Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
30 Март 2022, 10:57

ТӨПКӨЛ АУЫЛ

(Хикәйә)

Заһиҙә МУСИНА  1997 йылда Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында тыуған, Йылайыр районының Сәләх ауылында үҫкән. Хәҙерге мәлдә БДУ-ла “журналистика” йүнәлеше буйынса ситтән тороп уҡып та, “Шоңҡар” республика йәштәр журналында эшләп тә йөрөй.
Мостай Кәрим исемендәге фонд һәм “Шоңҡар” журналы  берлектә ойошторған “Йондоҙҙарҙай күреп, мин күҙҙәргә ҡарап барамын...” исемле йәш әҙәбиәтселәр конкурсы еңеүсеһе.


Таулы ауылы йөҙгә яҡын өйҙән тора. Уны урманлы тауҙар уратып алған. Бында телефон тотмай, интернет үтмәгән, һаман мейескә утын яғалар. Мәктәп, медпункт, балалар баҡсаһы тураһында һүҙ ҙә юҡ, сөнки улар юҡ. Һалым түләргә кәрәкмәһә, дәүләт Таулының бар икәнен белмәҫ тә ине. Бөтә эшһеҙ ауылдағы, ғәфү итегеҙ, бөтә республикалағы кеүек, таулылар ата-бабалар кеүек мал тотоп көн күрә, йола һаҡлай. Улар шул тиклем эшһеҙ өйрәнгән, хатта ниндәй генә аҡсаға ниндәй генә эш тәҡдим итмә, яуап бер: “Мин ул ғына аҡсаны мал, йәйен емеш-еләк, май һатып, бер-ике көндә эшләй алам,” — ти ҙә ҡуялар.

Ауыл кешеләренең район үҙәгенән дә алыҫыраҡ киткәне юҡ. Бар туғандары – ошо уҡ йә күрше ауылдарҙа. Донъя хәлдәре уларҙы ҡыҙыҡтырмай, донъя ла улар менән ҡыҙыҡһынмай, бар ҡайғылары ошо ауылдан ары китмәй.

Таулы ҡыш буйы йоҡлаһа, йәйгеһен терелеп китә: баҡса үҫтереү, бесән эшләү, мал көтөү, емеш-еләк йыйыу... Етмәһә, төндәрен бер нисә бөртөк йәш-елкенсәк ауылды гөрләтә: усаҡ яғалар, ҡысҡыртып йыр тыңлайҙар, матайҙа сабалар, уларға күрше ауылдан киләләр, үҙҙәре лә  күрше ауылға бара.

Бына бөгөн дә, июлдең йылы төнөндә, “ауылдың киләсәге” тип һаналған йәштәр берҙән-бер күңел асыу сараһы – усаҡ яғыу менән булыша. Бындай “ултырыштар” ауылдан биш йөҙ метрҙай ситтә урынлашҡан ҡуйы булмаған урман уртаһындағы яланда, йыуан ҡайын аҫтында үтә. Был урында ошо йәштәрҙән алда уларҙың апай-ағайҙары, тағы ла алдараҡ, йәғни үткән быуатта, атай-әсәйҙәре күңел асҡан, ә уларҙан да алдараҡтар өсөн инде ауылда клуб булған.

Усаҡ янында бөгөн ике егет кенә күңел аса.

– Әлфир производствоһы, — тип Хәлим тәүҙә Байрасҡа ҡойҙо.

– Әлфирҙеке ауырытмай, — тип Байрас ҡойғанды эсеп ебәрҙе, артынан һыу һемерҙе.

Байрасҡа 20 йәш. Ул туғыҙҙан һуң ПТУ-ға барҙы, унан — әрмегә, ә унан инде Себергә “охрана” булып эшкә төштө. Бөгөн ул вахтанан ҡайтыуы айҡанлы Хәлимде (башҡа “йүнлерәк” иптәш табылманы) эсерә. Байрасты ауылда ысын ир-егет тип беләләр: әйткәнендә тора белә (“Эсерәм, тигәс, эсерәм”), һүҙе, эше өсөн яуаплы (“Эйе, аңра тип һөйләнем, шунан нимә?”), үсектереүҙе түҙмәй (“Күптән туҡмалғаның юҡмы?!”). Шуға ла Байрастан бөтә ауыл малай-шалайы, егете ҡурҡың­ҡырай (ҡурҡмаҫ инең, бөтә ыҙғыш-әрләште ҡул күтәреү менән хәл итә бит). Ул үҙенең социаль статусын яҡшы аңлай, шуға малай-егеттәрҙән көлөүҙән, мыҫҡыл итеүҙән, уларҙы бер-береһенә ҡаршы һөсләтеүҙән йәм таба.

– Принимай, душа и тело, тебе лекарство прилетело!— тип, сираты еткән Хәлим рюмканы үҙе лә күтәрҙе.

Хәлим – ҡаҡ һөйәк, оҙон егет. Әйтерһең, уны буйға һуҙғандар: бите ни, ҡулдары ни, аяҡтары ни, танауы ни, аяҡ-ҡулдарының бармаҡтары ни – бөтәһе лә ғәҙәттән тыш оҙон. Ул туғыҙынсы кластан һуң: “Уҡып мулла буламмы”, — тип мәктәпте ташланы. Дөрөҫөрәге, мәктәп уны ташланы, сөнки уҡытыусылар: “Унынсыға килеп тә йөрөмә!” — тине. Ул да, артабан белем алам тип, баш ватманы. Эшкә урынлашырға уйламай, ата-әсәһе лә өндәшмәй (ни тиһәң дә, берҙән-бер, донъя көтә торған улдары). Хәлимде ауыл йәштәре “Киоск” тип йөрөтә. Сөнки уның белмәгән нәмәһе юҡ. Әлбиттә, ғәйбәттәрҙән. Кем, ҡайҙа, ҡасан барған, кем кемгә нимә әйткән, кемдең өйөндә нимә булған — барыһын да унан белергә була. Хәлим үҙенең шундай “һәләтенә” эстән генә һоҡлана һәм, берәй нәмә һораша башлаһалар, танауы сөйөлә башлай. Ә егеттәр уны көлөү объекты итеп күрә: берәйһе менән һуғыштыралар, октябрҙә һыу индерәләр, берәй нәмә урлаталар. Ә ул барыһына әҙер — тик иғтибар ғына итһендәр. Был юлы ла ул әйткән тостан Байрастың көлөүе Хәлимде дәртләндереп ебәрҙе һәм яратҡан эшенә — хәбәр һөйләргә тотондо:

– Ишеттеңме, Таһирҙың ене балалаған, – тип йылмайып, Байрасҡа текләне.

– Ене? Балалаған? — тине Байрас, аптыраған булып.

Эштән яңы ғына ҡайтҡанға, ауыл яңылыҡтарын белмәй ине әле ул. Хәлим Байрасҡа файҙалы була алғанына тағы нығыраҡ ҡыуанып китте:

– Эйе, ҡыштан бирле әллә нисә кеше ишеткән. Теге аҙнала хатта атай, быҙау эҙләп, Таһирҙың өйө эргәһенән үтеп барғанында ишеткән: ҡысҡыры-ы-ып бала илай, ти. Атай зыйлап ҡайтып киткән!..

Таһир — ауыл осондағы иҫке генә өйҙә яңғыҙы йәшәгән 45 йәштәрҙәге ир. Күрше-тирәһендәге өйҙәр күптән бер кем йәшәмәү сәбәпле иҫкереп, емерелеп бөткәнлектән, ике йөҙ метр радиуста Таһирҙың йортонда ғына тере йән (йәндәр?) бар. Ауылда уны башы эшләмәгән, аңра, иҫәр тип беләләр һәм Таһир исеме Таулыла күптән инде был һүҙҙәрҙең синонимына әйләнгән. Бөтә ауыл уны яратмай. Ә нимәгә икәнен бер кем дә йүнләп аңлата алмай. Тыңламаған бәләкәй балаларҙы, Таһир килеп ала, тип ҡурҡыталар, ҡаршыңа осраһа — юлың уңмай, өйөңә яҡынлаһа (Хоҙай ҡушмаһын, килеп инһә) — бәлә-ҡазаға, ә үҙең уның ишек алдына баҫһаң — ауырыуға, тип юрайҙар. Шулай, Таһир  – ауылдың ҡара көсө, тип һанала.

Ул инде утыҙ йылдай яңғыҙы йәшәй, ауылдағы кешеләр менән бөтөнләй һөйләшмәй, аралашмай. Хатта уның тауышын да бер кем дә ишеткәне юҡ. Сөнки үҫмер саҡтан алып нимәгәлер һөйләшмәҫ булып ҡалған, тиҙәр. Таһирҙы, уның ғаиләһен яҡшы белгән, аралашҡан кешеләр үлеп бөткән (Таһир ҡарғағандыр әле!). Уның бынан алдағы ғүмерен белмәү ирҙе тағы ла серлерәк һәм ҡурҡынысыраҡ итә. Һәм, әлбиттә, шундай сәйер кеше тураһында күп хәбәр йөрөй: сихырсы, эсендә эт олой, ен балаһы, төндә зыяратта йөрөй һәм башҡалар. Шуларҙың иң таралғаны — өйөндә Таһир менән бергә ирле-ҡатынлы ен йәшәй, тигәндәре. Был хәбәргә бөтә ауыл ысын күңелдән ышана, сөнки күптәр үҙ күҙҙәре менән күргәне, дөрөҫөрәге, үҙ ҡолаҡтары менән ишеткәне бар: мал эҙләгән ваҡытта ирекһеҙҙән Таһирҙың өйө янына килгәндәр шаһит булған. Тәүҙә бер бисә һөйләшкәне (һүҙҙәре аңлашылмай), ҡысҡырғаны ишетелгән, ә уға ир яуап бирә, ти. Бисә сәрелдәй, ире уға түҙмәй һуғып ебәргән, һуғышҡан тауыштар сыҡҡан, имеш. Һуңынан: “Тап кешеләр һымаҡ бит әле”, – тип һөйләп йөрөнөләр ауылда. Ен бисә күберәк илай, тиҙәр, ен ир бирләнә, имеш. Шулай донъя көтәләр өсәүләп: ике ен һәм бер әҙәм балаһы. Кемдәрҙер хатта, ендәрҙең туйын ишеттек, тип һөйләп тә йөрөнө. Был ендәр ауылды бер йыл инде тыныс йоҡлатмай. Ә Таһир тағы ла серлерәк булып ҡалды, һирәгерәк күренә башланы – ендәр, күрәһең, уны ла ыҙалаталыр (ауылдаштар шулай уйланы).

Һәм бына, яңы йылдан һуң, Таулы кешеләре, Таһирҙың өйөнән бала илаған тауыш ишетелә, ти башланы. Теге ирле-бисәле ендәрҙең балаһы тыуған инде! (“Вис кешеләрҙеке һымаҡ бит әле!”). Ендәр өсөн хатта ҡыуанып та ҡуйҙылар инде әллә. Ә Таһир тағы ла һирәгерәк күренә башланы. Күрәһең, ендәргә “нянька” булып ултыралыр, тип көлдөләр. Шулай ҙа шайтан­дарҙың “үрсеүе” ауылдаштарҙы шомландырҙы. Тиҙҙән ен балаһы тышҡа сыға башлаһа, тип әсәләр балаларына ауылдың ул осона яҡынлауҙы бөтөнләй тыйҙы. Хәҙер инде Таһирҙың өйө сихырлы, ҡарғаулы икәненә бер кем шикләнмәне. Ә үҙен ауыл яғына (Р-лар үҙҙәре әйтмешләй, “нормальный” кешеләр йәшәгән яҡҡа,) яҡынлатмаҫҡа тырыштылар. Таштарҙан “сик һыҙығы” эшләүселәр ҙә табылды. Таһирҙы алыҫтан күреү менән ҡатындар ҡасыу яғын ҡараны, ирҙәр: “Кит! Килмә!” – тип ҡысҡырып, эстән «бисмилла»ларын уҡып, аҙымдарын шәбәйтте. Бына тап шул ен балаһы тураһында һөйләй башлағайны Хәлим.

– Э-э, шулай булмаһа ярай ине, — тине, иренен ҡырын йылмайтып, Байрас. Таһирҙың, йомшаҡ итеп әйткәндә, сәйер кеше икәнен Байрас, әлбиттә, белә ине, ләкин Хәлимде мыҫҡыллағыһы килде.

– Ысы-ын, — тип һуҙҙы Хәлим, оҙон йөҙөн етдиләндереп. — Атай үҙе ишеткән. Ышанмаһаң, ана, теләһә кемдән һора, ярты ауылдың ишеткәне бар... — тип ҡыҙып дауам итте Хәлим. — Атай һөйләй, ана, былтыр яҙ Рәғиҙәне эҙләгәндәрендә Таһирҙың күрше ауылға йөрөгән эҙен күргән. Атай әйтә, теге ҡарға сәпсим батмаған. Беҙ, ти, саңғыла була тороп, бата-бата, урманды саҡ ҡарап сыҡтыҡ, ә уның эҙҙәре ҡар өҫтөндә прәме, ти. Шул ендәре күтәреп алып йөрөйҙәрҙер инде...

– Шул Рәғиҙәне тәким тапманылар шикелле, ивет? — тип һораны Байрас.

– Күптән сереп бөткәндер инде йәки бүреләр ашағандыр, —тине Хәлим, көлөп. — Ниндәй алйот буранда йәйәүләп ҡайтып барһын. Ятһа шул ятағында, үлмәҫ ине, — тип аҡыллы һығымтаһын әйтте Хәлим.

(Дауамы бар).

 

– Ана-а, Таһи-ир! – Байрас, ауыл яғына төртөп, ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе. Хәлим ырғып килеп торҙо. Байрас шарҡылдап көлдө:

– Хәлим, ырғып киттең түгелме? Ыштан төбөңә ебәрмәгәһеңдер ул? –  тип, көлөүенән туҡтай алмай, Байрас Хәлимгә төрттөрә башланы.

– Ҡапыл ҡысҡырғаныңа тертләнем.

– Ышанып ултырам. Таһирҙан шөрләйем, тиген дә ҡуй инде.

– Нишә ҡурҡа, ти. Шул бер иҫәрҙән ҡурҡып ултыра, ти...

– Э-э, ырғып киттең хатта.

– Ҡурҡмайымсы!..

– Таһирҙың ишек алдына инә алыр инеңме атыу? – тине Байрас, етдиләнеп.

– Нишә инә алмай, ти? Ендәргә ышанып ултырмаһам ярай ине...

– Атыу киттек, төштөк ауылға, инеп күрһәтерһең, – тип ултырған еренән торҙо Байрас.

– Инәм... Матай менән ҡапҡаһын емереп инеп китәм. Эсеп бөтәйек тә...

– Инмәһәң, ҡолаҡ төбөңә тондорам, – тине Байрас, һәм кире ултырып, ҡалған “Әлфир производство”һын тәмләүҙе дауам иттеләр.

 

***

Шешәне бушатҡас, Байрас менән Хәлим төнгө ауылына китте.

– Хәҙер бараһың һәм ҡапҡаһын емереп инәһең, — тине иҫереүҙән теле көрмәлә башлаған, аяғында саҡ торған Байрас. – Әллә ҡурҡаһыңмы?

– Нишә ҡурҡа, ти, — тине Хәлим, хәле бөткән ҡулдары менән мотоциклын тотоп. — Матай һүнеп ҡуймаһа...

– Инмәһәң, өлөшөңдө алаһың. Матайың һүнһә лә.

Хәлим матайын өнһөҙ ҡараңғы урам буйлап этеп тоҡандырҙы һәм Таһирҙың өйө яғына китте. Йорт эргәһенә етеп барғанда ғына ҡапҡаны емерергә тиҙлек әҙ һымаҡ тойолдо, шуға өй янынан үтеп китте. Икенсегә боролоп килгәндә өй эргәһендәге ҙур ташҡа барып төкөр кеүек булды, шуға тағы ары үтеп китте. Алыҫтан матай фарын күҙәтеп торған Байрас яйлап ойой башланы.

– Тфү, ҡурҡаҡ. Инә алам, ти бит әле, — тип һөйләнде лә, һыҙғырҙы. — Ҡайт әйҙә, инә алмағас. Иртәгә иманыңды уҡытасаҡмын, — тип эстән генә мыңғырлап, өйөнә ҡайтып китте.

Һыҙғырыуҙы ишетеп, Хәлим ҡыйыуланды, һәм өсөнсө урауҙа рулен ҡапҡаға борҙо. Ләкин тап шул ваҡыт ҡапҡа асылып китте. Унан ялбыр ҡап-ҡара сәсле, ябыҡ, сер яланғас ен бисәһе килеп сыҡты һәм Хәлимгә ташланды. Хәлим, ҡурҡышынан ҙур тиҙлектә боролоп, баяғы ташҡа барып менде һәм, мотоциклы аша осоп, ергә барып төштө. Артына әйләнеп ҡарағайны, теге ен бисә, мотоциклға эләгеп ҡолап, әллә ниндәй тауыштар сығара башланы. Ҡото осҡан Хәлим айығып киткәндәй булды. Нисек тороп, нисек өйөнә йүгереп ҡайтып инеп ятҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

 

***

Таңғы етенсе яртыла бар ауыл Хәлимдәрҙең ишек алдына йыйылғайны. Төндә булған хәл бөтәһен дә аптыратты һәм тетрәндерҙе. Ирҙәр тышта, Хәлимдең атаһын уратып алып, тәмәке көйрәтә, ә ҡатындар өйҙә әсәһен тынысландырырға маташа.

– Үлтерҙе, үлтерҙе баламды!.. — тип илауынан туҡтай алмай һөйләнде уныһы.

Төп яҡта Хәлим ятҡан карауат эргәһендә мулла өйрөлә, белгән доғаларын уҡый, Хәлимдең баш осона бетеүҙәрен теҙеп сыҡҡан. Егеттең хәле насар ине. Төндә ҡайтып ятҡандан бирле иҫенә килмәгән, бары тик: “Ен бисә, ен бисә...” – тип кенә, ниҙер мыңғырлай. Атә-әсәһенең ҡото осмаҫ ине – тик Хәлимдең йөҙө лә, сәсе лә ап-аҡ. Етмәһә, башы ҡанап ҡайҡан. Ә ауыл осонда ятып ҡалған мотоцикл барыһын аңлатты: бәләлә Таһир һәм уның ендәре ғәйепле.

– Инде балаларға тейә башланы... Былай ғына ҡалдырырға ярамай быны! — тип бышылдашты мулла Хәлимгә беренсе ярҙам күрһәткәнсе сит яҡта ултырған ҡатындар.

– Берҙән-бер баламды... Үлтерҙе!.. — тип һыҡтаны әсә кеше.

Хәлим әле үлмәгән, бары иҫһеҙ генә ятһа ла, бер кем дә ҡатынды төҙәтмәне. Барыһына Хәлимдең үлеме нығыраҡ “оҡшай”: ниндәй фажиғә! Һәм нимәнән бит әле: Таһирҙың ендәренән! Мулла бабай, уҡына-уҡына, төп яҡтан килеп сыҡты. Ҡатындар уға ҡыҙыҡһыныу менән текләне. Хатта хужабикә лә ҡапыл тынып ҡалды.

– Хәле насар малайҙың, — тине, ауыр уфтанып. Тағы нимә өҫтәргә белмәй, бер нисә секунд өндәшмәй торҙо. Унан ҡатындарҙың ҡыҙыҡһыныуын баҫыр өсөн, һәм килеп тыуған хәлдә үҙенең төп кеше икәнен аңлап, өҫтәргә булды: – Ен ҡағылыуы бар малайға. Эргәһенә бармағыҙ, үҙегеҙгә ҡағылыр...

Унан яйлап атлап, ирҙәр янына сығып китте. Әсә кире үкһергә кереште. Ә бисәләр, өйҙә башҡа ҡыҙыҡ нәмә булмауын һиҙеп, мулла артынан сыҡты.

 – Малайыңа ен ҡағылған, — тип хәҙер ата кешегә аңлата ине мулла, –балаңдың йәнен алған, шуға ла сәстәре ап-аҡ. Ваҡытһыҙ ҡартайған булып килеп сыға. Тиҙҙән үлә, баяғы шул, ҡартлыҡтан...

– Аһ, — тип кенә әйтеп өлгөрҙө хужа. Тағы нимәлер өҫтәргә иткәйне, мулла бүлдерҙе. Атаны тыңлаусы кеше лә юҡ ине, бөтәһе лә мулланың ауыҙына текләгән.

– Ендәр, баяғы шул, беҙҙең йәнде һурып көн итә, — тип соланды үткәнсә башына килгән үҙ теорияһын әйтте мулла бабай. — Һиҙенәһегеҙҙер, беҙҙә ғүмер нисектер тиҙ үтә. Баяғы шул ендәр һура беҙҙең йәнде. Тиҙҙән балаларыбыҙ тыумай ҡартаясаҡ, баяғы шул...

Уны уратып алғандарҙың: “Ыстағафирулла”, “Аллам һаҡлаһын” тигәндәре генә ишетелде. Хәлим ҡайғыһы китте. Хәҙер ҡурҡыныс бөтә ауылға янай.

– Берәй доға юҡмы шул? — Ҡатындарҙың береһе ҡотолоу юлын эҙләй башланы.

– Булһа, күптән уҡыр инем! — Мулла уҫал итеп әлеге ҡатынға ҡараны. Ҡатын, иҫәрлегенән оялып, ғәйепле балалай, ҡырғараҡ шылып торҙо. – Доға ғына ярҙам итмәҫ! — тип дауам итте мулла, хәлде үҙ ҡулына нығыраҡ алып. — Таһир йорто кеүек нәмәләрҙе тамырҙан йолҡорға кәрәк! Ер йөҙөнән юйырға кәрәк! Өйөн ендәре менән ҡуша яндырырға! Йә ул беҙҙе, йә беҙ — уны! — тип ҡыҙып китте мулла.

Уны шым ғына тыңлап торған кешеләрҙең күҙҙәре асылып киткәндәй булды. Бына ҡайҙа баш! Ә улар, иҫәрҙәр, ошоғаса ҡурҡып йәшәгән. Был һуғышты Таһир үҙе башланы, ә улар тамамлаясаҡ...

 

***

Ике бүлмәнән торған бәләкәй һәм иҫке өйөнөң алғы яғындағы урындыҡта йоҡлап ятҡан Таһир тыштан ишетелгән шау-шауға уянып китте. Ырғып тороп, ҡорған ситенән генә тышҡа ҡараны. Ауыл кешеләрен күреп, ғәҙәтенсә йәшенгеһе килде һәм үҙе лә һиҙмәҫтән бер-ике аҙым артҡа сигенеп ҡуйҙы. Күҙҙәренә ышанмай, йәнә ипләп кенә урамға күҙ һалды. Ҡулдарына кәнистер, нимәгәлер һәнәк, таяҡ тотҡан унлаған ир, иң алда мулла уның ишек алдына инергә ҡурҡышып тора. Таһир ҡапыл нимә эшләргә белмәй, йүгереп тигәндәй төп яҡҡа сыҡты.

– Ах, һин, эт бисә! — тип шыбырланы мөйөшкә ҡарап. — Нимәңде ҡарап ҡасып маташтың?! — Мөйөшкә барып тубыҡланып ултырҙы ла, унда йоҡлап ятҡан ҡыҙҙы яурынынан һелкетә башланы. – Нимәңде ҡарап, Рәғиҙә? – тине ҡалтыраған тауышын күтәрә биреңкерәп. – Ана, хәҙер килгәндәр! – Таһир тороп, йәнә тәҙрә ҡорғанының мөйөшөн саҡ ҡына күтәреп урамға ҡараны. Быны тышта торғандар күреп ҡалды:

– Таһир! Сыҡ! Сыҡ, тиҙ бул, иҫәүән!.. — тип ҡысҡырыштылар.

Таһир ҡорғанды яба һалды һәм ҡыҙға әйләнеп ҡараны. Өйҙөң бер мөйөшөндә иҙәнгә түшәлгән бысраҡ матрас өҫтөндә ултырған Рәғиҙә бер нәмә лә аңламай, Таһирға текләп ҡатҡан. Яланғас, һул ҡулы стенаға ҡатылған сынйырға бәйле. Былтыр яҙ юғалған Рәғиҙә. Уйлап ҡараһаң, ул ҡыҙҙан ҡоро кәүҙә генә ҡалған.

...Рәғиҙә былтыр ятаҡтан йәйәү ҡайтып барғанында буранда аҙашты. Ҡайтырға сыҡҡанында көн матур ғына тора ине, ләкин ул ярты юлды үтеүгә ҡапыл ғына боҙолдо – буран сыҡты. Кире әйләнһә лә, ауылға тиклем дә бер үк тиерлек араны үтергә кәрәк, тип, ул ҡайтып етергә булды. Юл буйлап (үҙенә шулай тойолдо) барҙы ла барҙы. Тиҙҙән туңып, арып, ағас төбөнә ултырып торғайны, үҙе лә һиҙмәҫтән йоҡлап китте. Уянғас аяҡ-ҡулдары сәнсеп-сәнсеп әсенеп ауыртҡанын ғына тойҙо. Айҙан ашыу һыҙланыуҙарҙан башҡа бер нәмә лә уйлай алманы. Уйларлыҡ нәмәһе лә булманы — ул бер нәмә лә хәтерләмәй. Исмаһам, исемен дә. Көнөн дә, төнөн дә янында Таһир булды. Был күберәк өндәшмәгән ирҙең кем икәнлеген аңлап етмәне. Ҡулдары бәйле саҡта үҙе ашатып, йыуынырға ла, бәҙрәфкә лә барырға ярҙам иткән кешегә йылынды. Ә бер көн Таһир Рәғиҙәгә бала табып биреүен һораны. «Кәрәк. Шунһыҙ булмай йәшәп»,  —тип кенә өҫтәне. Үҙенең кемлеген генә түгел, донъяның нисек ҡоролғанын инде хәтерләмәгән Рәғиҙәгә Таһир әйткәндәргә ышаныуҙан тыш бер ни ҙә ҡалманы: өйҙән сығырға ярамай, тәҙрәләргә яҡынлашырға ярамай, һорашырға ярамай (нимә һорарға һуң?)…

Әммә Рәғиҙәнең эсендә яңы ғүмер үҫеү менән бергә аңында иҫке ғүмере тергеҙелә башланы. Үҙенең кем икәнен, Таһирҙың кемлеген аңлағас, Рәғиҙә шау-шыу күтәрҙе. Ҡасырға маташты, әммә Таһир Рәғиҙәнән нығыраҡ уның эсендә ятҡан балыны ебәргеһе килмәне.

  Заһиҙә МУСИНА.

 

 

– Әйттем бит, — Таһир Рәғиҙәнең ҡаршыһына барып ултырҙы, — әйттем, Батырға йәш тулһа, ебәрәм тип! Нимәңде ҡарап ҡастың? Тфү!.. — тип бирләнеп, Рәғиҙәнең бәҙрәфе булған буш биҙрәне осра һуҡты. Рәғиҙә ҡыбырламаны ла. Тауышҡа сәңгелдәктә йоҡлап ятҡан бала уянып илай башланы. Таһирҙың ҡото осто: ул тиҙ генә баланы ҡулына алды.

 – Тс-с-с-с, Батыр, илама, ишетәләр бит, – тип малайын бәүелтергә тотондо.

Урамда торғандарҙы бала тауышы ҡурҡытты. Кемдер түҙмәй тәҙрәгә ҡулындағы ташын һелтәне. Таш, төп яҡтың тәҙрәһе аша үтеп, быяла һәм ептә генә эленеп торған ҡорған менән бергә иҙәнгә барып төштө. Быға тиклем өнһөҙ ултырған Рәғиҙә тертләүҙән ҡысҡырып ебәрҙе. Бала илауы, Таһирҙың паникаһы, таш, тыштағы шаулашҡан кешеләр тауышы – быларҙың барыһы бергә уҡмашып, ниһайәт, Рәғиҙәнең аңына барып етте, уның ҡысҡырыуы илауға әйләнде.

– Ен-бисә, ен-бала! Илайҙар, олойҙар! Ишетәгеҙме? – тип тәҙрәгә тағы таштар осорҙолар. Таһир арҡаһы менән Батырҙы һәм Рәғиҙәне ҡаплап торҙо. Бер нисә ҙур ғына таш уға килеп тейҙе. Таһир түҙмәне:

– Етәр! Етә-ә-әр! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

– Был ен-ир! Ул да шунда! — тип мулла тамаҡ ярҙы. — Ут төртөргә! Ут төртөргә! Бензин һибегеҙ!

 

***

Таһирҙың ата-әсәһе колхозда ябай эшселәр булды. Ул — ғаиләлә берҙән-бер бала. Әсәһе, иҫләүе буйынса, ябай, яҡшы ҡатын ине, аҡылы менән үтә айырылманы, ләкин балаларҙы яратты. Таһирҙы иркәләтеп үҫтерҙе.

Атаһы ялҡауыраҡ кеше булды, тейешенән артығын эшләмәне, ҡатынына кеше итеп түгел, ә “бала табыусы”, “тамаҡ бешереүсе”, “өй эшсеһе” тип кенә ҡараны. Үҙен ирмен тигән кешегә ғүмерендә өй һалырға, ағас ултыртырға, ул үҫтерергә кәрәк, тип һанамаһа, бәлки, өйләнмәгән дә булыр ине. Үҙ һүҙле, тиҫкәре кешегә яңғыҙ булыу бәхетте күберәк килтерер ине. Кәләш алып, малайы тыуғас та тормошоноң мәғәнәһен юғалтты ла ҡуйҙы. Шешәгә тотондо. Тәүҙә әҙләп эсте, һуңынан инде бөтөнләй айыҡмай башланы. Ҡатыны башта тыйып маташты, ләкин уны кем тыңлаһын? Иренә көсө етмәй, тиҙҙән үҙе лә «йәшел йылан» һаҙлығына батты башланы. Ҡайһы саҡ Таһирға: “Эскән ир менән нисек эсмәй йәшәргә?” – тип ғәфү үтенгәндәй әйтеп ҡуя торғайны. Шулай бер йәйге кистә, 13 йәшлек Таһир һыйыр көтөүенән ҡайтып килгәнендә урамда, өйө янында ауыл халҡы йыйылып киткәнен күрҙе. Халыҡтың ярым түңәрәк эсендә атаһы әсәһенең сәсенән һөйрәп йөрөй ине. Тәүҙә ул нимә булғанын аңлап етмәне. Атаһы сәсе ялбырап бөткән, танауы, тубыҡ- терһәктәре ҡанға батҡан әсәһенә:

– Кәнтәй! — тип аҡырып битенә тибеп ебәргәс кенә Таһир аңына килеп, атаһына ташланды:

– Атай, нимә эшләйең?

Атаһы уны этеп ебәрҙе. Таһир тағы ташланды. Был юлы нығыраҡ эткәс, Таһир ергә барып ауҙы. Ә атаһы әсәһен ергә һалып типкеләй башланы. Таһир кешеләргә ҡараны. Улар бер нимә эшләмәй ҡарап тороуҙарын белде. Кемдер хатта ауыҙын, күҙен ҡаплағандай булды, ләкин айырырға йә китергә ашыҡманы. Был эскеселәрҙең һуғышмаған көнө бармы?

– Һин миңә нисек йәшәргә өйрәтәңме? Урыныңды бел, кәнтәй! — тип хәҙер инде өҫтөнә менеп ултырып йоҙроҡлап һуға башланы. Ә әсәһенән өн дә сыҡмай. Таһир тороп илай башланы, кире атаһына барып ҡулын тотоп маташты:

– Айырығыҙ, үлтерә бит әсәйҙе, айырығыҙ! — тип уратып алғандарға әйтеп ҡараны. Бер кем өндәшмәне, бер кем ҡыбырламаны. Атаһы Таһирҙы тағы этеп ебәреп, “эшен” дауам итте. Малай кемдеңдер аяҡ осона барып ҡоланы. Кемдер бары тик артҡа шылды. Таһир йәштәре аша бер ни күрмәй шул аяҡтарға тотондо: – Үлтерә бит! Айырығы-ы-ыҙ... — аяҡтар бары артҡа шылды. Таһирҙан ауылдаштары ишеткән һуңғы һүҙҙәре был. Ул башын күтәреп ҡараны, бар кеше тарала башланы, сөнки атаһы саҡ атлап ишек алдына инеп китте.  Таулыларҙың күңелендә һағыш ине: бына бит кеше нисек бысраҡ йәшәй ала! Аллаға шөкөр, уларҙың ғаиләһе, үҙҙәре бындай хәшрәттән өҫтөнрәк! Урам уртаһында Таһир һәм ерҙә ятҡан әсәһе генә ҡалды. Имгәкләп килеп, әсәһен уятып маташты. Уянмағас, өйгә тиклем һөйрәп ҡараны. Көсө етмәне, атаһын саҡырырға булды, тик ул эстән бикләнгәйне.

Унан һуң Таһирҙы ауыр йоҡо баҫты. Аңына килә башлағанда уның менән милиция һөйләшеп маташа ине. Атаһы әсәһен үлтергәнсе туҡмаған булған. Артабан уны балалар йортона алып киттеләр. Атаһын ултырттылар, ләкин ул шунда нисектер үлеп ҡалды. Бәлки үлтергәндәрҙер, бәлки үҙе үлгәндер. Кем белә, әммә Таһир атаһын башҡа күрмәне. Бер-ике аҙнанан Таһир балалар йортонан ҡасып ҡайтты. Уны эҙләп килеүсе лә булманы. Шулай 13 йәштән яңғыҙ йәшәй башланы. Ата-әсәһенән ҡалған малды ҡараны, күрше ауыл кешеләренә ялланып эшләне. Ауыл кешеләре менән башҡа аралашманы. Бер кемгә лә барманы, бер кемде лә яҡынайтманы. Шул саҡтағы ваҡиғалар Таһирҙы бөтөнләй һөйләшмәҫ ҡырағайға әйләндерҙе. Ауыл халҡы уны һөйләшә алғанын да белмәй шикелле. 18-е тулғас, әрмегә саҡырҙылар, ләкин, ауыҙ асып һүҙ әйтмәгәс, инвалидлыҡ биреп ҡайтарҙылар, уға инде дәүләт аҡсаһына “рәхәтләнеп”, “байып”, бөтөнләй эшләмәй, кешеләр араһына сыҡмай йәшәргә лә була ине. Таһир шулай итте лә.

 

***

Тәүҙә кешеләр кәнистерҙәге бензиндарын, өйгә яҡын килергә ҡурҡынҡырап ҡына, алыҫтан тороп һипте. Ләкин мулланың:

– Йә ул – беҙҙе, йә беҙ – уны! Ендәр ҡасмаҫ борон тиҙерәк ҡыбырлағыҙ. Донъя ғәҙеллек өсөн. Иблистәргә беҙҙең арала урын юҡ! – тигән һүҙҙәре уларҙы ҡыйыуландырҙы. Хәлимдең атаһы беренсе булып йортҡа бөтөнләй яҡын килеп, нигеҙгә бензинын ҡойҙо. Ә өйҙән һаман бала һәм ҡатын илауы, ирҙең: “Етәр! Үлтерәһегеҙ бит!” – тигән тауышы сыҡты.

– Үлтерәбеҙ шул! – тине мулла һәм Хәкимдең атаһына ҡарап: – Ендәрҙән үс ал үлгән улың өсөн, ҡотҡар ҡалғандарҙы, ауылды, —  тине.

Хәлимдең атаһы шырпы һыҙып, өйгә ташланы. Йорт гөлт итеп ҡалды һәм яна ла башланы. Бар халыҡтың йөҙөнә ҡәнәғәт йылмайыу сыҡты. Тик берәү:

– Һә, ишектән ҡасып сығалар бит! — тигәне бар ләззәттте боҙҙо. Бөтәһе муллаға текләне. Ул:

– Дөрөҫ! Ул яҡтан да ут төртөгөҙ! — тип әмер бирҙе.

Үҙҙәренең ҡеүәтен аңлаған кешеләр, ҡыйыуланып, ҡапҡаны емереп тигәндәй, ишек алдына барып инделәр. Дәртләнеп, тупһаға ҡалған бензиндарын һибергә тотондолар.

– Үлтерәләр! Тағын үлтерәләр! — тип ҡысҡырҙы Таһир. Ул арала Батыр менән Рәғиҙә төтөнгә сәсәй башланылар. – Был юлы үлтертмәм! — тип Таһир Батырҙы Рәғиҙәгә тотторҙо һәм сынйырҙы ысҡындырҙы. Рәғиҙә шунда уҡ тороп бала менән ишеккә йүгерҙе.

Инде сыҡтым ғына тигәндә алдында ут ҡалҡты. Ул, ҡото осоп, төтөндән күҙҙәре, тамаҡтары әсеп, урынында ҡатып ҡалды. Артынса килгән Таһир Рәғиҙәләрҙе ҡосаҡлап ут аша һикереп үтте. Өсәүләп сәсәй-сәсәй ергә ҡоланылар. Күҙҙәренең әсеүе бер аҙ баҫылғас, уратып алған кешеләр уларға ауыҙҙарын асышып текләгәндәрен күрҙеләр. Таһир һикереп торҙо һәм йән көскә:

– Үлтертмәм! Үлтертмәм! — тип ҡысҡыра башланы.

Ен көткән ауыл кешеләре телле Таһирҙы, үҙҙәре кеүек кешене күреүҙән шул килеш аптырап, өнһөҙ ҡатып торҙо. Бер, баҡтиһәң, һөйләшә белгән Таһирға, бер ерҙә бала ҡосаҡлап ултырған сер яланғас, ябыҡ, оҙон ҡара сәсле ҡыҙға текләнеләр.

– Рәғиҙә, улар тағы үлтерергә килгән. Мине! Һине! Батырымды! — тип иларҙай булып, Рәғиҙәгә ҡараны. — Мине үлтерегеҙ, балама теймәгеҙ! — тип Рәғиҙәләрҙе тәне менән ҡаплап торҙо. Шунан бөтәһенә лә яйлап күҙ һалды һәм үҙен алыҫ бала саҡта тороп ҡалған көнгә ҡайтҡандай итеп тойҙо. Уны шул уҡ иҫәр йөҙҙәр уратып, шул уҡ ҡурҡыу, шул уҡ көсһөҙлөк тойғоһо баҫып алды. Таһирҙың бер нисә секундта ҡаштары төйөлдө, буйы оҙонайып киткәндәй булды. Ул ҡапыл әйләнеп, Рәғиҙәнән баланы тартып алды:

– Бирмәм! Һеҙгә бирмәм, хайуандар. Һеҙҙең арала йәшәгәнсе, минең менән үлһен, хайуандар! — тине күптән иҫен юғалтҡан Батырҙы ҡосаҡлап. – Рәғиҙә, әйҙә беҙҙең менән. Улар... Улар хайуандар, — тине  наҙлы итеп өндәште ерҙә ултырған Рәғиҙәгә ҡарап. Ул башын да күтәрмәне. – Рәғиҙә... — тип Таһир эстән генә шыбырланы. Унан кешеләргә ҡараш ташлап: – Хайуандар! Бөтәһен тартып алдығыҙ!.. — тип ҡысҡырҙы һәм Батырын ҡосаҡлап, ут ялмап алған өйгә инеп юғалды.

 

***

Хәлим кискә иҫенә килде. Дөрөҫөрәге – айығып уянды. Башы ауырта ине. Бахмурҙан. Нимә булғанын иҫләмәй. “Әлфирҙең производствоһы” бит, ни тиһәң дә. Ә ауыл осондағы күмергә әйләнгән йорт  халыҡтың татыулығы, изгелек, яҡшылыҡ өсөн көрәштең билдәһе булып ҡалды. Сөнки улар иблискә, шайтанға, енгә ҡаршы көрәште. Әлбиттә, енгә ҡаршы! Быға ысын күңелдән ышандылар. Рәғиҙә  иҫен юғалтҡан арала уны янып ултырған өйгә ташлаған кешеләр быға ышанмай, кем ышанһын? Ул йортта ендәр ине!

 

                                                               Заһиҙә МУСИНА.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: