Учалы районының Озерный ауылында тыуып үҫкән Илнарыбыҙ утҡа инер алдынан да, инәкәйен борсолоуҙарҙан һаҡларға тырышып, ҡайтам, инәй, тип йыуатҡан... Имен-һау, үҙ аяҡтарында ғына ҡайтһа ни булған?!
Әллә ҡайҙа алыҫта кеүек ине һуғыш. Улар ҡайҙа ла, беҙ ҡайҙа, тигән уй тынысландырҙы. Ләкин кинәт һуғыш еле беҙгә лә килеп ҡағылды, һалҡын тынын елкәгә өрҙө – Илнарыбыҙҙың үлеме менән.
29 март көнө таңда ҡот осҡос яңылыҡ ишетеп, йөрәк туҡтай яҙҙы – беҙҙең сикһеҙ ғорурлығыбыҙ, Суворов һәм Рязань училищеларының даны, донъялағы иң аҡыллы, ныҡышмал, шәп, батыр ир-егеттәрҙең береһе, улыбыҙ кеүек бик ҡәҙерле, яҡын булған Илнар Байегетов һәләк булған... Бындай яңылыҡҡа ышанырлыҡ түгел ине. Хатта цинк табутта ятҡан йәш офицерға ҡарап та йөрәк ышанманы, был ни бары ҡурҡыныс төш кенәлер, хәҙер уянһаҡ, барыһы ла яйланыр, тормош үҙ яйы менән ағыр, Илнарыбыҙ тыйнаҡ ҡына йылмайып, үҙ аяҡтарында һин дә мин ҡайтып төшөр кеүек ине...
Бына ята ул – һомғол буйлы, төҙ һынлы, һуғыш эсенән табутта ҡайтҡан Илнарыбыҙ. Матур ҡыйғас ҡашы уртаһына тәрән һыр ятҡан Илнарҡайҙың йөҙө йонсоу, әйтерһең дә, арып йоҡоға талған. Сәсе, һәр ваҡыттағыса, ҡыҫҡа итеп алынған. Ул бәләкәйҙән шулай ипле, бөхтә булды. “Булды” тигән һүҙ йөрәкте өтә. Ҡымтылған ирендәрендә, танау ситтәрендә уҡмашҡан ҡуйы ҡан эҙҙәре ҡайғы билгеһенең үҙеме ни... “Ниҙәр генә уйлап өлгөрҙө икән балаҡайым?!. Һаҡлай алманыҡ бит беҙ һине, кисерә генә күр инде”... – ҡапыл ҡайғы һурпаһын эсеүҙән ҡырҡа һығылған Гөлшаттың һүҙҙәре йөрәкте мең киҫәккә телеп һала. Исмаһам, бала саҡ дуҫымдың ҡан һауған йөрәккенәһен ҡағырға, ҡайғыларын еңеләйтешергә ата-әсәкәйе лә юҡ шул, тим дә, әлдә хәләл ефете Азат, өлкән улы Ғаяз, ҡыҙы Гөлдәриәһе бар, тигән уйҙан йыуанам. Тик был уйҙар ғына еңеллек килтерһәсе... Илнарыбыҙҙың һөйөклө кәләше Айгизә хас та яраланған ҡоралай балаһы кеүек – күҙҙәре олоғайып, йөҙө һурылып киткән. “Их, шундай шәп кейәүемде әрәм иттеләр, балаҡайҙарым бер-береһен табышып, һөйөшөп кенә йәшәй башлағайнылар ҙаһа, ҡалайтырбыҙ икән Илнарһыҙ?!” – тип уның әсәһе Лидиә зар илай. Ҡайғы утында берҙәй янған ике ҡоҙа, башҡа ирҙәр эстән һыҙа, һыҙланыуҙары ялҡыны өҙөп-өҙөп һөйләшеүҙәрендә, һағыш тулы ҡараштарында сағыла. Илнар менән бәхилләшергә килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙ йәше йылға булып аға ла аға...
