Тыуған ерем: Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылы.
Белемем буйынса мин: журналист, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты журналистика бүлеген тамамланым.
Радиола нисек эш башланым: 1995 йылда яңылыҡтар хеҙмәтендә хәбәрсе булып.
Эшемдә иң оҡшағаны: һәр ваҡыт хәрәкәттә булыу.
Рәхмәтлемен: атай-әсәйемә.
Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш: Ағиҙел күпере емерелгән икән дә, имеш, шунан репортаж алып барам.
Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы: улар күп, бигерәк тә «Санчи» сәйе рекламаһына бәйле фекерҙәрен еткереүселәр, бөтәһен дә хәтерләп бөтөп булмай, әммә һәр ҡайһыһына рәхмәтлемен.
Яратҡан йырым: башҡорт халыҡ йыры “Урал”.
Китабым: Фазиль Искәндәр, “Сандро из Чегема”.
Фильм:“Бриллиантовая рука”.
Эштән арып киткән саҡта: тәбиғәттә ял итеп, көс туплайым.
Ғорурланған һуңғы ҡаҙанышым: тормошто фәлсәфәүи ҡабул итеү.