Һәр үҫемлек матур үҫһен, шаулап сәскә атһын өсөн уны тәрбиәләргә кәрәк.
Яҙ көнө сәскәләр ерҙән килеп сығыу менән тәрбиәләүҙе тамырҙарға һауаның үтеп инеүен тәьмин итеү өсөн ерҙе йомшартыуҙан башларға. Үҫентеләргә зыян килтермәҫ өсөн быны һаҡ ҡына башҡарығыҙ. Лилиәнең сортына ҡарап, тигеҙһеҙ сығыуын күҙ уңында тотоп, һәр ҡыуаҡты төрлө ваҡытта тәрбиәләргә тура килә, әммә үҫтереү агротехникаһы бер төрлө. Ҡыштан һуң улар көсәйтелгән туҡланыуға мохтаж. Был ваҡытта бөтә үҫемлеккә лә азот кәрәк. Азотлы туҡландырыу үҫеүгә старт бирә һәм япраҡтарының үҫеүенә булышлыҡ итә.
Сәскәләрҙе 10 литр һыуҙа 1 ҡалаҡ аммиак селитраһы иҙеп, ашлағыҙ.
«Агрикола - Фантазия» препараты ла яҡшы. Көл дә – һәйбәт ашлама.
Ҡоротҡостарға ҡаршы түтәлде коллоидлы көкөрт иретмәһе менән эшкәртергә ярай. Япраҡтарҙы ашаусы ҡуңыҙҙар сәскәгә ҙур зыян килтерә. Сәскәгә тумаланғас, үҫемлектәргә фосфорлы-калийлы ашламалар һибегеҙ (10 литр һыуға 1 ҡалаҡ суперфосфат, 1 ҡалаҡ калий сульфаты, «Агрикола»).