Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
31 Март 2022, 15:18

Ирҙе ир итергәме, әллә …

Айһылыу менән беҙ студент саҡта күрше йәшәнек. Урта матур, тиҙәр уның кеүектәр тураһында.

Иҫ киткес ҡиәфәте лә, һомғоллоғо ла юҡ, әммә төшөп ҡалғандарҙан да түгел. Ябай ғаиләлә үҫкән ҡыҙ матур йырлай, әммә сәнғәт юлынан китеүенә ата-әсәһе ҡәтғи ҡаршы булған. Шуға ла ул, уҡытыусы булырға ҡарар итеп, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға килгән. Әммә йыр яратҡан күңеле бер ваҡытта ла тынғы тапманы: һәр байрамда йәки конкурста уҡыу йортоноң данын яҡлап сығыш яһар ине. Һуңғы курста уҡығанда ул дуҫлашып йөрөгән егетенә кейәүгә сыҡты, тик ниңәлер тормоштары килеп сыҡманы. Айһылыу, ике улын алып, тыуған яғына ҡайтып китте. 
“Бәйләнештә” сайты асылғас, бер-беребеҙҙе эҙләп таптыҡ һәм бөгөнгә тиклем аралашып йәшәйбеҙ. Ауылға ҡайтҡас, уның тормошо ҡәҙимгесә дауам иткән: бер улы юғары уҡыу йортонда белем ала, кесеһе – мәктәпте тамамлау алдында. Мәктәпте үҙһенмәгән, ең һыҙғанып мәҙәниәт йортонда эшләп йөрөй. “Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән юғары исеменә тап төшөрмәй: театр түңәрәген дә, бер нисә бейеү ансамблен дә алып бара, һәр байрам һайын ҙур-ҙур саралар ойоштора. Район, республика кимәлендәге конкурстарҙан да ситтә ҡалмай. Ике йыл элек ул кинәт кенә кейәүгә сығыуы тураһында әйтте. Кинәт тип әйтеүем шунан: быға тиклем һәр ваҡыт шәхси тормошҡа ваҡыты ҡалмауына, улдарына атай булырлыҡ тәртипле ир-егеттәр булмауына зарлана торғайны.
Тормош ҡороуҙарына бер ни тиклем ваҡыт үткәс, бәхетле ир уҙаманы – Юнир менән дә танышыу насип булды. Тәү ҡарашҡа баҫалҡы, һәр һүҙен үлсәп һөйләгән, һөймәлекле генә кеше күңелдә тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдыр­ҙы. Йәш ғаиләгә мөхәббәт, һаулыҡ, бәхетле ғүмер теләп хушлаштыҡ. Ара-тирә интернет селтәре аша аралашҡанда Айһылыуҙың тормошо матур бара кеүек ине... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡшы кеүек тойолған ғына икән. Хәйер, әллә ни ҙур бәлә лә булмаған кеүек: һәр өсөнсө ғаиләлә була торған хыянат улар­ҙы ла урап үтмәгән. Үткән йомала, көн ҡара төнгә ауышҡан мәлдә, Айһылыу шылтыратты. Илай-илай һөйләгәнен тәүҙә аңламай торҙом.
– Ғәрлегемдән ятып үлгем килә, Юнир миңә бер түгел, ике ҡатын менән хыянат итеп йөрөй!
Был хәбәргә ул ғына түгел, мин дә аптырап ҡалдым. Нимә тип йыуатырға белмәй, ялға үҙемә ҡунаҡҡа саҡырҙым. Күптән иркенләп аралашҡан юҡ ине, ике көн буйына рәхәтләнеп һөйләшеп, серләшеп алдыҡ. Шул саҡта Айһылыу үҙенең ғаилә тарихын бәйән итте.

* * *
Көн аша тиерлек эш менән район үҙәгенә йөрөгән әхирәтем йыш ҡына юлында бер ирҙе осрата. Йонсоу йөҙлө, иҫке, керләнеп бөткән кейем кейгән ир йәлләү, бер аҙ ытырғаныу тойғолары уята унда. Эскелек һаҙлығына батҡан әҙәм, тип уға ярлыҡ таға. Бер көн баҙарҙа тоҡ менән он, шәкәр алған Айһылыу машинаһын ҡабыҙа алмай яфаланған саҡта теге ир янына килеп баҫа.
– Предохранитель тигән нәмәне ишеткәнегеҙ бармы?
Дорфа ғына яуап ҡайтарырға уйлаған әхирәтем капотта соҡона башлаған ирҙе күреп, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә.
– Ооо, был атҡа ныҡлы ремонт кәрәк һәм тиҙ арала. Юғиһә юл уртаһында ултырып ҡалыуығыҙ бар. Бындай техника менән юлға сығарған ирегеҙҙе әйтер инем инде! Өйөгөҙгә тиклем нисә саҡрым? Әллә бөгөн үк сервисҡа индерәһегеҙме?
– 23. Бөгөн үк булмай, багажникта ике ҡапсыҡ ризыҡ ята.
– Ирегеҙ килеп алһын.
– Ирем юҡ шул.
– Туғандарығыҙ барҙыр бит?
– Бар ҙа ул...
– Кире килер юлға аҡса бирһәң, үҙем бара алам. Юлда ул-был хәл була ҡалһа, ярҙам итермен. 
Бер аҙ икеләнгәндән һуң Айһылыу, ризалыҡ белдереп, баш ҡаға. 23 саҡрым ара тиҙ үтә, әммә шул арала ул ирҙең Юнир исемле булыуын, ҡатыны менән айырылышҡас, ата-әсәһенең ярым-емерек өйөндә йәшәүен белә. Иҫән-һау ҡайтып еткәс, шатлығынан иргә һөт, эремсек, өй икмәге һалынған пакет тоттора.
– Бәлки, сәй эсереп ебәрерһегеҙ? Ғәфү итегеҙ, хәйерсегә яҡты йөҙ күрһәтһәң, ямаулыҡ һорай, тиҙәр. Мин шулай әрһеҙ инде ул.
– Ҡоро сәй тимәһәгеҙ инде, күреп тораһығыҙ бит, яңы ҡайтып торам.
– Ҡатын-ҡыҙ ҡулынан һөтлө сәй ҙә ожмах емешеләй тәмле була бит ул.
Юнир менән Айһылыуҙың танышлығы шулай башлана. Ҡайтыр алдынан ир, рәхмәт йөҙөнән тип, яңғыҙ ҡатындың ике йыл буйы төҙәтелмәй торған тупһаһын рәтләп китә.
– Ошо көндән һуң гел генә Юнир тураһында уйлана башланым, – тип хәтирәләргә бирелде әхирәтем. – Бәлки, ир-егет иғтибары етмәгән күңелемә уның ярҙамсыллығы, йылы һүҙе тәьҫир иткәндер. Һәр хәлдә, район үҙәгенә барған һайын уны күрергә тигән талпыныулы теләк була торғайны. Ә осратһам, һүҙ ҡушырға ла оялам, баш ҡағып ҡына иҫәнләшәм дә ары китәм. Йәй айҙарында өйгә ремонт эшләргә булып киттем һәм, кәрәк-яраҡтар алырға тип, төҙөлөш магазинына юлландым. Үҙем күпме таҡта, ҡаҙау, буяу кәрәклеген дә самалай алмайым, сөнки бындай эшкә тәүге тапҡыр тотоноуым. Һатыусының һорауҙарына ыҡ-мыҡ килгән уҡыусы кеүек яуап биреп торғанда яныма Юнир килеп баҫты. “Аҡсаңды елгә осорма инде. Әйҙә, йортоңдо барып ҡарайым, ниндәй эштәр башҡарыуыңа ҡарап, күпме, нимә алырға кәрәклеген әйтермен. Минең хаҡты беләһең: һөтлө сәй менән кире килергә аҡса”, – тине ул. Уны осратыуыма, аралашып китерлек сәбәп булыуына шатланып, тәҡдименә ҡуш ҡуллап риза булдым. Өйҙө ҡарап сығып, кәрәкле материалдарҙан исемлек төҙөп, сәй табынына ултырыуға көн кискә ауышҡайны инде. Оло улымдың өйҙә ҡалған кейемен тоттороп, Юнирҙе мунсаға оҙаттым. Йыуынып, арыуыраҡ кейем кейгәс, ул тағы ла күркәмләнеп китте. Егет-ҡыҙ уйындарын уйнап йөрөр ваҡыт түгел, йәшем ҡырҡҡа етеп бара бит инде. Ҡыҙ бала табырға тигән хыялым да бар. Тик кешенең характерын белмәйенсә лә булмай. Шуға күрә уға ремонт эштәре менән булышырға тәҡдим иттем. Барлыҡ эште башҡарырға ун көндән ашыу ваҡыт кәрәк, ә был аралыҡта кешенең характерын ярайһы ғына белергә була бит инде.
Ҡыҫҡаһы, эсергә әүәҫлеге юҡ, төҫкә матур, холҡо тыныс, артыҡ һүҙ һөйләп бармай, ҡулы эш белә, улым менән дә уртаҡ тел тапты – тормош көтөрлөк ир булып сыҡты Юнир. Ике генә һыҙаты оҡшап етмәне: үҙ-үҙен ҡарарға булдыҡлығы юҡ һәм тормош һабаҡтарын ала торған кеше түгел. Күлдәген йыуырға үҙем систереп алмаһам, ул үҙе белмәйәсәк. Ашарға бешермәһәм йәки бер нисә көн өйҙә булмаһам, икмәк тә телеп ашамауы бар. Һыуытҡыстағы әҙер ризыҡты ла йылытып ашай белмәй. “Сәсең етеп киткән, ҡыҫҡарт”, “Был күлдәгеңдең төймәһе төшкән, әлегә кеймәй тор”, “Носкийың бысраған, сис”... Мин үҙемде ҡайһы саҡ әмер биреп торған командир хәлендә күрә инем. Янымда һылыу, матур кейенгән, күркәм ир-егет булыуын теләйем бит. Өйләнешеү менән теш табибына барып, теш ҡуйҙырттыҡ, бер нисә ҡат кейем һатып алдыҡ.
Берәйһе уны “альфонс” тип атар. Тик ул донъя көтөргә көсөн йәлләмәй. Өйҙә ремонт эштәре бөтөү менән тирә-яҡты кәртәләргә тотондо. Ҡул менән күп кенә бесән әҙерләне һәм бер нисә баш бейә малы алырға кәңәш бирҙе. Ике йыл ҡымыҙ һатып, ҙур ғына табыш алдыҡ. Өйгә һыу үткәрҙе, канализация эшләне. Иҫке һарайҙы гараж итеп эшләп алды ла, автосервис асты. Хәҙер бөтә ауыл, хатта тирә-яҡтан да унда киләләр. Икебеҙгә лә машина алып ебәрҙек. Бер ни тиклем йәшәгәс, йырға һәләте барлығын белеп ҡалдым. Концерттарҙа ҡатнаша башланы, ярты ставкаға эшкә лә урынлашты.
Тормош матур ғына дауам иткән саҡта барыһы ла селпәрәмә килде. Тәүҙә ул, ҡыҙҙарын күрәм тип, элекке ғаиләһенә бара башланы. Аҡсалы атай кемгә кәрәкмәй, ҡолас йәйеп ҡаршы алалар. Ә ҡасандыр ҡатыны уны һанға һуҡмай, дуҫы менән йөрөй башлаған булған. Бер көн Юнир йоҡларға ҡайтманы. Үҙемде тынысландырырға тырышһам да, уның тиккә былай ҡыланмауын аңлағайным инде. Аҙаҡ “һәйбәт кешеләр” тәүге ҡатынының үкенеп илауы, кире ҡайтарырға теләүе тураһында еткерҙе. Янъял ҡуптармай ғына аңлашырға ул саҡта аҡылым етте.
Тик үткән аҙнала Юнир мунсала саҡта телефоны бер туҡтауһыҙ шылтырай башланы. Әллә ашығыс эш сыҡҡанмы тип алһам, экранда мәктәп директоры Ләйләнең исемен һәм фотоһын күрҙем. Күңелде ҡорт кимерә башланы, бер аҙ йөрөнөм дә, сабырлығым етмәй, иремдең телефонында соҡона башланым. Бик йыш һөйләшкәндәр, бер нисә фотоһы ла һаҡлана. Хаттарын да юймаған, исмаһам! “Алтыным, мин бөгөн көнө буйы һине генә уйлап йөрөнөм”, “Ниңә элегерәк осрашманыҡ икән?! Һин минең иң ҙур бәхетем һәм бәхетһеҙлегем”, “Һинең менән һәр таңымды ҡаршы алғым килә”, “Тыныс йоҡо, ҡәҙерлем!”... Кешеләр менән матурлап һөйләшә лә белмәгән “педагог”тың бындай татлы теленә аптырап ҡалдым. Етмәһә, үҙенең ғаиләле булыуы менән ғорурланып, әллә нисәмә йыл буйы беҙҙе, яңғыҙ ҡатындарҙы, хурлап, хәбәр һөйләп йөрөнө. Имеш, беҙ бала тәрбиәләй белмәйбеҙ, шуға малайҙарыбыҙ тәртип боҙа. Был хәлдән һуң мин тыныс ҡала алманым. ире алдында Ләйләнең дә тетмәһен теттем, Юнир менән дә әрләштек.
Бына һин, тормошто күргән кеше, миңә әйт әле: ниңә урамда бысрағына батып йөрөгән ир бер кемгә лә кәрәкмәне, ә мин тәрбиәләп, кеше иткәйнем, ғашиҡ булыусылар күбәйҙе ул? Элек осратһа, Ләйлә уға әйләнеп тә ҡарамаҫ ине. Ҡатыны ла бит ваҡытында ҡыуып сығарған. Юнир аҡыллы ир булһа, үҙе лә аңларға тейеш ине, тимәк, күңелендә рәхмәт тойғолары юҡ.
Күңеле бушаған Айһылыу бер аҙ тыныслана төштө. Мин әхирәтемде йыуатыр һүҙҙәр таба алманым. Кәңәш биреү ҙә урынһыҙ кеүек, ир менән ҡатын араһын ситтәр аңлай алмай. Ысынлап та, күптәр тыштан ялтырауыҡлы кеше әйберенә ҡыҙыға шул. Юниргә ауыр саҡта күңел йылыһын, наҙын, хатта аҡсаһын йәлләмәгән Айһылыуҙың күҙ йәштәре тәүге ҡатынын да, Ләйләне лә борсомай. Береһенә – ир, икенсеһенә теләктәрен ҡәнәғәтләндереү генә кәрәк.

 Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: