– Әлдә өлгөрҙөм, – тип еңел тын алғандай яҙҙы Рәмзиә апай. – Ярай ҙа Илдус улым, “Йәшлек” аша гәзиткә ҡотлау бирергә йыйынам, тип алдан әйтте, әйтмәйенсә ҡотлап ҡуйһа, ҡылыр ине ҡылыҡты...
– Мин бер ни ҙә аңламайым, – ғәжәпләнеүемдең сиге юҡ ине. – Ҡотлауҙың ни ҡурҡынысы бар һуң?!
– Уй, һөйләһәң оҙонға китә инде ул...
– Минең тап ошо мәлдә ваҡытым бар, һөйләйем тиһәгеҙ, ике ҡолаҡ буш. Нимәнән ҡурҡаһығыҙ?
– Ҡурҡам шул... Кеше ни әйтер, тип ҡурҡам. Ғүмер буйы кеше һүҙенән ҡурҡып йәшәлде.
– Кеше һүҙенә ҡараһаң, бөтөнләй йәшәмәҫкә кәрәк, – тим.
– Дөп-дөрөҫ әйтәһең! Мин бына алтмыш йыл йәшәгәнмен, күп булһа тағы егерме йыл ғүмерем бармы-юҡмы инде, ә үҙемә ҡалһа – йәшәмәгән дә һымаҡмын. Гәзиттә ҡотлау сыҡһа, мине сәйнәп бер булырҙар, тип ҡотом алынып ултыра. Мине бит, тәүҙә – кеше егетен, аҙаҡ кеше ирен баҫып алды, йөрөп бала тапты, тип күҙҙе лә астырмай бик оҙаҡ һөйләнеләр. Әле лә шуны күҙгә бәреп әйтергә, аҫтыртын төрттөрөргә генә торалар. Ауылда кеше бер-береһен яратмай, сәйнәргә әҙер генәләр ул, белгең килһә.
– Улай уҡ түгелдер...
– Шулай-шулай... Хәҙер бына белеп ҡуй: ауылда һин, мәҫәлән, бәләгә тарыһаң – йәлләйҙәр, хатта нисектер, ҡыуана-ҡыуана, тип әйтәйемме икән, ярҙам да итәләр, ә байыһаң, бәхетле булһаң – күрә алмайҙар.
– Башҡаларҙың бәхетле булыуын күтәрә алмаған, етеш йәшәүенән көнләшкән тар күңелле, көнсөл кешеләр ҡайҙа ла етерлек.
– Башҡа ерҙә нисектер – белмәйем, беҙҙең ауылда шулайыраҡ. Шуға артыҡ асылмай, күршеләр менән аралашмайыраҡ йәшәйем. Миңә шулай тынысыраҡ.
Мин бит иртә кейәүгә сыҡтым. Еләктәй тулышып еткән сағымда армиянан ҡатын-ҡыҙ наҙына һыуһап ҡайтҡан Барый менән күп тә йөрөмәнек: ике тапҡыр ул мине кешесә клубтан оҙатып килде лә, шунан йәһәт-йәһәт кенә өлкәндәрсә яратышырға өйрәтергә кереште, ҡуй тигәнде ҡолағына ла элмәне. Уның менән бергә училищела уҡыған, армияға оҙатып ҡалған ҡыҙы барҙыр, тип кем уйлаһын?! Уныһы ҡалала эшләп йөрөй, имеш. “Егетемде баҫып алды, тип илай” тигән хәбәр миңә һуң ғына килеп етте. Һөйгән ҡыҙы барлығын белһәм, яҡын да юлатмаҫ инем. Һалдат кейемендә фырт ҡына күренһә лә, Барыйҙың ни төҫ-башы, ни йүнле холҡо булманы, донъя көтөргә лә әүәҫ түгел ине. “Эш” тигәндә аяғын саҡ һөйрәтеп йөрөгән әҙәм. Килеп тороп теле әсе. Беренсе ҡушылғандан уҡ ауырға ҡалғас, мәктәпте ташлап, уға кейәүгә сығырға мәжбүр булдым. Их, ауырға ҡалмаһам, сыҡмаҫ инем кейәүгә, мәктәптән һуң шәфҡәт туташына уҡыр инем! Етмәһә, шул мәлдә ауыл ғәйбәт менән тулды, йәнәһе лә, кеше егетен баҫып алған Рәмзиә ҡулдан-ҡулға киткән: тансыла күрше ауыл егете мине бейергә төшөргәйне, шуны әллә ни күреп, шаштырып һөйләнеләр. Күптәрҙәге кеүек, беҙҙә лә себен үлтерә торған шапылдаҡ булды (тотҡаһы ағастан юнып эшләнгән, өҫкө яғы йоморайтып иҫке калуштан ҡырҡып алынған), әсәй мине шуның менән ярҙы: “Исемең сыҡҡан, ояты ни тора?! Атайың белеп ҡалһа, икебеҙҙе лә боттан аҫып ҡуя бит!” Күгәргән беләктәрҙе, боттарҙы, осаларҙы һыйпай-һыйпай Барыйға барырға, мине ал, тип инәлергә тура килде. Ул тәүҙә ыҡ-мыҡ килеп, һин миңә тиклем дә егеттәр менән сыуалғанһың да инде, тип яуаплылыҡтан ҡасырға ла уйлағайны, юҡ-юҡ, һинән башҡа бер кемем дә булманы, һин генә берҙән-берем, һине генә яратам, тип телем менән иркәләп йыуып, өйләнешергә күндерҙем. Ярай, һин янда булһаң – йоҡларға бисә эҙләп ыҙалап йөрөйһө түгел, бик уңай буласаҡ, тип йәмһеҙ көлөп ризалашҡаны һаман хәтерҙә. Шул да булдымы йүнле хәбәр?!
Бер-беребеҙҙе яратмай, ҡайны-ҡәйнә йортонда бергә йәшәй башлағас, миңә ныҡ ауырға тура килде. Ҡәйнә уҫал ине. Мине, көсләшеп сыҡтың, кеше алдында нәҫелебеҙҙе рисуай иттең, тип кәмһетте, эшләгән эшемде яратманы, мыҫҡыл итте. Гел һөмһөрө ҡойолоп, йәне көйөп йөрөгән ҡайнымдың миңә төбәп һүҙ ҡушҡаны, йөҙөмә ҡарағаны булманы. Әйтә торған һүҙе булһа, башын ситкә бороп әйтте. Эшкә һанамауы шул ине. Мин ҡалай ҙа уларға ярарға тырышып, иртәнән төнгәсә йүгерекләнем. Таңғы дүрттә тороп, ҡышын өйҙәге мейесте тоҡандырам, йәйгеһен аласыҡтағы мейесте яғам, шунан йыуынты тулы биҙрәләрҙе сығарып түгәм, ул арала ҡаҙанда һыу йылығас, ҡулйыуғысҡа тултырғансы йылы һыу һалам (һыу әҙерәк булһа ла, ҡайны менән ҡәйнәгә етә ҡала – мине һүгәләр). Артабан инде йылы һыу, сепрәк алып, һыйыр һауырға сығам. Бер литр һөттө сәйгә ҡалдырам да, ҡалғанын йә һөт йыйыусыға алып барып тапшырам, йә айыртып алам. Шуның араһында өҫтәл әҙерләйем. Малсылыҡта эшләгән ҡайны-ҡәйнәмде эшкә оҙатҡас, көтөү ҡыуам, башҡа ваҡ-төйәк эштәргә тотонам...
Илдусым тыуғас, күршеләр бала һөйөргә йыйылды, шуларҙың береһе ҡәйнәмә, был бала һеҙҙең яҡҡа оҡшамаған, тип әйтеп һалмаһынмы! Кинәйәле генә итеп миңә ҡарағайны, ҡойолдом да төштөм, әйтерһең дә, ысынлап та, ниндәйҙер ғәйебем бар. Үҙемде яҡлап бер һүҙ ҙә әйтә алманым. Ауылда ғәйбәт таралып, мине нимә генә тип һөйләп, кемгә генә ҡушып бөтмәнеләр. Беҙҙеке түгел, тип Илдусымды ҡайны-ҡәйнәм ҡулдарына алып һөймәне, Барый иһә улыбыҙҙы һәр хатаһы өсөн бәләкәй сағынан туҡманы, әрләне. Һап-һау тыуған балам сиргә һабышты, буйға үҫмәй ҡатты.
