Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
25 Апрель 2022, 15:00

«Ҡатынымдың майикмәге уңмаһа, мине халыҡ белмәҫ тә ине!»

йәғни Ябай ауыл егете Илсур Ильясов нисек блогер булып киткән?

Хәтерегеҙҙәлер, бер ирҙең тәмләп-тәмләп, ауыҙ һыуын ҡороторлоҡ итеп  майикмәк ашағанын һүрәтләгән ви­деояҙма социаль селтәрҙәр буйлап йәшен тиҙлегендә таралды. Кемдер был ирҙе маҡтаны, икенсе берәүҙәр битәрләне. Әйт­кәндәй, был видеояҙманы беҙ ҙә ҡыҙыҡ күреп, халыҡтың фекерен белге килеп, “Йәшлек” гәзите сайтына ҡуйҙыҡ. Коммента­рийҙарҙың  төрлөһө булды. Артабан да Илсур төшөргән ҡыҙыҡлы видео­роликтарҙы сайтта биреүҙе дауам иттек.  

Хатта “Майикмәк” һуңғы арала киң билдәлелек яулаған, ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошон пародия­лаған һәм “Сәләм бөтәгеҙгә лә!” тип һәр таңды ҡаршылаған “Башкирская домохозяйка” Миләүшә Шәйхисламованы уҙып киткәндәй тойолдо. Шул ваҡытта ошо ике блогер араһында төркөмөбөҙҙә “Иғтибар! Иң популяр башҡорт блогерын һайлайыҡ!” исемле үҙенсәлекле ярыш ойошторҙоҡ. Уйыбыҙ аҡланды. “Майикмәк” (Илсур Ильясов) конкурс ойошторолған көндө үк алға сығып, ярайһы ғына тауыш йыйҙы.  Ә “Башҡорт хужабикәһе”, итәғәтлелек күрһәтепме, тырыш егеткә рәхимле булыу өсөнмө, әллә тауыш йыйыуҙа күпкә артта ҡалғанын һиҙепме, йыйылған тауыштарын Илсурға биреүҙәрен һорап, хат яҙҙы. 
Блогерҙар араһында иғлан иткән конкурс шарттары буйынса беҙ еңеүсе хаҡында гәзитебеҙ биттәрендә мәҡәлә баҫтырырға тейеш инек. Һәм,  оҙаҡ та көттөрмәй, беҙҙең бәхеткә, Өфөнән күп саҡрым алыҫлыҡта, Баймаҡ районының Темәс ауылында  донъя көтөүсе Илсур Ильясов ҡатыны Гөлназ менән үҙе Өфөгә килде һәм беҙҙең менән дә осрашты. Әйткәндәй, Өфөгә уларҙы “МС Баш” – Заһит Ҡунафин алып килә. Йырсы ҡунаҡтарының юлын тулыһынса түләй, йоҡлар өсөн ҡуртымға фатир ала һәм үҙенең концертына саҡыра. Баш ҡалаға тәүгә килеүсе ҡунаҡтарға билдәле урындар буйлап сәйәхәт тә ойоштора.  

“Ҡатынымдың 
майикмәге уңмаһа,
мине халыҡ белмәҫ ине!”

“Өфө уттары” клубы... Шау-шыу... Бына ашарға ғына түгел, бейергә лә яратыусы, бер йырҙы ла ҡалдырмай өҙҙөрөп бейегән Илсур күренеп ҡалды. Үткән-һүткән һәр кем  “Майикмәк” менән фотоға төшөргә ашыға.  Уны уратып алған халыҡты йырып, беҙ ҙә үҙ миссиябыҙҙы үтәргә тырыштыҡ. Илсур Ильясовты аулағыраҡ ергә алып барып, үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға күмдек. Тәүге һорауыбыҙ: “Нисек видео төшөрөргә йөрьәт иттең, был блогерлыҡ, билдәлелек яулау менән бәйле инеме?”.
– Юҡ. Мин, видеояҙмам таралыр, тип бөтөнләй уйламағайным. Былай ғына, күңел өсөн төшөрөлгән видео ул. Иртән тороуыма ҡатыным уңдырып майикмәк бешереп ҡуйған. Ашап туйғыһыҙ. Белеүегеҙсә, мин ауыл халҡына утын ярырға, пилорама эшселәренә ярҙам итергә йөрөйөм. Хатта унда эшкә барырға онотоп, өйөлөп торған  икмәкте ашаным. Шул ваҡытта, мине һәр ваҡыт тәмле итеп һыйлаған ҡатынымдың да күңеле булһын тип, видеоға төшөрҙөм. Төшөргән яҙмамды ҡатыным туғандарға һалған, шулай таралып китте инде. Бөгөн мин танылыу яулағанмын икән, был – ҡатынымдың көсө, ярҙамы. Уның майикмәге уңмаһа, бөгөнгө көндә мин ошонда, һеҙҙең менән әңгәмәләшеп тора ла алмаҫ инем, донъяла барлығымды бер кем дә белмәҫ ине (көлә). 
“Донъяға бер генә 
килгәнбеҙ, рухи зәғиф 
булмайыҡ, һәр көнгә 
шатланып йәшәйек!”

Донъяның тәмен, ҡәҙерен белеп йәшәгән егет үҙенә күптәрҙе ылыҡтыра. Ул бер ҡасан да зарланмай. Эйе, яҙмыш уны ниндәй генә һынауҙар менән һынамай. Шулай ҙа Илсур һынып ҡалмай, һәр нәмәнән йәм табып, һәр атҡан таңға ҡыуанып, һәр кемгә изге теләктәр теләп йәшәүен дауам итә. 
– Яҙмыштан уҙмыш юҡ инде: мин – икенсе төркөм инвалидымын. Әсәйем ыҙа күреп йәшәгән, миңә йөклө булған саҡта ла тыныс тормош күрмәгән. Шуға ла миңә тыуғандан алып мөһөр һуғылған, зәғифмен.  Бәләкәй саҡта, 4 йәшемдә ҡәҙерле кешем баҡыйлыҡҡа күсте. Өләсәйем Сәүҙә менән олатайым Марс Ғәлиндар тәрбиәһендә үҫтем.   Коррекцион мәктәптә белем алдым.  
Шулай ҙа әлеге тормошома зарланмайым. Етемлектә, ауырлыҡтар күреп үҫһәм дә, булғанына ҡәнәғәтмен. Ә бит ике ҡулы, аяҡтары теүәл, иҫән-һау тыуғандар ҙа эсеп, насар ғәҙәткә ылығып йөрөй.  Шулай уҡ рухи зәғифтәрҙе күреп, хайран ҡалам.  Был донъяға беҙ бер генә килгәнбеҙ һәм уны лайыҡлы үтергә тейешбеҙҙер, тип уйлайым. Тормош бит ул шундай йәмле. Һәр атҡан таңыма Хоҙайыма рәхмәт әйтәм. Байлыҡ артынан да ҡыумайым, һәүетемсә генә йәшәйем.
 
“Хыялдарҙың тормошҡа
ашыуына ышанам. 
Бының өсөн бары тик
уларға табан ышаныслы
аҙымдар яһарға кәрәк...”

Бер нисә йыл элек Илсурҙың өйө янып китеп, урамда тороп ҡала. Шулай ҙа егетте ауылдаштары ярҙамһыҙ ҡалдырмай. 
Һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан, Илсур бүлеп түләү шарты менән бура ала, ҡул аҫтындағы йә ташлап ҡуйылған иҫке материалдарҙан яңынан йорт күтәрә башлай. Иргә урындағы йүнселдәр, ҡатыны Гөлназдың туғандары ярҙам итә. Илсурҙың хыялы – киләсәктә тиҙерәк йортон төҙөп бөтөп, кәләше менән күсеп сығыу һәм  улын алып ҡайтыу.
– Бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалғанда ауылдаштарым оло ярҙам күрһәтте. Шәһиҙә Халиҡова, хәҙер мәрхүмә инде, үҙенең аласығын биреп ҡуйҙы. Шунда инеп йоҡлап, инәйҙә тамаҡ туйҙырып йөрөнөм. Тәүҙә бер аҙ шунда йәшәнем, һуңынан Әлфирә инәй Ғәзизова үҙенә һыйындырҙы. Был изге йәнле инәй ҙә мәрхүм булып ҡалды.  Мин уға мең рәхмәтлемен. Әйткәндәй, янғын булған йортто һатып алғансы ла уның йортонда көн иткәйнем. Тап ошо оло йөрәкле инәй мине тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә, “йәшел йылан” менән дә дуҫ булмаҫҡа өйрәтте. Уның йортонда көн итеп, уның ашын ашап йәшәһәм дә, бер тин дә аҡса һораманы. Әлфирә инәйҙең ярҙамы менән тәүге йортомдо һатып алдым. Унда янғын сыҡҡандан һуң да ошо инәйгә барып ауҙым. Уның Әлфиә, Фәниә, Зөлфиә исемле ҡыҙҙары һәм улдары  Әғләм, Әғзәм хәҙер миңә үҙ туғандарым кеүек яҡын. Әле булһа ла уларҙың ярҙамын тойоп йәшәйем. Бөгөнгө көндә кәләшем Гөлназ менән Елена һәм Ғамир Зиянбирҙиндарҙың йортонда көн итәбеҙ. Был ғаилә лә мине үҙ улдары кеүек ҡабул итте. Ғамир ағай атайымды алмаштырҙы, тиһәм дә хата булмаҫ. Ул миңә атайҙарса төплө кәңәш биреүсе лә, яңы башланғыстарыма ҡанат ҡуйыусы ла. Алға ҡуйған маҡсаттарыма ирешергә кәләшем Гөлназдың ата-әсәһе (Сәкинә һәм Мөрит Ҡолһариндар), туғандары ла булышлыҡ итә. Ошо хәтлем яҡындарым-ярҙам­сыларым булыуы күңелгә дәрт өҫтәй. 
Берҙәм көс менән төҙөлөп ятҡан яңы йортобоҙға йәйгелеккә күсергә ине иҫәп. Әйткәндәй, йортто туйлауға яратҡан йырсым Иҙел Нурғәлинды саҡырмаҡсымын.  Шулай уҡ тәүге ҡатынымдан булған улымды ла алып ҡайтып, ҡунаҡ итергә уйлайым. Үҙем атай-әсәй йылыһын күрмәгәс, баламды был изге тойғонан мәхрүм итергә минең хаҡым юҡ. Ошо хаҡта торһам да, ятһам да уйланам. 
Тағы бер хыялым: йортобоҙға күскәс, күпләп мал тотоу, ҡош-ҡорт үрсетеү. Ауылда йәшәгәс, уларһыҙ булмай. Бәлки, фермерлыҡ менән дә шөғөлләнермен әле. 
Тик бына бер нәмә күңелде ҡыра, яңы йортҡа сығырмын...  Әммә унда әҙме-күпме йәшәп өлгөрһәм ярар ине – мин бит инвалид, сәләмәтлегем сикле. Хоҙай миңә ошо бәхетте насип итһен инде!
Илсур уйҙар донъяһына сумып, бер аҙ тын ҡалды, ә һуңынан мәрхәмәтле егет йәнә ауылдаштарына, төҙөлөш материалдары менән ярҙам иткән йүнселдәргә рәхмәттәрен яуҙырыуҙы дауам итте. Итмәҫлекме ни, яңыраҡ уға Сибай эшҡыуарҙары кирбес, ишек-тәҙрәләр, мунсаға тимер мейес бүләк иткән, ә Темәстең үҙендә эшләп килгән пилорамалар хужалары таҡта-бүрәнә, таш сығарыу цехы йүнселе нигеҙ таштарын алып барған. 
Өфөгә ҡунаҡҡа килгәс тә уны яҡташтары ташламаны. Билдәле  эшҡы­уар, меценат Илсур Нәбиуллин Өфө буйлап алып йөрөнө. 

Илсур Ильясов-“Майикмәк” менән әңгәмәнән һуң уның һаулыҡ мөмкинлеге генә сикле, ә эске күңеле матур булыуына йәнә инандым. 
Майҙа йөҙгән, байлығына сыҙамаған, рәхәт тормоштан шашҡан, ҡоторған көнсөл кешеләр өсөн ябайлыҡтың асыҡ өлгөһө ул. Беҙ был ерҙә беребеҙ ҙә мәңге түгел икәнебеҙҙе онотмаһаҡ ине. 
Ә ихласлығы, бер ҡатлылығы менән башҡаларҙан айырылып торған егеткә уңыштар теләйек.  Хоҙай һине ярҙамынан ташламаһын, һәр ваҡыт шулай миһыр­банлы, оло йөрәкле кеше булып ҡал!

Гөлнара СОЛТАНОВА әңгәмәләште. 


 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: