

Тыуған ерем: Шишмә районының Ирек ауылы.
Белемем буйынса мин: Башҡортостан республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамланым. Һөнәрем буйынса менеджермын.
Радиола нисек эш башланым: ошо ойошмала хеҙмәт юлымды 1988 йылда башланым. Курьер ҙа булдым, администратор ҙа. Ә 1994 йылда "Тамыр" балалар студияһында хеҙмәт юлымды дауам иттем. Декрет ялынан һуң, 2001 йылда "Юлдаш" радиоһына эшкә күстем. Хаттар бүлегендә эшләйем.
Эшемдә иң оҡшағаны: тыңлаусыларыбыҙ менән тығыҙ аралашыу.
Рәхмәтлемен: әсәйемә, хеҙмәттәштәремә һәм төрлө йылда эшләгән етәкселәремә.
Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы: ҡотлау бирергә килгән һәр тыңлаусының исемен белмәһәм дә, йөҙгә лә иҫләйем, телефондан тауышын да таныйым.
Яратҡан йырым: кәйефемә ҡарап төрлө йүнәлештәге йырҙарҙы тыңлайым.
Китабым: тарихи романдарҙы уҡырға яратам, бигерәк тә Ғәлимйән Ибраһимовтың "Кинйә"һе күңелгә яҡын.
Фильм: "17 мгновений весны".
Эштән арып киткән саҡта: бер өҙҙөрөп бейеп алһам, бар арыуҙарым онотола, шулай уҡ бар мәшәҡәтемде онотоп туғандарым, ғаиләм менән тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратам.
Ғорурланған һуңғы ҡаҙанышым: барыһы ла алда әле, өмөт итәм.