Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
28 Март 2022, 12:03

Яҙға әҙерләнәбеҙ

Гәзитебеҙҙең 18 март һанында "Шәхси хужалыҡ" бүлегендә сыҡҡан кәңәштәр яҙғы баҡса эштәренә әҙерлеккә бағышланған

Борос үҫентеләре насар шытһа

Бүлмә йәки теплица йылылығы 24 градустан кәм булғанда борос үҫентеләре берәм-һәрәм генә шытасаҡ. Ә башҡа йәшелсә төрҙәренә, мәҫәлән, помидор, баклажан өсөн 20 градус та етә. Шуға ла борос сәселгән махсус һауыт тәҙрә төбөндә йәки һалҡыныраҡ бүлмәлә ултырһа, өҫтөн гәзит менән ҡапларға кәрәк. Былай эшләгәндә орлоҡтар тиҙ арала шытып сығасаҡ. Тик үҫентеләр сибек булып буйға үҫеп китмәһен өсөн улар тәүге япраҡтарын сығарыу менән гәзитте алып ҡуйығыҙ. Боросҡа һыуҙы сама менән һибеү мөһим, юғиһә орлоҡтар серей башлай.

Помидор ныҡ булһын өсөн

Помидор үҫентеләрен баҡсаға күсереп ултыртҡансы уҡ аҫҡы япраҡтарын өҙөргә кәрәк. Ғәҙәттә, улар тығыҙ ултыртылып, япраҡтарға яҡтылыҡ төшмәһә, һабаҡтары нығынып, йыуанайып китер урынға буйға һуҙылып үҫә башлай. Аҫҡы япраҡтарын өҙөп, үҫенте һабағына ны­ғынырға мөмкинлек бирелә. Түтәлгә күсереп ултыртҡас та был эште дауам итергә кәрәк. Улар ауырыуҙарға тиҙерәк бирешә һәм бөтә үҫентене зарарлауы бар. Аҫҡы япраҡтары өҙөлгән осраҡта помидор бәшмәк һәм башҡа ауырыуҙарҙан интекмәйәсәк.

Йәшелсәләрҙе нисек ултыртырға?
Ҡайһы бер үҫемлекте, йәшелсәне йәнәш ултыртыу төрлө ауырыу һәм зарарлы бөжәктәр таралыуына ҡа­масаулай. Мәҫәлән, колорадо ҡуңыҙы – борсаҡтан, ә кишер себене һарым­һаҡтан ҡурҡа. Шулай уҡ йәшелсәләрҙе йәнәш ултыртыу уларҙың һәйбәт үҫеүенә лә, баҡсалағы ерҙе һаҡсыл ҡулланырға ла ярҙам итә. Әммә белеп эш итеү мөһим: бер-береһен яратмаған ике үҫемлекте йәнәш ултыртһағыҙ, уңыш көтмәгеҙ.
Шулай итеп, баклажанды – болгар боросо, ҡуҙаҡлыларҙы – сөгөлдөр, фасолде – һуған, керәнде – ҡуҙғалаҡ, петрушканы укроп янына сәсергә кәңәш ителмәй. Яңынан һеркәләнергә мөм­кин булған (әсе һәм татлы борос, үрмәләп үҫеүсе ҡыяр) йәшелсәләрҙе бер-береһенән алыҫ ултыртығыҙ. Әйт­кәндәй, орлоҡло һәм төшлө ағастарҙы ла йәнәш ултыртырға ярамай. Һарым­һаҡ, кишер, помидор, баҡса еләген үткән йылда ҡуҙаҡлылар, картуф һәм салат үҫкән урынға сәсмәгеҙ. Кәбеҫтә һәм ҡыярҙан һуң редиска менән еләк ултыртһағыҙ уңыш булмаҫ.
Баҡса еләге менән йәнәш петрушка, сельдерей, порей сортлы һуған ул­тыртҡанда уңыш мул булыр. Ҡарағат ҡыуағы ла ҡамасауламай. Сөгөлдөрҙө түтәлгә рәт-рәт итеп кишер, һарымһаҡ, редис менән аралаштырып сәсегеҙ. Кишер менән картуф сәскән ергә фасоль, борсаҡ, ҡыяр, кәбеҫтә ултыртырға мөмкин. Укроп, шпинат, редиска бер-береһен “ярата”. Үткән йылда кәбеҫтә менән ҡыяр үҫкән ерҙә быйыл помидор менән кишер яҡшы уңыш бирәсәк.
Емеш ағастарына килгәндә, алма һәм слива янында үҫкән ҡурай еләге мул уңыш менән ҡыуандырыр. Картуф баҡсаһына миләш ағасы ултыртҡанда ике яҡҡа ла файҙалы.

Орлоҡтарҙы һаҡлау ваҡыты

Сәскән йәшелсәләрегеҙ шытып сыҡһын өсөн орлоҡтарҙың һаҡлау ваҡытына иғтибар итеү мөһим. Һатып алынғанының да, үҙегеҙ әҙерлә­гәненең дә иң көслө ваҡыты – тәүге йыл. Артабан уларҙың уңдырыш­лылығы 10 процентҡа кәмей. Шулай уҡ орлоҡтарҙың ҡулланыу ваҡыты ла төрлө:
– кишер, ҡыяр, укроп, татлы һәм әсе борос, ҡуҙғалаҡ, сельдерей – 2 – 3 йыл;
– помидор, кәбеҫтә, петрушка, ревень, салат – 3 – 4 йыл;
– шалҡан, баклажан, ҡабаҡ, ашҡабаҡ, брюква – 4 йыл;
– сөгөлдөр, редиска, торма, ҡауын, ҡарбуз, патиссон – 5 йыл;
– фасоль, борсаҡ – 7 – 9 йыл.

Үҫентеләрҙе сыныҡтырыу

Ҡыш уртаһынан өйҙә ултырған үҫентеләрҙе баҡсаға сығарыр алдынан сыныҡтырып алырға кәрәк. Юғиһә уларҙың ҡапыл ғына ҡояш нурынан, елдән, һалҡындан һәләк булыуы бар.
Үҫентеләрҙе тәүҙә тыштағы ышығыраҡ урынға 1 – 3 сәғәткә сығарып ултыртырға кәңәш ителә. Артабан ҡояшлы асыҡ урын һайларға мөмкин. Ваҡытты ла көн һайын 1 – 2 сәғәткә оҙайта барырға. Тәүге тапҡыр төнгөлөккә тышҡа ҡалдырғанда еңел туҡыма йәки ҡағыҙ менән өҫтөн ҡапларға кәңәш ителә. Ә инде 5 – 7 тәүлек тышта торған үҫентеләрҙе ҡурҡмайынса түтәлгә күсереп ултыртырға була.
Әгәр һеҙ һатып алырға уйлаһағыҙ, үҫентеләрҙең сыныҡҡанын һайлап алығыҙ. Уны ныҡ, ҡалын һабаҡтарҙан, япраҡтарындағы ваҡ йыйырсыҡтарҙан, ҡуйы йәшел төҫөнән айырырһығыҙ. Әгәр һабаҡтары һуҙылып үҫкән үтә сибек йәки киреһенсә артыҡ йыуан, япраҡтары ҡараһыу йә иһә аҡһыл йәшел икән, тимәк, үҫентеләр сыныҡмаған.

Ҡыуаҡтарҙы киҫеү

Иртә яҙҙан баҡсалағы ҡыуаҡтарҙың – ҡурай еләге, ҡарағат, крыжовник, ҡыҙыл ҡарағат ботаҡтарын ҡырҡырға кәрәк. Сөнки туҡлыҡлы матдәләрҙе алып тороусы артыҡ ботаҡтар булмағанда ғына мул уңыш йыйырға мөмкин.
Ботаҡтарҙы бер оҙонлоҡта ҡалдырып ҡырҡыу яҡшы, һуңынан ундай ҡыуаҡты ҡарап, тәрбиәләп тороу, емештәрен йыйыу уңайлы була. Ҡайыры шыма, ҡутыры булмаған ботаҡтарҙы ғына ҡалдырығыҙ. Ә инде ул бөрөшөп, ҡарайып торһа, бөрөһөҙ булһа, тимәк, ауырыу, ҡарт йәки ҡороған була. Һәм уларҙы, һис шикһеҙ, ҡырҡырға кәрәк. Шулай уҡ ҡыуаҡ эсенә табан һәм ергә ятҡан ботаҡтарҙы ла алырға кәңәш ителә. Ауырыу ботаҡтарҙы төптән киҫеү яҡшы. Ҡыр­ҡылғандарының йыуанлығы яҡынса 1 см булһа, уға ҡайнатылған ыҫмала, сайыр, бик булмаһа буяу һыларға кәрәк.
Ҡырҡылған ботаҡтарҙы йыйып яндырығыҙ. Уларҙа булған зарарлы бөжәктәр, ҡорттар һәм микробтар ҙа юҡҡа сығыр, баҡсағыҙ ҙа таҙарыр.        

Ҡуҙғалаҡ

Ҡуҙғалаҡ – һалҡынға сыҙам үҫемлек. Шуға ла уны ҡаҙылған түтәлгә иртә яҙҙан уҡ сәсәләр. Былтыр   сәселгән булһа, ҡышҡылыҡҡа ҡапларға кәрәкмәй. Орлоҡтарҙы 1 – 2 см тәрәнлеккә күмәләр. Рәттәр араһын 30 см ҡалдырырға кәрәк. Яҙ көнө кипкән орлоҡтарҙы – шул килеш, йәйгеһен алдан ебетеп сәсәләр. Орлоҡтарҙы төртөп сыҡҡас, түтәлде еңелсә баҫҡыларға һәм өҫтөнә тиреҫ һибергә. Үҫентеләр шытып сығып бер аҙ үҫкәс, араларын 25-әр см ҡалдырып, һирәкләйҙәр. Һыуҙы аҙнаһына 1 – 2 тапҡыр һибеү етә, тик мул булырға тейеш. Дым етерлек булғанда ҡуҙғалаҡтың япраҡтары эре, һутлы булып үҫә. Әйткәндәй, һыу һипкән һайын үҫемлек төптәрен 4 – 5 см тәрәнлектә йомшартырға кәрәк. Был үләнде бер урында 3 – 4 йыл үҫтерергә мөмкин. Аҙаҡ урынын алмаштырырға кәрәк. Сөнки уңыш насарая башлай.
Япраҡтарҙың йәшен, әлегә ҡуҙғалаҡ кислотаһы аҙыраҡ булғанда, йыйыу һәйбәт.

Йомортҡа һауытында... 

Үҫентеләр өсөн махсус ҡумтаға йомортҡа һауытын ҡуйырға ла, уйымдарға тиреҫле тупраҡ тултырырға. Һыу һипкәс, һәр уйымға ҡыяр (ҡабаҡ, ашҡабаҡ, ҡауын, ҡарбуз, патиссон) орлоғо төртөргә. Үҫентеләр бик яҡшы үҫә, һыу һипкәндә йомортҡа тартмаһы ебей, тамырҙар ояларҙан сығып үҫә. Уларҙы баҡсаға күсереү ваҡыты еткәс, йомортҡа тартмаһын һаҡ ҡына алып (оялар еңел генә айырыла), түтәлдәргә ултыртырға. Үҫентеләр ауырымай, тиҙ генә берегеп, үҫеп китә.

Тамыр муйынтығын күмергә ярамай!

Алма, груша, слива кеүек емеш ағастарының тамыр муйынтығын йыш ҡына сыбыҡса ялғанған урын менән бутайҙар. Был яңылышлыҡ үҫентене дөрөҫ ултыртмауға килтерә. Баҡсасылар тамыр муйынтығын тупраҡ менән күмеп, олондоң аҫҡы өлөшөн серетә.
Тамыр муйынтығын иһә еңел асыҡларға мөмкин: олондоң бер өлөшөн һәм тамырлана башлаған урынды еүеш сепрәк менән һөртөп ҡарарға кәрәк. Шул ваҡытта үҫентенең бер урынында ҡайырҙың төҫө үҙгәреүен – йәшелдән аҡһыл көрәнгә әйләнеүен күрергә мөмкин. Шул урын тамыр муйынтығы була ла инде.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: