Мөхәббәт кешелектең бар тойғоһонан да көслөрәктер ул. Сөнки быуаттар буйына ысын мөхәббәткә милли тойғолар ҙа, рухи, синфи айыр-малыҡтар ҙа, дини ҡаршылыҡтар ҙа, алыҫлыҡтар ҙа кәртә була алмаған бит.
Мөхәббәт тә мөһабәттер ул тип,
Ҡарап торҙом бейек Сусаҡҡа.
Фекеремдән аҙаҡ кире ҡайтып,
Сағыштырҙым янған усаҡҡа.
Усаҡтың да, мөхәббәттәгесә,
Була быҫҡып, дөрләп янғаны.
Быҫҡаҡлаған ғына ямғырҙа ла
Яна алмай һүнеп ҡалғаны.
Усаҡты ла һүндермәйем тиһәң,
Өҫтәү кәрәк һәр саҡ күмерен.
Мөхәббәт тә янған усаҡ кеүек,
Бер-береңдә булһа күңелең,
Һыуындырмаҫ өсөн мөхәббәтте,
Ике йөрәк бергә йылынһын,
Тәләфләмәй сит-ят тойғоларға
Бер-береңдең йөрәк йылыһын.
Ысындан да, мөхәббәтте тоҡандырған усаҡ менән сағыштырып булалыр, моғайын. Усаҡтың да бәләкәйе лә, ҙуры ла, быҫҡып ҡына йәки һүндерә лә алмаҫлыҡ дөрләп янғаны булған кеүек, мөхәббәттең да кескенәһе лә, олоһо ла, бөйөгө лә, быҫҡып ҡына йәки дөрләп янғаны ла булмаймы ни?
Мөхәббәт тә, усаҡ шикелле, бер-береңдең йөрәк йылыһынан көс алып үҙгәрәлер. Йөрәк йылыһын нисек уртаҡлаша белеүенә, ят-сит тойғоларға тәләфләмәүенә ҡарап киләлер. Усаҡты һүндермәҫ өсөн уңайлы шарттар кәрәк булһа, йөрәк йылыһын да һыуындырмаҫ, һүндермәҫ, тағы ла илһамлыраҡ, яҡтыраҡ, сағыуыраҡ итеү өсөн мөхәббәттең тотҡаһы балалыр. Табышыу ҙа, танышыу ҙа, һөйөшөү ҙә, ҡауышыу ҙа, ғөмүмән, тормошта барыһы ла бала хаҡына түгелме ни?!
Тыуған ил төшөнсәһе тыуған өйҙән, төйәктән, ауылдан башланған кеүек, донъя дауам итеү өсөн һөйөү тыуғанда, һөйөү ҙә бала хаҡына мөхәббәт булып һарылғандыр, һарылалыр. Ысын, саф оло мөхәббәт тә донъяла иң ҡәҙерле булғандарҙан: ғүмер, тыуған ер, тыуған ил, һине тыуҙырған әсә кеүек, ике йөрәккә уртаҡ итеп, берәрҙән генә биреләлер. Шулай ҙа иң ҡыйыны һәм ауыры үҙ мөхәббәтеңде, үҙ тиңеңде яңылышмай, аймылышһыҙ табышыуҙалыр. Үҙ яртыңды табып, бер бөтөн итеүҙәлер.
Яҙ шытыу, бөрөләнеү миҙгеле булһа, йәшлек ғашиҡтар, мөхәббәт миҙгелелер. Һәр шытып сыҡҡан орлоҡ емеш бирә алмағандай, мөхәббәттең зәғифтәре, тулы булмағандары ла булырға тейештер. Донъя үҙе лә, төндөң–көнө, ағының–ҡараһы, яҡшыһының насары булғандай, ҡаршы-лыҡтарҙан ғына барлыҡҡа килгән бит. Һуңынан үкендергән, тормош юлын ҡатмарландырған, күп бәхетһеҙлеккә сәбәпсе булған, ваҡытлыса ғына, кескәй генә, үтешләй генә һалҡын нурҙарында ғына йылытҡан мөхәббәт әҙме ни был донъяла?! Әммә барыһы ла бала хаҡыналыр. Кешеләр генә түгел, ер йөҙөндәге барлыҡ тереклек тә бала хаҡына йәшәй, ғүмерен бала хаҡына дауам итә. Балалар ата-әсәһенә бурыслы булған шикелле, ата-әсәләр ҙә мөхәббәттә лә, тормошта ла, ер шарындағы тормоштоң дауам итеүендә лә, балаларға ҡарағанда, күпкә күберәк балаға бурыслылыр. Бер үк ағаста емештең дә төрлөһө булған кеүек, баланың да әсеһе лә, сөсөһө лә, һөйөндөргәне лә, көйөндөргәне лә, тап мөхәббәттәгесә һине бөйөк эштәргә әйҙәгәне, бөтмәҫ дәрт өҫтәгәне, илһам биргәне, ғәйрәтләндергәне, ғазапландырғаны, матур өмөттәреңде, хыялдарыңды селпәрәмә килтереп, йөрәгеңә йәбешкәне лә булалыр. Сөнки бала шундай уҡ сифаттарға эйә булған мөхәббәт емеше ул. Нисек кенә әйтһәң дә, йәшәүҙең маҡсаты – тормошто фәҡәт бала хаҡына дауам итеү, ә тормош дауам итә.
Билдәле, һәр яҙ һайын емеш биреү өсөн сәскә атып та, емешһеҙ ҡалған мөһабәт ағастай, өмөтлө, ләкин емешһеҙ оло мөхәббәт тә инҡар ителмәйҙер. Әммә донъяла күпме тыуыу булһа, тап шул тиклем, берәүгә артыҡ та, берәүгә кәм дә түгел, үлем дә була. Тыуыу үлемдән кәм булырға тейеш түгел. Тормош дауам итһен өсөн ошо тигеҙлек һаҡланырға тейеш, һәр быуын тыуа, һөйә, һөйөлә, бала үҫтерә, бала хаҡына йәшәй. Баланы донъяға килтергән атай-әсәй уның хаҡына тормоштоң иң түбән баҫҡысына ла тәгәрәй ала. Кеше генә түгел, бала хаҡына һәр йән эйәһе үҙенең иң ҡәҙерле, бер генә тапҡыр бирелә торған ғүмерен дә аямай.
Эйе, бала һөйҙөрә лә, һөйҙөртә лә, шатландыра ла, ҡыуандыра ла, уйландыра ла, ҡанатландыра ла. Сабый донъяға килгәндә бала менән ата-әсә лә яңынан тыумаймы ни! Бала менән мөхәббәт тә яңынан тыуа, яңыра, асығыраҡ, яҡтыраҡ яна башлай һәм икенсерәк – ышаныслыраҡ төҫ ала. Сөнки ҡасандыр ике йөрәкте тиң иткән усаҡҡа өсөнсө йөрәк тә йылыһы менән ҡушыла бит.
Таһир менән Зөһрәнең һис бер ваҡытта ла һүрелмәҫ мәңгелек мөхәббәте кешенең үҙ ғүмере дауамына тиң булған йәки ялағайҙай ғына ялтлап үтеп киткән оло, бөйөк мөхәббәт; әрнеүле, мәкерле; тиң булмаған мөхәббәт; ата-әсәнең балаға һәм баланың ата-әсәгә мөхәббәте тураһында күп өлкәлә бик күп әҫәр ижад ителгән.
Был тема – эйе, бик күп һәм бик күп йылдар күп тапалған! Шулай ҙа һәр йән эйәһе үҙенсә үткән, үҙенсә генә үтәсәк һуҡмаҡ ул. Һәм һаман да һуҡмаҡ ҡына булып ҡала килә. Эйе, һаман да тик һуҡмаҡ ҡына!
Кешелек кенә түгел, үрсеү, тоҡомдо ҡоротмай дауам иттереү өсөн, һәр йән эйәһе үткән булыуына ҡарамаҫтан, һаман да һуҡмаҡ! Сөнки уны һәр кеше үҙе, үҙ юлынан, үҙ һуҡмағынан үҙенсә үтә. Ҡыуандыра ла, уйландыра ла, иркәләй ҙә, ярһыта ла, шаштыра ла, ҡанатландыра ла, ҡанатыңды ҡайыра ла, төшөнкөлөккә төшөрә лә, өмөтләндерә лә, бөйөклөккә әйҙәй ҙә, үкендерә лә, ҡәһәрләй ҙә, һөйҙөрә лә, һөйҙөртә лә, әйтеп бөтөргөһөҙ һәләттәргә, һәләкәттәргә эйә була ала торған һуҡмаҡ ул! Тик барыһы ла уны бер маҡсатта – бала хаҡына үтә.
Мөхәббәт һәм баланы сағыштырғанда, бала бөтә яҡлап та өҫтөн дә, йөкмәткеһе яғынан киңерәк тә, күләмлерәк тә мәғәнәгә эйәлер. Бала – үҙ теләге менән ике йөрәкте тиң итеп ҡабул иткән ғашиҡтарҙың мөхәббәт емеше ул.
Бала хаҡына кисергән ғазаптарҙан арынып, тәүге имсәк ҡаптырған йәш әсәнең донъяға һыймаҫлыҡ ҡыуанысын, йыуанысын, хәлһеҙләнеп тоноҡланған күҙҙәренән, яңынан йәшәреп, яҡты нур бөрккәнен, наҙлы күҙ ҡарашын күҙ алдына килтергәндә һәм тоя белгәндә генә әсә булыу бәхетенә ирешкән ғорур ҡатынды аңларға мөмкиндер. Ҡатындарҙың бөтә гүзәллеге, матурлығы әсә булыуҙа түгелме ни?
Ниндәй оло бәхет ошо кисерештәрҙе үҙ тәнеңдә татыу, үҙ йөрәгең аша үткәреү! Әйтерһең, әсә үҙ балаһы менән яңырып, яңынан донъяға килгән! Йәш бала аңһыҙ рәүештә кисергән барлыҡ кисереште әсә лә тәрәнерәк итеп, балаһына эйәреп бергә кисерәлер. Бала йоҡлағанда, әсәнең күҙҙәре йомолмаһа ла, йәне, тәне, күңеле ял итә, иҙрәй. Бала илағанда әсә рухы ла һыҡрай, һыҡтай, илай, ғазаплана. Бала көлгәндә, йылмайғанда, геүләгәндә әсә күңеле лә бөтә йөрәктән көлә, наҙлана, таҙарына, инсафлана, яңынан уның хаҡына көс йыя. Ысындан да, бала ғаиләнең дә, донъяның да тотҡаһылыр. Ғаиләлә бала, донъяны үҙенсә сағылдырып, үҙенә генә хас һыҙаттар менән нәфислеккә, матурлыҡҡа, изгелеккә әйҙәй. Тормошҡа булған ҡарашына йәм өҫтәй, беҙҙе илаһи һәм мөғжизәле ысынбарлыҡҡа йәлеп итә, тормошоңа, киләсәгеңә яуаплыраҡ ҡарарға, тормоштағы иң ҡыйыны, иң ауыры үҙеңә булған талапты арттырырға мәжбүр итә. Матурлыҡтың, гүзәллектең, камиллыҡтың сығанағы булараҡ, мөхәббәтте яңынан сәскә аттыра, йәнләндерә, йәмләндерә, хәрәкәткә килтерә, бәрәкәт өҫтәй. Рухи яҡтан байыта ла, уйландыра ла. Сөнки беҙ тормошобоҙҙоң дауамын, сағылышын балала табабыҙ. Тәпәй баҫып өлгөрмәгән сабыйға беҙ ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Хатта бәләкәй генә, йәшен уғындай ҡыҫҡа ғына ғүмерле мөхәббәттең дә емеше булған бала хаҡына атай-әсәйҙәр ҡай саҡта һуңлап килгән оло, ысын мөхәббәттән дә баш тартырға, ваз кисергә, ғаилә тыныслығын һаҡларға мәжбүр була. Тормошта барырға тип баҫҡан аяғыңды кире алған, китер ереңдән китмәй ҡалған, уйланған уйҙарыңдан ваз кискән ваҡыттар аҙ буламы ни?! Бала хаҡына...
Ике йөрәкте бүленмәҫлек бер бөтөнгә әүерелдергән бала хаҡына. Эйе, бушҡа ғына баланы мөхәббәттән дә юғары ҡуйманым. Тәүге танышыу, тәүге үбешеү, мөхәббәт шатлыҡтары, ғазаптары, осрашыуҙар, йоҡоһоҙ төндәр, ҡауышыуҙар... Ошо кисерештәрҙе әсәй була алыу бәхетенән иҫергән әсә өр-яңынан тағы ла кисермәйме ни?! Тәүгеләре икенсеһе өсөн булмағанмы ни?!. Ошо әсә үҙе ишеләрҙе тыуҙырған, донъяға килтергән, ошо уҡ кисерештәрҙе кисергән, үҙе кеүек үк әсәләрҙе ни өсөн аңлай алмай икән? Аңларға теләмәгәндә лә бала хаҡына өс әсә лә уртаҡлыҡ табырға тейеш түгелме ни? Өлкән әсә балалары хаҡына килеп кенә киткәндә лә, йәш әсәнең көҙгө алдында биҙәнгәнен, яһанғанын ҡарап, уның яҡты сырайын күрергә мохтаж булып, ишек төбөндә ултырырға тейеш түгелдер бит? Ни өсөн әсә әсәне аңлай алмай? Әллә киң таралып килгән, үҙенә күрә бер йоғошло сирме, әллә тәбиғәт ҡанундары шулай ҡушамы икән? Әсәгә әсә булған кеше лә, баланың атаһына әсәй булған кеше лә, баланың ата-әсәһе лә – барыбыҙ ҙа күңел киңлеге, сафлығы, яҡты йөҙ, яҡшы һүҙ, иркәләү, иркәләнеү, һөйөү һәм һөйөлөү сифаттарына ғына мохтаж түгелбеҙме ни? Береһе лә кемгәлер бәйләнгән, кемдәндер бурысҡа, әжәткә алына торғандарҙан түгел, уртаҡлыҡ ҡына бит. Бигерәк тә күңел тарлығынан, ошо сифаттарҙың ярлылығынан күпме яңғыҙ, ярым етем ғаилә, ярым етем бала, яңғыҙ әсә, яңғыҙ атай! Эйе, атайҙар ҙа.
Ғаиләнән айырылған атай кеше әсәгә ҡарағанда ла күберәк юғалтмаймы ни? Балаһын, ҡатынын, йортон; күп осраҡта эшен дә, дуҫтарын да, туғандарын да, йәшәгән төйәген дә, күңел тыныслығын да... “Кеше тормошо ҡола яланда, үҙ тормошоң ҡара урманда" тигәндәй, үҙ урманыбыҙҙа, үҙ ғаиләбеҙҙә, үҙ тойғоларыбыҙҙа, үҙ йортобоҙҙа үҙебеҙҙе үҙебеҙ аҙаштырмаһаҡ ине лә. Һәр беребеҙ үҙебеҙҙе хаҡлы тип һанаһаҡ та, кешеләр күберәк үҙҙәре өсөн генә хаҡлы була шул. Һәр кем үҙ бәҫен генә ҡайғыртмаһа ине лә. Бала хаҡына.
Эй, Тәңрем, оло хәҡиҡәтте беҙҙең аңыбыҙға еткерһәңсе! Күпме әрнеүҙән, йәберләүҙән, кәмһетеүҙән, кәмһетелеүҙән, күпме күҙ йәшенән, күпме яңғыҙлыҡтан, етемлектән, ҡәһәрләүҙән ҡотолоп, күпме кисермәгән хистән, бәхеттән, бала мөхәббәтенән үҙ-үҙебеҙҙе мәхрүм итмәй, "кеше" тигән ғорур исемгә лайыҡ булыр инек!
Эй, Аллам, әгәр, ҡөҙрәтеңдән килһә, кешелекте ошо кәмселектәренән азат итһәң ине! Яһиллыҡтан, күҙлене лә тома һуҡыр яһап, аҡыллының аҡылын алып, ахмаҡландыра, йүләрләндерә торған, бер генә ир-атты ла, бер генә ҡатын-ҡыҙҙы ла биҙәмәгән көнсөллөктән арындырһаң ине. Бала хаҡына, киләсәк хаҡына.
Бала. Үҙ ваҡытында тиң йөрәктәрҙән яралған булғанға ла, атаға ла, әсәгә лә тиң ҡәҙерлелер. Ил уҙаманы Ғайса ла үҙенең Тыуған илен, төйәген, балаһын, мөхәббәтен һағынғанда: «...йөрәк башҡайына ҡан һауҙырған, йөрәк ярып сыҡҡан бала икән?» – тип балаға бағышлап йырлап, күкрәгенә һыймаған һағышлы йөрәген тынысландырғандыр. Күңелен бушатып, үҙен йыуатҡандыр.
Ире ҡатынын айырған тиһәләр ҙә, күберәк киреһенсә түгелме?
“Ирҙе ир иткән дә, ирҙе хур иткән дә – ҡатын”. Ҡатын-ҡыҙ – донъяның, ғаиләнең ҡотон һаҡлаусы”, йәки “Яҡшы ҡатын – йорт ырыҫы, йәшәү йәме, йән аҙығы, донъя тотҡаһы" тип бушҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Эшенән болоҡһоп, йылы мөйөшөнә – ғаиләңә, мөхәббәтеңә, балаңа уңыштарыңды, яңылыштарыңды уртаҡлашырға, ял итергә, изге ниәттәр, изге өмөттәр менән ҡайтып ингәндә, икенсе яртың ҡабарып килгән ҡара болоттай дөмһәреп, ҡобараһы осҡан һалҡынлыҡ менән һиңә артын ҡуйып ҡаршылағанда кем күңел тыныслығы, йәм, толҡа таба алыр? Бер-береңә ауыр һүҙҙәр әйтеп, бер-береңде рәнйетеп, хәтерен ҡалдырып, бер-береңде кәмһетеп, бер-береңдең булған һәм булмаған кире яҡтарын, яңылыштарын, кәмселектәрен эҙләп, бер ҡыйыҡ аҫтында, магниттың бер төрлө полюстарындай бер-береңдән этәрелеп, бер-береңде йәберһетеп бергәләп йәшәүҙең, бер генә бирелгән ғүмерҙе заяға үткәреп көн итеүҙең кәрәге бармы икән? Кемгә, кем өсөн, ни өсөн кәрәк ул? Атағамы, әсәгәме, балағамы, баланың киләсәгенәме? “Йылы һүҙ – йән аҙығы" тигәндәй, яҡты йөҙ тәнгә, йәнгә сихәт, йәшәүгә дәрт, өмөт өҫтәр, донъя мәшәҡәттәренән арындырыр, бер-береңде ихтирамлы, иғтибарлы итер, балаға ла әҙәплелек, шатлыҡ өҫтәр, киләсәгеңә үрнәк та булыр ине...
Илһамлылыҡ бөркөп, һине үҙенә тартып торған инсафлы, яғымлы, наҙлы ҡараш! Йөрәк йылыһын уртаҡлашырға, донъя мәшәҡәттәрен бүлешергә әҙер торған һинең мөхәббәтең. Ошо гүзәллек, ошо матурлыҡ, ошо уртаҡлыҡ ни аралалыр күҙ алдында күңелгә ятышһыҙ, һалҡын йәмһеҙлек, ғәмһеҙлек менән алмашынһын әле...
Эй, Хоҙайым, бәндәләрҙең бер-беренә булған мөхәббәте, ата-әсәнең – балаға, баланың ата-әсәгә мөхәббәте ғаилә тыныслығын барлыҡ хәүеф-хәтәрҙән һаҡларға, ҡурсаларға тейешле хәҡиҡәт түгелме ни?! Бала хаҡына, киләсәктең башланғысы – әсә хаҡына.
Тимерғәле ИСЛАМОВ.
Ейәнсура районы,
Бикбау ауылы.