Данлы ауылдашыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатырға төрлө-төрлө тарафтан тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә кеше килде: туғандары, дуҫтары, иптәштәре, таныштары, ауылдаштар, күрше ауылдарҙың халҡы... Саф күңелле Илнарҙы яратмаған, хөрмәт итмәгән кеше юҡ ине шул. Киң күңелле, ярҙамсыл, ышаныслы егет тоғро дуҫ булды, тормоштоң ҡәҙерен белде. Хәләл көсө, тырышлығы менән уңыштарға өлгәште, бер ниндәй ҙә ауырлыҡтарҙан ҡурҡып торманы, алға барҙы, маҡсаттарына иреште. Бәләкәйҙән “инәйем” тип шул тиклем дә өҙөлөп, инәйемә күпме яҡшылыҡ эшләһәм дә, барыһы өсөн дә игелегемде ҡайтарып бөтә алмаҫмын кеүек, шуға хәлдән килгәнсә бөтәһен дә эшләйәсәкмен, тип әйткән эскерһеҙ, ихлас балаҡайҙың Суворов училищеһында уҡығанда, 13 йәшендә, әсәһенә яҙған хаттарының береһе һәр саҡ күҙ алдында кеүек: “Инәй” һүҙе менән телем асылған... Миңә ауыр саҡта һин гел дә янымда булдың. Берәй ерем ауыртһа, тәмлекәстәр һатып алып йыуата торғайның. Һин миңә ваҡытыңды йәлләмәнең: матур кейенергә, үҙ-үҙемде ҡарарға, кеше араһында үҙемде тоторға өйрәттең. Һин бик аҡыллы һәм матур. Мин һәр саҡ һиңә оҡшарға теләнем һәм һиңә оҡшағаныма ҡыуанам. Һин һөнәрең менән генә түгел, булмышың менән дә уҡытыусы. Һинең менән шундай ныҡ ғорурланам һәм, инәйемдән уңдым, тип ҡыуанам! Беҙҙең арала, үкенескә күрә, барыһы ла ал да гөл булманы. Ҡайһы саҡта ирешеп тә китә торғайныҡ, ләкин хәҙер барыһы ла үҙгәрҙе. Хәрби Суворов училищеһына уҡырға ингәс, арабыҙҙағы йылылыҡты, ышанысты юғалтыуҙан ҡурҡтым. Һинең кәңәштәрең етмәй миңә... Һинең өсөн минең бәхетле булыуым иң мөһиме икәнен беләм, шуға ла, ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булмаһын, мин уларҙы еңеп сығырмын. Һин мине уларҙы еңергә өйрәтерһең! Һин миңә ярҙам итерһең бит? Миңә үҙебеҙҙең өй, ғаиләбеҙ, мине нисек итеп үҫтергәнең оҡшай... Минең киләсәгем бала сағым кеүек бәхетле, яҡты буласаҡ. Ә мин һиңә лайыҡлы ул буласаҡмын, вәғәҙә итәм! Хыялымды тормошҡа ашырырға ярҙам иткәнең өсөн рәхмәт!”
Шундай хаттар яҙған Илнар Байегетов Екатеринбургта Суворов училищеһын – алтын миҙалға, армия генералы В. Маргелов исемендәге Рязань юғары һауа-десант команда училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамланы. Уҡыу һәм спорт алдынғыһына дипломды РФ оборона министры урынбаҫары, Рәсәй Геройы Юныс-Бәк Евкуров үҙе тапшырғайны. Лейтенант эшкә Севастополгә – 810-сы айырым диңгеҙ пехотаһы бригадаһына юлланып, шунда эләгеүенә ныҡ ҡыуанғайны. Ә бөгөн ул арабыҙҙа юҡ, был шундай ғәҙелһеҙлек... Уға һәм башҡа йәшләй һәләк булған ир-егеттәргә йәшәргә лә йәшәргә ине бит һуң!
– Ҡапыл ҡайғы килеп ишек шаҡығас, ышанмай шаңҡыныҡ, – ти йөрәген усына тотҡан Гөлшат. – Булмаҫ, был ысын түгелдер, ни бары яман төш кенәлер, хәҙер уянһаҡ, Илнар улым шылтыратыр ҙа, инәй, һаумы, тип әйтер кеүек ине. Хатта үҙ күҙҙәребеҙ менән күргәс тә, йөрәк ышанманы... Донъя түңкәрелде... Таяныр таяу булып, иңдәрен ҡуйған, ярҙам ҡулын һуҙған, йылы һүҙе менән йыуатҡан туғандар, дуҫтар, таныштар, ауылдаштар, хеҙмәттәштәр, етәкселәр күтәргеһеҙ ауыр ҡайғыны күтәрешә. Ошо иң ауыр ваҡытта яныбыҙҙа булған, рухи һәм матди ярҙам күрһәткән, баламды ихтирам итеп, уны һуңғы юлға оҙатырға килгән һәр кемгә рәхмәттәрем сикһеҙ. Әлдә һеҙ бар!
Бала ҡайғыларын күргәндәргә – сабырлыҡ, күрмәгәндәргә һис ҡасан ундай ҡайғыны күрмәүҙәрен теләйем. Һөйөп кенә үҫтергән балаҡайҙарығыҙ иҫән-һау, оҙон ғүмерле булһын! Беҙ уларҙы йәшәр өсөн табабыҙ, бәхетле булһындар, тип тырышабыҙ, ғүмер буйы уларға изгелектәр теләп йәшәйбеҙ. Мин дә балама оҙон ғүмерҙәр юраным, бөтә ҡыйынлыҡты йырып үтеренә ышандым, һуғышта ғүмер ебен өҙөрҙәрен күҙ алдыма ла килтермәнем. Илнар улыбыҙ бер ваҡытта ла йөҙөбөҙҙө ҡыҙартманы, уңыштары, еңеүҙәре менән гел генә ҡыуандырып торҙо. Ул беҙҙең ғорурлығыбыҙ булды һәм шулай булып ҡаласаҡ та. Йондоҙ кеүек балҡып атылған балабыҙҙың йәне йәннәттә булһын! Ә беҙ унһыҙ гүйә дөм ҡараңғылыҡта ҡалдыҡ... Нисек тә булһа тормошто артабан ялғап китергә көс табырға яҙһын инде беҙгә...
– Улығыҙ өсөн тәрән рәхмәтемде һүҙҙәр менән әйтеп тә бирә алмам, – тип яҙҙы Гөлшатҡа Суворов училищеһынан командирҙарҙың береһе. – Мин үҙем дә шул уҡ Суворов һәм Рязань хәрби училищеларын тамамланым, әммә Илнарҙан күпкә алдараҡ. Уларҙың Рәсәй Ҡораллы Көстәренең иң яҡшы уҡыу йорттары булыуын, хәрби эштең ысын профессионалдарын әҙерләүҙәрен яҡшы беләм. Ләкин геройҙарҙы училищеларҙа түгел, ә ата-әсәләр, ғаиләлә, мәктәптә тәрбиәләйҙәр. Һеҙгә шундай ул тәрбиәләгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм, уның менән училищебыҙ ҙа, Тыуған илебеҙ ҙә ғорурланасаҡ. Ысын герой, Тыуған илдең патриотын тәрбиәләгәнһегеҙ!
Социаль селтәрҙәр аша ла Гөлшаттың, Айгизәнең, Илнарҙың башҡа яҡындарының, дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашҡан кешеләрҙең береһе Сибәр Ҡоҙабаева, 24 йыл ғүмеренең 11 йылын хәрби офицер булыуға арнаған, тик яҡшы билдәләргә уҡыған, тырышлығы, эшһөйәрлеге, белеме карьера яһап, генерал булырлыҡ һөйөклө кейәүебеҙ йәш кәләшен, ошо һөнәрҙе алырға ярҙам иткән, батыр, аҡыллы, илһөйәр итеп тәрбиәләгән әсәһен, яҡындарын ҡалдырып мәңгелеккә китте, тип яҙҙы: “Йөрәк түҙмәҫлек, сикһеҙ ауыр ҡайғыны күтәрергә һөйөклө Айгизәгә, хөрмәтле ҡоҙағыйыбыҙға, яҡындарына сабырлыҡ, түҙемлек, һаулыҡ теләйем. Илнар кейәүебеҙҙең урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уның исемен мәңгеләштереү өсөн Озерный мәктәбенә, әсәһе йәшәгән урамға уның исемен бирһәләр ине”. Беҙ барыбыҙ ҙа ошо изге ниәт яҡлы – батырҙың исеме халыҡ күңелендә мәңге йәшәргә тейеш. Илнарҙың: “Иң мөһиме, бер уҡытыусыбыҙ әйтмешләй, бер нәмәгә – вазифаларға, званиеларға, исемдәргә ҡарамаҫтан, кеше булып ҡалыуың шарт”, – тигән һүҙҙәре ҡолаҡта яңғырай. Ул үҙе лә, ошо һүҙҙәргә тоғро ҡалып, һуңғаса юғары хәрефтән Кеше булып ҡалды.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.