Бөтә яңылыҡтар

Йондоҙнамә (2 – 8 май)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Яҡшы танышығыҙҙың әйткәненә ҡолаҡ һалырға ҡушыла. Уның кәңәше өмөтлө һәм бик урынлы булыуы мөмкин. Үҙ тәжрибәгеҙ ҙә ярҙам итер. Осраған ҡыйынлыҡтар һеҙгә таныш һымаҡ.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Аҙнаның тәүге яртыһы бик файҙалы үтмәксе. Эштә лә, уҡыуҙа ла мотлаҡ уңырһығыҙ. Иң ҡат­марлы мәсьәләләр ҙә һис тә ҡурҡытмай кеүек. Кесе йомала ишеткән хәбәрҙәр мотлаҡ ҡыуан­дырыр, моғайын. Өмөтлө аралашыу өсөн дә форсат булыр.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Уңыштарға өлгәшеү өсөн мөмкинлектәр осрар. Тик бик етеҙ эш итергә кәрәгер. Бының өсөн тәжрибәгеҙ етмәҫ, моғайын. Хәйер, булғанына шөкөр итегеҙ. Кемдер һеҙҙең менән яҡынданыраҡ танышырға теләк белдерер.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Осор бер аҙ мәшәҡәтлерәк көтөлә. Шулай ҙа бер юлы уңышлы ла булыр. Шишәмбелә ал­дығыҙҙа яңы мәсьәләләр тыуыр. Улар тәү ҡарашҡа ғына бик ауыр күренер. Ныҡлап уйлағанда, уларҙы хәл итер өсөн аҡылығыҙ етергә тейеш.

Буға ( 21.04 – 21.05)
Аҙна тыныс ҡына башланып китергә оҡшай. Көтөлмәгән хәлдәр бөтөнләй булмаясаҡ. Шаршамбынан һуңғы ваҡиғаларҙы фаразлауы ҡыйын. Шулай ҙа бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫһегеҙ һымаҡ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Был арала әүҙемлегегеҙҙе бер аҙға кәме­теүегеҙ дөрөҫ булыр. Ҡараштарығыҙҙы бел­дермәҫкә, уй-маҡсаттарығыҙ менән уртаҡ­лаш­маҫҡа кәңәш ителә. Әлегә дөйөм хәлде аңлатыу, уның ниндәй йүнәлеш алыуын төҫмөрләү ауырыраҡ. Быға төшөнөү өсөн ваҡыт кәрәгер.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Ҡәҙимге осор. Шишәмбелә алдығыҙҙа ҡайһы бер яңы мөмкинлектәр асылыуы мөмкин. Һәйбәт яңылыҡтар кәйефегеҙҙе мотлаҡ күтәрер. Кем­гәлер алдан уйламаған сәфәргә лә сығырға тура килер, бәлки. Ул ашығыс булһа ла, уңышлы тамамланырға тейеш.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Аралашыуҙа уңырһығыҙ һымаҡ. Башҡаларға фекерегеҙҙе еткереүе һис тә ауыр булмаҫ. Эштәрегеҙҙә ярҙам итергә теләүселәр ҙә һәр саҡ табылып торор. Йомала күптән көткән мөһим һөйләшеү булыуы бик ихтимал.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Төрлө ҡыйынлыҡҡа ҡарамаҫтан, аҙна арыу ғына үтер. Һеҙҙең бөтә эште аҙағынаса еткереүегеҙҙе айырым билдәләмәйенсә булмай. Был һәләттәрегеҙҙе башҡалар ҙа күрергә тейеш. Йомала бик өмөтлө һөйләшеү көтә, буғай.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Был арала иғтибар үҙәгендә йыш булырһығыҙ. Эштәрегеҙ менән ҡыҙыҡһыныусылар күбәйер. Кемдер ихлас күңел менән һорашыр, бәғзеләр хаталарығыҙҙы эҙләр. Уларҙы бер-береһенән айыра алырһығыҙ, моғайын.

Саян ( 24.10 – 22.11)
Шишәмбеләге хәлдәр бер аҙ борсолорға мәжбүр итер. Ныҡлап уйлағанда, бының өсөн етди сәбәптәр юҡ та һымаҡ. Һеҙгә бер нәмә лә янамай, эштәрегеҙ һәүетемсә генә барған кеүек. Башта бик ауыр булып күренгән мәсьәләләрҙе лә еңел хәл итерһегеҙ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Һеҙҙе ҡәҙимге аҙна көтә. Шишәмбелә генә алдан ҡорған маҡсатығыҙҙың бер аҙ боҙолоуы ихтимал. Әйткәндәй, бында һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡ. Ҡайсаҡ башҡалар менән уртаҡ тел табыуы ауырлашыр. Тик был ваҡытлыса ғына. Был арала күптән күрмәгән  кеше менән осрашырһығыҙ, бәлки.









Автор:AdminQ Admin
Читайте нас в