Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
17 Апрель , 21:00

Йондоҙнамә (18 – 24 апрель)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна башында ниндәйҙер күптән эсегеҙҙе бошорған мәсьәләне хәл итергә мөмкинлек булыр. Башҡа уны иҫкә лә төшөрмәҫһегеҙ. Шаршамбыла яҡшы хәбәрҙәр килергә тейеш. Йомала ышаныслы кешенән өмөтлө тәҡдим ишетеүегеҙ бар.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Барыһы ла һәйбәт барасаҡ. Шаршамбыла ғына юлығыҙҙа ҡайһы бер ҡаршылыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Улар бигүк ҡурҡыныс булмаҫтыр. Кәрәк булһа, ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр ҙә табылыр.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Шишәмбе һәм шаршамбыла бик ҡатмарлы һөйләшеүҙәр булыуы мөмкин. Уларға ныҡлап әҙерләнеүегеҙ һәм үҙегеҙҙе ышаныслы тотоуығыҙ мөһим. Барыһы ла һәйбәт үтер. Киләсәккә ҡорған маҡсаттарығыҙ тураһында күп уйларһығыҙ. Бәғзеләр уларға өлгәшеү өсөн иң ҡыҫҡа юлды табыр.


Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Бөтөн эштә лә үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтерһегеҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа ла ыңғай үҙгәрештәр булыр. Ғөмүмән, борсолорға әллә ни сәбәптәр юҡ һымаҡ. Төп эшегеҙҙә ҡыйынлыҡтар осрамаҫ, быға өйрәнеп киттегеҙ кеүек.

Буға ( 21.04 – 21.05)
Аҙна көтөлмәгәнерәк ваҡиғалар килтереүе ихтимал. Уларҙың барыһы ла ыңғай түгел. Береһе өҫтәмә сығымдар менән бәйле булыр, бәлки. Шулай ҙа бирешмәҫһегеҙ һәм ашыҡмай ғына бөтә мәсьәләне лә хәл итерһегеҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Мөмкин тиклем үҙаллы эш итергә тырышығыҙ. Быға аҡылығыҙ ҙа, тәжрибәгеҙ ҙә етерлек. Был арала тормошоғоҙҙо ыңғай яҡҡа үҙгәртерлек фекерҙәр тыуыр. Бәғзеләрен шундуҡ тормошҡа ашырырға мөмкин булыр.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Һуңғы ваҡытта буш хыялдарға артыҡ бирелә башланығыҙ кеүек. Ергә төшөргә кәңәш ителә. Бәләкәй генә уңыштарға өлгәшеү өсөн ныҡлап тырышырға кәрәк. Әйткәндәй, яҡындарығыҙҙан һәр саҡ ярҙам көтә алаһығыҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Был арала матди хәлегеҙ мотлаҡ ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Ҡайҙандыр аҡса килер. Бәғзеләргә элекке бурысын ҡайтарырҙар. Шаршамбыла ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәлә килеп сығыр. Уны үҙегеҙгә генә хәл итергә тура килер.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Көндәр һәйбәт килер. Артта ҡалған эштәрҙе рәткә килтерергә форсат сығыр, моғайын. Әйтергә кәрәк, был еңел бирелмәҫ. Эштәрегеҙгә ҡаршы булған кешеләр табылып торор. Шулай ҙа йондоҙҙар һәр саҡ һеҙҙең яҡлы булыр һымаҡ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Аҙна яҡшы яңылыҡтар менән башланыр. Күңелегеҙ һәр саҡ тыныс булыр. Һуңғы ваҡытта яҡын киләсәккә ҡорған маҡсаттарығыҙҙы тулыһынса асыҡларһығыҙ. Аҡса менән бәйле ҡыйынлыҡ тыуыр, тик ул оҙаҡҡа бармаҫ. 

Саян ( 24.10 – 22.11)
Маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырыу бөтә көсөгөҙҙө ала кеүек. Шишәмбелә һис тә уйламаған мәсьәләләр килеп сығыр, ҡайһы бер эштәрегеҙҙе туҡтатырға ла тура килер, бәлки. Күпселек осраҡта үҙ көсөгөҙгә генә таянырһығыҙ. Көткән ярҙамдың килмәүе лә бар.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Был арала өйҙәге хәлдәр иғтибарығыҙҙы талап итер. Ысынлап та, һуңғы арала тамамланмай ҡалған эштәрегеҙ йыйылып китте һымаҡ. Аҙна араһында бәғзеләр һуңғы ваҡытта борсоған һорауға тулы яуап табыр, моғайын. Йомала ниндәйҙер файҙалы нәмәгә өйрәнерһегеҙ.





Автор:AdminQ Admin
Читайте нас в