Утыҙ йәшем тулыр алдынан өләсәйем вафат булды, өйөн атайыма ҡалдырҙы. Ҡайны-ҡәйнә йортонда йәбергә башҡаса түҙер әмәлем ҡалмай, ун өс йәшлек улымды алдым да, шул өйгә күстем дә сыҡтым. Барый, кире ҡайт, юғиһә кәрәгеңде алаһың, тип килеп ҡарағайны ла, тупһанан ары үткәрмәнем, ғаилә тормошо үҙәгемә үткәйне. Уның менән айырылышып, үҙаллы донъя көтә башлағас, эй, рәхәт булып ҡалды! Шул тиклем дә рәхәт, хатта әйтеп аңлатып бөтөп булмай. Улым да ҡыуанды. Иреккә сыҡҡан ҡош кеүек талпынып, илһамланып йәшәп киттек. Мин район ҡулланыусылар союзына һатыусы булып эшкә индем. Заһит исемле бер шофер ағай менән бергә автолавкала ауылдар буйлап йөрөп эшләнек. Ул тыныс, яғымлы, ярҙамсыл булды. Минең эшем түгел, тип иҫәпләшеп тормай, ауыр әйберҙәрҙе күтәрешеп тейәшә, һуңынан төшөрөшә. Ул хаҡлы ялға сыҡҡас, бер нисә кеше алышынды. Һәм бер көндө эшкә Ирек килде. Тәү күрешкәндән арабыҙҙа электр уты үткәндәй тойолдо. Уның өйләнгәнен, дүрт балаһы барлығын белһәм дә, күңелем шуға тартылды. Биш йыл ирһеҙ йәшәнем, һоратып килеүселәр булманы түгел, булды, әммә береһе лә күңелемә ятмағайны. Үҙемде тыйып ҡарайым да, ташҡан хистәрҙе йүгәнләрлек түгел. Иректең өҫтө гел бысраҡ, күлдәгенең муйын тирәһе ҡайышланып китә. Шуны күреп, ҡатыны нишләп ирен әҙерәк ҡарамай икән, бысраҡ кейемдә йөрөтөп ҡуя, тип, эй, йән әрней. Бер көндө матур ғына ирҙәр күлдәген һатып алып, кеше араһында йөрөйбөҙ, ошоно кей, тип оялып ҡына һондом. Ул да уңайһыҙланып китте. Улайһа елкәне йыуып кейәйем, тип машинаны йылға буйына борҙо. Автолавканан үҙенең исеменә яҙҙырып еҫле һабын алып, сисенеп һыуға йыуынырға төштө. Ирек әллә ниндәй бәһлеүән дә түгел, ябай бер ир ул ҡарамаҡҡа, ә минең өсөн ул ваҡытта унан да сибәрерәк, көслөрәк ир заты юҡ кеүек тойолдо... Ирһегәйнем, түҙмәй, сисенеп янына һыуға индем. Балалар кеүек һыу сәсрәтешеп уйнап, уйындан уймаҡ сығарҙыҡ... Айырылам да, һиңә өйләнәм, тип ғәйрәтләнгән Ирек, ауырлы булыуымды белгәс, кинәт һыуынды, кикреге шиңде. Минең дүрт бала бар бит әле, төшөрт, алиментҡа өмөт итмә, тине. Ә мин Илдусты тапҡандан һуң Барыйҙан башҡаса бер тапҡыр ҙа ауырға ҡалмағайным, шуға ла яңынан йөклө икәнемде аңлау менән, Хоҙайым биргән баланы табам, тигән фекергә килеп, шул уйымдан кире ҡайтманым. Бер заман Иректең хәләл ефете эшкә килеп, һеҙҙең кәнтәй һатыусығыҙ совет ғаиләһен тарҡата, балаларҙы ярты етем итә, тип ғауға ҡуптарҙы, райсоветҡа ла өҫтөмдән ялыу яҙҙы, эштән ҡыуығыҙ, тип зыу килде. Мин яҡшы иҫәптә булғас, шелтә генә биреп, эштә ҡалдырҙылар. Ҡатыны Иректе икенсе эшкә күсертте. Расчет алырға килгән ир кәпәйгән эсемде күреп, тая һалды, һаулыҡ та һорашманы... Минең ирһеҙ бала табыуымды ауылда кинәнеп сәйнәнеләр. Эте лә, бете лә йөрөмтәлдән, кәнтәйҙән һалдырып әрләне. Кеше ҡыҙыҡ бит ул, артын һәрмәп ҡарамай, башҡалар менән булыша. Әйтерһең дә, үҙҙәре аҡтан - аҡ, пактан - пак. Һеҙҙең миндә какуй эшегеҙ бар, тип тыштан һыр бирмәһәм дә, ғәрләнеп ярты төнгәсә илай торғайным. Етмәһә, бергә эшләй башлаған шоферҙың ҡатыны минән ирен ҡыҙғанып хәлде алды. Һинең әҙергә бәҙер булыуыңды беләбеҙ, ҡарап-күҙәтеп тормаһаң, итәгеңде асып, кеше иренә баш булырға ғына тораһың, ҡара уны, мин Иректең бисәһе түгел, мине, яман Хәмиҙә, тиҙәр, тип күҙҙәрен безерәйтеп, бармаҡ менән янап китте. Ирен дә әйтәйем инде, ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ сибәр булһасы, сөгөн к...ендәй ҡап-ҡара. Бөтәһен дә бәрә һуғып, бөтөнләй баш һуҡҡан яҡҡа сығып китергәме икән әллә, тип ҡат-ҡат уйлағаным булды, әммә һикһәненсе йылдар аҙағында – туҡһанынсы йылдар башында илдә үҙгәртеп ҡороуҙарға бәйле, аҡсаһыҙлыҡ аяҡ-ҡулды бәйләне... Икенсе улымды имен-аман табып, уны яңғыҙ үҫтереп, хаҡлы ялға сығып, һаман өләсәйҙең иҫке генә йортонда йәшәп ятыу. Өлкән улым ипле, изге күңелле, ярҙамсыл булып үҫеп етте, үҙ ишен табып, ғаилә ҡороп, килен менән ике бала тәрбиәләп, матур итеп йәшәйҙәр. Ә Иректән тапҡан Таймаҫ улым ҡаҡшата, дөрөҫөн әйткәндә. Үтә иркәләтеп үҫтергәйнем, хәҙер кәрәкте бирә генә. Төрлө банктарҙан кредиттар ала ла түләмәй, минең пенсиям шуларҙы түләүгә китеп тик тора. Аждаһа кеүек холоҡло, эсергә әүәҫ ҡатын менән табышҡанын әйт әле һин уның... Үткәндә уларға ҡунаҡҡа барғайным, эсеп иҫерҙеләр ҙә, үҙ-ара ерле-юҡтан бәхәсләшеп, килен шарылдап бысаҡҡа йәбеште, ажғырып улыма ташланды. Мин, хәҙер күҙ алдымда баламды һуйып үлтерә икән, тип ҡотом осоп, хатта һейеп ебәрҙем. Тик ултырам, туҡтай алмайым. Тәнем ҡатты, ай, килен, туҡта, улайтма, тип һөрәнләргә итәм, телем дә әйләнмәй. Ярай ҙа Таймаҫ янтайып өлгөрҙө, бысаҡ беләген генә һыҙырып үтте... Ғәләмәт һуғыштылар. Бер-береһен дә, мине лә үлтерәләр икән, тип сәс ағарҙы. Саҡ урынымдан тороп, мунсаға барып арлы-бирле сайындым да, килендең шунда эленеп торған халатын кейеп, күршеләренә йүгерҙем, полицияны саҡырттырҙым. Улары килеп, Таймаҫты алып сығып китте. Килен ғәйепле, ул башланы, тип торам, мине тыңлаусы кеше булманы. Таймаҫты былай оҙаҡ тотманылар, сығарҙылар. Башҡаса уларға бармайым да, йөрөмәйем дә. Теләһә нимә эшләһендәр... Кешеләргә мине сәйнәргә йәнә бер сәбәп булды, тим. Шуға ла кеше күҙенә артыҡ салынмаҫҡа тырышыла. Тыныс ҡына йәшәге килә.
– Улығыҙ һеҙҙе гәзит аша ҡотлап, ҡыуандырырға уйлағайны, – тим бошоноп.
– Беләм, беләм, Илдус улым һәйбәт ул, тик һағыҙаҡ ояһын ҡуҙғытмау хәйерле. Гәзиттә ҡотлау сыҡһа, кеше әллә нимә тип һөйләп бөтөр, йә һеҙгә лә битәрләп шылтыратырҙар, кемде ҡотлағанһығыҙ, тип...
Ә бит, ысынында иһә, бер кемдең дә кешелә эше юҡ ул – һөйләгән хәлдә лә, ваҡыт үтеү менән оноталар. Сөнки һәр кемдең үҙ тормошо. Рәмзиә апай үҙен үҙе бәхетле булыуҙан сикләй, хәлдәрҙе үтә ҡатмарлаштыра кеүек тойолдо. Хәйер, кем белә инде...
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Бөтә исемдәр үҙгәртеп алынды.