Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
15 Апрель 2022, 07:00

Баҡса сәскәгә күмелһен тиһәгеҙ…

Гладиолус, ләлә кеүек һуған башлы сәскәләрҙе ер йылын­һа, апрель аҙағында уҡ асыҡ туп­раҡҡа ултырталар. Бындай үҫемлектәрҙе иң элек “Фитоспорин” кеүек препараттар ярҙа­мында зарарһыҙлан­ды­рыр­ға кәрәк.


Ҡышлаған әҙрәс гөлдө (бегонияны) башта ҡороған тамыр­ҙарынан таҙартып, ярты сә­ғәт­кә марганцовка иретмәһенә һалып тороғоҙ. Бүлбенең серек ерҙәрен үткер бысаҡ менән ҡырҡып ташлағыҙ, бер аҙ киптергәс, күмер онтағы һибегеҙ.
Күп йыллыҡ сәскәләр хәстәр­леккә мохтаж. Тупраҡты йомшартып сығығыҙ, әкренләп сәскә­ләрҙең өҫтөндәге япманы асығыҙ. Иртә сәскә атҡан күп йыллыҡ гөлдәрҙе (ләлә, нәркәс) аммиак селитраһы (1 кв. метрға – 20 г) менән ашлағыҙ һәм биопрепараттар менән эшкәртегеҙ. Болотло һалҡынса көндә астиль­ба, дельфиниум, флокс, хоста кеүек күп йыллыҡ сәскәләрҙе ҡаҙып алығыҙ. Тамырҙарын бер аҙ киптергәс, үҫентеләрҙе бүлергә мөмкин.
Ҡайында алҡалар күренеү менән рауза гөлдәренең япма­һын асырға ваҡыт, ти тәжрибәле баҡсасылар. Тик быны кинәт эшләргә ярамай, сөнки сәскәләр яҙғы һалҡынса һауаға әкренләп күнегергә тейеш. Ышыҡтан сыҡ­ҡан раузаларҙың ботаҡтарын ҡырҡығыҙ, төбөн йомшартығыҙ. Бөжәктәрҙән һаҡлау өсөн үҫен­тегә “Медея” препараты йәки бордо шыйыҡсаһы һиптерегеҙ. Артабан уларға органика йәки минераль ашлама индерегеҙ.
Ылыҫлы үҫемлектәрҙе әкрен­ләп ышыҡтан сығара башлағыҙ. Был эште болотло көндә йәки кис башҡарырға кәңәш ителә. Япманы бер аҙға асып, үҫемлек­тәрҙе елләтегеҙ ҙә ҡайтанан ябығыҙ.  Асыҡ һауала тотоу ваҡытын көндән-көн арттырығыҙ. Ер 15 – 20 сантиметр тәрәнлектә йылынғас ҡына япманы тулы­һынса асығыҙ.
Баҡсағыҙҙы сәскәләр менән биҙәү тураһында алдан уйлағыҙ. Бер йыллыҡ гөлдәрҙе, күп йыл­лыҡ­тарын, шулай уҡ ылыҫлы үҫемлектәрҙе ҡайҙа ултыртырға? Иҫке әйберҙәрҙән биҙәү элементтары, декоратив ҡоролмалар яһарға мөмкин. Рокарийҙар, түмәләстәр өсөн кәрәкле материалдар туплағыҙ. Газондарға иһә бер аҙ ҡом һибергә, комплекслы ашлама индерергә кәрәк.
Бүлмә гөлдәрен дә хәстәрләргә онотмағыҙ. Миҙгел башында улар ҙа иғтибарға мохтаж: күсереп ултыртырға, тупрағын алмашты­рырға кәрәк. Ҡайһы бер гөлдәр иртә сәскә ата, уларҙы тамырына зыян килтермәйенсә, тупрағын тулыһынса алып бөтөрмәйенсә ҙурыраҡ көршәккә күсерәләр. Яҙ бындай үҫемлектәрҙе махсус шыйыҡ ашламалар менән айына ике тапҡыр ашлайҙар. Һыуҙы ла йышыраҡ һибәләр. Һауа темпе­ратураһы 10 градустан артһа, фикус кеүектәрҙе балконға сыға­рырға ла була.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: