеҙ.


Ҡуян аҫрау өсөн күпме аҙыҡ кәрәк һуң? Һәр ҡуянға йылына яҡынса 20 кг бөртөклө культура, 10 кг көрпә, 65 кг картуф, 36 кг кишер, 40 кг бесән, 120 – 130 кг башҡа төрлө йәшелсә, 7 кг жом әҙерләнә. Имеҙгән инә ҡуянды көнөнә – дүрт, ә ҡалғандарын өс тапҡыр ашатырға. Тағы ла бер мотлаҡ үтәлергә тейеш ҡағиҙә: улар алдында йәйен-ҡышын йәш уҫаҡ, тал ботаҡтары ятырға тейеш. Оҙаҡ кимермәй торһалар, ҡуяндарҙың тештәре үҫеп, ашай алмай башлай.


Ситлектәрҙе хужалар йыш ҡына үҙҙәре эшләй. Был артыҡ ҡатмарлы түгел. Тик унда инә ҡуян өсөн ҡараңғы бүлмә ҡалдырырға онотмағыҙ. Балалары тыуғас, ул бүлмәне асып ҡарарға, имеҙеүҙән туҡтағансы балаларына ҡул менән ҡағылырға ярамай. Юғиһә инә ҡуян уларҙы ташлаясаҡ.



Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: